Яхъяға бирелгән асылыш 4:1—11

  • Күктә ултырған Йәһүә тураһында күренеш (1—11)

    • Йәһүә тәхеттә ултыра (2)

    • 24 аҡһаҡал тәхеттәрҙә ултыра (4)

    • 4 тере зат (6)

4  Шунан мин күктә асыҡ ишек күрҙем һәм борғо тауышына оҡшаш беренсе тауышты ишеттем. Ул тауыш миңә: «Күтәрел бында, һәм мин һиңә булырға тейешле нәмәләрҙе күрһәтермен», — тип әйтте. 2  Шул мәлдә миңә изге рух тәьҫир итә башланы, һәм мин күктә тәхет торғанын һәм унда кемдеңдер ултырғанын күрҙем. 3  Тәхеттә ултырған Зат йәшмә һәм аҡыҡ* кеүек балҡый, ә тәхетте зөбәржәт төҫөндәге йәйғор уратып алған. 4  Шул тәхет тирәләй тағы 24 тәхет тора, ә тәхеттәрҙә өҫтәренә — аҡ кейем, баштарына алтын таж кейгән 24 аҡһаҡал ултыра. 5  Тәхеттән йәшен ялтлай, ауаздар һәм күк күкрәгән тауыштар килә, ә тәхет алдында Алланың ете рухын аңлатҡан ете яҡтыртҡыс янып тора. 6  Тәхет алдында бәллүргә оҡшаш быяла диңгеҙҙе хәтерләткән бер нәмә бар. Уртала, тәхет торған ерҙә, һәм тәхет тирәләй дүрт тере зат* тора, улар алдан да, арттан да күҙҙәр менән тулы. 7  Уларҙың беренсеһе — арыҫланға, икенсеһе үгеҙгә оҡшаш, өсөнсөһөнөң йөҙө кешенеке кеүек, ә дүртенсеһе осоп барған бөркөткә оҡшаған. 8  Шул дүрт тере заттың һәр береһенең алтышар ҡанаты бар. (Ҡанаттары эстән дә, тыштан да күҙҙәр менән тулы.) Улар бер туҡтауһыҙ, көнө-төнө: «Элек тә булған, хәҙер ҙә бар, киләсәктә лә буласаҡ Сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе Йәһүә изге, изге, изге!» — тиҙәр. 9  Шул дүрт тере зат тәхеттә ултырған һәм мәңге йәшәгән Затҡа дан, хөрмәт һәм рәхмәт белдергән һайын, 10  теге 24 аҡһаҡал тәхеттә ултырған мәңге йәшәүсе Зат алдында теҙләнеп, йөҙ түбән ҡаплана*. Улар таждарын тәхет алдына ырғытып, былай тиҙәр: 11  «Аллабыҙ Йәһүә, һин данға, хөрмәткә һәм ҡөҙрәткә эйә булырға* лайыҡһың, сөнки бөтә нәмәне һин барлыҡҡа килтерҙең һәм бөтә нәмә һинең ихтыярың буйынса бар ителде һәм булдырылды».

Төшөрмәләр

Йәғни сердолик. Йәки «ҡыҙыл төҫтәге аҫыл таш».
Йәки «дүрт кируб». Кирубтар — юғары дәрәжәгә эйә булған фәрештәләр.
Йәки «табына».
Һүҙмә-һүҙ «дан, хөрмәт һәм ҡөҙрәт ҡабул итергә».