Яхъяға бирелгән асылыш 22:1—21

  • Тормош һыуы йылғаһы (1—5)

  • Йомғаҡлау (6—21)

    • «Кил!» «Тормош һыуын бушлай ал» (17)

    • «Кил, Хужабыҙ Ғайса!» (20)

22  Фәрештә миңә кристалдай саф тормош һыуы йылғаһын күрһәтте, ул Алла һәм Бәрәс тәхетенән ағып сығып, 2  ҡаланың төп урамы буйлап ағып ята ине. Йылғаның ике яғынан ай һайын, йылына 12 тапҡыр, емеш биргән ағастар үҫеп ултыра ине. Ағастарҙың япраҡтары халыҡтарҙы һауыҡтырыу өсөн тәғәйенләнгән. 3  Алла бер ҡасан да был ҡаланы ҡәһәрләмәҫ. Унда Алланың һәм Бәрәстең тәхете торор. Алланың ҡолдары уға хеҙмәт итер. 4  Улар уның йөҙөн күрер, һәм уларҙың маңлайҙарына уның исеме яҙылған булыр. 5  Унда төн булмаҫ, һәм улар яҡтыртҡыстың да, ҡояштың да яҡтыһына мохтаж булмаҫ, сөнки Йәһүә Алла уларға яҡтылыҡ һибер. Улар мәңге батшалыҡ итер. 6  Ул миңә былай тине: «Был һүҙҙәр хаҡ һәм ышаныслы. Пәйғәмбәрҙәр аша һөйләгән Йәһүә Алла үҙенең ҡолдарына оҙаҡламай нимә булырын күрһәтер өсөн фәрештәһен ебәрҙе. 7  Тиҙҙән киләм! Был төргәктәге пәйғәмбәри һүҙҙәрҙе үтәгән һәр кем бәхетле». 8  Мин, Яхъя, быларҙы ишеттем һәм күрҙем. Фәрештә миңә күрһәткәндәрҙең барыһын да ишеткәс һәм күргәс, мин тубыҡландым да уға табынырға теләнем. 9  Әммә ул миңә былай тине: «Туҡта, улай итмә! Мин ни бары һинең кеүек, пәйғәмбәр ҡәрҙәштәрең һәм был төргәктәге һүҙҙәрҙе үтәүселәр кеүек үк ҡол ғынамын. Аллаға табын!» 10  Шунан ул миңә былай тине: «Был төргәктәге пәйғәмбәри һүҙҙәрҙе йәшермә*, сөнки уларҙың үтәлеү ваҡыты яҡын. 11  Тәҡүәһеҙ кеше — тәҡүәһеҙ, боҙоҡ кеше боҙоҡ булып ҡалһын. Ләкин тәҡүә кеше — тәҡүә һәм изге кеше изге булып ҡалһын. 12  „Мин тиҙҙән киләм һәм һәр кемгә эштәренә ҡарап ҡайтарам! 13  Мин — А́льфа һәм Оме́га, беренсе һәм һуңғы, башланғыс һәм ахыр. 14  Тормош ағастарының емештәрен ашарға һәм ҡалаға ҡапҡа аша инергә хоҡуғы булһын өсөн үҙ кейемен йыуғандар бәхетле. 15  Ләкин әшәке кешеләр*, сихырсылыҡ* менән шөғөлләнеүселәр, аҙғындар*, кеше үлтереүселәр, ботҡа табыныусылар, шулай уҡ ялғанды үҙ итеүселәрҙең һәм мәкерлек менән эш итеүселәрҙең береһе лә ҡалаға инмәйәсәк“. 16  „Мин, Ғайса, йыйылыштарҙың файҙаһы өсөн быларҙы раҫларға тип фәрештәмде ебәрҙем. Мин — Дауыттың тамыры һәм тоҡомо, яҡты таң йондоҙо“». 17  Рух һәм кәләш: «Кил!» — тип әйтәләр. Быны ишеткән һәр кем: «Кил!» — тип әйтһен. Һыуһағандарҙың барыһы ла килһен, теләгән һәр кем тормош һыуын бушлай алһын. 18  «Был төргәктәге пәйғәмбәри һүҙҙәрҙе ишеткәндәрҙең барыһына ла әйтәм: „Әгәр берәйһе уларға берәй нәмә өҫтәһә, Алла уға был төргәктә яҙылған бәлә-ҡазаларҙы өҫтәр. 19  Әгәр берәйһе уларҙан берәй нәмә алып ташлаһа, Алла, был төргәктә яҙылғанса, уны тормош ағастарының емештәрен ашау һәм изге ҡалаға инеү хоҡуғынан мәхрүм итер“. 20  Быны раҫлаусы: „Тиҙҙән киләм“, — ти». Амин! Кил, Хужабыҙ Ғайса! 21  Изгеләргә Хужабыҙ Ғайсаның сикһеҙ игелеге күрһәтелһен!

Төшөрмәләр

Һүҙмә-һүҙ «мисәтләмә».
Һүҙмә-һүҙ «эттәр».
Йәки «спиритизм».
Бында ҡулланылған грек һүҙе порне́йа тигән һүҙгә яҡын. Һүҙлектә «Енси әхлаҡһыҙлыҡ» тигән мәҡәләне ҡ.