Яхъяға бирелгән асылыш 20:1—15
20 Шунан мин күктән бер фәрештәнең төшөп килгәнен күрҙем, уның ҡулында упҡын асҡысы һәм ҙур сылбыр бар ине.
2 Ул аждаһаны, боронғо йыланды, йәғни Иблис Шайтанды, тотоп алды ла уны 1 000 йылға сылбырлап ҡуйҙы.
3 Ул уны, 1 000 йыл тамамланғансы халыҡтарҙы алдай алмаһын өсөн, упҡынға ташлап, упҡынды бикләне һәм уның ауыҙын мисәтләп ҡуйҙы. Шунан һуң ул ҡыҫҡа ваҡытҡа азат ителәсәк.
4 Мин тәхеттәр күрҙем, унда ултырыусыларға хөкөм итергә хакимлыҡ бирелде. Эйе, Ғайса тураһында вәғәзләгәндәре һәм Алла тураһында һөйләгәндәре өсөн үлтерелгәндәрҙең* йәндәрен* — януарға һәм уның һынына табынмағандарҙы, үҙҙәренең маңлайына һәм ҡулына тамға ҡуйҙыртмағандарҙы күрҙем. Улар терелде һәм Мәсих менән бергә 1 000 йыл идара итте.
5 Был — беренсе терелеү. (Башҡа үлгәндәр 1 000 йыл тамамланғансы терелмәне.)
6 Беренсе терелеү ваҡытында терелгәндәр бәхетле һәм изге; икенсе үлемдең улар өҫтөнән хакимлығы юҡ. Улар Алланың һәм Мәсихтең руханиҙары булыр һәм Мәсих менән бергә 1 000 йыл идара итер.
7 1 000 йыл тамамланғас, Шайтан үҙ төрмәһенән сығарылыр.
8 Ул халыҡтарҙы — Гог менән Магогты алдап, уларҙы һуғышҡа йыйыр өсөн сығасаҡ. Был халыҡтар ерҙең дүрт яғынан йыйылыр; уларҙың һаны диңгеҙ ҡомо кеүек күп.
9 Улар бөтөн ер йөҙө буйлап йәйелеп, изгеләрҙең лагерын һәм Алланың яратҡан ҡалаһын ҡамап алдылар. Ләкин күктән ут төшөп, уларҙы юҡ итте.
10 Ә уларҙы алдаған Иблис утлы һәм көкөртлө күлгә ырғытылды, януар менән ялған пәйғәмбәр инде шунда ине. Унда улар мәңге көнө-төнө яфа сигер*.
11 Мин ҙур аҡ тәхет һәм унда ултырыусы Затты күрҙем. Уның хозурынан ер менән күк ҡасты, һәм бүтән уларға урын табылманы.
12 Мин тәхет алдында торған үлгәндәрҙе — кеселәрҙе һәм бөйөктәрҙе күрҙем. Төргәктәр асылған ине. Тағы бер төргәк — тормош төргәге асылған ине. Үлгәндәр төргәктәрҙә яҙылғандар буйынса ҡылған эштәренә ҡарап хөкөм ителде.
13 Диңгеҙ үҙендә булған үлгәндәрҙе бирҙе, үлем һәм ҡәбер* ҙә үҙендә булған үлгәндәрҙе бирҙе. Үлгәндәрҙең һәр береһе эштәренә ҡарап хөкөм ителде.
14 Ә үлем һәм ҡәбер утлы күлгә ырғытылды. (Утлы күл — икенсе үлем ул.)
15 Шулай уҡ тормош китабына яҙылмаған һәр кем утлы күлгә ырғытылды.

