Яхъяға бирелгән асылыш 17:1—18

  • Бөйөк Бабилды хөкөм итеү (1—18)

    • Ҡып-ҡыҙыл януар өҫтөндә ултырған яманатлы фәхишә (1—3)

    • «Януар тәүҙә бар ине, шунан юҡ булды, ләкин тиҙҙән ул упҡындан күтәреләсәк» (8)

    • 10 мөгөҙ Бәрәс менән һуғыша (12—14)

    • 10 мөгөҙ фәхишәне күрә алмай башлай (16, 17)

17  Ете касаһы булған ете фәрештәнең береһе килеп, миңә былай тине: «Мин һиңә күп йылғаларҙа* ултырған яманатлы фәхишәнең* ниндәй яза аласағын күрһәтәм. 2  Уның менән ер батшалары аҙғынлыҡҡа* бирелде, һәм ерҙә йәшәүселәр уның аҙғынлығының* шарабын иҫергәнсе эсте». 3  Рух ярҙамында ул мине сүлгә күсерҙе. Унда мин бер ҡатынды күрҙем. Ул тотош Алланы хурлаған исемдәр менән ҡапланған ете башлы һәм ун мөгөҙлө ҡып-ҡыҙыл януар өҫтөндә ултыра ине. 4  Ҡатын ҡуйы ҡыҙыл* һәм асыҡ ҡыҙыл төҫтәге кейем кейгәйне*, шулай уҡ алтын, аҫылташтар һәм ынйынан яһалған биҙәүестәр таҡҡайны. Ҡулына ерәнгес нәмәләр һәм аҙғынлығының* шаҡшылығы менән тулы алтын каса тотҡайны. 5  Уның маңлайына «Бөйөк Бабил, фәхишәләрҙең һәм ерҙәге бөтә ерәнгес нәмәләрҙең әсәһе» тигән серле исем яҙылғайны. 6  Мин ҡатындың изгеләр ҡанынан һәм Ғайса шаһиттарының ҡанынан иҫергәнен күрҙем. Уны күргәс, мин шаҡ ҡаттым. 7  Фәрештә миңә былай тине: «Нимәгә шаҡ ҡаттың? Мин һиңә был ҡатындың һәм ул ултырған ете башлы һәм ун мөгөҙлө януарҙың сере нимәлә икәнен һөйләп бирәм. 8  Һин күргән януар тәүҙә бар ине, шунан юҡ булды, ләкин тиҙҙән ул упҡындан күтәреләсәк һәм һәләк ителәсәк. Ерҙә йәшәүселәр — исемдәре донъяға нигеҙ һалынғандан* бирле тормош төргәгенә яҙылмай килгән кешеләр — януарҙың тәүҙә булғанын, шунан юҡҡа сыҡҡанын, ләкин йәнә килеп сыҡҡанын күргәс, ғәжәпләнерҙәр. 9  Быға төшөнөр өсөн аҡыллылыҡ кәрәк. Ете баш — ҡатын ултырған ете тау ул, 10  улар — шулай уҡ ете батша ла: бишеһе инде юҡ, береһе бар, һуңғыһы әле килмәгән, әммә килгәс, ҡыҫҡа ваҡыт ҡына булыр. 11  Тәүҙә булған һәм юҡҡа сыҡҡан януар — шулай уҡ һигеҙенсе батша ла; ул теге етәүҙән сыҡҡан һәм һәләкәткә бара. 12  Януарҙың ун мөгөҙө — әле батшалыҡ алмаған ун батша. Улар януар менән бер сәғәт идара итергә хакимлыҡ аласаҡ. 13  Уларҙың маҡсаты уртаҡ*, шуға улар үҙҙәренең көсөн һәм хакимлығын януарға бирәләр. 14  Улар Бәрәс менән һуғышасаҡ, әммә Бәрәс уларҙы еңәсәк, сөнки ул — Хужаларҙың хужаһы һәм Батшаларҙың батшаһы. Уның менән бергә саҡырылғандар, һайлап алынғандар һәм тоғролар еңер». 15  Фәрештә миңә былай тине: «Фәхишә ултырған йылғалар — милләттәр, ҙур төркөмдәр һәм төрлө телдәрҙә һөйләшкән халыҡтар ул. 16  Һин күргән януар һәм уның ун мөгөҙө фәхишәне күрә алмай башлар, уны бөлгөнлөккә төшөрөр, яланғас ҡалдырыр, тәнен ашар һәм утта яндырыр. 17  Сөнки Алла уларҙың күңелдәренә үҙенең ниәтен тормошҡа ашырыу уйын, йәғни уларҙың үҙҙәренең уртаҡ маҡсатына өлгәшеү* уйын һалды. Был маҡсат — Алланың һүҙҙәре үтәлгәнсе, үҙҙәренең хакимлыҡтарын януарға биреү. 18  Ә һин күргән ҡатын — ер батшалары менән идара итеүсе бөйөк ҡала ул».

Төшөрмәләр

Һүҙмә-һүҙ «һыуҙарҙа».
Бында һәм артабан һүҙ Бөйөк Бабил тураһында бара.
Бында ҡулланылған грек һүҙе порне́йа тигән һүҙгә яҡын. Һүҙлектә «Енси әхлаҡһыҙлыҡ» тигән мәҡәләне ҡ.
Грекса порне́йа. Һүҙлектә «Енси әхлаҡһыҙлыҡ» тигән мәҡәләне ҡ.
Йәғни пурпур төҫөндәге.
Һүҙмә-һүҙ «ҡуйы ҡыҙылға һәм асыҡ ҡыҙылға кейенгәйне».
Грекса порне́йа. Һүҙлектә «Енси әхлаҡһыҙлыҡ» тигән мәҡәләне ҡ.
Күрәһең, Әҙәм менән Һауаның балалары тыуыуы күҙ уңында тотола.
Йәки «уйы бер».
Йәки «үҙҙәренең бер уйын тормошҡа ашырыу».