Яхъяға бирелгән асылыш 15:1—8

  • Ете ҡаза алып килгән ете фәрештә (1—8)

    • Мусаның һәм Бәрәстең йыры (3, 4)

15  Шунда мин күктә бөйөк һәм ғәжәйеп башҡа бер күренеш — ете ҡаза алып килә ятҡан ете фәрештә күрҙем. Былар — һуңғы ҡазалар, сөнки улар менән Алла асыуы тамамлана. 2  Шунан һуң мин быяла диңгеҙгә оҡшаған бер нәмә күрҙем, ул ут менән ҡатыш ине. Шулай уҡ януарҙы, уның һынын һәм исеменең һанын еңгәндәрҙе күрҙем. Улар, ҡулдарына Алла арфаларын тотоп, быяла диңгеҙ янында тора ине. 3  Улар Алла ҡоло Мусаның йырын һәм Бәрәстең йырын йырлай ине: «Сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе Йәһүә, эштәрең бөйөк һәм таң ҡалырлыҡ! Юлдарың ғәҙел һәм хаҡ, Мәңгелек батшаһы! 4  Йәһүә, һинән кем ҡурҡмаҫ һәм исемеңде кем данламаҫ?! Бер һин генә тоғро! Бар халыҡтар һинең ғәҙел хөкөм иткәнеңде аңлар, улар килеп, һиңә табыныр». 5  Шунан һуң мин күктә килешеү* сатырының изге урыны асылғанын күрҙем. 6  Унан ете ҡаза алып килә ятҡан ете фәрештә сыҡты. Улар күҙ сағылдырырлыҡ саф етен кейем кейгән һәм күкрәктәрен киң алтын билбау менән ураған ине. 7  Дүрт тере заттың береһе ете фәрештәгә мәңге йәшәүсе Алланың асыуы менән тулы ете алтын каса бирҙе. 8  Шунда ғибәҙәтхана Алла данынан һәм уның ҡөҙрәтенән төтөн менән тулды. Ете фәрештә алып килә ятҡан ете ҡаза үтмәйенсә, берәү ҙә ғибәҙәтханаға инә алманы.

Төшөрмәләр

Һүҙмә-һүҙ «шаһитлыҡ».