Яхъяға бирелгән асылыш 13:1—18
13 Ул* диңгеҙ буйындағы ҡомда баҫып тора ине.
Мин диңгеҙҙән ун мөгөҙлө һәм ете башлы януар сығып килгәнен күрҙем. Мөгөҙҙәрендә ун таж* бар ине, ә баштарында Алланы хурлаған исемдәр яҙылған ине.
2 Был януар ҡапланға оҡшағайны, әммә тәпәйҙәре — айыуҙыҡы, ә ауыҙы арыҫландыҡы һымаҡ ине. Аждаһа уға көс, тәхет һәм ҙур хакимлыҡ бирҙе.
3 Шунан мин януарҙың баштарының береһендә үлемесле булып күренгән яра күрҙем, ләкин был яра уңалды, һәм ерҙәге бөтә кешеләр, януар менән һоҡланып, уның артынан эйәрҙе.
4 Кешеләр аждаһаға табынды, сөнки ул януарға хакимлыҡ бирҙе. Улар шулай уҡ: «Был януарға тиң бер кем дә юҡ, бер кем дә уның менән һуғыша алмай!» — тип януарға ла табынды.
5 Януарға Алланы хурлаған тәкәббер һүҙҙәр әйтергә хоҡуҡ бирелде, шулай уҡ 42 ай буйы эш итергә хакимлыҡ бирелде.
6 Ул Алланы, уның исемен, уның йәшәгән урынын һәм күктә йәшәүселәрҙе хурлай башланы.
7 Уға изгеләр менән һуғышып, уларҙы еңергә рөхсәт ителде. Ул бөтә ҡәбиләләр, милләттәр һәм төрлө телдәрҙә һөйләшкән халыҡтар өҫтөнән хакимлыҡ алды.
8 Ерҙә йәшәүселәрҙең барыһы уға табыныр. Донъяға нигеҙ һалынғандан* бирле уларҙың исемдәре ҡорбанға килтерелгән Бәрәстең тормош төргәгенә яҙылмай.
9 Ҡолағы булғандар ишетһен.
10 Кем әсирлеккә китергә тейеш булһа, шул әсирлеккә китер. Кем берәйһен ҡылыс менән үлтерһә, шул ҡылыс менән үлтерелергә тейеш. Шуға күрә изгеләргә сыҙамлыҡ менән иман кәрәк.
11 Шунан мин ерҙән сығып килгән башҡа януарҙы күрҙем. Уның Бәрәстеке кеүек ике мөгөҙө бар ине, ләкин ул аждаһа кеүек һөйләй ине.
12 Был януар беренсе януар алдында уның бөтә хакимлығы менән файҙалана. Ул ерҙе һәм унда йәшәүселәрҙе үлемесле яраһы уңалған беренсе януарға көсләп табындыра.
13 Ул кешеләр алдында бөйөк мөғжизәләр* ҡыла, хатта күктән ергә ут төшөрә.
14 Беренсе януар алдында ҡылырға рөхсәт ителгән мөғжизәләре менән ул ерҙә йәшәүселәрҙе алдай һәм уларға ҡылыстан яраланған, әммә терелгән януарҙың һынын эшләргә ҡуша.
15 Уға януарҙың һынына йәшәү һулышы өрөргә рөхсәт ителде. Был рөхсәт януарҙың һыны һөйләй алһын һәм уның бойороғо буйынса уға табыныуҙан баш тартҡандарҙың барыһы ла үлтерелһен өсөн бирелде.
16 Ул бөтә кешеләрҙе — ябайҙарҙы һәм затлыларҙы, байҙарҙы һәм ярлыларҙы, иреклеләрҙе һәм ҡолдарҙы — уң ҡулдарына һәм маңлайҙарына тамға ҡуйҙыртырға мәжбүр итә.
17 Быны ул ошо тамғаны — януарҙың исемен йә исеменең һанын — ҡуйҙыртҡандарҙан башҡа һис кем һатып ала ла, һата ла алмаһын өсөн эшләй.
18 Бында аҡыллылыҡ кәрәк: үтә күреүсән кеше януар һанының мәғәнәһен билдәләр, сөнки был — кеше һаны. Был һан — 666.

