Яхъяға бирелгән асылыш 11:1—19

  • Ике шаһит (1—13)

    • Ҡыл туҡыманан яһалған кейемдә 1 260 көн пәйғәмбәрлек итәләр (3)

    • Үлтерелгәндәр һәм күмелмәгәндәр (7—10)

    • Өс ярым көндән һуң тереләләр (11, 12)

  • Икенсе ҡайғы үтеп китте, өсөнсөһө яҡынлашып килә (14)

  • Етенсе борғо (15—19)

    • Раббыбыҙҙың һәм уның Мәсихенең Батшалығы (15)

    • Ерҙе һәләк итеүселәр һәләк ителәсәк (18)

11  Миңә үлсәү таяғы* бирелде һәм былай тип әйтелде: «Бар ҙа Алланың ғибәҙәтханаһын һәм ҡорбан усағын үлсә, ғибәҙәтханала табынғандарҙы һана. 2  Ә ғибәҙәтхана эргәһендәге ихатаны үлсәмәй ҡалдыр, сөнки ул халыҡтарға бирелгән. Улар изге ҡаланы 42 ай буйы йәберләр. 3  Мин үҙемдең ике шаһитымды ебәрәм. Улар, ҡыл туҡыманан* яһалған кейем кейеп, 1 260 көн буйы пәйғәмбәрлек итерҙәр». 4  Был шаһиттар — ике зәйтүн ағасы һәм ике шәмдәл, улар ер Хужаһы алдында баҫып тора. 5  Әгәр берәйһе уларға зыян килтерергә теләһә, уларҙың ауыҙынан ут сығып, дошмандарын йотор. Уларға зыян итергә теләгәндәрҙең барыһы шулай итеп үлтерелер. 6  Уларҙың, үҙҙәре пәйғәмбәрлек иткән көндәрҙә ямғыр яумаһын өсөн, күкте ҡаплап ҡуйырға хакимлығы бар, шулай уҡ һыуҙы ҡанға әйләндерергә һәм теләгән саҡтарында ергә төрлө бәлә-ҡазалар ебәрергә хакимлыҡтары бар. 7  Ике шаһит пәйғәмбәрлек итеп бөткәс, упҡындан күтәрелгән януар улар менән һуғышыр, уларҙы еңер һәм үлтерер. 8  Уларҙың мәйеттәре символик рәүештә Садум һәм Мысыр тип аталған бөйөк ҡаланың төп урамында ятыр. Уларҙың Хужаһы ла шунда бағанаға ҡаҙаҡланған булған. 9  Төрлө ҡәбиләнән, халыҡтан, милләттән сыҡҡан һәм төрлө телдә һөйләшкән кешеләр уларҙың мәйеттәренә өс ярым көн ҡарап торор һәм уларҙы ерләргә рөхсәт итмәҫ. 10  Ерҙә йәшәүселәр уларҙың үлеменә ҡыуаныр, күңел асыр һәм бер-береһенә бүләктәр ебәрер, сөнки был ике пәйғәмбәр уларҙы яфалай ине. 11  Өс ярым көндән һуң уларға Алланан йәшәү рухы* инде, улар аяҡтарына тороп баҫты. Быны күргәндәрҙе көслө ҡурҡыу биләп алды. 12  Шунда күктән ике пәйғәмбәргә: «Бында күтәрелегеҙ», — тип әйткән көслө тауыш яңғыраны. Улар болотта күккә күтәрелде, дошмандары иһә уларҙы күреп торҙо. 13  Шул уҡ сәғәттә ныҡ итеп ер тетрәне, ҡаланың ундан бер өлөшө емерелде, ер тетрәүҙән 7 000 кеше һәләк булды, ә иҫән ҡалғандары, бик ныҡ ҡурҡып, күктәр Аллаһын данланы. 14  Икенсе ҡайғы үтеп китте. Өсөнсө ҡайғы бик тиҙ яҡынлашып килә ине. 15  Етенсе фәрештә борғоһон ҡысҡыртты. Күктә: «Хәҙер донъя өҫтөнән Раббыбыҙ һәм Уның Мәсихе батшалыҡ итә. Ул* мәңгенән-мәңгегә хакимлыҡ итәсәк!» — тигән көслө тауыштар яңғыраны. 16  Шунда Алла ҡаршыһында тәхеттәрҙә ултырған 24 аҡһаҡал йөҙ түбән ҡапланып, Аллаға табынды. 17  Улар былай тиҙәр ине: «Хәҙер ҙә бар, элек тә булған Сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе Йәһүә Алла, хакимлыҡты үҙ ҡулыңа алып, идара итә башлағаның өсөн һиңә рәхмәттәр әйтәбеҙ! 18  Ләкин халыҡтар ярһынылар, һинең асыу ваҡытың һәм үлгәндәрҙе хөкөм итеү, үҙеңә хеҙмәт иткән пәйғәмбәрҙәрҙе, шулай уҡ изгеләрҙе һәм исемеңдән ҡурҡҡандарҙың* барыһын: ябайҙарҙы ла, бөйөктәрҙе лә бүләкләү һәм ерҙе һәләк итеүселәрҙе һәләк итеү ваҡыты етте». 19  Күктә Алланың ғибәҙәтханаһы* асылды, һәм ғибәҙәтханала килешеү һандығы күренде. Шул саҡ йәшен йәшнәне, тауыштар ишетелде, күк күкрәне, ер тетрәне һәм көслө боҙ яуа башланы.

Төшөрмәләр

Һүҙмә-һүҙ «таяҡҡа оҡшаш ҡамыш».
Йәки «йәшәү көсө».
Күрәһең, Алла.
Һүҙлектә «Алланан ҡурҡыу» тигән мәҡәләне ҡ.
Йәғни ғибәҙәтхананың иң изге урыны.