Яхъяға бирелгән асылыш 10:1—11
10 Шунан мин күктән төшөп килгән башҡа ҡеүәтле фәрештәне күрҙем. Ул болотҡа төрөнгәйне, уның баш өҫтөндә йәйғор бар, йөҙө ҡояш кеүек балҡый, ә аяҡтары утлы бағаналар һымаҡ ине.
2 Ул ҡулына асылған бәләкәй төргәк тотҡайны. Фәрештә уң аяғын диңгеҙгә, ә һул аяғын ергә ҡуйҙы ла
3 арыҫлан үкереүенә оҡшаған ҡаты тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе. Ул ҡысҡырғас, ете күк күкрәү тауышы ишетелде.
4 Ете күк күкрәү һөйләй башлағас, мин яҙырға әҙерләндем, ләкин күктән килгән бер тауыштың: «Ете күк күкрәү әйткән һүҙҙәрҙе сер итеп ҡалдыр*, уларҙы яҙма», — тигәнен ишеттем.
5 Диңгеҙҙә һәм ерҙә баҫып торған фәрештә, уң ҡулын күккә күтәреп,
6 күкте һәм ундағы бөтә нәмәне, ерҙе һәм ундағы бөтә нәмәне, диңгеҙҙе һәм ундағы бөтә нәмәне барлыҡҡа килтергән һәм мәңге йәшәгән Алла менән ант итте. Ул былай тине: «Алла бүтән көтмәйәсәк!
7 Әммә етенсе фәрештә борғоһон бына-бына ҡысҡыртырға торған көндәрҙә изге сер — Алла үҙ ҡолдарына, пәйғәмбәрҙәргә, иғлан иткән һөйөнөслө хәбәр — тамамланасаҡ».
8 Мин күктән ишеткән тауыш миңә тағы: «Барып, диңгеҙҙә һәм ерҙә баҫып торған фәрештәнең ҡулынан асылған төргәкте ал», — тип әйтте.
9 Мин фәрештә янына барып, унан миңә шул бәләкәй төргәкте биреүен һораным. Фәрештә миңә: «Уны ал да аша. Ауыҙыңда ул бал шикелле татлы булыр, ә ашҡаҙаныңа унан әсе булыр», — тине.
10 Мин фәрештәнең ҡулынан шул төргәкте алып ашаным. Ауыҙымда ул бал һымаҡ татлы булды, ә ашҡаҙаныма унан әсе булды.
11 Шунан миңә былай тиелде: «Һин артабан да батшалар, милләттәр һәм төрлө телдә һөйләшкән халыҡтар тураһында пәйғәмбәрлек итергә тейешһең».
Төшөрмәләр
^ Һүҙмә-һүҙ «мисәтләп ҡуй».

