БРОШЮРАНЫҢ ТЕМАҺЫ | АЛЛА БАТШАЛЫҒЫ. УЛ ҺЕҘГӘ НИМӘ КИЛТЕРӘ АЛА?
Алла Батшалығы. Ул Ғайса өсөн ни тиклем мөһим?
Ерҙә хеҙмәт иткән сағында Ғайса күп нәмә тураһында һөйләгән. Мәҫәлән, ул үҙенең шәкерттәрен доға ҡылырға, Аллаға яраҡлы булырға һәм ысын бәхет табырға өйрәткән (Матфей 6:5—13; Марк 12:17; Лука 11:28). Ләкин Ғайса иң йыш һөйләгән һәм уның йөрәгенә иң яҡын булған тема — Алла Батшалығы (Лука 6:45).
Ғайса үҙенең бөтә ғүмерен «Алла Батшалығы тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе» вәғәзләүгә бағышлаған (Лука 8:1). Кешеләргә Алла Батшалығы тураһында һөйләр өсөн, ул Израиль ере буйлап йөҙләгән километр үткән. Ғайсаның хеҙмәтен һүрәтләгән дүрт «Һөйөнөслө Хәбәр» китабында Батшалыҡ 100-ҙән ашыу урында, иң йышы тап Ғайсаның һүҙҙәрендә иҫкә алына. Ләкин ул, күрәһең, Батшалыҡ тураһында күпкә күберәк һөйләгән (Яхъя 21:25).
Ни өсөн Батшалыҡ Ғайса өсөн шундай мөһим булған? Ул Алланың үҙен шул Батшалыҡтың Хакимы итеп билдәләгәнен белгән (Ишағыя 9:6; Лука 22:28—30). Ләкин Ғайса власҡа ынтылмаған һәм үҙенә дан эҙләмәгән (Матфей 11:29; Марк 10:17, 18). Ул Батшалыҡты яҡлағанда үҙ файҙаһын уйламаған. Алла Батшалығы Ғайса өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булған һәм хәҙер ҙә әһәмиәтле *, сөнки Батшалыҡ уның күктәге яратҡан Атаһы һәм тоғро шәкерттәре өсөн күп нәмә эшләйәсәк.
БАТШАЛЫҠ ҒАЙСАНЫҢ АТАҺЫ ӨСӨН НИМӘ ЭШЛӘЙӘСӘК?
Ғайса үҙенең күктәге Атаһын бик ярата (Ғибрәтле һүҙҙәр 8:30; Яхъя 14:31). Ул Атаһының яратыу, ҡыҙғаныу һәм ғәҙеллек кеүек матур сифаттары менән һоҡлана (Ҡанун 32:4; Ишағыя 49:15; 1 Яхъя 4:8). Һәм, әлбиттә, Ғайса Атаһы тураһында таратылған ялғанды — Алла кеше ҡайғыһына вайымһыҙ, беҙҙең ғазап сигеүебеҙҙе теләй, тигән ялғанды нәфрәт итә. Был — Ғайсаның «Күктәр Батшалығы хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе» ашҡынып вәғәзләүенең бер сәбәбе. Ул Батшалыҡтың ваҡыт уҙыу менән Атаһының яҡшы исемен тергеҙерен белгән (Матфей 4:23; 6:9, 10). Батшалыҡ быны нисек эшләйәсәк?
Батшалыҡ ярҙамында Йәһүә бөтә кешелек файҙаһына ҙур үҙгәрештәр яһаясаҡ. Алла тоғро хеҙмәтселәренең күҙҙәрендәге «һәр йәш бөртөгөн һөртәсәк». Үлем, ҡайғы-хәсрәт, һыҡтау, ауырыуҙы бөтөрөп, ул был күҙ йәштәренең сәбәптәрен юҡ итер (Асылыш 21:3, 4). Батшалыҡ аша Алла кешеләрҙең бөтә ғазаптарын бөтөрәсәк *.
Ғайсаның кешеләргә Батшалыҡ тураһында һөйләр өсөн шул тиклем күп тырышлыҡ һалыуы һис тә ғәжәп түгел! Батшалыҡ ҡаҙаныштары Атаһының ни тиклем ҡөҙрәтле һәм ҡыҙғаныусан икәнен күрһәтерен ул белгән (Яҡуб 5:11). Ғайса шулай уҡ Батшалыҡтың үҙе яратҡан кешеләргә — Алланың тоғро хеҙмәтселәренә файҙа килтерәсәген дә белгән.
БАТШАЛЫҠ АЛЛАҒА ТОҒРО КЕШЕЛӘР ӨСӨН НИМӘ ЭШЛӘЙӘСӘК?
Ергә килмәҫ борон Ғайса оҙаҡ ваҡыт күктә Атаһы менән йәшәгән. Улы аша Атаһы бөтә нәмәне — иҫәпһеҙ-һанһыҙ йондоҙҙары һәм галактикалары менән бергә ҡурҡыу-хөрмәт уятҡан күктәрҙән алып беҙҙең һоҡланғыс планетабыҙ һәм ундағы бар тереклеккә тиклем барыһын булдырған (Колосстарға 1:15, 16). Ләкин Ғайса «айырыуса әҙәм улдарына ҡарап ҡыуан[ған]» (Ғибрәтле һүҙҙәр 8:31).
Ғайсаның хеҙмәте кешеләрҙе яратыу менән һуғарылған булған. Иң баштан уҡ Ғайса ергә мохтаждарға «Һөйөнөслө Хәбәрҙе еткереү өсөн» килгәнен асыҡ итеп белдергән (Лука 4:18). Ләкин ул кешеләргә ярҙам итеү тураһында һөйләп кенә ҡалмаған, ә көндән-көн уларға яратыу күрһәткән. Мәҫәлән, халыҡ төркөмө уны тыңлар өсөн йыйылғас, «уға улар йәл булып китте лә, ауырыу булғандарын һауыҡтырҙы» (Матфей 14:14). Ҡот осҡос сирҙән интеккән бер ир Ғайсаның, әгәр теләһә, уны һауыҡтыра алғанына ышаныуын белдергәс, Ғайса уны ҡыҙғанған. Ул, шул кешене йәлләп, «Теләйем. Таҙарын!» тигән һәм уны һауыҡтырған (Лука 5:12, 13). Ҡустыһы Лазарь үлгәнгә ҡайғырған Мәрйәмде күргәс, Ғайса «бик ныҡ көйөндө» һәм уның «күҙҙәренән йәш тәгәрәне» (Яхъя 11:32—36). Шунан һуң ул иҫ китерлек нәмә эшләгән: үлгәненән дүрт көн уҙһа ла, Лазарҙы терелткән! (Яхъя 11:38—44).
Ғайса, әлбиттә, ундай ярҙамдың ваҡытлыса ғына булғанын белгән. Ул үҙе һауыҡтырған кешеләрҙең иртәме-һуңмы яңынан ауырырын һәм үҙе терелткән кешеләрҙең яңынан үлерен аңлаған. Әммә Ғайса Алла Батшалығының сирҙәр һәм үлемде мәңгегә юҡ итәсәген дә белгән. Шуға күрә ул мөғжизәләр генә эшләмәгән, ә ашҡынып «Күктәр Батшалығы хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе» вәғәзләгән (Матфей 9:35). Уның мөғжизәләре Алла Батшалығының тиҙҙән бөтә ер буйлап нимә эшләйәсәген алдан күрһәткән. Ул ваҡыт тураһында Изге Яҙмала нимә әйтелгәненә иғтибар итегеҙ.
Сирҙәр бүтән булмаясаҡ.
«Ул ваҡытта һуҡырҙарҙың күҙе асылыр, һаңғырауҙарҙың ҡолағы ишетә башлар. Ул саҡта аҡһаҡ боландай һикерер, телһеҙҙең теле шатланып ҡысҡырыр». Өҫтәүенә, «йәшәүселәрҙең береһе лә: „Мин ауырыйым“, — тип әйтмәҫ» (Ишағыя 33:24; 35:5, 6).
Үлем башҡа булмаясаҡ.
«Тәҡүәләр ерҙе мираҫ итеп аласаҡ һәм унда мәңге йәшәйәсәк» (Зәбур 37:29).
«Ул үлемде мәңгегә юҡ итер, Аллаһы Тәғәлә Йәһүә һәммә кешенең күҙ йәшен һөртөр» (Ишағыя 25:8).
Үлгәндәр терелеп торасаҡ.
«Ҡәберҙәгеләрҙең һәммәһенең Алла Улының тауышын ишетәсәк ваҡыт етеп килә. Улар ҡәберҙәренән сығасаҡ» (Яхъя 5:28, 29).
«Кешеләр... үленән тереләсәк» (Ғәмәлдәр 24:15).
Өйһөҙҙәр һәм эшһеҙҙәр бүтән булмаясаҡ.
«Кешеләр йорттар төҙөр һәм шунда йәшәр, йөҙөм баҡсалары ултыртыр һәм уларҙың емештәрен ашар. Улар өйҙәрен башҡа берәү йәшәһен тип төҙөмәҫ, йөҙөм ағастарын башҡа берәү ашаһын тип ултыртмаҫ. ...Һайланғандарым үҙҙәре яһаған нәмәләрҙең рәхәтен күрер» (Ишағыя 65:21, 22).
Һуғыштар башҡа булмаясаҡ.
«Ул бөтөн ерҙә һуғыштарҙы туҡтата» (Зәбур 46:9).
«Халыҡ халыҡҡа ҡылыс күтәрмәҫ, улар башҡа һуғышырға өйрәнмәҫ» (Ишағыя 2:4).
Аслыҡ башҡа булмаясаҡ.
«Ер үҙ емешен бирер, Алла — беҙҙең Аллабыҙ беҙҙе фатихалар» (Зәбур 67:6).
«Ер йөҙөндә ашлыҡ мул булыр, тау баштарында ул артығы менән булыр» (Зәбур 72:16).
Ярлылыҡ бүтән булмаясаҡ.
«Ә ярлы бөтөнләйгә онотолмаҫ» (Зәбур 9:18).
«Ярҙам һорап ялбарған ярлыны, меҫкен кешене һәм ярҙамсыһы булмаған һәр кемде ул ҡотҡарыр. Ябай һәм ярлы кешене ул ҡыҙғаныр, ярлыларҙың йәндәрен ҡотҡарыр» (Зәбур 72:12, 13).
Был вәғәҙәләрҙе уҡығас, һеҙ ниңә Ғайса өсөн Алла Батшалығы шул тиклем мөһим икәнен аңлайһығыҙмы? Ерҙә йәшәгән саҡта ул үҙен тыңларға теләгәндәрҙең барыһына ла Батшалыҡ тураһында һөйләргә әҙер булған, сөнки Батшалыҡтың кешелекте интектергән бөтә проблемаларҙы юҡ итәсәген белгән.
Батшалыҡ тураһындағы Изге Яҙмала яҙылған был вәғәҙәләр һеҙҙең күңелегеҙгә оҡшаймы? Оҡшай икән, һеҙ был Батшалыҡ тураһында нисек күберәк белә алаһығыҙ? Ул килтерәсәк фатихаларҙы алыр өсөн нимә эшләргә? Был һорауҙарға яуап табыр өсөн, Изге Яҙмала нимә әйтелгәнен белегеҙ.
^ Был мәҡәләлә Ғайса тураһында хәҙерге заманда һөйләнелә, сөнки ул тере. Ул әле күктә һәм Батшалыҡ менән бәйле бөтә нәмә, һис шикһеҙ, уның йөрәгенә яҡын (Лука 24:51).
^ Алланың ни өсөн әлегә ғазаптарҙы рөхсәт иткәнен белер өсөн, Йәһүә шаһиттары тарафынан баҫтырылған «Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы» тигән китаптың 26-сы дәресен ҡарағыҙ. Уны www.jw.org сайтында табып була.