ИЗГЕ ЯҘМА НИГЕҘЕНДӘ ҺӨЙЛӘШЕҮ

Ни өсөн Алла ғазаптарҙы рөхсәт итә?

Ни өсөн Алла ғазаптарҙы рөхсәт итә?

Бында Йәһүә шаһиты һәм уның күршеһе араһындағы ғәҙәттәге һөйләшеү килтерелгән. Әйтәйек, Мәрйәм исемле вәғәзсе Сәлимә тигән күршеһенә ингән, ти.

БЕҘ ҒАЗАП КИСЕРГӘНДӘ, АЛЛА НИМӘ ХИС ИТӘ?

Мәрйәм: Һаумы, Сәлимә. Һине өйҙә тап итеүемә шатмын.

Сәлимә: Инеп, һәйбәт иттең.

Мәрйәм: Теге саҡта беҙ, Алла кешеләрҙең ғазаптарына нисек ҡарай, тигән һорауҙы күтәргәйнек. Һин, шул һорау мине күптән инде борсой, бигерәк тә әсәйем аварияға эләккәндән бирле, тигәйнең. Әйткәндәй, әле уның хәле нисек?

Сәлимә: Төрлөсә була. Ә бына бөгөн арыу ғына һымаҡ.

Мәрйәм: Быны ишетеүемә шатмын. Шундай саҡта ыңғай ҡараш һаҡлау еңел түгелдер шул.

Сәлимә: Эйе, дөрөҫ әйтәһең, уның яфаланыуы хаҡында уйлаһам, бер нәмәгә лә күңелем ятмай.

Мәрйәм: Мин һине аңлайым. Бәлки, иҫләйһеңдер, теге саҡта мин, ни өсөн Алла ғазаптарға юл ҡуя, тигән һорауға яуап бирермен, тигәйнем. Алланың бит ғазаптарҙы бөтөрөргә көсө етә.

Сәлимә: Эйе, иҫемдә.

Мәрйәм: Изге Яҙмала был һорауға яуап бар. Тик, әйҙә, башта теге саҡтағы һөйләшеүҙән бер нисә фекерҙе иҫкә төшөрәйек.

Сәлимә: Ярай.

Мәрйәм: Беҙ шуны белдек: хатта Алланың тоғро хеҙмәтселәре лә, ни өсөн Алла ғазаптарға юл ҡуя икән, тип уйланған. Алланың бер пәйғәмбәре шул хаҡта һорағас, Алла уға асыуланмаған һәм: «Нығыраҡ иман ит», — тимәгән.

Сәлимә: Эйе, был минең өсөн яңы фекер булды.

Мәрйәм: Тағы беҙ шуны белдек: ҡайғы-хәсрәттәребеҙҙе күреү Йәһүә Аллаға әрнеү килтерә. Мәҫәлән, Изге Яҙмала, үҙ халҡының ғазаптарын күреп «ул да ғазап сикте» *, тиелгән. Алланың хәлебеҙгә инә белеүе беҙҙе йыуата, шулаймы?

Сәлимә: Әлбиттә.

Мәрйәм: Ахырҙа беҙ, Барлыҡҡа килтереүсебеҙ ғәйәт көслө һәм, теләгән бер ваҡытта эш итә башлап, ғазаптарҙы бөтөрә ала, тинек.

Сәлимә: Беләһеңме, тап бына шуны аңлай алмайым. Әгәр Алланың бар ошо хәлдәрҙе туҡтатырға көсө етә икән, ни өсөн ул шул тиклем ҡот осҡос нәмәләргә юл ҡуя һуң?

КЕМ ДӨРӨҪӨН ҺӨЙЛӘГӘН?

Мәрйәм: Һинең һорауыңа яуап бирер өсөн, Изге Яҙманың беренсе китабы — Башланмышты асайыҡ. Әҙәм менән Һауа һәм тыйылған емеш хаҡындағы ваҡиға һиңә таныштыр бит?

Сәлимә: Эйе, ниҙер ишеткәнем бар. Алла уларға бер ағастың емешен ашарға ҡушмаған, ә улар тыңламаған һәм ашаған.

Мәрйәм: Тап шулай. Әммә шул гонаһҡа Әҙәм менән Һауаны нимә этәргән һуң? Ошо һорауға яуап беҙгә кешеләрҙең ни өсөн ғазап кисергәнен аңларға ярҙам итер. Башланмыш, 3-сө бүлек, 1-ҙән 5-кә ҡәҙәр уҡый алмаҫһыңмы?

Сәлимә: Ярай. «Раббы Алла бар иткән бɵтә йәнлектәр араһында йылан иң хәйләкәре ине. Ул ҡатындан: „Был йәннәт баҡсаһында Алланың һеҙгә бер ағастың да емешен ашарға рɵхсәт итмәүе ысынмы?“ — тип һораны. „Ағастарҙың емешен ашай алабыҙ беҙ, — тине ҡатын йыланға. — Алла, тик йәннәт уртаһындағы ағастың ғына емешен ашамағыҙ, хатта теймәгеҙ ҙә, юғиһә үлерһегеҙ, тине“. „Юҡ, үлмәйһегеҙ, — тине йылан ҡатынға. — Тик Алла шуны белә: ул ағастың емешен ашаһағыҙ, күҙегеҙ асыласаҡ та изгелек менән яуызлыҡты белгән Алла кеүек буласаҡһығыҙ“».

Мәрйәм: Рәхмәт. Әйҙә, ошо өҙөк өҫтөндә уйланып алайыҡ. Беренсенән, ҡатын, йәғни Һауа менән йылан һөйләшкән. Изге Яҙманың икенсе бер китабынан күренеүенсә, ысынында иһә Һауаға Шайтан Иблис өндәшкән *. Шайтан Һауанан шул ағасҡа ҡағылышлы Алланың ниндәй әмер биргәне хаҡында һораған. Һин иғтибар иттеңме, әгәр Әҙәм менән Һауа шул ағастың емешен ашаһа, Алланың әйтеүе буйынса, уларҙы ниндәй яза көткән?

Сәлимә: Улар үлер ине.

Мәрйәм: Эйе, шулай. Иғтибар ит, шунан һуң Шайтан Аллаға ҡарата бик етди ғәйеп ташлаған. Ул: «Юҡ, үлмәйһегеҙ», — тигән.

Сәлимә: Элек был турала минең бер ҙә ишеткәнем юҡ ине.

Мәрйәм: Алланы ялғансы тип атап, Шайтан етди һорау күтәргән. Уны хәл итер өсөн, ваҡыт кәрәк булған. Һиңә аңлашыламы, ни өсөн был һорауҙы шунда уҡ хәл итеп булмаған?

Сәлимә: Аңлап етмәйем шул.

Мәрйәм: Миҫал килтерәйек. Әгәр мин, һинән көслөрәкмен, тиһәм, һин минең хаҡ булмауымды иҫбат итә алырһыңмы?

Сәлимә: Әлләсе... Бәлки, ярышып ҡарарғалыр...

Мәрйәм: Эйе, тап шулай. Мәҫәлән, йөк күтәреп ҡарарға була: кем күберәк күтәрә ала, шул көслөрәк булып сыға. Көс хаҡында әйткәндә, быны бик тиҙ билдәләп була.

Сәлимә: Шулай шул.

Мәрйәм: Әммә һүҙ көс түгел, ә намыҫлылыҡ хаҡында барһа? Был инде бөтөнләй икенсе нәмә, шулай бит?

Сәлимә: Һм... шулай шул.

Мәрйәм: Ысынлап та, намыҫлы булыуҙы, көс һынашҡан кеүек ярыш ойоштороп, еңел генә иҫбатлап булмай шул.

Сәлимә: Ризамын.

Мәрйәм: Һорауҙы хәл итер өсөн берҙән-бер ысул — етерлек ваҡыт биреү. Шул саҡта кешеләр беҙҙе күҙәтә алыр һәм кем намыҫлыраҡ икәнен билдәләр.

Сәлимә: Уйлап ҡараһаң, шулай шул.

Мәрйәм: Ә хәҙер Башланмышта әйтелгәндәргә ҡайтайыҡ. Шайтан, мин Алланан көслөрәк, тигәнме?

Сәлимә: Юҡ.

Мәрйәм: Ул саҡта Алла шунда уҡ үҙ көсөн күрһәтер ине. Әммә Шайтан, мин Алланан намыҫлыраҡ, тип белдергән. Ысынында, ул Һауаға: «Алла һеҙҙе алдай, ә мин һеҙгә дөрөҫөн әйтәм», — тигән.

Сәлимә: Ҡыҙыҡ.

Мәрйәм: Алла зирәк, ул белгән: кемдең дөрөҫ, ә кемдең ялған һөйләүен тик ваҡыт ҡына күрһәтәсәк.

МӨҺИМ БӘХӘСЛЕ ҺОРАУ

Сәлимә: Ә Һауа үлгәс, Алланың дөрөҫ әйткәне раҫланмағанмы ни?

Мәрйәм: Ниндәйҙер мәғәнәлә раҫланған, әлбиттә. Әммә Шайтандың дәғүәһе бынан ғына тормаған. Тағы бер тапҡыр 5-се аятты ҡара әле. Ул Һауаға тағы нимә тигән?

Сәлимә: Емеште ашаһаң, күҙең асыласаҡ, тигән.

Мәрйәм: Эйе, ул, «изгелек менән яуызлыҡты» белгән Алла кеүек буласаҡһың, тигән. Шайтан раҫлауынса, Алла кешеләрҙе бик яҡшы бер нәмәнән мәхрүм итә булып сыға.

Сәлимә: Аңланым.

Мәрйәм: Шулай итеп Шайтан бик етди ғәйеп ташлаған.

Сәлимә: Ниндәй?

Мәрйәм: Шайтан, Һауаға һәм ғөмүмән кешеләргә Аллаһыҙ йәшәү яҡшыраҡ булыр ине, тип әйтергә теләгән. Ә Йәһүә белгән: Шайтанға үҙ фекерен иҫбатларға ваҡыт биреү — был һорауҙы хәл итер өсөн иң яҡшы ысул. Шул сәбәпле Алла Шайтанға бер ни тиклем ваҡытҡа был донъяның хакимы булып торорға рөхсәт иткән. Тимәк, хәҙер донъя менән Алла түгел, ә Шайтан идара итә *. Шуға күрә донъяның ғазаптар менән тулы булыуы һис тә ғәжәп түгел. Әммә Алла беҙҙе ярҙамһыҙ ҡалдырмаған.

Сәлимә: Һин ни әйтергә теләйһең?

Мәрйәм: Изге Яҙма Алла хаҡында иҫ киткес ике хәҡиҡәтте аса. Беренсенән, беҙ ғазап кисергәндә, Йәһүә беҙҙе ташламай. Мәҫәлән, был Дауыт батшаның Зәбур 31:7-лә яҙған һүҙҙәренән күренә. Үҙ ғүмерендә Дауыт бик күпте кисергән, әммә доғала ул Аллаға нимә тигән, шул аятты уҡып китә алмаҫһыңмы?

Сәлимә: Аятта былай тиелгән: «Мин һинең тоғро мөхәббәтеңә сикһеҙ ҡыуанырмын, сөнки һин ҡайғы-хәсрәтемде күрҙең, һин әсе ғазабымды беләһең».

Мәрйәм: Дауыт, ғазап сикһә лә, Йәһүәнең үҙенең ҡайғыларын күргәнен белгән, һәм был уға көс өҫтәгән. Йәһүә барыһын да, хатта кешеләр аңлап еткермәгән иң ауыр хистәребеҙҙе лә аңлай. Шул хаҡта белеү беҙҙе йыуатмаймы ни?

Сәлимә: Әлбиттә, йыуата.

Мәрйәм: Икенсе мөһим хәҡиҡәт шунан ғибәрәт: Алла беҙҙең ғазаптарҙы сикһеҙ ваҡыт рөхсәт итмәйәсәк. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, ул тиҙҙән Шайтандың яуыз идараһын юҡ итәсәк. Алла бәлә-ҡазаларҙы һәм уларҙың эҙемтәләрен тулыһынса бөтөрәсәк, һәм һиңә лә, әсәйеңә лә ғазапланырға тура килмәҫ. Әгәр риза булһаң, мин һиңә алдағы аҙнала инә алам. Ни өсөн беҙ, Алла ғазаптарҙы мотлаҡ рәүештә юҡ итәсәк, тип ышана алғаныбыҙҙы ҡарап сығыр инек.

Сәлимә: Яҡшы, кил!

Һеҙҙе Изге Яҙманан ниндәй ҙә булһа берәй һорау ҡыҙыҡһындырамы? Йәһүә шаһиттарының ышаныуҙары һәм эшмәкәрлеге хаҡында белергә теләр инегеҙме? Әгәр теләһәгеҙ, киләһе осрашҡанда уларҙан шул хаҡта һорарға тартынмағыҙ. Йәһүә шаһиттары ҙур теләк менән һеҙҙең һорауҙарығыҙға яуап бирер.

^ Ишағыя 63:9-ҙы ҡарағыҙ.

^ Асылыш 12:9-ҙы ҡарағыҙ.

^ Яхъя 12:31-ҙе; 1 Яхъя 5:19-ҙы ҡарағыҙ.