Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

«Эштәребеҙ менән ихлас яратайыҡ»

«Эштәребеҙ менән ихлас яратайыҡ»

«Һүҙ һәм тел менән түгел, эштәребеҙ менән ихлас яратайыҡ» (1 ЯХЪЯ 3:18).

ЙЫРҘАР: 106, 100

1. Мөхәббәттең ниндәй төрө башҡаларынан юғарыраҡ? Аңлатығыҙ. (Мәҡәлә башындағы фоторәсемдәрҙе ҡарағыҙ.)

 ҒӘҘЕЛ принциптарға нигеҙләнгән мөхәббәт (ага́пе) — Йәһүәнең бүләге. Йәһүә — уның сығанағы (1 Яхъя 4:7). Мөхәббәттең был төрө башҡаларынан юғарыраҡ. Бындай мөхәббәт йылылыҡ һәм яҡын күреү кеүек хистәрҙе үҙ эсенә алһа ла, ул башлыса рыяһыҙ, игелекле эштәрҙә сағыла. Бер белешмә буйынса, ага́пе «үҙе дәртләндергән эштәрҙән генә күренә». Беҙ рыяһыҙ мөхәббәт сағылдырғанда йә уны беҙгә ҡарата сағылдырһалар, тормошобоҙ байый, шатлыҡ һәм мәғәнә менән тула.

2, 3. Йәһүә нисек кешеләргә ҡарата рыяһыҙ мөхәббәт күрһәткән?

2 Йәһүә кешеләрҙе яратыуын Әҙәм менән Һауаны барлыҡҡа килтергәнсе үк күрһәткән. Ул Ерҙе кешеләрҙең мәңгелек йорто — йәшәү өсөн көрәшер урын түгел, ә тормоштан кинәнер урын итеп барлыҡҡа килтергән. Йәһүә быны үҙе өсөн түгел, ә бары беҙҙең өсөн генә эшләгән. Ул шулай уҡ ерҙәге балаларына, үҙе алдан әҙерләгән ожмахта мәңге йәшәргә өмөт биреп, рыяһыҙ мөхәббәт күрһәткән.

3 Әҙәм менән Һауа фетнә күтәргәс, Йәһүә иҫ киткес итеп рыяһыҙ мөхәббәт күрһәткән. Йәһүә был ике фетнәсенең ҡайһы бер тоҡомдары уның мөхәббәте өсөн рәхмәтле буласағына һис тә шикләнмәгән, шуға күрә уларҙы гонаһ һәм үлем ҡоллоғонан йолоп алыр өсөн саралар күргән (Баш. 3:15; 1 Яхъя 4:10). Ҡотҡарыусыны ебәрергә вәғәҙә биргән ваҡыттан алып Йәһүә йоломдо инде түләнгән тип һанаған. 4 000 йыл тирәһе үткәндән һуң, Йәһүә, кешеләр өсөн үҙенең берҙән-бер Улын биреп, бик ҙур хаҡ түләгән (Яхъя 3:16). Беҙ Йәһүәнең рыяһыҙ мөхәббәте өсөн бик рәхмәтлебеҙ!

4. Камил булмаған кешеләрҙең рыяһыҙ мөхәббәт күрһәтергә һәләтле булыуы нимәнән күренә?

4 Беҙ, Аллаға оҡшаш итеп барлыҡҡа килтерелгәнгә күрә, рыяһыҙ мөхәббәт күрһәтергә һәләтле. Мираҫ итеп алынған гонаһ арҡаһында беҙгә мөхәббәт сағылдырыуы ауыр, шулай ҙа беҙ был һәләтте бөтөнләйгә юғалтмағанбыҙ. Һабил, рыяһыҙ рәүештә үҙендә булғандың иң яҡшыһын ҡорбан итеп, Алланы яратыуын күрһәткән (Баш. 4:3, 4). Шундай уҡ мөхәббәт сағылдырып, Нух тиҫтәләгән йылдар буйына замандаштарына, улар ҡолаҡ һалмаһа ла, Алланан хәбәр вәғәзләгән (2 Пет. 2:5). Ибраһим, улы Исхаҡты ҡорбан итеп килтерергә әҙер булып, Аллаға ҡарата мөхәббәтен башҡа хистәренән өҫтөнөрәк ҡуйған (Яҡ. 2:21). Был тоғро ир-аттар кеүек, беҙ ҙә, ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, мөхәббәт сағылдырырға теләйбеҙ.

ЫСЫН ҺӘМ ЯҺАЛМА МӨХӘББӘТ

5. Беҙ нисек ысын мөхәббәт сағылдыра алабыҙ?

5 Нимә ул ысын мөхәббәт? Изге Яҙма беҙҙе «һүҙ һәм тел менән түгел, эштәребеҙ менән ихлас ярат[ырға]» өндәй (1 Яхъя 3:18). Был, яратыуыбыҙҙы һүҙҙәр менән күрһәтеү дөрөҫ түгел, тигәнде аңлатамы? Һис тә юҡ! (1 Фес. 4:18) Әммә мөхәббәт һүҙҙәр менән генә сикләнмәй һәм, бигерәк тә ғәмәли ярҙам талап ителгән шарттарҙа, эштәрҙә сағыла. Мәҫәлән, мохтажлыҡ кисергән ҡәрҙәшкә яҡшы һүҙҙәребеҙ генә ярҙам итмәҫ (Яҡ. 2:15, 16). Шуның шикелле, Йәһүәгә һәм кешеләргә ҡарата яратыу беҙҙе, Алланан ашлыҡ урырға эшселәр ебәреүен һорауҙан тыш, шулай уҡ тулы рәүештә вәғәз эшендә ҡатнашырға дәртләндерә (Матф. 9:38).

6, 7. а) «Эскерһеҙ мөхәббәт» ниндәй ул? б) Яһалма мөхәббәтте һүрәтләгән миҫалдар килтерегеҙ.

6 Илсе Яхъя яҙғанса, беҙгә башҡаларҙы «эштәребеҙ менән ихлас» яратырға кәрәк. Ә илсе Павел, мөхәббәтегеҙ «саф күңелдән» һәм «эскерһеҙ» булырға тейеш, тип яҙған (Рим. 12:9; 2 Кор. 6:6). Әгәр кеше, үҙенең ысынында ниндәй булғанын йәшереп, ике йөҙлө булһа, уның мөхәббәтен ысын тип атап булмай. Ә ике йөҙлө мөхәббәт буламы ни? Әлбиттә, юҡ. Эйе, ундай кешелә мөхәббәттең әҫәре лә юҡ.

7 Яһалма мөхәббәттең миҫалдарын ҡарап сығайыҡ. Эден баҡсаһында Шайтан Һауаның мәнфәғәтен ҡайғыртҡан булып ҡыланған, ләкин уның эштәрендә эгоизм һәм ике йөҙлөлөк сағылған (Баш. 3:4, 5). Дауыт менән Ахитафилдың дуҫлығы ысын булмай сыҡҡан. Ахитафил, үҙенә файҙа алыу мөмкинлеген абайлап, батшаға хыянат иткән (2 Сам. 15:31). Бөгөн мөртәттәр һәм йыйылышта бүленештәр тыуҙырырға тырышҡан башҡа кешеләр шулай уҡ эш итә. Улар, «ышандырырлыҡ һүҙҙәр һөйләп, ялағайланып», башҡаларҙы яратҡан булып ҡылана, әммә ысынында улар үҙ файҙаһын ғына ҡайғырта (Рим. 16:17, 18).

8. Беҙгә үҙ-үҙебеҙгә ниндәй һорауҙар бирергә кәрәк?

8 Ике йөҙлө кешенең башҡаларҙы яратҡан булып ҡыланыуы айырыуса ерәнгес, сөнки, шулай эшләп, ул фиҙаҡәр мөхәббәтте боҙоп күрһәтә. Ундай ике йөҙлө «мөхәббәт» сағылдырып, кешеләрҙе алдап булһа ла, Йәһүәне алдап булмай. Ғайса Мәсих, ике йөҙлөләр «ҡаты язаға» тарттырылыр, тигән (Матф. 24:51). Әлбиттә, Йәһүәнең хеҙмәтселәре ике йөҙлө мөхәббәт сағылдырырға һис тә теләмәй. Шуға күрә үҙ-үҙебеҙгә бындай һорауҙар биреү яҡшы булыр ине: мөхәббәтем һәр ваҡытта ла ысынмы? Ул эгоизм йә ялған менән ағыуланмағанмы? Әйҙәгеҙ, эскерһеҙ мөхәббәт сағылдырыуҙың туғыҙ ысулын ҡарап сығайыҡ.

«ЭШТӘРЕБЕҘ МЕНӘН ИХЛАС» ЯРАТЫУ

9. Ысын мөхәббәт беҙҙе нимәгә дәртләндерә?

9 Башҡалар күрмәгәндә лә игелек ҡылығыҙ. Ҡәрҙәштәребеҙгә ярҙам иткәндә, беҙ мөмкин булғанса быны «йәшерен», йәғни үҙебеҙгә иғтибар йәлеп итмәйенсә эшләргә тырышабыҙ. (Матфей 6:1—4-те уҡығыҙ.) Анания менән Сапфира иһә башҡаса эш иткән. Иғәнә биргәс, улар, үҙҙәренә иғтибар итеп, уның күләмен арттырып күрһәткән һәм ике йөҙлө булыуҙары өсөн язаһын күргән (Ғәм. 5:1—10). Ысын мөхәббәт беҙҙе, дан йә маҡтау көтмәйенсә, ҡәрҙәштәргә хеҙмәт итеүҙән шатлыҡ табырға дәртләндерә. Мәҫәлән, Етәксе кәңәшмәгә рухи аҙыҡ әҙерләргә ярҙам иткән ағай-ҡәрҙәштәр быны үҙ исемдәрен белдермәйенсә эшләй, үҙҙәренә дан эҙләмәй һәм башҡаларға ниндәй эш башҡарыуҙары хаҡында әйтмәй.

10. Беҙ нисек башҡаларға ихтирам күрһәтеүҙә беренсе була алабыҙ?

10 Башҡаларға ихтирам күрһәтеүҙә беренсе булығыҙ. (Римдарға 12:10-ды уҡығыҙ.) Ғайса, түбән эштәр башҡарып, башҡаларға хөрмәт күрһәтеүҙә яҡшы өлгө ҡалдырған (Яхъя 13:3—5, 12—15). Ундай баҫалҡылыҡ үҫтерер өсөн беҙгә, бәлки, күп көс һалырға тура килер. Хатта илселәр ҙә, изге рух алғансыға тиклем, Ғайсаның ни өсөн ҡайһы бер эштәр башҡарғанын аңлап бөтөрмәгән (Яхъя 13:7). Белемебеҙ, мөлкәтебеҙ йә Алла ойошмаһындағы хөрмәтле вазифаларыбыҙ арҡаһында үҙебеҙҙе башҡаларҙан яҡшыраҡ тип һанамаһаҡ, кешеләргә ихтирам күрһәтербеҙ (Рим. 12:3). Башҡалар берәй кешене маҡтағанда, хатта, мин дә шундай маҡтауға лайыҡмын йә уның уңышында минең өлөшөм дә бар, тип һанаһаҡ та, беҙ, көнләшер урынына, ул кеше өсөн шатланабыҙ.

11. Ни өсөн маҡтау һүҙҙәребеҙ эскерһеҙ булырға тейеш?

11 Ҡәрҙәштәрҙе ысын күңелдән маҡтағыҙ. Имандаштарҙы маҡтар өсөн һәр мөмкинлектән файҙаланығыҙ, сөнки ундай һүҙҙәр «яҡшылыҡ килтер[ә]» (Ефес. 4:29). Әммә маҡтау һүҙҙәребеҙ эскерһеҙ булырға тейеш. Юғиһә беҙ башҡаларға ярамһаҡланыр инек йәки кәрәк саҡта кәңәш биреү бурысыбыҙҙы үтәмәҫ инек (Ғиб. һүҙ. 29:5). Берәйһен маҡтап, һуңынан үҙе булмағанда уны тәнҡитләү ике йөҙлөлөк булыр ине. Илсе Павел бер ҡасан да улай эшләмәгән. Уның башҡаларҙы нисек маҡтауынан ысын мөхәббәт күренгән. Мәҫәлән, Павел Коринфта йәшәгән мәсихселәрҙе эскерһеҙ маҡтаған (1 Кор. 11:2). Ләкин улар дөрөҫ эш итмәгәндә, Павел уларға был хаҡта асыҡтан-асыҡ, әммә игелекле итеп әйткән (1 Кор. 11:20—22).

Мохтажлыҡ кисергән ҡәрҙәштәргә ярҙам итеп, беҙ мөхәббәт һәм йомартлыҡ сағылдырабыҙ (12-се абзацты ҡарағыҙ.)

12. Ҡунаҡсыллыҡ күрһәткәндә, беҙ нисек ысын мөхәббәт сағылдыра алабыҙ?

12 Ҡунаҡсыл булығыҙ. Йәһүә беҙҙең ҡәрҙәштәргә ҡарата йомарт булыуыбыҙҙы теләй. (1 Яхъя 3:17-не уҡығыҙ.) Шул уҡ ваҡытта ниәттәребеҙ саф булырға һәм эгоизмдан алыҫ торорға тейеш. Үҙ-үҙебеҙҙән былай тип һорап була: мин күбеһенсә яҡын дуҫтарыма, күренекле мәсихселәргә йә игелегемә нимә менәндер ҡайтара алған кешеләргә генә ҡунаҡсыллыҡ күрһәтәмме? Йәки үҙемә яҡшы таныш булмаған йә игелегемә бер нәмә менән ҡайтара алмаған ҡәрҙәштәргә ҡарата йомартлыҡ күрһәтер өсөн мөмкинлек эҙләйемме? (Лука 14:12—14) Ә әгәр берәй мәсихсе алдан яҡшы итеп планлаштырмағанға мохтажлыҡҡа төшһә йә ҡунаҡсыллығыбыҙ өсөн рәхмәт тә әйтмәһә, үҙебеҙҙе нисек тоторға? Ундай осраҡтарҙа Изге Яҙмалағы бындай кәңәшкә ҡолаҡ һалырға кәрәк: «Бер-берегеҙгә аһ-зарһыҙ ҡунаҡсыл булығыҙ» (1 Пет. 4:9). Шулай эшләһәгеҙ, дөрөҫ ниәттәрҙән сығып ярҙам итеү килтергән шатлыҡ кисерерһегеҙ (Ғәм. 20:35).

13. а) Ниндәй осраҡта хәлһеҙҙәргә ярҙам итеү айырыуса ауыр булырға мөмкин? б) Хәлһеҙҙәрҙе нисек нығытып була?

13 Хәлһеҙҙәрҙе нығытығыҙ. Изге Яҙмалағы «хәлһеҙҙәргә таяныс булығыҙ, бөтөнөһөнә ҡарата ла сабырлыҡ һаҡлағыҙ» тигән күрһәтмә мөхәббәтебеҙҙең ысынмы, юҡмы икәнен асыҡларға мөмкин (1 Фес. 5:14). Рухи яҡтан көсһөҙ булғандарҙың күбеһе ваҡыт уҙыу менән иманда нығынһа ла, ҡайһы берәүҙәргә артабан да түҙемлек менән ярҙам итергә кәрәк. Мәҫәлән, улар менән Изге Яҙманан дәртләндергес фекерҙәр менән бүлешергә, уларҙы вәғәзгә саҡырырға йәки иғтибар менән тыңларға була. Шул уҡ ваҡытта ҡәрҙәштәрҙе «көслөләргә» һәм «хәлһеҙҙәргә» бүлергә кәрәкмәй, сөнки һәр кешенең үҙенең көслө һәм көсһөҙ яҡтары бар. Хатта илсе Павел да көсһөҙ яҡтары булғанын таныған (2 Кор. 12:9, 10). Шунлыҡтан беҙ барыбыҙ ҙа имандаштарҙың ярҙамына мохтаж.

14. Ҡәрҙәштәр менән татыулыҡ һаҡлар өсөн беҙ нимәгә әҙер булырға тейеш?

14 Татыулыҡҡа ынтылығыҙ. Беҙ ҡәрҙәштәр менән татыулыҡ һаҡлар өсөн көсөбөҙҙән килгәндең барыһын да эшләйбеҙ. Һәм хатта берәйһе беҙҙе дөрөҫ аңламай йә беҙҙең менән ғәҙелһеҙ мөғәмәлә итә кеүек тойолған саҡтарҙа ла татыулыҡҡа ынтылабыҙ. (Римдарға 12:17, 18-ҙе уҡығыҙ.) Берәйһен рәнйетһәк, ғәфү үтенеүебеҙ уның күңел әрнеүен баҫырға мөмкин, әммә беҙ ысын күңелдән ғәфү үтенергә тейеш. Мәҫәлән, «шулай килеп сығыуы бик йәл» тип кенә әйтер урынға, һеҙ, тыуған хәлдә ғәйебегеҙ барлығын танып, «һүҙҙәрем менән һине рәнйеткәнем өсөн ғәфү ит» тип әйтә алаһығыҙ. Татыулыҡ никахта айырыуса мөһим. Ир менән ҡатын, кешеләр алдында бәхетле пар булып ҡыланып, бер үҙҙәре ҡалғанда бер-береһе менән һөйләшмәй йөрөргә йә тупаҫ һүҙҙәр әйтергә һәм көс ҡулланырға тейеш түгел.

15. Ысын йөрәктән кисергәнебеҙҙе нисек күрһәтеп була?

15 Ысын йөрәктән кисерегеҙ. Беҙҙе берәйһе рәнйетһә, беҙ ул кешене кисерәбеҙ һәм үпкә тотмайбыҙ. Бер-беребеҙҙе «мөхәббәт менән кисере[п]» һәм «рух биргән берҙәмлекте именлек бәйләнештәре менән нығытып», беҙ хатта үҙебеҙҙе рәнйеткәнен аңламай ҡалған кешеләрҙе лә ғәфү итәбеҙ (Ефес. 4:2, 3). Мөхәббәт «яуызлыҡ тотмай», шунлыҡтан, ысын йөрәктән кисерер өсөн, булған хәл тураһында ҡат-ҡат уйларға кәрәкмәй (1 Кор. 13:4, 5). Үпкә һаҡлап, беҙ ҡәрҙәштәр менән мөнәсәбәттәрҙән тыш, шулай уҡ Йәһүә менән мөнәсәбәттәребеҙҙе лә ҡурҡыныс аҫтына ҡуябыҙ (Матф. 6:14, 15). Үҙебеҙгә ҡаршы гонаһ ҡылыусылар өсөн доға ҡылһаҡ, ысын йөрәктән кисергәнебеҙҙе күрһәтербеҙ (Лука 6:27, 28).

16. Беҙ изге хеҙмәттә алған вазифаларыбыҙға нисек ҡарарға тейеш?

16 Үҙ мәнфәғәтегеҙҙе ҡорбан итергә әҙер булығыҙ. Изге хеҙмәттә хөрмәтле вазифалар алһаҡ, беҙ, үҙебеҙгә «файҙа булғанды түгел, ә башҡаға файҙалыны» эҙләп, вазифаларға ҡәрҙәштәребеҙгә эскерһеҙ мөхәббәт күрһәтергә мөмкинлек тип ҡарарға тейеш (1 Кор. 10:24). Мәҫәлән, конгрестарҙа хеҙмәт күрһәтеүселәр залға башҡа кешеләр өсөн ишек асылғансы уҡ инә. Был ағай-ҡәрҙәштәр, үҙ вазифаһын үҙҙәре һәм ғаиләләре өсөн яҡшыраҡ урындар алып ҡуйыр өсөн мөмкинлек итеп ҡулланыр урынға, йыш ҡына ундай урындарҙы башҡаларға ҡалдыра. Үҙ мәнфәғәттәрен башҡалар өсөн ҡорбан итеп, улар рыяһыҙ мөхәббәт сағылдыра. Беҙ уларҙан өлгө ала алабыҙмы?

17. Ысын мөхәббәт етди гонаһ ҡылған кешене нимә эшләргә дәртләндерер?

17 Йәшерен гонаһтарығыҙҙы танығыҙ һәм уларҙы бүтән ҡылмағыҙ. Ҡайһы бер мәсихселәр, оялып йә башҡаларҙың өмөттәрен аҡламауҙан ҡурҡып, етди гонаһ ҡылғандарын йәшерергә тырыша (Ғиб. һүҙ. 28:13). Ләкин ундай тәртиптең мөхәббәт менән бер ниндәй уртаҡлығы ла юҡ, сөнки гонаһ ҡылыусының үҙенә лә, башҡаларға ла зыян килтерә. Бының арҡаһында бөтөн йыйылыш Алла рухынан мәхрүм ҡалырға һәм татыулыҡ юғалтырға мөмкин (Ефес. 4:30). Ысын мөхәббәт етди гонаһ ҡылған мәсихселәрҙе ярҙам һорап өлкәндәргә мөрәжәғәт итергә дәртләндерер (Яҡ. 5:14, 15).

18. Ысын мөхәббәт ни тиклем мөһим?

18 Мөхәббәт бөтә сифаттарҙан да бөйөгөрәк (1 Кор. 13:13). Мөхәббәт сағылдырып, беҙ Мәсих артынан эйәреүебеҙҙе һәм мөхәббәттең сығанағы Йәһүәнән өлгө алыуыбыҙҙы күрһәтәбеҙ (Ефес. 5:1, 2). Павел: «Мөхәббәтем юҡ икән, мин бер ни ҙә түгел», — тип яҙған (1 Кор. 13:2). Әйҙәгеҙ, артабан да «һүҙ һәм тел менән түгел», ә «эштәребеҙ менән ихлас яратайыҡ»!