Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

ИМАНДАРЫН ӨЛГӨ ИТЕП АЛЫҒЫҘ | САРА

Алла уны «батша ҡыҙы» тип атаған

Алла уны «батша ҡыҙы» тип атаған

САРА эшенән айырылып офоҡҡа күҙ һалды. Ул ҡулдарына ял бирмәй көнө буйы эшләне. Уның аҡыллы етәкселеге аҫтында хеҙмәтселәре лә шатлыҡ менән үҙ эштәрен башҡарҙы. Арыған ҡулдарын ыуғылап, Сараның үҙ уйҙарына сумып торғанын күҙ алдына килтерегеҙ. Бәлки, ул үҙҙәренә йорт хеҙмәтен үтәгән сатырҙың тишелгән урынын ямағандыр. Кәзә йөнөнән туҡылған ҡояштан ашалып, ямғырҙан уңып бөткән был тупаҫ туҡыма уға ире менән инде күпме йылдар күсмә тормош алып барыуҙары хаҡында хәтеренә төшөрҙө. Байып барған ҡояш нурҙарында тирә-яҡ алтын төҫкә мансылды. Иртә таңдан ул ире Ибраһимды a юлға оҙатҡайны. Хәҙер уның ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтөп, ҡабат-ҡабат алыҫҡа күҙ төбәй. Яҡындағы ҡалҡыулыҡ түбәһендә таныш һын күренеү менән, Сараның һылыу йөҙөндә йылмайыу балҡый.

Ибраһимдың бөтә ғаиләһе һәм хеҙмәтселәре менән Евфрат йылғаһы аръяғына сығып, Ҡынаан еренә килгәненә инде 10 йыл үтеп тә киткән. Билдәһеҙлеккә алып барыусы ошо оҙайлы юл дауамында Сара иренә ышаныслы ярҙамсы булып торған, сөнки уның Йәһүә ниәтендә мөһим роль уйнаясағын белгән: Ибраһим аша махсус тоҡом һәм бөйөк халыҡ барлыҡҡа килергә тейеш булған. Әммә был ниәттең үтәлеүендә Сараға ниндәй урын бирелгән? Ул ғүмер буйы түлһеҙ булды, һәм хәҙер инде уға 75 йәш. Бәлки, Сара аптырап: «Минең кеүек ҡатын менән, Йәһүәнең Ибраһимға биргән вәғәҙәһе нисек үтәлһен инде?» — тип уйлағандыр. Уның борсолған һәм ваҡыт-ваҡыт сабырлығын юғалтҡан саҡтары ла булғандыр. Әлбиттә, уны аңларға була.

Ҡайһы саҡта беҙ ҙә, Йәһүәнең вәғәҙәләре ҡасан үтәлер инде, тип сабырһыҙланырға мөмкин. Нимәнелер зарығып көткәндә, сабырлыҡ һаҡлау айырыуса ауыр. Был иҫ киткес ҡатындың иманынан беҙ нимәгә өйрәнә алабыҙ?

«РАББЫ МИҢӘ БАЛА БИРМӘНЕ ИНДЕ»

Ибраһим менән Сара яңы ғына Мысырҙан әйләнеп ҡайтҡан (Башланмыш 13:1—4). Улар ҡынаандар Луз тип атаған Бейт-Илдән көнсығышта таулы урында лагерь ҡороп урынлашҡан. Ошо ҡалҡыу урындан ул вәғәҙә ителгән ерҙең гүзәллеген күҙәткәндер. Бынан Ҡынаан кешеләре йәшәгән урындар һәм алыҫ илдәргә алып барыусы сауҙа юлдары күренеп ятҡан. Был күренеш Сара өсөн бөтөнләй ят булған. Ул бынан 1900 километр алыҫлыҡта Месопотамияла урынлашҡан Ур ҡалаһында тыуып үҫкән. Уға күп һанлы туған-тыумасаһын, гөрләп сәскә атҡан ҡаланың уңайлыҡтарын, шул иҫәптән баҙарҙар һәм кибеттәрҙе, ныҡлы түбәһе һәм стеналары булған, хатта, бәлки, һыу үткәрелгән йәмле йортон ҡалдырырға тура килгән! Әммә һеҙ, Сара Урҙағы элекке уңайлы тормошон һағынып бойоҡҡан, тип уйлаһағыҙ, тимәк һеҙ был ҡатынды яҡшы белмәйһегеҙ.

Был ваҡиғаларҙан 2000 йыл тирәһе үткәс, илсе Павелдың Алла тарафынан рухландырылып яҙған һүҙҙәренә иғтибар итегеҙ. Ибраһим менән Сараның иманы тураһында ул былай тигән: «Әгәр улар уйҙарында үҙҙәре ҡалдырып киткән төйәген йөрөтһә, кире ҡайтыу мөмкинлеген дә табырҙар ине» (Еврейҙарға 11:8, 11, 15). Сара ла, Ибраһим да Урға кире ҡайтыу хаҡында фекер йөрөтмәгән. Улар шундай уйҙарға бирелгән булһа, кире ҡайтыу юлын табыр ине. Ләкин ҡайтҡан булһалар, улар Йәһүә ниәтенең үтәлеүендә уникаль ҡатнашыу мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырыр ине. Миллионлаған кешене дәртләндергән иман өлгөһө булыу урынына, уларҙың исемдәре кешелек тарихында юғалып ҡалыр ине.

Үткәндәр хаҡында уйлау урынына Сара киләсәккә ҡарап йәшәгән. Бөтә мал-мөлкәте менән урындан-урынға күсеп йөрөгән саҡтарында Сара иренә ышаныслы ярҙамсы булған. Ул Ибраһимға сатырҙы һүтергә һәм күсеп килгән урында яңынан ҡорорға, әйберҙәрҙе йыйырға һәм яңы ерҙә үҙ урындарына урынлаштырырға ярҙам иткән. Әммә был ауырлыҡтарҙың бер генә өлөшө булған. Күпмелер ваҡыт үткәс, Йәһүә Ибраһимға биргән вәғәҙәһен яңынан ҡабатлаған, әммә был юлы ла Сара тураһында бер һүҙ ҙә әйтелмәгән! (Башланмыш 13:14—17; 15:5—7)

Уйланып йөрөй торғас, Сараның башына бер уй килә, һәм ул Ибраһим менән һөйләшергә була. Ул: «Раббы миңә бала бирмәне инде», — тип һүҙ башлай. Ошо мәлдә Сараның йөҙөндә сағылған бер-береһенә ҡапма-ҡаршы хистәрҙе күҙ алдына килтерегеҙ. Ул, Ибраһимды атай итер өсөн, уның хеҙмәтсе ҡыҙ Хәжәр менән ятыуын һорай. Был һүҙҙәрҙе әйтеү Сараға бик ауыр булғандыр! Бөгөн ундай үтенес сәйер булып тойола, әммә Изге Яҙма яҙылған осорҙа ир кешенең үҙ нәҫелен дауам итер өсөн икенсе ҡатын йә йәриә алыуы ғәҙәти хәл булған b. Бәлки, Сара, Йәһүәнең Ибраһимдан айырым бер халыҡ барлыҡҡа килтереү ниәте шул рәүешле үтәлер, тип уйлағандыр. Эйе, Сара ошо ҙур ҡорбанға әҙер була. Ибраһим был үтенескә нисек ҡарай? Изге Яҙмала, Ибраһим Сараның «һүҙен тыңланы», тип әйтелә (Башланмыш 16:1—3).

Иренә был тәҡдимде яһарға Сараны Йәһүә дәртләндергәнме? Изге Яҙмала улай тип әйтелмәй. Киреһенсә, уның тәҡдиме кешеләргә хас булған фекер йөрөтөүҙе сағылдыра. Алла үҙенә бала бирмәгәс, ул, башҡа юл юҡ, тип уйлағандыр. Һуңынан был ҡарар Сараға тағы ла күберәк һыҙланыу һәм ғазаптар килтергән. Шулай ҙа был ҡарар уның фиҙаҡәр булыуын күрһәтә. Тик үҙе тураһында ғына уйлаған кешеләр менән тулы был донъяла Сараның миҫалы беҙҙе таң ҡалдырмаймы? Әгәр Алланың ихтыярын үтәр өсөн, үҙ мәнфәғәттәребеҙҙе ҡорбан итергә әҙер булһаҡ, беҙ ҙә Сараның иманын өлгө итеп алырбыҙ.

«ЮҠ, ҺИН КӨЛДӨҢ»

Тиҙҙән Хәжәр ауырға ҡала. Бәлки, ул, ауырлы булыуым Саранан өҫтөнлөк бирә, тип уйлайҙыр, шуға ла хужабикәһен һанға һуҡмай башлай. Бала таба алмаған Сараға быны кисереү бик ауырҙыр! Ибраһимдан ризалыҡ алып, Сара Хәжәргә яза бирә. Ниндәй яза икәне хаҡында Изге Яҙмала әйтелмәй, әммә Алла Сараны бының өсөн хөкөм итмәгән. Хәжәрҙең Исмәғил исемле улы тыуа (Башланмыш 16:4—9, 16). Йылдар үтә. Сараға 89, ә Ибраһимға 99 йәш булғанда, улар Йәһүәнән тағы ла хәбәр ала. Ишеткәндәре уларҙы таң ҡалдыра!

Йәһүә дуҫы Ибраһимды, нәҫелеңде иҫәпһеҙ-һанһыҙ итермен, тип ҡабат ышандыра. Алла шулай уҡ уның исемен үҙгәртә. Быға тиклем ул Ибрам булған. Әммә Йәһүә уға Ибраһим тигән исем бирә, был «күп халыҡтарҙың атаһы» тигәнде аңлата. Һәм, бына, Алла беренсе тапҡыр Сараны иҫкә ала. Ул уның Сарай исемен (бәлки, «мыжыҡ» тигәнде аңлаталыр) Сараға алмаштыра. Был яңы исем ниндәй мәғәнә йөрөтә? «Батша ҡыҙы»! Йәһүә Ибраһимға был тоғро ҡатынға ни өсөн шундай исем биргәнен аңлатып: «Мин уға фатиха ҡылам һәм һиңә улан бирәм, Саранан донъяға киләсәк ул. Фатихамды бирәм Мин уға: унан тыуыр, таралырҙар донъялағы тотош халыҡтар, нәҫеленән булыр батшалар», — тип әйтә (Башланмыш 17:5, 15, 16).

Йәһүә тарафынан вәғәҙә ителгән һәм бөтә халыҡтарға фатиха килтерәсәк тоҡом Сараның улынан барлыҡҡа киләсәк! Алла Сараның улына Исхаҡ тигән исем бирергә ҡуша. Был исем «көлөү» тигәнде аңлата. Ибраһим Сараның балаға уҙасағы хаҡында ишеткәс, йөҙ түбән ергә ҡапланып, эстән генә көлөмһөрәп ҡуя (Башланмыш 17:17). Уның шатлығының сиге булмай (Римдарға 4:19, 20). Ә Сара был яңылыҡты нисек ҡабул итер?

Тиҙҙән Ибраһимдың сатыры янына таныш булмаған өс ир килә. Көндөң иң эҫе мәле булыуына ҡарамаҫтан, өлкән йәштәге Сара менән Ибраһим көтөлмәгән ҡунаҡтарҙы ҡабул итергә ашыға. Ибраһим Сараға: «Өс ҡаҙаҡ иң яҡшы ондан тиҙ генә ҡамыр баҫ та сөсө икмәк бешер», — ти. Ул ваҡыттарҙа ҡунаҡ ҡабул итеү күп мәшәҡәттәр менән бәйле булған. Әммә Ибраһим бөтә эште ҡатынына ғына йөкмәтмәй. Ул көтөүгә йүгереп барып, көр башмаҡты һайлап, уны әҙерләргә ҡуша, шулай уҡ башҡа ризыҡтар менән эсемлек тә килтерергә ҡуша (Башланмыш 18:1—8). Һуңыраҡ был ҡунаҡтарҙың фәрештәләр булғаны асыҡлана! Илсе Павел: «Ҡунаҡсыллыҡ күрһәтергә онотмағыҙ, сөнки шулай эшләп, ҡайһы берәүҙәр был турала үҙҙәре лә белмәйенсә, үҙҙәрендә фәрештәләрҙе ҡабул иткәндәр», — тип әйткәндә, күрәһең, тап ошо ваҡиғаны күҙ уңында тотҡан (Еврейҙарға 13:2). Һеҙ Ибраһим менән Сара ҡалдырған иҫ киткес ҡунаҡсыллыҡ миҫалынан өлгө алырһығыҙмы?

Сара ҡунаҡсыл булған

Фәрештәләрҙең береһе Ибраһимға, Сара ул тыуҙырасаҡ, тип Йәһүәнең вәғәҙәһен ҡабатлағанда, Сара сатырҙа була. Әммә уға барыһы ла яҡшы ишетелә. Ошо йәшкә етеп тә бала тыуҙырыу тураһында фекер уға бөтөнләй тормошҡа ашмаҫлыҡ булып күренә, ул хатта, эстән генә көлөп, былай ти: «Ошо йәшемдә бындай һөйөнөскә ирешә буламмы? Етмәһә, ирем дә ҡарт». Фәрештә: «Раббының ҡөҙрәтенән килмәҫ эш бармы?» — тип Сараны шелтәләп ҡуя. Сара ҡурҡып китә, һәм уның хистәрен аңлап була. Ул: «Мин көлмәнем», — тип аҡлана. Ләкин фәрештә: «Юҡ, һин көлдөң», — ти (Башланмыш 18:9—15).

Сара Йәһүәгә ышанмағанға күрә көлгән, тип әйтеп буламы? Юҡ. Изге Яҙмала: «Ауырға ҡала алмаған Сара ла иманы аша бала табырлыҡ көскә эйә була һәм, өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, бала таба, сөнки Алла тарафынан бирелгән вәғәҙәнең тоғролоғона ышана», — тиелә (Еврейҙарға 11:11). Сара Йәһүәне яҡшы белгән, ул уның һәр ҡайһы вәғәҙәһен үтәй алғанына инанған. Беҙҙең кемебеҙ шундай уҡ иманға эйә булырға теләмәҫ ине? Бының өсөн беҙгә Изге Яҙма ярҙамында Йәһүәне яҡшыраҡ белергә кәрәк. Шул саҡта беҙ Сараның иманы нигеҙһеҙ булмағанын күрербеҙ. Йәһүә ысындан да тоғро Алла, ул үҙенең вәғәҙәләрен һәр ваҡыт үтәй. Ул быны беҙ һис тә көтмәгәнсә эшләй ала. Бының арҡаһында беҙ хатта ғәжәпләнеп көлөргә лә мөмкин!

«САРА НИМӘ ӘЙТҺӘ, ШУНЫ ТЫҢЛА»

Йәһүә Сараны иманы өсөн бүләкләгән

Ниһайәт, 90 йәшкә еткәндә, Сараның хыялы тормошҡа аша. Ул 100 йәшлек ҡәҙерле Ибраһимына ир бала таба! Ибраһим, Алла ҡушҡанса, малайға Исхаҡ тигән исем бирә. Был исем «көлөү» тигәнде аңлата. Күҙ алдына килтерегеҙ, бала табыуҙан йонсоған, әммә бәхетле Сара шат йылмайып: «Быны ишеткән һәр кеше минең менән бергә шатланыр инде», — ти (Башланмыш 21:6). Йәһүәнең был ғәжәп бүләге һис шикһеҙ ғүмеренең аҙағына тиклем уға йыуаныс була. Ләкин шатлыҡ менән бергә уға яуаплылыҡ та өҫтәлә.

Исхаҡҡа 5 йәш тулғас, Сара уны имсәктән айыра. Был ваҡиға айҡанлы ғаилә ҙур байрам ойоштора. Әммә Сараның байрам кәйефе оҙаҡҡа бармай. Ул Хәжәрҙең улы, 19 йәшлек Исмәғил бәләкәй Исхаҡтан «көлгәнен күр[ә]». Был шаяртыу ғына булмай. Илсе Павел һуңынан Алла тарафынан рухландырылып Исмәғилдең был тәртибен «эҙәрлекләү» тип атай. Сара улына етди ҡурҡыныс янай икәнен аңлай. Был аҡыллы ҡатын Исхаҡ уның улы ғына түгел, ә Йәһүә ниәтендә мөһим роль уйнаясаҡ шәхес тә икәнен яҡшы белә. Шуға күрә Сара, ҡыйыулығын туплап, Ибраһим менән асыҡтан-асыҡ һөйләшергә була. Ул иренән Хәжәр менән Исмәғилде сығарып ебәреүен һорай (Башланмыш 21:8—10; Галаттарға 4:22, 23, 29).

Ибраһим быға нисек ҡарай? Тәүратта: «Ибраһимға был һүҙҙәрҙе ишетеү бик ҡыйын булды», — тиелә. Ул Исмәғилде лә бик яратҡан, шуға күрә килеп тыуған хәлгә дөрөҫ ҡарарға уға аталыҡ хистәре ҡамасаулаған. Ләкин Йәһүә хәлдең асылын күргән һәм Ибраһимға бындай йүнәлеш биргән: «Улың тураһында ла, хеҙмәтсе ҡатының тураһында ла ҡайғырма. Сара нимә әйтһә, шуны тыңла, һинең нәҫелең Исхаҡтан тараласаҡ». Йәһүә Ибраһимды Хәжәр һәм уның улы хаҡында ҡайғыртасағына ышандырған. Тоғро Ибраһим Алла һүҙенә буйһонған (Башланмыш 21:11—14).

Сара Ибраһим өсөн яҡшы ҡатын, тоғро ярҙамсы булған. Аҡыллы ҡатын иренә ул ишетергә теләгәнде генә әйтмәй. Ғаиләнең именлегенә һәм киләсәгенә янаған проблема тыуғас, Сара ла иренә үҙ фекерен асыҡтан-асыҡ әйткән. Ләкин уның тура һүҙлелеген хөрмәт күрһәтмәү менән бутарға ярамай. Быуаттар үткәс, үҙе лә никахта булған илсе Петр Сараны ирен тәрән хөрмәт иткән ҡатын булараҡ мәсихсе ҡатындарға өлгө итеп ҡуйған (1 Коринфтарға 9:5; 1 Петр 3:5, 6). Ысынында, Сара юғарыла иҫкә алынған проблема тураһында иренә әйтмәһә, был үҙе хөрмәт күрһәтмәү булыр ине, сөнки ул саҡта Ибраһим да, бөтә ғаиләһе лә зыян күрер ине. Сара, яратыу сағылдырып, әйтергә тейешле хәбәрҙе еткергән.

Сараның үрнәге күп ҡатындарҙы дәртләндерә. Уның миҫалынан ҡатындар ирҙәре менән хөрмәт сағылдырып һәм асыҡ итеп аралашырға өйрәнә. Ҡайһы бер ҡатындар ҙа ваҡыт-ваҡыт Сара осрағындағы кеүек, Йәһүәнең үҙ ирҙәренә туранан-тура: «Ҡатыныңды тыңла», — тип әйтеүен теләйҙер. Хатта шундай осраҡтарҙа ла улар Сара ҡалдырған иҫ киткес иман, яратыу һәм сабырлыҡ үрнәгенә эйәрә.

Был ғәжәп ҡатынды Йәһүә үҙе «батша ҡыҙы» тип атаған булһа ла, ул үҙен әллә кемгә ҡуймаған

Был ғәжәп ҡатынды Йәһүә үҙе «батша ҡыҙы» тип атаған булһа ла, ул үҙен әллә кемгә ҡуймаған. 127 йәшендә Сара үлгәндә, Ибраһимдың һыҡтап илауына бер ҙә аптырарлыҡ түгел c (Башланмыш 23:1—3). Ул үҙенең яратҡан ҡатынын юҡһынып һағынған. Һис шикһеҙ, Йәһүә Алла ла был тоғро ҡатынды юҡһына, һәм ул киләсәктә уны ерҙәге ожмахта терелтергә йыйына. Уны һәм уның иманын өлгө итеп алған һәр кешене мәңгелек фатихалар көтә (Яхъя 5:28, 29).

a Башта уларҙың исемдәре Ибрам һәм Сарай булған. Әммә һуңынан Алла уларҙың исемдәрен үҙгәрткән. Уңайлы булһын өсөн, беҙ уларҙы шул исемдәр менән атарбыҙ.

b Боронғо заманда Йәһүә ир кешегә бер нисә ҡатын йә йәриә алырға рөхсәт иткән. Әммә һуңынан Алла Ғайса аша Эденда ғәмәлгә индергән никахҡа ҡағылышлы талапты — бер никахлылыҡты тергеҙгән (Башланмыш 2:24; Матфей 19:3—9).

c Изге Яҙмала иҫкә алынған ҡатындар араһынан тик Сараның ғына нисә йәштә үлгәне күрһәтелә.