Изге Яҙмала нимә әйтелә?
Ерҙә берәй ҡасан тыныслыҡ булырмы?
Һеҙ нисек яуап бирер инегеҙ?
Эйе
Юҡ
Бәлки
Изге Яҙмала нимә әйтелә?
Ғайса Мәсих идаралығы аҫтында ерҙә «ай юҡ булғансыға тиклем» — мәңге — «бөтә ер йөҙөндә тыныслыҡ хөкөм һөрөр» (Зәбур 72:7).
Изге Яҙманан тағы нимә белеп була?
Яуыз кешеләр юҡ ителәсәк, яҡшы кешеләр «сикһеҙ тыныслыҡтан ҙур рәхәтлек табасаҡ» (Зәбур 37:10, 11).
Алла ерҙәге бөтә һуғыштарҙы бөтөрәсәк (Зәбур 46:8, 9).
Күңел тыныслығына инде хәҙер эйә булырға мөмкинме?
Ҡайһы берәүҙәр уйлауынса, ғазаптар һәм ғәҙелһеҙлек тулы донъяла күңел тыныслығына ирешеп булмай. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
Изге Яҙмала нимә әйтелә?
Хатта бөгөнгө көндә лә Алланың дуҫтары «һәр аҡылдан юғарыраҡ булған Алла именлеге[нә]» эйә була ала (Филиптарға 4:6, 7).
Изге Яҙманан тағы нимә белеп була?
Алла бөтә ғазаптарҙы һәм ғәҙелһеҙлекте бөтөрөргә һәм «бар нәмәне лә яңы итеп яһа[рға]» вәғәҙә итә (Асылыш 21:4, 5).
Күңел тыныслығына эйә булыр өсөн, Алла тураһында белем алырға кәрәк (Матфей 5:3).