Беҙ һуғыштарҙы бөтөрә алабыҙмы?
Һуғыштарҙың сәбәбе төрлө була ала. Кемдер сәйәси, иҡтисади йә социаль үҙгәрештәр хаҡына көрәшә. Ә кемдер яңы ерҙәрҙе яулап алырға һәм ундағы тәбиғәт ресурстарын контроль аҫтында тоторға тырыша. Шулай уҡ күп кенә конфликттарҙың тамырында күп йылдарға һуҙылған этник һәм дини ҡаршылыҡтар ята. Һуғыштарҙы туҡтатыр өсөн һәм тыныслыҡ урынлаштырыр өсөн күпме тырышлыҡ һалына? Был тырышлыҡтар уңыш килтерәме?
Drazen_/E+ via Getty Images
ХӨКҮМӘТТӘРҘЕҢ ИҠТИСАДИ ХӘЛДЕ ЯҠШЫРТЫРҒА ТЫРЫШЫУЫ
Маҡсат. Кешеләрҙең йәшәү сифатын яҡшыртып иҡтисади тигеҙһеҙлекте кәметеү йә хатта уны бөтөрөү, сөнки ундай тигеҙһеҙлек йыш ҡына хәрби конфликттарҙың сәбәбе булып тора.
Ни өсөн быға ирешеү ауыр? Хөкүмәттәргә аҡсаны тәү сиратта нимәгә сарыф итеүҙәре тураһында уйланырға һәм был йәһәттән үҙгәрештәр яһарға кәрәк. 2022 йылда тыныслыҡ урынлаштырыуға һәм уны һаҡлауға, дөйөм алғанда, 34,1 миллиард доллар аҡса сарыф ителгән. Әммә был шул уҡ осорҙа хәрби сығымдарға киткән аҡсаларҙың 0,4 процентын ғына тәшкил итә.
«Беҙ тыныслыҡ һаҡлауға һәм конфликттарҙы булдырмауға ҡарағанда, уларҙы яйға һалыуға күпкә күберәк аҡса һәм башҡа ресурстар сарыф итәбеҙ» (БМО-ның Генераль сәркәтибе Антониу Гутерриш).
Изге Яҙмала нимә әйтелә? Хөкүмәттәр һәм төрлө ойошмалар ярлыларға ярҙам итә ала. Әммә ярлылыҡты тулыһынса бөтөрөргә уларҙың көстәре етмәй (Ҡанун 15:11; Матфай 26:11).
ХӨКҮМӘТТӘРҘЕҢ КИЛЕШЕҮҘӘР ЯРҘАМЫНДА ТЫНЫСЛЫҠҠА ИРЕШЕРГӘ ТЫРЫШЫУЫ
Маҡсат. Ике яҡ өсөн яраҡлы булған шарттар нигеҙендә конфликттарҙың ҡубыуына юл ҡуймау йә уларҙы тыныс ҡына хәл итергә ярҙам иткән һөйләшеүҙәр алып барыу.
Ни өсөн быға ирешеү ауыр? Бер йә бер нисә яҡ һөйләшеүҙәр алып барыуҙан һәм юл ҡуйыуҙан баш тартырға йә тыныслыҡ килешеүенең шарттары менән ризалашмаҫҡа мөмкин. Ә инде ундай килешеү төҙөлһә лә, ул еңел генә боҙолорға мөмкин.
«Дипломатия ҡайһы саҡта теләгән һөҙөмтәләргә килтермәй. Тыныслыҡ килешеүҙәре ҡайһы ваҡыт шул тиклем ғәҙелһеҙ булырға мөмкин, улар хатта үҙҙәре киләсәктәге бәрелештәргә нигеҙ һала» (Реймонд Смит, интернет-баҫма American Diplomacy).
Изге Яҙмала нимә әйтелә? Алла һәр беребеҙҙең тыныслыҡҡа ынтылыуын теләй (Зәбур 33:15). Әммә бөгөн кешеләрҙең күбеһе «тәҡүәһеҙ... кеше менән һыйыша алма[й]... хыянатсыл» (2 Тимәтигә 3:1—4). Был һыҙаттар йәмғиәттә шул тиклем киң таралған, хатта сәйәси етәкселәрҙең ниәттәре яҡшы булһа ла, йыш ҡына уларҙың тырышлыҡтары уңышһыҙ булып сыға.
ХӨКҮМӘТТӘРҘЕҢ ҠОРАЛҺЫҘЛАНЫРҒА ТЫРЫШЫУЫ
Маҡсат. Ҡоралдарҙың төрлө төрҙәрен, айырыуса ядро ҡоралын, химик һәм биологик ҡоралдарҙы кәметеү һәм ахырҙа бөтөнләй юҡҡа сығарыу.
Ни өсөн быға ирешеү ауыр? Хөкүмәттәр, хакимлыҡты юғалтыуҙан һәм башҡа илдәрҙең һөжүм итеүенән ҡурҡҡанға, ҡоралһыҙланырға теләмәй. Хатта бөтә хөкүмәттәр ҡоралһыҙланһа ла, был һуғыштарҙың сәбәбен юҡ итмәҫ.
«Һалҡын һуғыштың аҙағында ҡоралһыҙланыуға ҡағылышлы күп кенә вәғәҙәләр үтәлмәй ҡалды. Уларҙың араһында хәрби бәрелештәр ҡубыуын кәметеү, халыҡ-ара көсөргәнешлекте әҙәйтеү һәм хәүефһеҙ донъяға илткән аҙымдар яһау буйынса саралар» (ҡоралһыҙланыу мәсьәләһе буйынса БМО Идаралығының доклады).
Изге Яҙмала нимә әйтелә? Кешеләргә «ҡылыстарынан төрән» ҡойорға, йәғни һуғыш ҡоралдарынан арынырға кәрәк (Ишағыя 2:4). Әммә һуғыштарҙы бөтөрөр өсөн, был ғына етерлек түгел, сөнки көс ҡулланыу кешеләрҙең йөрәгендә тамыр йәйгән нәфрәттән башлана (Матфай 15:19).
ХӨКҮМӘТТӘРҘЕҢ ҺУҒЫШТАРҒА ЮЛ ҠУЙМАҪ ӨСӨН АЛЬЯНСТАР БУЛДЫРЫУЫ
Маҡсат. Хөкүмәттәр, уларҙың береһенә кемдер һөжүм итһә, бер-береһен яҡларға һүҙ ҡуйыша. Һөжүм итергә йыйынған хөкүмәт, башҡа илдәрҙең берләшкән хәрби көстәре менән һуғышырға тура киләсәген аңлағанға, һуғыш башламаҫ, тип иҫәпләнә.
Ни өсөн быға ирешеү ауыр? Альянстар булдырыу тыныслыҡ һис шикһеҙ буласаҡ тигәнде аңлатмай. Хөкүмәттәр йыш ҡына килешеүҙәрен үтәмәй, шулай уҡ, һөжүм иткән илгә нисек ҡаршы торорға һәм яуап итеп ниндәй саралар күрергә кәрәклеге тураһында әйткәндә, улар бер фекергә килә алмай.
«Милләттәр Лигаһы Уставында ла, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Уставында ла илдәрҙең, берләшеп, бер-береһен яҡлау идеяһына ҙур әһәмиәт бирелде, әммә теге осраҡта ла, был осраҡта ла был идея уңышһыҙ булып сыҡты» (Британ энциклопедияһы).
Изге Яҙмала нимә әйтелә? Ғәҙәттә, кешеләрҙең бер-береһе менән хеҙмәттәшлек итеүе яҡшы емештәр килтерә (Вәғәзсе 4:12). Әммә, Изге Яҙманан белеүебеҙсә, кешеләр булдырған ойошмалар ер йөҙөндә ҡаҡшамаҫ тыныслыҡ урынлаштыра алмай. Унда былай тиелә: «Өмөт бағламағыҙ түрә-башлыҡтарға, ҡотолоу бирә алмаған кеше затына. Улар, йән биргәс, тупраҡҡа ҡайта, шул көндө үк ниәттәре юҡҡа сыға» (Зәбур 145:3, 4).
Тыныслыҡ хаҡына күп көс һалынһа ла, кешелек һаман да һуғыштарҙан ыҙалана.

