Уҡыусыларҙың һорауҙары
Ғибрәтле һүҙҙәр 30:18, 19-ҙа «ир-аттың ҡыҙ йөрәгенә юлы» «аңлап еткерә алмаған» нәмә тип әйтелә. Бында нимә тураһында һүҙ бара?
Ғибрәтле һүҙҙәр 30:18, 19-ҙағы һүҙҙәр күп кешеләрҙе, хатта белгестәрҙе лә ғәжәпләндерә. «Яңы донъя тәржемәһендә» был аяттар ошолай яңғырай: «Мин аңлап еткерә алмаған [йәки «минең өсөн бик ғәжәйеп», төшөрмә] өс нәмә һәм төшөнә алмаған дүрт нәмә бар: бөркөттөң күктәрҙәге юлы, йыландың ҡаялағы юлы, караптың асыҡ диңгеҙҙәге юлы һәм ир-аттың ҡыҙ йөрәгенә юлы».
Элек беҙ «ир-аттың ҡыҙ йөрәгенә юлы» тигән һүҙбәйләнеш кире мәғәнәгә эйә тип уйлай инек. Ни өсөн? Был өҙөккә тиклем һәм унан һуң ниндәйҙер насар нәмәләр тураһында әйтелә. Мәҫәлән, 15-се һәм 16-сы аяттарҙа «туйыу белмәҫлек» тураһында яҙылған, ә 20-се аятта «яман эш ҡылманым» тигән зинасы ҡатын тураһында һүҙ бара. Шунлыҡтан беҙ, күктәрҙәге бөркөт, ҡаялағы йылан, асыҡ диңгеҙҙәге карап эҙ ҡалдырмаған кеүек, ҡыҙҙың йөрәгенә юл һалған ир-ат та аҫтыртын ғына эш итә, тип уйлаған инек. Ошо фекерҙәргә нигеҙләнеп, беҙ «ир-аттың ҡыҙ йөрәгенә юлы» насар нәмәне, мәҫәлән, хәйләкәр егеттең, йәш ябай ҡыҙҙы алдап, юлдан яҙҙырғанын аңлата тигән һығымтаға килгән инек.
Ләкин Ғибрәтле һүҙҙәр 30:18, 19-ҙа яҡшы нәмә тураһында һүҙ бара тип уйларға сәбәптәр бар. Был аяттарҙы яҙыусы үҙенең яҙғандары менән һоҡланған, тип әйтеп була.
Масорет тексы ла был фекерҙе раҫлай. Изге Яҙма буйынса бер белешмәлә әйтелгәнсә, Ғибрәтле һүҙҙәр 30:18, 19-ҙа «аңлап еткерә алмаған» тип тәржемә ителгән еврей һүҙбәйләнешен «ниндәйҙер ғәжәйеп, мөмкин булмаған йә хатта мөғжизәле нәмә» тип һүрәтләп була (Ernst Jenni, Claus Westermann. «Theologisches Handwörterbuch zum Alten Testament»).
Гарвард университетының профессоры Кро́уфорд Той Изге Яҙманың был өҙөгөндә насар нәмә тураһында әйтелмәй тигән һығымта яһай. «Күрәһең, бында яҙыусыны һоҡландырған нәмә тураһында һүҙ бара», — тип билдәләй ул. (Crawford H. Toy. «A Critical and Exegetical Commentary on the Book of Proverbs»).
Шулай итеп, Ғибрәтле һүҙҙәр 30:18, 19-ҙа мөғжизәле һәм ғәжәйеп нәмә тураһында әйтелеүе ихтимал. Был һүҙҙәрҙе яҙыусы бөркөттөң күктәрҙә осоуы менән, йыландың ҡая буйлап шыуышыуы, караптың диңгеҙ аша гиҙеүе һәм егет менән ҡыҙҙың бер-береһенә ғашиҡ булып бәхетле никах ҡороуы менән һоҡланған. Беҙ ҙә уның хистәрен уртаҡлашабыҙ.

