ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР

Көн һайын Изге Яҙманы уҡыр өсөн нисек ваҡыт табырға?

Көн һайын Изге Яҙманы уҡыр өсөн нисек ваҡыт табырға?

Беҙҙең бөтәбеҙҙең дә эше бик күп. Шул арҡала Изге Яҙманы көн һайын уҡыр өсөн ваҡыт табыу ауыр булырға мөмкин (Еш. 1:8). Һеҙ ҙә шундай ауырлыҡ менән осрашһағыҙ, аҫта килтерелгән кәңәштәрҙең береһен ҡулланып ҡарағыҙ.

  • Иҫкә төшөрөү ҡуйығыҙ. Изге Яҙманы көн һайын уҡырға онотмаҫ өсөн телефонығыҙға иҫкәрмә ҡуйығыҙ.

  • Изге Яҙма күренгән урында торһон. Изге Яҙмағыҙ баҫтырылған булһа, ул күҙ алдында ятһын (Ҡан. 11:18).

  • Аудиояҙмаларҙы тыңлағыҙ. Уларҙы көндәлек эштәрҙе башҡарған саҡта тыңлап була. Пионер булып хеҙмәт иткән Та́ра ҡыҙ ҡәрҙәшебеҙ балаларын бер үҙе тәрбиәләй һәм төнгө сменаға эшкә йөрөй. Ул былай тип һөйләй: «Мин Изге Яҙманың аудиояҙмаларын өй эштәрен эшләгәндә тыңлайым. Шуға Алла Һүҙен көн һайын уҡыйым, тип әйтеп була».

  • Ныҡышмалы булығыҙ. Бирешмәгеҙ. Ҡайһы саҡта пландарыбыҙ боҙола һәм Изге Яҙманы теләгәнсә күп уҡып булмай. Шул саҡта йоҡлар алдынан бер нисә аят булһа ла, уҡырға була. Хатта бәләкәй генә тырышлыҡтар ҙур файҙа килтерә ала (1 Пет. 2:2).