40-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

111-СЕ ЙЫР Шатланыр өсөн сәбәптәр

Йәһүә — «сикһеҙ шатлыҡ» сығанағы

Йәһүә — «сикһеҙ шатлыҡ» сығанағы

«Сикһеҙ шатлығым Аллаһы янына килермен» (ЗӘБ. 43:4, ЯДТ).

ТӨП ФЕКЕР

Шатлығыбыҙҙы нимә урларға мөмкин һәм уны нисек ҡайтарып була?

1, 2. а) Бөгөн күптәр ниндәй хистәр тойоп йәшәй? б) Был мәҡәләлә нимә ҡарала?

 БЫЛ донъяла йәшәгән кешеләр бәхет артынан ҡыуа, әммә ысын бәхеткә ирешә алмай. Шуға күрә күптәргә тормош буш һәм шатлыҡһыҙ булып күренә. Ҡайһы саҡта хатта Йәһүәнең хеҙмәтселәре лә шундай хистәргә бирелә. Был ғәжәп түгел, сөнки беҙ бит «ахырызаман» ваҡытында йәшәйбеҙ, һәм ауырлыҡтар беҙҙе ситләп үтмәй (2 Тим. 3:1).

2 Был мәҡәләлә шатлығыбыҙҙы нимә урлай алғанын ҡарап сығырбыҙ һәм, уны юғалтһаҡ, нисек ҡайтарып булғанын белербеҙ. Тәүҙә, әйҙәгеҙ, ысын шатлыҡтың сығанағы кем икәнен беләйек.

ЫСЫН ШАТЛЫҠТЫҢ СЫҒАНАҒЫ

3. Йәһүәнең ижади эштәре уның тураһында нимә һөйләй? (Фотоһүрәттәрҙе лә ҡарағыҙ.)

3 Йәһүә — бәхетле Алла, ул һәр ваҡытта ла шундай булған һәм буласаҡ. Ул беҙҙең дә шатлыҡлы һәм бәхетле булыуыбыҙҙы теләй. Шуның өсөн дә ул беҙҙе һоҡландырған һәм беҙгә ҡәнәғәт килтергән нәмәләрҙе барлыҡҡа килтергән. Мәҫәлән, иҫ киткес планетабыҙ, күп төҫтәге сәскәләр, шаян хайуандар һәм тәмле-тәмле ризыҡтар. Эйе, Йәһүә беҙҙе ярата һәм тормошҡа кинәнеп йәшәүебеҙҙе теләй!

Baby elephant: Image © Romi Gamit/Shutterstock; penguin chicks: Vladimir Seliverstov/500px via Getty Images; baby goats: Rita Kochmarjova/stock.adobe.com; two dolphins: georgeclerk/E+ via Getty Images

Хайуандарҙың шаярып уйнауҙары Йәһүәнең бәхетле Алла булыуын күрһәтә. (3-сө абзацты ҡарағыҙ.)


4. а) Донъяла булған ғазаптарҙы күрһә лә, Йәһүә нисек бәхетле булып ҡала ала? б) Йәһүә беҙгә нимә бүләк итә? (Зәбур 15:11).

4 Йәһүә, кешеләрҙең ғазаптарын һәм әрнеүҙәрен күрһә лә, нисек бәхетле булып ҡала? (1 Тим. 1:11). Аллабыҙ ғазаптарҙың ваҡытлыса булғанын белә. Билдәләнгән көндө ул кешеләрҙе яфалаған бөтә нәмәне һәм яуызлыҡты юҡ итәсәк. Был көндө Йәһүә сабырлыҡ менән көтә. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең инде хәҙер ярҙамға мохтаж икәнебеҙҙе лә яҡшы белә. Ул беҙгә нисек ярҙам итә? Мәҫәлән, беҙгә шатлыҡ бүләк итә. (Зәбур 15:11-ҙе уҡығыҙ.) Йәһүә был бүләкте иң тәүҙә үҙенең Улына — Ғайсаға биргән.

5, 6. Ни өсөн барлыҡҡа килтерелгәндәрҙең иң бәхетлеһе — Ғайса?

5 Йәһүә барлыҡҡа килтергәндәрҙең иң бәхетлеһе — Ғайса. Ни өсөн? Беренсенән, Ғайса — «күҙгә күренмәҫ Алланың сағылышы», йәғни ул тап Атаһы кеүек (Кол. 1:15). Икенсенән, ул ғына үҙенең Атаһы — шатлыҡ сығанағы менән бик күп ваҡыт үткәргән.

6 Шулай уҡ Йәһүәнең ихтыярын үтәү Ғайсаға шатлыҡ килтерә (Ғиб. һүҙ. 8:30, 31; Яхъя 8:29). Өҫтәүенә, ул Атаһының хуплауын тоя, шуға ла бәхетле (Матф. 3:17).

7. Ысын шатлыҡҡа нисек эйә булырға?

7 Беҙгә лә Йәһүә менән яҡын дуҫлыҡ ысын шатлыҡ килтерә. Беҙ Йәһүә тураһында күберәк белгән һайын, унан күберәк өлгө ала алабыҙ, ә был, үҙ сиратында, беҙҙе бәхетле итә. Шулай уҡ беҙ Йәһүәнең ихтыярын үтәп шатланабыҙ. Уның хуплауын тойоу бигерәк тә күңелле! (Зәб. 32:12) a. Әммә ҡайһы саҡта беҙ үҙебеҙҙе бәхетһеҙ тоябыҙ. Бындай хәл йә ҡыҫҡа ваҡытлы була, йә бик оҙаҡҡа һуҙылырға мөмкин. Был Йәһүә беҙҙең менән ҡәнәғәт түгел тигәнде аңлатамы? Һис тә юҡ! Йәһүә камил булмауыбыҙ арҡаһында бойоғоп китеүебеҙҙе һәм рух төшөнкөлөгөнә бирелә алыуыбыҙҙы аңлай (Зәб. 102:14). Әйҙәгеҙ, шатлығыбыҙҙы нимә урлай алғанын һәм уны нисек ҡайтарып булғанын ҡарап сығайыҡ.

ШАТЛЫҒЫҒЫҘҘЫ УРЛАРҒА РӨХСӘТ ИТМӘГЕҘ

8. Тормош ауырлыҡтары беҙгә нисек тәьҫир итергә мөмкин?

8 Беренсенән, шатлыҡты тормош ауырлыҡтары урлай ала. Эҙәрләүҙәр, тәбиғәт афәттәре, ярлылыҡ, сирҙәр, ҡартлыҡ... Был һәм башҡа ауырлыҡтар арҡаһында, айырыуса уларға тәьҫир итә алмаһаҡ, шатлығыбыҙҙы юғалтыуыбыҙ бар. Изге Яҙмала: «Ҡайғы-хәсрәт рухты төшөрә», — тип әйтелгән (Ғиб. һүҙ. 15:13). Ба́бис исемле аҡһаҡалдың дүрт йыл эсендә ата-әсәһе һәм ағаһы үлеп киткән. Ул былай ти: «Улар хаҡында ҡайғыртыу минең өҫтөмдә булды. Мин үҙемде япа-яңғыҙ һәм ярҙамһыҙ ҡалған кеүек хис иттем. Мәшәҡәттәр күп булғанлыҡтан, улар менән аралашырға ваҡытым бөтөнләй ҡалмай ине. Шунлыҡтан мин үҙемде һәр ваҡыт ғәйепләнем». Эйе, тормош ауырлыҡтары беҙҙе физик һәм эмоциональ яҡтан хәлһеҙләндерә ала.

9. Шатлыҡты ҡайтарырға нимә ярҙам итер? (Йәрәмиә 29:4—7, 10).

9 Шатлыҡты ҡайтарырға нимә ярҙам итер? Ысын барлыҡты күрә белегеҙ һәм рәхмәтле булығыҙ. Донъя беҙгә, бәхетле булыр өсөн бөтәһе лә иҫ киткес яҡшы булырға тейеш, тигән фекер таға. Әммә ысынында улай түгел. Йәһүәнең Бабил әсирлегенә эләккән йәһүдтәргә нимә әйткәнен иҫкә төшөрәйек. Улар сит илдә әсирлектә булыуҙарына һәм яңы шарттарға яраҡлашып китергә тейеш булған. (Йәрәмиә 29:4—7, 10-ды уҡығыҙ.) Бында беҙҙең өсөн ниндәй һабаҡ бар? Тормошоғоҙҙа яҡшы нәмәләрҙе күрә белегеҙ һәм рәхмәтле булығыҙ. Онотмағыҙ, Йәһүә һәр ваҡытта ла янығыҙҙа һәм ярҙам итергә әҙер (Зәб. 62:8; 145:5). Фәжиғәле хәл арҡаһында инвалид булып киткән Э́ффи былай ти: «Мин Йәһүәнән, туғандарымдан, йыйылыштан шул тиклем күп ярҙам һәм нығытыу алдым! Шуға күрә мин бирешһәм, рәхмәтһеҙ булыуымды күрһәтер инем. Мин Йәһүәгә һәм дуҫтарыма ярҙамдары өсөн рәхмәтемде белдерергә теләнем».

10. Ни өсөн ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, беҙ шатлыҡлы булып ҡала алабыҙ?

10 Тормошобоҙ бик яҡшынан булмаһа ла, үҙебеҙҙең йә туғандарыбыҙҙың ауырлыҡтары булһа ла, беҙ барыбер шатлыҡлы булып ҡала алабыҙ (Зәб. 125:5) b. Ысын шатлыҡ шарттарға бәйле түгел. Пионер булып хеҙмәт иткән Мария ҡәрҙәш былай ти: «Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, шатлыҡлы булып ҡалыу хистәрҙе баҫыуҙы һәм күҙ йәштәрен тыйыуҙы аңлатмай. Һин Йәһүәгә таянаһың һәм уның вәғәҙәләренә ышанаһың, ә ул шатлығыңды һаҡлап ҡалырға ярҙам итәсәк». Онотмағыҙ: нисек кенә ауыр булһа ла, ауырлыҡтарыбыҙ ваҡытлыса ғына. Улар ҡомдағы эҙҙәр кеүек: тулҡын уларҙы йыуып китһә, уларҙан бер ни ҙә ҡалмай. Шуны уҡ ауырлыҡтарыбыҙ хаҡында ла әйтеп була — оҙаҡламай уларҙан бер ниндәй ҙә эҙ ҡалмаясаҡ.

11. Илсе Пауылдың тормошо беҙҙе нимәгә ышандыра?

11 Ҡайһы ваҡыт мәсихсе, ауырлыҡтарым булғас, Йәһүә мине хупламай, тип уйлай башларға мөмкин. Әгәр һеҙҙең дә шундай уйҙарығыҙ тыуһа, Йәһүәнең ауырлыҡтар менән осрашҡан хеҙмәтселәре тураһында уйланығыҙ. Илсе Пауылдың миҫалына иғтибар итәйек. Ғайса Мәсих уны «башҡа халыҡтарға, шулай уҡ батшаларға һәм исраилдарға» һөйөнөслө хәбәрҙе еткерер өсөн һайлаған (Илс. 9:15). Ниндәй ҙур хөрмәт! Ләкин Пауылдың тормошонда барыһы ла еңел һәм шым ғына булғанмы? Әлбиттә, юҡ. Ул күп һынауҙарға дусар булған (2 Кәр. 11:23—27). Ләкин был Алланың уны хупламағанын аңлатмаған. Йәһүәнең уға ярҙам итеп торғаны ап-асыҡ күренә. Йәһүәнең көсө менән генә ул барыһын йырып сыҡҡан (Рим. 5:3—5). Ә хәҙер үҙ тормошоғоҙ тураһында уйлап алығыҙ. Һеҙ бер нигә ҡарамаҫтан, Аллаға тоғро булып ҡалаһығыҙ. Был Йәһүәнең янығыҙҙа булғанын һәм һеҙҙе хуплағанын дәлилләй.

12. Тормошҡа ашмаған өмөттәр шатлығыбыҙҙы нисек урлай ала?

12 Икенсенән, тормошҡа ашмаған өмөттәр шатлыҡты урлай ала (Ғиб. һүҙ. 13:12). Беҙ Йәһүәне яратабыҙ һәм уға бик рәхмәтле, шуға уның өсөн дә нимәлер эшләргә теләйбеҙ. Әгәр ирешә алмаҫлыҡ маҡсаттар ҡуйһаҡ, беҙҙең төшөнкөлөккә бирелеүебеҙ бар (Ғиб. һүҙ. 17:22). Пионер булып хеҙмәт иткән Хо́лли ҡыҙ ҡәрҙәшебеҙ былай тип бүлешә: «Мин Батшалыҡ вәғәзселәре мәктәбендә уҡырға, сит илдә хеҙмәт итергә йә Ра́мапола төҙөү эштәрендә ҡатнашырға теләнем. Әммә шарттарым үҙгәргәнгә, бының барыһы минең өсөн мөмкин булманы. Мин бик бойоҡтом. Теләгең булһа ла, ләкин эшләргә мөмкинлегең булмаһа, был бик ауыр!» Шундай хистәр күптәргә таныш.

13. Шарттарға ҡарамаҫтан, беҙ ниндәй маҡсаттар ҡуя алабыҙ?

13 Шатлыҡты ҡайтарырға нимә ярҙам итер? Онотмағыҙ, Йәһүә талапсан түгел. Уның өсөн күпте эшләй алмаһаҡ та, ул беҙҙе барыбер ҡәҙерләй. Ул беҙҙең тыйнаҡ булыуыбыҙҙы һәм тоғро хеҙмәт итеүебеҙҙе теләй (Миҡ. 6:8; 1 Кәр. 4:2). Уның өсөн уңыштарыбыҙ түгел, ә яҡшы сифаттарыбыҙ мөһим. Йәһүә һеҙҙән талап итмәгәнде үҙегеҙҙән талап итмәгеҙ c. Әгәр хеҙмәттә теләгәнегеҙҙе эшләй алмаһағыҙ, үҙ шарттарығыҙҙа нимә эшләй алыуығыҙ тураһында уйлағыҙ. Мәҫәлән, йәштәргә ваҡыт бүлергә һәм уларҙы нимәгәлер өйрәтергә, оло йәштәге ҡәрҙәштәргә ярҙам итергә йә берәйһен дәртләндереп ебәрер өсөн уға барырға, шылтыратырға, смс-хәбәр ебәрергә була. Былар ҙур булмаған, әммә мөһим маҡсаттар. Был маҡсаттарға ирешеп, һеҙ Йәһүәнән бүләк — бик күп шатлыҡ алырһығыҙ. Ә инде яңы донъяла хеҙмәттә сикһеҙ күп мөмкинлектәр асылыр. Йәһүә һеҙгә иҫ киткес йөкләмәләр бирер. Өҫтә телгә алынған Холли былай ти: «Төшөнкөлөккә бик бирелгән сағымда мин үҙ-үҙемә, барыһын да өлгөрөрмөн, Йәһүә бының өсөн миңә мәңгелек тормош бирәсәк, тип әйтәм».

14. Шатлығыбыҙҙы тағы нимә урлай ала?

14 Өсөнсөнән, үҙ теләктәреңде генә ҡәнәғәтләндереп йәшәү шатлыҡты урлай ала. Социаль селтәрҙәрҙә йыш ҡына кешеләрҙең ҡыҙыҡлы хобби менән шөғөлләнгәндәрен, теләгән әйберҙәрен һатып алғандарын һәм күп сәйәхәт иткәндәрен күрәбеҙ. Шуға бәхет тик быларға ғына бәйле тигән фекер тыуа ала. Әлбиттә, күңел ятҡан нәмәләр менән шөғөлләнеүҙең бер насарлығы ла юҡ. Йәһүә бит беҙҙең тормоштан рәхәтлек алыуыбыҙҙы теләй. Әммә ҡай саҡ һин шатлыҡты күбәйтергә тырышаһың, ә һөҙөмтәлә уны бөтөнләй юғалтаһың. Күптәр бының әсе емештәрен үҙ тормошонда татыған. Пионер булып хеҙмәт иткән Ева былай ти: «Әгәр тормошоңда һин үҙең һәм теләктәрең беренсе урынды биләп алһа, һиңә һәр ваҡытта ла нимәлер етмәй кеүек күренә». Ундай тормош буш һәм бәхетһеҙ була.

15. Сөләймән батшаның тормошо беҙҙе нимәгә өйрәтә?

15 Сөләймән батшаның миҫалын иҫкә төшөрәйек. Ул үҙ рәхәтенә йәшәгән һәм үҙен бер нәмәнән дә тыймаған: тәмле ризыҡ ашаған, матур музыка тыңлаған һәм ҡыйбатлы әйберҙәр һатып алған. Әммә Сөләймәнгә был бәхет килтермәгән. Ундай тормош уны тик күңелһеҙләндергән генә. Ул былай тигән: «Ҡарап-ҡарап та күҙ туймаҫ, тыңлап-тыңлап та ҡолаҡтың танһығы ҡанмаҫ» (Вәғ. 1:8; 2:1—11). Был донъяла бик ҡиммәтле булып һаналған нәмәләр ялған аҡса кеүек. Уларға бәхет һатып алырға маташаһың, ысынында бер нәмәһеҙ ҡалаһың.

16. Башҡалар хаҡында ҡайғыртып, үҙебеҙгә нисек шатлыҡ ҡайтара алабыҙ? (Фотоһүрәттәрҙе лә ҡарағыҙ.)

16 Шатлыҡты ҡайтарырға нимә ярҙам итер? Ғайса: «Алыуға ҡарағанда биреүҙә бәхет күберәк», — тип әйткән (Илс. 20:35). Але́кос исемле аҡһаҡал былай ти: «Мин башҡалар өсөн ябай ғына булһа ла, көсөмдән килгән эштәр эшләргә тырышам. Шулай итеп, иғтибарымды үҙемә түгел, ә башҡаларға туплайым, һәм был миңә шатлыҡ килтерә». Ә һеҙ башҡалар өсөн нимә эшләй алаһығыҙ? Әгәр ҙә берәйһе бойоҡҡан булһа, уның менән һөйләшеп алығыҙ. Моғайын, һеҙ уның ауырлығын хәл итмәҫһегеҙ, әммә уны тыңлап һәм хәленә инеп, һеҙ уны рухландырып ебәрерһегеҙ. Уны проблемаһын Йәһүәгә йөкмәтергә өндәгеҙ (Зәб. 54:23; 67:20). Шулай уҡ Алланың уны ҡалдырмаясағына ышандырығыҙ (Зәб. 36:28; Ишағ. 59:1). Уға ғәмәли ярҙам да күрһәтегеҙ, мәҫәлән, ашарға ризыҡ әҙерләгеҙ йә саф һауала йөрөп килергә саҡырығыҙ. Бынан тыш, бергә вәғәзләп алырға тәҡдим итергә була. Кешеләргә һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләгәндә был беҙгә һәр ваҡытта ла көс өҫтәй. Йәһүәнең ҡулында ҡорал булығыҙ, башҡаларға ярҙам итеп, һеҙ ысын шатлыҡҡа эйә булырһығыҙ! (Ғиб. һүҙ. 11:25).

Үҙегеҙҙе генә шатландырыу тураһында түгел, ә башҡаларҙы ла нисек шатландырып булғаны тураһында уйлағыҙ. (16-сы абзацты ҡарағыҙ.) d


17. Шатлығыбыҙ Йәһүә менән нисек бәйле? (Зәбур 43:4).

17 Ысын мәғәнәлә бәхетле булыр өсөн, беҙгә күктәге Атайыбыҙ менән дуҫлыҡ үҫтерергә кәрәк. Изге Яҙмала бит Йәһүә тураһында, ул — «сикһеҙ шатлыҡ» сығанағы, тип әйтелә. (Зәбур 43:4-те уҡығыҙ, ЯДТ.) Ундай дуҫ менән беҙ бер ниндәй ауырлыҡтарҙан ҡурҡмаҫбыҙ һәм бер нәмә лә шатлығыбыҙҙы урлай алмаҫ! (Зәб. 143:15).

155-СЕ ЙЫР Мәңгелек шатлыҡ

a « Шатлыҡты Йәһүәлә табабыҙ» тигән рамканы ҡарағыҙ.

b Мәҫәлән, jw.org сайтында Етәксе кәңәшмәнең 2023 йылдың 5-се мөрәжәғәтендә Деннис һәм Ирина Кристенсендар биргән интервьюны ҡарағыҙ.

c «Күҙәтеү манараһы» 2023 йылдың июль сығарылышында «Йәһүәнән өлгө алығыҙ — һығылмалы булығыҙ» тигән мәҡәләлә 8—12 абзацтарҙы ҡарағыҙ.

d ФОТОҺҮРӘТТӘРҘӘ. Йәш ҡыҙ ҡәрҙәшебеҙ үҙенә күп әйберҙәр һатып алған, ләкин ул оло йәштәге апай ҡәрҙәште нығытыр өсөн килгәс һәм уға сәскәләр бүләк иткәс, үҙен күпкә шатлыҡлыраҡ итеп тоя башлаған.