41-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

108-СЕ ЙЫР Алланың тоғро мөхәббәте

Йәһүәнең мөхәббәте мәңгелек

Йәһүәнең мөхәббәте мәңгелек

«Шөкөрана ҡылығыҙ Раббыға, ул игелекле, уның тоғро мөхәббәте мәңгелек» (ЗӘБ. 135:1).

ТӨП ФЕКЕР

Йәһүәнең яратыуына ышаныу беҙгә ауыр ваҡыттарҙа нисек ярҙам итә?

1, 2. Ауырлыҡтар менән осрашҡанда, күп кенә мәсихселәр нимә хис итә?

 ҠОТОРОНҒАН диңгеҙ уртаһында ҡалған кәмәне күҙ алдына килтерегеҙ. Тулҡындар уны йә күтәреп ебәрә, йә аҫҡа ташлай. Көслө ағымдар уны алып китмәһен өсөн, уға якорь кәрәк. Якорь кәмәгә, ел-дауылға ҡарамаҫтан, урынында ҡалырға ярҙам итә.

2 Ҡайһы саҡта тормош дауылдарына эләккәндә, беҙҙең менән дә шундай хәл булырға мөмкин. Беҙҙең дә хис-тойғоларыбыҙ тулҡындар кеүек бер урында тормай, улар ҡапыл үҙгәрергә мөмкин. Бер көн беҙ Йәһүәнең беҙҙе яратыуына һәм нығытыуына ышанабыҙ, ә икенсе көн уның беҙҙең ауырлыҡтарыбыҙҙы күреүенә шикләнә башлайбыҙ (Зәб. 9:22; 12:2). Кемдәндер йылы һүҙ ишетһәк, ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа булһа ла, беҙгә рәхәт, еңел булып китә (Ғиб. һүҙ. 17:17; 25:11). Әммә һуңынан шиктәр беҙҙе яңынан биләп ала. Беҙ хатта Алла беҙҙе ҡалдырған тип уйлай башлайбыҙҙыр. Шундай саҡтарҙа беҙгә якорь, йәғни Алланың беҙҙе яратыуына һәм нығытыуына иман кәрәк. Ундай иманға нисек эйә булырға һәм уны нисек һаҡлап ҡалырға?

3. а) Зәбур 30:8 һәм 135:1-ҙә әйтелгәнсә, тоғро мөхәббәт нимә ул? б) Ни өсөн Йәһүә тоғро мөхәббәттең иң бөйөк өлгөһө? (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)

3 Тормош дауылдарында ныҡ ҡалыр өсөн, Йәһүәнең тоғро мөхәббәтен иҫтә тотоу мөһим. (Зәбур 30:8; 135:1-ҙе уҡығыҙ.) Нимә ул тоғро мөхәббәт? Был бер ваҡытта ла үтмәй торған көслө бирелгәнлек. Йәһүә шундай тоғро мөхәббәттең иң бөйөк өлгөһө булып тора. Изге Яҙмала, Алла «тоғро мөхәббәткә бай», тип әйтелә (Сығ. 34:6, 7, ЯДТ). Унда шулай уҡ уның тураһында: «Үҙеңде саҡырғандарға мөхәббәтең [«тоғро мөхәббәтең», ЯДТ] мул», — тип яҙылған (Зәб. 85:5). Бының нимә аңлатҡанын уйлап ҡына ҡарағыҙ: Йәһүә бер ваҡытта ла үҙенең тоғро хеҙмәтселәрен ҡалдырмай! Был фекер шомло ваҡытта һеҙгә якорь кеүек булһын (Зәб. 22:4).

Якорь дауыл ваҡытында кәмәгә урынында ҡалырға ярҙам иткән кеүек, Йәһүәнең яратыуына һәм нығытыуына иман тормош дауылдары ваҡытында ярҙам итә. (3-сө абзацты ҡарағыҙ.)


ЙӘҺҮӘ БЕҘҘЕ ЯРАТА. БЫЛ ТӨП ХӘҠИҠӘТТӘРҘЕҢ БЕРЕҺЕ

4. Изге Яҙмалағы төп хәҡиҡәттәрҙе әйтеп китегеҙ һәм уларға ышанғанығыҙҙың сәбәбен аңлатығыҙ.

4 Йәһүә беҙҙе ярата. Был Изге Яҙмалағы төп хәҡиҡәттәрҙең береһе. Изге Яҙмалағы төп хәҡиҡәттәрҙе әйтеп бирергә һораһалар, һеҙ, моғайын, өйрәнгән ваҡытта белгән хәҡиҡәттәр тураһында уйлап ҡуйғанһығыҙҙыр. Мәҫәлән, Алланың исеме — Йәһүә, Ғайса — уның берҙән-бер Улы, үлгән кешеләр ҡаты йоҡлаған кеүек бер нәмә лә белмәй икәнен һәм киләсәктә кешеләрҙең ожмахта мәңге йәшәй аласаҡтарын иҫегеҙгә төшөргәнһегеҙҙер (Зәб. 82:19; Вәғ. 9:5; Яхъя 3:16; Асыл. 21:3, 4). Факттарҙы ҡарап сыҡҡас һәм был белемдәрҙең дөрөҫ булыуын аңлағас, һеҙ уларға ышандығыҙ һәм хәҙер һеҙҙе башҡаға ышандырып булмай. Йәһүә беҙҙе ярата тигән тәғлимәткә лә тап шулай ҡарарға кәрәк. Шул саҡта Алланың беҙҙә эше юҡ тигән уйҙы кире ҡағырға еңелерәк булыр.

5. Кешегә ялған тәғлимәттәрҙән арынырға нимә ярҙам итә?

5 Һеҙгә ялған тәғлимәттәрҙән арынырға нимә ярҙам итте? Һеҙ элек белгәндәрегеҙҙе Изге Яҙманан алған белемдәр менән сағыштырғанһығыҙҙыр. Әйтәйек, кеше үлгәндән һуң уның йәне йәшәүен дауам итә тип ышанғанһығыҙ, ти. Әммә Алла Һүҙен өйрәнеү был дөрөҫмө-юҡмы икәне тураһында уйланырға ярҙам итте. Изге Яҙмалағы был темаға арналған аяттарҙы тикшергәс, бының дөрөҫ булмауын аңланығыҙ. Һеҙ ялғанға түгел, ә хәҡиҡәткә ышана башланығыҙ. Хәҙер «үлеләр бер нәмә лә» белмәгәненә һәм «тәҡүә кешеләр ҙә, тәҡүә булмағандар ҙа үленән тереләсәгенә» инандығыҙ (Вәғ. 9:5, Илс. 24:15). Ялған тәғлимәттәр ҡәлғә кеүек ине һәм уларҙы емереү ауыр ине (2 Кәр. 10:4, 5). Ләкин һеҙ ысын хәҡиҡәтте белгәс, ялған тәғлимәттәрҙән мәңгегә арындығыҙ (Флп. 3:13).

6. Ни өсөн 135-се мәҙхиәлә «уның тоғро мөхәббәте мәңгелек» тигән һүҙбәйләнеш күп тапҡыр ҡабатлана?

6 Ауырлыҡтар арҡаһында Йәһүәнең яратыуына шикләнә башлаһағыҙ, шул уҡ ысулдарҙы ҡулланығыҙ. Үҙ-үҙегеҙҙән: «Был дөрөҫмө?» — тип һорағыҙ. Шунан һуң үҙ фекерегеҙҙе был мәҡәләнең төп аяты Зәбур 135:1-ҙәге һүҙҙәр менән сағыштырығыҙ. Уйлап алығыҙ: ни өсөн Йәһүә үҙенең мөхәббәтен тоғро мөхәббәт тип атай? Ни өсөн «уның тоғро мөхәббәте мәңгелек» тигән һүҙбәйләнеш был мәҙхиәлә 26 тапҡыр ҡабатлана? Эйе, Йәһүә беҙҙе ярата, һәм ул быны күңелебеҙгә һеңдерергә теләй. Был, Изге Яҙманы өйрәнгән саҡта алған белемдәр кеүек үк, төп тәғлимәт. Шуға күрә Йәһүә мине яратмай тигән уйға ялған тәғлимәткә ҡараған кеүек ҡарарға кәрәк. Алланың тоғро хеҙмәтселәренең тормошонда был ялғанға урын юҡ!

7. Ниндәй аяттар беҙҙе Йәһүәнең мөхәббәтенә ышандыра?

7 Йәһүәнең яратыуы тураһында Изге Яҙманың башҡа күп аяттарында ла уҡып була. Мәҫәлән, Ғайса шәкерттәренә: «Һеҙ күп турғайҙарға ҡарағанда ҡәҙерлерәк», — тип әйткән (Матф. 10:31). Йәһүә үҙ халҡын: «Һиңә ҡеүәт бирермен, ярҙам итермен. Еңеү ҡаҙанған уң ҡулым менән һиңә терәк булырмын», — тип нығытҡан (Ишағ. 41:10). Иғтибар итегеҙ, унда «бәлки, һеҙ ҡәҙерлерәктер», «бәлки, ярҙам итермен» тип яҙылмаған. Киреһенсә, «һеҙ ҡәҙерлерәк», «ярҙам итермен» тиелгән. Был аяттар күңел ҡылдарына ғына ҡағылып ҡалмай, улар беҙгә төплө белем бирә. Был белем факттарға нигеҙләнгән, шуға беҙ уларға ышана алабыҙ. Шундай аяттар a тураһында уйланғанда, 1 Яхъя 4:16-ла яҙылған һүҙҙәрҙе үҙегеҙгә ҡарата ҡуллана алырһығыҙ. Унда: «Беҙ Алланың беҙҙе яратҡанын белдек һәм быға ышандыҡ», — тип әйтелә.

8. Йәһүәнең беҙҙе яратҡанына шиктәр тыуһа, нимә эшләргә?

8 Йәһүәнең яратыуына ҡайһы саҡта барыбер шикләнһәгеҙ, нимә эшләргә? Хис-тойғоларығыҙҙы алған белемдәр менән сағыштырығыҙ. Хистәргә таяныу аҡыллы түгел, ә бына факттарға таянып була. Йәһүә һеҙҙе ярата. Был факт. Әгәр беҙ быға шикләнһәк, асылда, үҙ уйҙарыбыҙҙа Алланы иң мөһим сифатынан — яратыуҙан мәхрүм итәбеҙ (1 Яхъя 4:8).

«АТАМ БИТ ҮҘЕ ҺЕҘҘЕ ЯРАТА» ТИГӘН ҺҮҘҘӘР ТУРАҺЫНДА УЙЛАНЫҒЫҘ

9, 10. Ғайса «Атам бит үҙе һеҙҙе ярата» тип әйтеп, нимә аңлатырға теләгән? (Яхъя 16:26, 27). (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

9 Ғайса шәкерттәренә: «Атам бит үҙе һеҙҙе ярата», — тигән. (Яхъя 16:26, 27-не уҡығыҙ.) Был һүҙҙәрҙең контексы бик ҡыҙыҡлы. Ғайса уларҙы шәкерттәрен рухландырыр өсөн йә йыуатыр өсөн әйтмәгән. Ул бөтөнләй башҡа нәмә хаҡында — доға тураһында һөйләгән.

10 «Атам бит үҙе һеҙҙе ярата» тигән һүҙҙәр алдынан Ғайса шәкерттәренә үҙенә түгел, ә уның аша доға ҡылырға кәрәклеге тураһында әйткән (Яхъя 16:23, 24). Шәкерттәргә был хаҡта белеү мөһим булған. Ғайса терелгәс, шәкерттәрҙең уға доға ҡылырға теләге тыуа алған. Быға аптырайһы юҡ, сөнки Ғайса уларҙың дуҫы булған. Улар былай тип уйлай алған: ул беҙҙе яратҡанға үтенестәребеҙҙе тыңлар һәм Атаһына еткерер. Әммә күреүебеҙсә, Ғайса уларҙың ундай фекер йөрөтөүҙәрен теләмәгән. Ул: «Атам бит үҙе һеҙҙе ярата», — тигән. Шәкерттәр шуны аңларға тейеш булған: Йәһүә кешеләрҙе ярата һәм үҙе уларҙың доғаларын тыңларға теләй. Был — Изге Яҙмалағы төп тәғлимәттәрҙең береһе. Ошо тәғлимәттең һеҙгә нисек ҡағылғаны тураһында уйлағыҙ. Изге Яҙманы өйрәнгәндә, һеҙ Ғайса тураһында белдегеҙ һәм уны яратып киттегеҙ (Яхъя 14:21). Әммә беренсе быуаттағы шәкерттәр кеүек, һеҙ Йәһүәгә доға ҡылаһығыҙ. Шулай эшләгән һайын, «Атам бит үҙе һеҙҙе ярата» тигән һүҙҙәргә ышаныуығыҙҙы күрһәтәһегеҙ (1 Яхъя 5:14).

Һәр төрлө осраҡта Йәһүәгә доға ҡылығыҙ, ул «бит үҙе һеҙҙе ярата». (9, 10-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.) b


НИ ӨСӨН ШИКТӘР ТЫУА АЛА?

11. Йәһүәнең мөхәббәтенә шикләнеүебеҙ ни өсөн Шайтанды шатландыра?

11 Йәһүә беҙҙе яратмай тигән уйҙар ҡайҙан килә? Бәлки, һеҙ, уларҙы Шайтан таға, тип әйтерһегеҙ. Бер яҡтан был дөрөҫ. Ул «кемде йоторға тип эҙләнеп йөрөй» (1 Пет. 5:8). Ә Йәһүәнең яратыуына шикләнә башлаһаҡ, ул шатлана. Йәһүә беҙҙе шул тиклем ныҡ ярата, хатта үҙенең берҙән-бер Улын йолом итеп биргән (Евр. 2:9). Әммә ҡайһы саҡта, был ҡорбанға лайыҡ түгелмен, тигән фекер тыуа. Уйлап ҡына ҡарағыҙ: Йәһүәнең яратыуына шикләнеүебеҙҙе кем теләй? Әлбиттә, Шайтан. Ә һынауҙар менән осрашҡанда Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙән туҡтаһаҡ, кем шатланыр? Шул уҡ Шайтан. Шуныһы ҡыҙыҡлы: Шайтан беҙҙе Алланың яратмауына ышандырырға маташа, ә ысынында, Алла уны яратмай. Дошманыбыҙҙың алымдарын белһәк, беҙгә уның «мәкерле ниәттәренә» ҡаршы торорға еңелерәк булыр (Эфес. 6:11; Яҡ. 4:7).

12, 13. Тыумыштан килгән гонаһ Йәһүәнең мөхәббәтенә шикләнергә нисек этәрә?

12 Йәһүәнең мөхәббәтенә шикләнеүебеҙгә тағы бер сәбәп бар. Был беҙҙең камил булмауыбыҙ (Зәб. 50:7; Рим. 5:12). Гонаһ кешеләрҙең Йәһүә менән мөнәсәбәттәрен боҙған. Шулай уҡ гонаһ арҡаһында кешенең организмы дөрөҫ эшләмәй башлаған. Был уның физик сәләмәтлегенә, уй-фекерҙәренә һәм хис-тойғоларына тәьҫир итә.

13 Гонаһ беҙҙең хис-тойғоларыбыҙға насар тәьҫир итә, шул арҡала беҙ үҙебеҙҙе ғәйепләйбеҙ, ҡурҡабыҙ, борсолабыҙ һәм оялабыҙ. Был тойғолар насар эштәр эшләгәндә генә түгел, ә төрлө ваҡытта тыуырға мөмкин. Ә Алланың ниәте буйынса, улай булырға тейеш булмаған (Рим. 8:20, 21). Тәгәрмәсе тишек машина шәп бара алмай. Шуның шикелле, Йәһүә беҙгә һалған оҫталыҡтар, һәләттәр гонаһ арҡаһында тулыһынса асылмай. Бына ни өсөн беҙҙең Алланың мөхәббәтенә шикләнеүебеҙ бар. Шундай саҡтарҙа Йәһүәнең уны яратҡандарға һәм уның ҡанундары буйынса йәшәгәндәргә тоғро яратыу күрһәткәнен иҫтә тотоу мөһим (Ниҡ. 1:5).

14. Йолом тураһында уйланыу Йәһүәнең яратыуына ышанысыбыҙҙы нисек нығыта? (Римдарға 5:8). (« Алдай алған гонаһтан һаҡланығыҙ» тигән рамканы ҡарағыҙ.)

14 Ҡайһы ваҡыт беҙҙә, Йәһүәнең яратыуына лайыҡ түгелмен, тигән хистәр тыуа. Ысын әйткәндә, был шулай ҙа. Ләкин тап ошондай тоғро мөхәббәт Йәһүәнең яратыуын үҙенсәлекле итә. Уның мөхәббәтен бер ниндәй ҙә эштәр менән яулап булмай. Әммә Йәһүә беҙҙең гонаһтарыбыҙ кисерелһен өсөн йолом түләгән, сөнки ул беҙҙе бик ныҡ ярата (1 Яхъя 4:10). Шулай уҡ Ғайса камил кешеләр өсөн түгел, ә гонаһлылар өсөн үлгәнен иҫтә тоторға кәрәк. (Римдарға 5:8-ҙе уҡығыҙ.) Беҙ бер нәмәне лә камил рәүештә башҡара алмайбыҙ. Бәхеткә күрә, Йәһүә беҙҙән быны талап итмәй. Белгәнебеҙсә, тыумыштан килгән гонаһ арҡаһында беҙ Йәһүәнең яратыуына шикләнәбеҙ. Быны иҫтә тотоп, беҙ ундай шиктәргә ҡаршы тора алабыҙ (Рим. 7:24, 25).

ЙӘҺҮӘГӘ ТОҒРО БУЛЫП ҠАЛЫҒЫҘ

15, 16. Әгәр Йәһүәгә тоғро ҡалһаҡ, беҙ нимәгә ышана алабыҙ һәм ни өсөн? (2 Шамуил 22:26).

15 Йәһүә беҙҙең дөрөҫ һайлау яһауыбыҙҙы, уға тоғро булып ҡалыуыбыҙҙы теләй (Ҡан. 30:19, 20). Беҙ уға тоғро булһаҡ, ул да беҙгә тоғро буласаҡ. (2 Шамуил 22:26-ны уҡығыҙ.) Йәһүәгә ҡарата тоғролоғобоҙ уның һәр төрлө һынауҙарҙа ярҙам итәсәгенә гарантия булып тора.

16 Күреүебеҙсә, тормош дауылдары ваҡытында беҙ ныҡ ҡала алабыҙ, сөнки беҙҙең якорь бар. Ул — Йәһүәнең яратыуына һәм нығытыуына иман. Был — Изге Яҙмалағы төп тәғлимәттәрҙең береһе. Йәһүәнең мөхәббәтенә шиктәр тыуһа, беҙгә хис-тойғоларға түгел, ә белемдәргә таянырға кәрәк. Сөнки Йәһүәнең тоғро мөхәббәте мәңге икәнен Изге Яҙманан яҡшы беләбеҙ.

159-СЫ ЙЫР Йәһүә генә лайыҡ данға!

a Мәҫәлән, Ҡанун 31:8, Зәбур 94:14 һәм Ишағыя 49:15-те ҡарағыҙ.

b ФОТОҺҮРӘТТӘ. Ир ҡәрҙәш Йәһүәнән ауырыған ҡатыны хаҡында ҡайғыртырға, аҡсаны аҡыллы тотонорға һәм ҡыҙын хәҡиҡәткә өйрәтергә ярҙам итеүен һорай.