42-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ
44-СЕ ЙЫР Бойоҡҡан кешенең доғаһы
Йәһүәгә хис-тойғоларығыҙҙы асырға өйрәнегеҙ
«Бар булмышым менән ялбарам, яуапла, Раббы!» (ЗӘБ. 118:145).
ТӨП ФЕКЕР
Йәһүә хеҙмәтселәренең Изге Яҙмала яҙылған доғалары беҙҙе нимәгә өйрәтә ала?
1, 2. а) Нимә арҡаһында Йәһүәгә үҙ фекерҙәребеҙҙе һәм хис-тойғоларыбыҙҙы асыуы ауыр булырға мөмкин? б) Йәһүәнең доғаларыбыҙҙы иғтибар менән тыңлағанын беҙ ҡайҙан беләбеҙ?
БӘЛКИ, һеҙ доғаларығыҙҙың өҫтөн-мөҫтөн һәм бер төрлө булып киткәненә иғтибар иткәнһегеҙҙер. Ундай хәл һәр беребеҙ менән булырға мөмкин. Тормош тиҙ барғанға, беҙ йыш ҡына барыһын ашыҡ-бошоҡ эшләйбеҙ, һәм был доғаларыбыҙға тәьҫир итә ала. Ә ҡай саҡ Йәһүәгә хис-тойғоларыбыҙҙы асыуы ауыр, сөнки беҙ уның иғтибарына лайыҡ түгел тип уйлауыбыҙ бар.
2 Ләкин Изге Яҙмала Йәһүә тураһында: «Иҙелгәндәрҙең теләген ишетәһең, Раббы», — тип әйтелә (Зәб. 9:38). Тимәк, беҙҙең доғабыҙ бик матур булмаһа ла, ул ысын йөрәктән булырға тейеш. Йәһүә өсөн был мөһимерәк. Ул доғабыҙҙың һәр һүҙен тыңлай, сөнки беҙ уның өсөн бик ҡәҙерле (Зәб. 138:1—3).
3. Был мәҡәләлә ниндәй һорауҙар ҡараласаҡ?
3 Был мәҡәләлә беҙ ошондай һорауҙарға яуап алырбыҙ: Ни өсөн Йәһүәгә уй-фекерҙәребеҙ һәм хис-тойғоларыбыҙ тураһында һөйләргә ҡурҡырға кәрәкмәй? Доғаларыбыҙ эстәлекле булып китһен өсөн, нимә ярҙам итер? Изге Яҙмала яҙылған доғаларҙан нимәгә өйрәнеп була? Стресс арҡаһында хистәребеҙҙе белдерер өсөн һүҙҙәр таба алмаһаҡ, нимә эшләргә?
ЙӘҺҮӘГӘ ХИС-ТОЙҒОЛАРЫҒЫҘҘЫ АСЫРҒА ҠУРҠМАҒЫҘ
4. Йәһүәгә хис-тойғоларыбыҙҙы асырға нимә ярҙам итер? (Зәбур 118:145).
4 Йәһүә — беҙҙең тоғро дуҫыбыҙ. Ул беҙгә иң яҡшыһын ғына теләй. Быны иҫтә тотһаҡ, уға күңелебеҙҙе асырға еңелерәк булыр. 118-се мәҙхиәне яҙыусы Йәһүәгә тап шулай ҡараған. Уның тормошо еңел булған тип әйтеп булмай. Мәҫәлән, яуыз кешеләр уға яла яҡҡан (Зәб. 118:23, 69, 78). Бынан тыш, ул хаталары арҡаһында төшөнкөлөккә бирелгән (Зәб. 118:5). Ләкин Йәһүәгә хис-тойғолары тураһында әйтергә оялмаған. (Зәбур 118:145-те уҡығыҙ.)
5. Ни өсөн үҙегеҙ менән ҡәнәғәт булмаһағыҙ ҙа, артабан да доға ҡылырға кәрәк? Миҫал килтерегеҙ.
5 Йәһүә етди гонаһ ҡалғандарҙың да уға доға ҡылыуын теләй (Ишағ. 55:6, 7). Шуға күрә үҙегеҙ менән ҡәнәғәт булмаһағыҙ, был хис һеҙгә Йәһүә менән аралашырға ҡамасауламаһын. Әйтәйек, пилот маршрутынан тайпылған йә етди хата яһаған, ти. Ул: «Мин диспетчерға был турала әйтеп тормайым, оялам», — тип уйлармы? Юҡ, сөнки уға ярҙам бик кәрәк. Шуны уҡ беҙҙең турала ла әйтеп була. Йәһүә беҙҙе тыңларға һәр ваҡыт әҙер. Нисек эш итергә белмәһәк йә гонаһ ҡылһаҡ, беҙ уға ярҙам һорап мөрәжәғәт итә алабыҙ (Зәб. 118:25, 176).
ДОҒАЛАРЫБЫҘ ЭСТӘЛЕКЛЕ БУЛҺЫН ӨСӨН, НИМӘ ЭШЛӘП БУЛА?
6, 7. Ни өсөн, доғаларыбыҙ эстәлеклерәк булып китһен өсөн, Йәһүәнең сифаттары тураһында уйланырға кәрәк? Миҫал килтерегеҙ. (Төшөрмәне лә ҡарағыҙ.)
6 Беҙ Йәһүәгә йөрәгебеҙҙе асҡанда, уға нимә тураһында уйлағаныбыҙҙы һәм ниндәй хистәр кисергәнебеҙҙе һөйләйбеҙ. Шулай итеп беҙ уға яҡыныраҡ булып китәбеҙ. Доғаларыбыҙ тәрәнерәк һәм эстәлеклерәк булһын өсөн, нимә эшләп була? Әйҙәгеҙ, быны ҡарап сығайыҡ.
7 Йәһүәнең сифаттары тураһында уйланығыҙ a. Йәһүәнең сифаттары тураһында күберәк уйланған һайын, беҙ үҙебеҙҙе уның менән иркенерәк хис итәбеҙ, шуға күңелебеҙҙе бушатыу еңелерәк (Зәб. 144:8, 9, 18). Кристи́н исемле ҡыҙ ҡәрҙәштең миҫалына иғтибар итәйек. Уның атаһы бик аяуһыҙ булған. Кристин былай ти: «Миңә Йәһүәгә ҡайғыртыусан атайға һымаҡ ҡарарға һәм уның менән ысын күңелдән аралашырға ауыр ине. Етешһеҙлектәрем шул тиклем күп, Йәһүә мине яратмай башлар, тип уйлағайным». Кристинға нимә ярҙам иткән? Ул былай тип һөйләй: «Мин Йәһүәнең тоғро яратыуы тураһында уйландым, һәм был мине тынысландырҙы. Ул мине ҡулымдан тотоп тора һәм бер ҡасан да ебәрмәҫ. Хатта йығылһам да, ул мине барыбер яратыр һәм миңә торорға ярҙам итер. Хәҙер мин Йәһүәгә барыһын — шатлыҡтарымды ла, ҡайғыларымды ла һөйләргә ҡурҡмайым».
8, 9. Ни өсөн доға ҡылыр алдынан Йәһүәгә нимә әйтеребеҙ тураһында уйланыу файҙалы? Миҫал килтерегеҙ.
8 Нимә әйтерегеҙ тураһында уйланығыҙ? Доға ҡылыр алдынан үҙебеҙгә: «Минең хәҙер ниндәй ауырлыҡтарым бар? Бәлки, миңә кемделер ғәфү итергә кәрәктер? Шарттарым үҙгәргәнгә мин Йәһүәнең ниндәй ярҙамына мохтаж?» — тигән һорауҙар бирергә була (2 Бат. 19:15—19). Бынан тыш, беҙ Йәһүәнең исемен изгеләндереү, уның Батшалығы һәм уның ихтыярын үтәү тураһында доға ҡыла алабыҙ (Матф. 6:9, 10).
9 Алиса исемле ҡыҙ ҡәрҙәшебеҙҙең иренең баш мейеһендә яман шеш тапҡандар һәм уға йәшәргә оҙаҡ ҡалмаған. Ҡыҙ ҡәрҙәшебеҙгә доға ҡылыу бик ауыр булған. Ул былай тип иҫенә төшөрә: «Көслө стресс арҡаһында Йәһүә менән нимә тураһында һөйләшергә лә белмәнем». Уға нимә ярҙам иткән? Алиса былай тип дауам итә: «Доға ҡылыр алдынан уйҙарымды яйға һалыр өсөн һәм Йәһүәгә нимә әйтеремде уйлар өсөн, бер нисә минут ваҡыт бүлергә тырышам. Шулай итеп мин үҙем һәм үҙ ауырлыҡтарым тураһында ғына түгел, ә тағы башҡа нәмәләр тураһында доға ҡыла алам. Был миңә тынысланырға һәм тормошома ыңғай ҡараш һаҡларға ярҙам итә».
10. Ни өсөн оҙағыраҡ доға ҡылыу яҡшы? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)
10 Оҙағыраҡ доға ҡылырға тырышығыҙ. Хатта ҡыҫҡа доғалар ҙа беҙҙе Йәһүәгә яҡынайта. Ә Йәһүә менән оҙаҡ һөйләшкәндә, уға хистәребеҙ һәм уйҙарыбыҙ тураһында күберәк һөйләй алабыҙ b. Алисаның ире Эла́йджа бына нимә ти: «Мин көнөнә күп тапҡыр доға ҡылырға тырышам һәм тап оҙайлы доғаларҙың мине Йәһүәгә ныҡ яҡынлаштырғанына иғтибар иттем. Мин беләм, ул бер ҡайҙа ла ашыҡмай, шуға күпме кәрәк, шул тиклем уның менән һөйләшә алам». Ә һеҙ ниндәй урында һәм ҡайһы ваҡытта, иғтибарығыҙҙы ситкә йүнәлтмәйенсә, оҙаҡ итеп, бәлки, ҡысҡырып доға ҡыла алаһығыҙ? Был һеҙҙең ғәҙәтегеҙ булып китһен.
Ниндәй ерҙә һәм ниндәй ваҡытта, иғтибарығыҙҙы ситкә йүнәлтмәйенсә, оҙаҡ итеп доға ҡыла алаһығыҙ?. (10-сы абзацты ҡарағыҙ.)
ИЗГЕ ЯҘМАЛА ЯҘЫЛҒАН ДОҒАЛАР ТУРАҺЫНДА УЙЛАНЫҒЫҘ
11. Ни өсөн Изге Яҙмала яҙылған доғалар тураһында уйланыу файҙалы булыр? (« Уларҙың хистәре һеҙгә танышмы?» тигән рамканы ла ҡарағыҙ.)
11 Изге Яҙмала ысын күңелдән әйтелгән доғалар һәм Йәһүәгә арналған данлау йырҙары бик күп. Улар тураһында уйланыу файҙалы булыр. Алла хеҙмәтселәренең күңел түрендәге хистәре тураһында уҡығанда, һеҙ ҙә, моғайын, Аллаға йөрәгегеҙҙе асырға теләрһегеҙ. Улар әйткән ниндәйҙер һүҙбәйләнештәр, бәлки, һеҙгә оҡшар, һәм һеҙ уларҙы үҙ доғаларығыҙҙа ҡулланырға теләрһегеҙ. Моғайын, һеҙҙең хистәрегеҙҙе теүәл тасуирлаған доғаларҙы ла табырһығыҙ.
12. Изге Яҙмала яҙылған доғалар тураһында уйланғанда, үҙебеҙгә ниндәй һорауҙар бирә алабыҙ?
12 Изге Яҙмала яҙылған берәй доғаны уҡығандан һуң үҙегеҙҙән: «Был доғаны кем һәм ниндәй шарттарҙа әйткән? Минең дә уныҡы кеүек хистәр кисергәнем булдымы? Уның доғаһынан мин нимәгә өйрәнә алам?» — тигән һорауҙар бирегеҙ. Яуап табыр өсөн, бәлки, өйрәнеү үткәрергә кәрәк булыр. Тырышлыҡтарығыҙ бушҡа булмаҫ. Әйҙәгеҙ, бер нисә миҫал ҡарап сығайыҡ.
13. Һаннаның миҫалы һеҙҙе нимәгә өйрәтә? (1 Шамуил 1:10, 11). (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)
13 1 Шамуил 1:10, 11-ҙе уҡығыҙ. Һанна Йәһүәгә ошо һүҙҙәрҙе әйткән саҡта уның тормошонда ике ҙур ауырлыҡ булған. Беренсенән, уның балаһы булмаған, ә икенсенән, көндәше Фәнинә уны кәмһеткән (1 Шам. 1:4—7). Һеҙҙең тормошоғоҙҙа оҙаҡ хәл ителмәгән берәй ауырлыҡ бармы? Әгәр булһа, Һаннаның миҫалы һеҙгә нисек ярҙам итә ала? Ул оҙаҡ доға ҡылған, һәм был уны тынысландырған (1 Шам. 1:12, 18). Беҙ ҙә Йәһүәгә бөтә ауырлыҡтарыбыҙ тураһында һәм борсолоуҙарыбыҙ тураһында һөйләп, йөгөбөҙҙө уға тапшыра алабыҙ. Алла менән аралашыуҙан һуң беҙгә мотлаҡ еңел булып китәсәк (Зәб. 54:23).
Һаннаның балалары булмаған һәм уның көндәше уны кәмһеткән. Йыуаныс алыр өсөн, ул Йәһүәгә барыһын да һөйләгән. (13-сө абзацты ҡарағыҙ.)
14. а) Һаннаның миҫалынан тағы нимәгә өйрәнеп була? б) Алла Һүҙе тураһында уйланыу доғаларыбыҙҙы яҡшыртырға нисек ярҙам итә ала? (Төшөрмәне ҡарағыҙ.)
14 Балаһы тыуғандан һуң бер нисә йыл үткәс, Һанна уны баш рухани Илийға алып килгән (1 Шам. 1:24—28). Эскерһеҙ доғаһында ул Йәһүәгә тоғро хеҙмәтселәрен яҡлағаны һәм улар хаҡында ҡайғыртҡаны өсөн рәхмәттәрен белдергән (1 Шам. 2:1, 8, 9) c. Моғайын, Һаннаның ғаиләһендә ауырлыҡтар ҡалғандыр, әммә ул Йәһүәнең уны нисек фатихалағаны тураһында уйланған. Был беҙҙе нимәгә өйрәтә? Иғтибарыбыҙҙы Йәһүәнең үткәндә һәм хәҙер беҙгә нисек ярҙам иткәненә туплаһаҡ, ауырлыҡтарҙы йырып сығыуы еңелерәк булыр.
15. Йәрәмиәнең миҫалы ғәҙелһеҙлек менән осрашҡандарға нисек ярҙам итә ала? (Йәрәмиә 12:1).
15 Йәрәмиә 12:1-ҙе уҡығыҙ. Йәрәмиә ҡайһы бер кешеләрҙең насар эш итеүен һәм рәхәт йәшәгәнен күреп, бик бойоҡҡан. Бынан тыш, милләттәштәре унан мыҫҡыллап көлгән (Йәр. 20:7, 8). Намыҫһыҙ кешеләрҙең уңышлы булыуҙарын күргәндә йә улар беҙҙән мыҫҡыллап көлгәндә, беҙ ҙә Йәрәмиәнекенә оҡшаш хистәр кисерәбеҙ. Ул күргәндәренә зарланһа ла, Алланы ғәҙелһеҙлектә ғәйепләмәгән. Йәһүә үҙ халҡына тыңламағандары өсөн яза биргәндә, Йәрәмиә Алланың ғәҙел булыуына, моғайын, тағы ла нығыраҡ инанғандыр (Йәр. 32:19). Беҙ ҙә ғәҙелһеҙлек менән осрашҡанда, был беҙҙе бигерәк рәнйеткәнен Йәһүәгә асыҡтан-асыҡ һөйләй алабыҙ. Әммә шул уҡ ваҡытта беҙгә Аллаға таянырға һәм уның барыһын да төҙәткәнен түҙемлек менән көтөргә кәрәк.
16. Әсирлектә булған либәйҙең доғаһы беҙҙе нимәгә өйрәтә? (Зәбур 41:2—5). (Фотоһүрәттәрҙе лә ҡарағыҙ.)
16 Зәбур 41:2—5-те уҡығыҙ. Был мәҙхиәне имандаштарынан йыраҡта әсирлектә булған либәй яҙған. Әгәр һеҙ өйҙән сыға алмаһағыҙ йә иманығыҙ өсөн төрмәлә ултырған булһағыҙ, моғайын, һеҙгә лә уның хистәре таныштыр. Шундай шарттарҙа хистәребеҙ тиҙ үҙгәреп торорға мөмкин, әммә беҙгә барыһын да Йәһүәгә һөйләргә кәрәк. Был беҙгә үҙебеҙҙе яҡшыраҡ аңларға һәм булған хәлгә киңерәк ҡарарға ярҙам итер. Мәҫәлән, либәй уның әле Йәһүәне данларға мөмкинлектәре буласағын аңлаған (Зәб. 41:6). Бынан тыш, ул Йәһүәнең уның хаҡында нисек ҡайғыртҡаны тураһында уйланған (Зәб. 41:9). Эскерһеҙ доғалар беҙгә үҙ хистәребеҙҙе аңларға ярҙам итер, йән тыныслығы бирер һәм көс өҫтәр.
41-се мәҙхиәне яҙған либәй Йәһүәгә доғала күңелен бушатҡан. Беҙгә лә Йәһүәгә хистәребеҙ тураһында һөйләргә кәрәк. Был беҙгә булған хәлгә киңерәк ҡарарға ярҙам итер. (16-сы абзацты ҡарағыҙ.)
17. а) Юныстың доғаһы беҙҙе нимәгә өйрәтә? (Юныс 2:2, 3). б) Яттан белгән аяттар беҙгә ауыр ваҡыттарҙа нисек ярҙам итә ала? (Төшөрмәне ҡарағыҙ.)
17 Юныс 2:2, 3-тө уҡығыҙ. Был доғаны Юныс ҙур балыҡтың эсендә булған саҡта әйткән. Пәйғәмбәр унда тыңламаусанлығы арҡаһында эләккән булһа ла, Йәһүәнең уны ишеткәненә шикләнмәгән. Үҙенең доғаһында ул төрлө мәҙхиәләрҙә осраған күп һүҙбәйләнештәрҙе ҡулланған d. Күрәһең, ул уларҙы яҡшы белгән. Юныс был мәҙхиәләр тураһында уйланған һәм Йәһүәнең уға ярҙам итәсәгенә бер ҙә шикләнмәгән. Беҙ ҙә Изге Яҙмалағы ҡайһы бер аяттарҙы яттан белһәк, бик яҡшы булыр ине. Улар беҙгә ауыр ваҡыттарҙа ярҙам итер. Йәһүәгә доға ҡылғанда беҙ шул аяттарҙы иҫкә төшөрөрбөҙ һәм күңел тыныслығы тойорбоҙ.
ДОҒА ҺЕҘҘЕ ЙӘҺҮӘГӘ ЯҠЫНАЙТҺЫН
18, 19. Йәһүәгә нимә әйтергә белмәгәндә Римдарға 8:26, 27-лә яҙылған фекерҙәр беҙҙе нисек йыуата ала? Миҫал килтерегеҙ.
18 Римдарға 8:26, 27-не уҡығыҙ. Ҡайһы саҡта беҙ шундай өмөтһөҙлөккә биреләбеҙ, хатта хистәребеҙҙе һүҙҙәр менән дә әйтә алмайбыҙ һәм Алланан нимә һорарға ла белмәйбеҙ. Әммә был ярҙамһыҙ ҡалғаныбыҙҙы аңлатмай. Шундай ваҡыттарҙа изге рух «беҙҙең өсөн Аллаға ялбара». Ниндәй мәғәнәлә? Изге Яҙма тотош, шул иҫәптән ундағы доғалар изге рух ярҙамында яҙылған. Әйтергә һүҙ таба алмағанда Йәһүә Изге Яҙмала яҙылған доғаларҙы беҙҙең доғабыҙ итеп ҡабул итә һәм уларға яуап бирә ала.
19 Был фекер Рәсәйҙә йәшәгән Елена исемле ҡыҙ ҡәрҙәшебеҙгә ярҙам иткән. Уны доға ҡылғаны һәм Изге Яҙманы уҡығаны өсөн ҡулға алғандар. Еленаға көслө стресс арҡаһында доға ҡылыу бик ауыр булған. Ул былай тип һөйләй: «Ҡулға алғандан һуң бер нисә көн мин ысын йөрәктән доға ҡыла алманым. Шул саҡта бер кәңәш иҫемә төштө. Йәһүә хеҙмәтсеһенең стресс арҡаһында доға ҡылырға көсө булмаһа, ул Изге Яҙмала яҙылған доғаларҙы уҡый ала. Йәһүә уларҙы беҙҙең доғаларыбыҙ кеүек ҡабул итер. Шул ауыр ваҡыттарҙа был кәңәш минең өсөн бик файҙалы булды».
20. Стресс ваҡытында доға ҡылырға көс булһын өсөн, беҙ нимә эшләй алабыҙ?
20 Стресс арҡаһында иғтибарыбыҙҙы доға ҡылыуға туплауы ауыр булһа, йөрәгебеҙҙе әҙерләр өсөн, мәҙхиәләрҙең аудиояҙмаларын тыңлай алабыҙ. Бынан тыш, Дауыт һымаҡ фекерҙәребеҙҙе ҡағыҙға яҙа алабыҙ (Зәб. 17, 33, 141 һәм башланғыс һүҙҙәр). Әлбиттә, бында ҡәтғи ҡағиҙәләр юҡ (Зәб. 140:2). Үҙегеҙгә ярҙам иткән ысул ҡулланығыҙ.
21. Ни өсөн Йәһүәгә хис-тойғоларҙы һөйләү мөһим?
21 Йәһүә беҙҙе бер һүҙһеҙ ҙә аңлай. Был фекер йөрәгебеҙҙе йылыта (Зәб. 138:4). Шулай ҙа хис-тойғоларыбыҙ тураһында ишетеү һәм уға таянғаныбыҙҙы күреү уның күңеленә хуш килә. Шуға күрә доға ҡылыр өсөн мөмкинлектәрҙе ҡулдан ысҡындырмағыҙ. Изге Яҙмала яҙылған доғаларҙы уҡығыҙ, улар һеҙҙе күпкә өйрәтә ала. Йәһүәгә йөрәктәрегеҙҙе асығыҙ һәм уның менән шатлыҡтарығыҙ, ҡайғыларығыҙ менән уртаҡлашығыҙ. Онотмағыҙ, Йәһүә һеҙҙең иң яҡшы дуҫығыҙ, ул һеҙҙе бер ҡасан да ҡалдырмаясаҡ!
45-СЕ ЙЫР Күңел түремдәге уйҙарым
a «Мәсихселәр тормошо өсөн Изге Яҙманан өҙөктәр» тигән китапта «Йәһүәнең ҡайһы бер күркәм сифаттары» тигән өҫтәмә исемде ҡарағыҙ.
b Йыйылыш осрашыуҙарында әйтелгән доғалар, ғәҙәттә, ҡыҫҡа ғына була.
c Үҙ доғаһында Һанна Муса китаптарында осраған һүҙбәйләнештәргә оҡшаш һүҙҙәр ҡулланған. Күрәһең, ул Яҙмалар тураһында йыш уйланған (Ҡан. 4:35; 8:18; 32:4, 39; 1 Шам. 2:2, 6, 7). Ә быуаттар үткәс, Ғайсаның әсәһе Мәрйәм Һаннаның доғаһына оҡшаш доға әйткән (Лука 1:46—55).
d Мәҫәлән, Юныс 2:4—10 һәм Зәбур 68:2; 15:10; 29:4; 141:2, 3; 142:4, 5; 17:7; 3:9-ҙы сағыштырығыҙ. Бында килтерелгән мәҙхиәләр Юныс нисек әйткән шул тәртиптә килтерелә.

