Етәксе кәңәшмәнең ике яңы ағзаһы

Етәксе кәңәшмәнең ике яңы ағзаһы

2024 ЙЫЛДЫҢ 5 октябрендә йыл һайын үткәрелгән осрашыуҙа Джо́ди Дже́дли һәм Дже́йкоб Рамф ҡәрҙәштәрҙең Йәһүә шаһиттарының Етәксе кәңәшмәһендә хеҙмәт итер өсөн билдәләнеүе хаҡында махсус иғлан яңғыраны. Улар икеһе лә күп йылдар Йәһүәгә тоғро хеҙмәт итә.

Джоди Джедли ҡатыны Дамарис менән

Джедли ҡәрҙәш Америкала Миссури штатында тыуып үҫкән. Хәҡиҡәтте ул бала саҡтан уҡ белә. Уларҙың ғаиләһе йәшәгән ерҙә Йәһүә шаһиттары әҙ булғанға унда ҡәрҙәштәр башҡа ерҙән килеп вәғәзләгән. Ҡәрҙәштәрҙең мөхәббәте һәм дуҫлығы бәләкәй Джодиға яҡшы йоғонто яһаған. Ул 1983 йылдың 15 октябрендә үҫмер сағында һыуға сумдырылған. Джоди вәғәзләргә бик яратҡан. Шуға мәктәпте тамамлағас, 1989 йылдың сентябрендә даими пионер хеҙмәтен башлаған.

Джодиҙың ата-әсәһе балалары менән йыш ҡына Вефилгә экскурсияға йөрөгән. Шуға Джоди ҙа, һеңлеһе лә бала саҡтан уҡ Вефилдә хеҙмәт итергә маҡсат ҡуйған. Һуңыраҡ уларҙың хыялдары тормошҡа ашҡан. Шулай итеп Джедли ҡәрҙәш 1990 йылдың сентябрь айында Уо́лкиллда Вефиль хеҙмәтен башлаған. Тәүҙә ул йыйыштырыуҙа ҡатнашҡан, шунан һуң вефилселәрҙең һаулығы хаҡында ҡайғыртҡан медицина бүлегендә эшләгән.

Тап шул ваҡыттарҙа Вефилдән йыраҡ булмаған испан телендәге йыйылыштарҙа ҙур үҫеш булған һәм унда ир ҡәрҙәштәр кәрәк булған. Шуға Джоди ҡәрҙәш уларҙың береһенә күскән һәм испан телен өйрәнә башлаған. Оҙаҡламай ул пионер булып хеҙмәт иткән Да́марис ҡыҙ ҡәрҙәш менән танышҡан. Өйләнешкәс, улар Вефиль хеҙмәтен бергә дауам иткән.

2005 йылда Джоди менән Дамарис ата-әсәһе хаҡында ҡайғыртыр өсөн, Вефилдән киткән һәм даими пионерҙар хеҙмәтен башлаған. Джедли ҡәрҙәш Пионерҙар мәктәбен үткәреүҙә ярҙам иткән, шулай уҡ дауаханалар менән бәйләнеш тотоу комитетында һәм региональ төҙөү комитетында хеҙмәт иткән.

2013 йылда Джедли ғаиләһен Уо́рвиктағы Вефилде төҙөүҙә ҡатнашырға саҡырғандар. Шунан улар Па́ттерсонда һәм Уолкиллда хеҙмәт иткән. Джоди урындағы төҙөү-проектлаштырыу бүлегендә һәм дауалау буйынса мәғлүмәт бүлегендә эшләгән. 2023 йылдың март айында уны Етәксе кәңәшмәнең Хеҙмәт комитетының ярҙамсыһы итеп билдәләгәндәр. Йәһүәгә хеҙмәт иткән йылдарға әйләнеп ҡарап, Джедли ҡәрҙәш былай ти: «Яңы йөкләмә алыу ҡурҡытырға мөмкин. Әммә шундай ваҡыттарҙа Йәһүәгә таяныу иң мөһиме икәнен иҫтә тоторға кәрәк. Ул бит һиңә бөтә йөкләмәләрҙе башҡара алған кеше булып китергә ярҙам итә».

Джейкоб Рамф ҡатыны Инга менән

Рамф ҡәрҙәш Америкала Калифорния штатында тыуған. Джейкоб бәләкәй саҡта, әсәһе Йәһүә шаһиты булһа ла, йыйылыштарға һәм вәғәзгә йөрөмәгән. Әммә ул улын Изге Яҙмалағы хәҡиҡәткә өйрәтергә тырышҡан. Шулай уҡ Джейкобтың Йәһүәгә тоғро хеҙмәт иткән өләсәһе булған. Джейкоб йыл һайын уға йөрөгән һәм уның ярҙамында хәҡиҡәткә ҡыҙыҡһыныуы үҫкән. Ул 13 йәшендә Изге Яҙманы өйрәнә башлаған һәм 1992 йылдың 27 сентябрендә, әле үҫмер сағында уҡ, һыуға сумдырылған. Уның әсәһе яңынан йыйылыш осрашыуҙарына йөрөй һәм вәғәзләй башлаған, ә атаһы, ҡустыһы һәм һеңлеһе Изге Яҙманы өйрәнеп, ваҡыт уҙыу менән һыуға сумдырылған.

Үҫмер сағында Джейкоб пионерҙарҙың шатланып хеҙмәт итеүҙәрен күреп һоҡланған. Шуға мәктәпте тамамлағас, 1995 йылдың сентябрь айында пионер хеҙмәтен башлаған. 2000 йылда ул вәғәзселәргә ихтыяж булған Эквадорға күсенгән. Ул унда Канаданан булған һәм пионер булып хеҙмәт иткән Инга ҡыҙ ҡәрҙәш менән танышҡан. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң улар өйләнешкән. Туйҙан һуң улар Эквадорҙа бер бәләкәй генә ҡалала хеҙмәт иткән. Ул ваҡытта унда бер нисә вәғәзсенән торған төркөм генә булған, ә хәҙер унда ҙур йыйылыш бар.

Һуңыраҡ Джейкоб менән Инганы махсус пионер итеп билдәләгәндәр, шунан улар район хеҙмәтендә ҡатнашҡан. 2011 йылда уларҙы Гилеад мәктәбенең 132-се синыфына саҡырғандар. Мәктәпте тамамлағас, уларҙың күп төрлө йөкләмәләре булған: улар Вефилдә хеҙмәт иткән, миссионер һәм район хеҙмәтендә ҡатнашҡан. Быларҙың барыһы биш төрлө илдә булған. Бынан тыш, Рамф ҡәрҙәш Батшалыҡ вәғәзселәре мәктәбендә уҡытҡан.

COVID-19 пандемияһы арҡаһында Джейкоб менән Инга Америкаға ҡайтҡан. Уларҙы Уолкиллға саҡырғандар, һәм унда Рамф ҡәрҙәште Хеҙмәт бүлегендә өйрәткәндәр. Шунан һуң уны Эквадорҙың филиал комитетына билдәләгәндәр. 2023 йылда Джейкоб менән Инганы Уорвикка күсергәндәр. 2024 йылдың ғинуарында Рамф ҡәрҙәште Етәксе кәңәшмәнең Хеҙмәт комитетының ярҙамсыһы итеп билдәләгәндәр. Йәһүәнең ойошмаһында алған йөкләмәләрен иҫенә төшөрөп, Рамф ҡәрҙәш былай ти: «Хеҙмәт иткән урының түгел, ә һинең менән хеҙмәт икән кешеләр мөһим».

Беҙ был ҡәрҙәштәрҙе бик ҡәҙерләйбеҙ һәм тырышып башҡарған хеҙмәттәре өсөн рәхмәтлебеҙ (Флп. 2:29).