43-СӨ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ
41-СЕ ЙЫР Эй Раббым, доғамды ишет
Бер-берегеҙ өсөн доға ҡылығыҙ
«Бер-берегеҙ өсөн доға ҡылығыҙ. Тәҡүә кешенең ялбарып әйткән доғаһы ҙур көскә эйә» (ЯҠ. 5:16).
ТӨП ФЕКЕР
Ни өсөн беҙ бер-беребеҙ өсөн доға ҡылырға тейеш һәм быны нисек эшләп була?
1. Доғаларыбыҙ Йәһүә өсөн мөһим икәнен беҙ ҡайҙан беләбеҙ?
ДОҒА ҡылыу — иҫ киткес бүләк. Уйлап ҡына ҡарағыҙ: Йәһүә ҡайһы бер йөкләмәләрҙе үҙе эшләй алһа ла, уларҙы фәрештәләргә тапшырған (Зәб. 90:11). Шулай уҡ ул Улына яуаплы йөкләмәләр биргән (Матф. 28:18). Ә доғалар тураһында нимә әйтеп була? Алла уларҙы кемгәлер тыңларға ҡушҡанмы? Юҡ. Ул һәр доғаны үҙе тыңларға теләй (Зәб. 64:3).
2. Башҡалар өсөн доға ҡылыуҙа Пауыл ни өсөн яҡшы өлгө булып тора?
2 Беҙ бөтә борсолоуҙарыбыҙ тураһында Йәһүәгә асыҡтан-асыҡ һөйләй алабыҙ. Ләкин беҙгә үҙебеҙ өсөн генә түгел, башҡалар өсөн дә доға ҡылырға кәрәк. Илсе Пауыл тап шулай эшләгән дә. Эфестағы йыйылышҡа ул былай тип яҙған: «Аллаға һеҙҙең өсөн бер туҡтауһыҙ рәхмәт әйтәм» (Эфес. 1:16). Ләкин Пауыл ҡайһы бер ҡәрҙәштәр өсөн айырым доға ҡылған. Мәҫәлән, ул Тимәтигә: «Көнө-төнө доға ҡылып, һине туҡтауһыҙ иҫкә [төшөрәм]», — тигән (2 Тим. 1:3). Пауылдың үҙенең дә күп ауырлыҡтары һәм борсолоуҙары булған (2 Кәр. 11:23; 12:7, 8). Шулай ҙа ул башҡалар хаҡында доға ҡылыр өсөн ваҡыт тапҡан.
3. Ни өсөн ҡай саҡ башҡалар өсөн доға ҡылырға онотабыҙ?
3 Ҡайһы саҡта беҙ башҡалар өсөн доға ҡылырға онотабыҙ. Ни өсөн? Сәбәптәр бик күп булырға мөмкин. Мәҫәлән, Сабри́на a исемле ҡәрҙәш былай ти: «Хәҙерге тормош бик мәшәҡәтле. Шуға күрә беҙ еңел генә проблемаларға сумып китәбеҙ һәм тик шул хаҡта ғына доға ҡылабыҙ». Һеҙҙең менән дә шундай хәл булһа, был мәҡәлә тап һеҙҙең өсөн. Унда беҙ ошондай һорауҙарҙы ҡарап сығырбыҙ: 1) Ни өсөн башҡалар хаҡында доға ҡылыу мөһим? 2) Быны нисек эшләп була?
НИ ӨСӨН БАШҠАЛАР ХАҠЫНДА ДОҒА ҠЫЛЫРҒА КӘРӘК?
4, 5. Ниндәй мәғәнәлә башҡалар өсөн ҡылған доғаларыбыҙ «ҙур көскә эйә»? (Яҡуп 5:16).
4 Башҡалар хаҡында доға ҡылыу «ҙур көскә эйә». (Яҡуп 5:16-ны уҡығыҙ.) Ҡәрҙәштәребеҙ өсөн ҡылған доғаларыбыҙ уларға нисектер ярҙам итә аламы? Эйе. Ғайса Петерҙең унан баш тартасағын белеп: «Мин, иманың көсһөҙләнмәһен тип, һинең хаҡта ҡайнар доға ҡылдым», — тип әйткән (Лука 22:32). Илсе Пауыл башҡаларҙың доғалары уның хәленә тәьҫир итә алғанына тулыһынса ышанған. Римда һаҡ аҫтында булғанда, ул Филимунға: «Доғаларығыҙ ярҙамында һеҙгә ҡайтырмын тип өмөтләнәм», — тип яҙған (Фил. 22). Шулай килеп сыҡҡан да, оҙаҡламай Пауылды азат иткәндәр һәм ул яңынан вәғәзләй алған.
5 Әлбиттә, был үҙ доғаларыбыҙ менән Йәһүәне нимәлер эшләргә мәжбүр итә алабыҙ тигәнде аңлатмай. Хеҙмәтселәренең ауырлыҡтарына ул вайымһыҙ түгел. Шуға ул ҡайһы саҡта улар теләгәнде үтәргә ҡарар итә. Был беҙҙе Йәһүәгә үҙ борсолоуҙарыбыҙ хаҡында ҡайнар доға ҡылырға, ә шунан һуң уның бөтә хәлде яйға һаласағын тыныс ҡына көтөргә дәртләндерә (Зәб. 36:5; 2 Кәр. 1:11).
6. Башҡалар өсөн доға ҡылыуҙың ниндәй яҡшы яҡтары бар? (1 Петер 3:8).
6 Башҡалар өсөн доға ҡылыу «бер-беребеҙҙең хәленә инергә» өйрәтә. (1 Петер 3:8-ҙе уҡығыҙ.) Башҡаның хәленә инә белгән кеше уның йөрәк әрнеүен аңлай һәм уны нисектер еңеләйтергә теләй (Марк 1:40, 41). Майкл исемле аҡһаҡал былай тип бүлешә: «Мин башҡаларҙың нимәгә мохтаж булғаны тураһында белһәм, улар өсөн доға ҡылам. Был миңә уларҙың хәленә инергә һәм уларҙы тағы ла нығыраҡ яратып китергә ярҙам итә. Ҡәрҙәштәр, бәлки, был хаҡта белмәйҙер ҙә, әммә доға мине уларға яҡынлаштыра». Башҡалар өсөн доға ҡылыуҙың тағы ниндәй яҡшы яҡтары бар? Ри́чард исемле аҡһаҡал бына нимә ти: «Башҡалар өсөн доға ҡылғанда, беҙҙең улар өсөн нимәлер эшләргә теләгебеҙ тыуа. Ә кешегә ярҙам иткәндә, беҙ ниндәйҙер мәғәнәлә доғабыҙға үҙебеҙ яуап бирәбеҙ».
7. Башҡалар өсөн доға ҡылыу ауырлыҡтарыбыҙға дөрөҫ ҡарарға нисек ярҙам итә? (Филипиҙарға 2:3, 4). (Фотоһүрәттәрҙе лә ҡарағыҙ.)
7 Башҡалар өсөн доға ҡылыу беҙгә үҙ ауырлыҡтарыбыҙға дөрөҫ ҡарарға ярҙам итә. (Филипиҙарға 2:3, 4-те уҡығыҙ.) Беҙ Шайтан Иблис идара иткән донъяла йәшәйбеҙ, шуға һәр беребеҙҙең ауырлыҡтары бар (1 Яхъя 5:19; Асыл. 12:12). Башҡалар өсөн даими доға ҡылыу «бөтә ҡәрҙәштәребеҙҙең дә шундай уҡ ғазаптар кисергәнен» иҫебеҙгә төшөрә (1 Пет. 5:9). Пионер булып хеҙмәт иткән Ка́трин былай тип бүлешә: «Мин ҡәрҙәштәр өсөн доға ҡылғанда уларҙың да ауырлыҡтары бар икәнен яҡшыраҡ аңлайым. Был миңә үҙем тураһында ғына уйламаҫҡа ярҙам итә».
Башҡалар өсөн доға ҡылыу беҙҙең генә түгел, башҡаларҙың да ауырлыҡтары бар икәнен иҫтә тоторға ярҙам итә. (7-се абзацты ҡарағыҙ.) d
УЛАРҒА БЕҘҘЕҢ ДОҒАЛАРЫБЫҘ КӘРӘК
8. Кемдәр өсөн доға ҡыла алабыҙ?
8 Беҙ кемдәр өсөн доға ҡыла алабыҙ? Билдәле бер ҡәрҙәштәр өсөн. Мәҫәлән, ауырыған, оло йәштәгеләр йә мәктәптә мыҫҡыллауға һәм баҫымға дусар булған балалар өсөн. Күп кенә мәсихселәр туғандары йә хөкүмәт яғынан эҙәрләүҙәр менән осраша (Матф. 10:18, 36; Илс. 12:5). Ҡайһы бер ҡәрҙәштәр сәйәси сыуалыштар арҡаһында өйҙәрен ҡалдырып китергә мәжбүр булған. Ә кемдер тәбиғәт афәтенән зыян күргән. Бәлки, беҙ ул ҡәрҙәштәр менән таныш түгелдер, әммә беҙ улар тураһында доға ҡылһаҡ, Ғайсаның «бер-берегеҙҙе яратығыҙ» тигән әмеренә буйһонғаныбыҙҙы күрһәтербеҙ (Яхъя 13:34).
9. Ни өсөн Йәһүәнең ойошмаһында үҙ өҫтәренә етәкселек алған ҡәрҙәштәр өсөн һәм уларҙың ҡатындары өсөн доға ҡылырға кәрәк?
9 Бынан тыш, Йәһүә ойошмаһында үҙ өҫтәренә етәкселек алған ҡәрҙәштәр өсөн доға ҡыла алабыҙ. Улар араһында Етәксе кәңәшмәлә хеҙмәт иткән ҡәрҙәштәр һәм уларҙың ярҙамсылары, филиал комитетының ағзалары, Вефилдең бүлектәре өсөн яуаплы ҡәрҙәштәр, район күҙәтеүселәре, аҡһаҡалдар һәм хеҙмәт ярҙамсылары. Үҙҙәренең ауырлыҡтары бик күп булһа ла, был ҡәрҙәштәр беҙҙең өсөн тырышып хеҙмәт итә (2 Кәр. 12:15). Район күҙәтеүсеһе булып хеҙмәт иткән Марк ҡәрҙәш бына нимә ти: «Атай-әсәйемдән йыраҡ булыу минең өсөн иң ауыры. Йылдар уҙған һайын уларҙың һаулығы насарайғандан-насарая бара, апайым менән еҙнәйем улар хаҡында яҡшы ҡайғыртһа ла, мин уларҙың яндарында була алмағаныма һәм улар өсөн күберәк эшләй алмағаныма күңелһеҙләнәм». Был тырыш ҡәрҙәштәрҙең бөтә ауырлыҡтары тураһында беләбеҙме-юҡмы, иң мөһиме, улар өсөн доға ҡылыу (1 Тис. 5:12, 13). Шулай уҡ уларҙың ҡатындары өсөн дә доға ҡылып була, сөнки улар үҙ ирҙәренә, вазифаларын артабан да яҡшы башҡарырға ярҙам итеп тора.
10, 11. Бер юлы күп ҡәрҙәштәр өсөн доға ҡылыу Йәһүәне шатландырамы? Аңлатығыҙ.
10 Ҡарап сыҡҡанса, беҙ йыш ҡына бер юлы күп ҡәрҙәштәр өсөн доға ҡылабыҙ. Мәҫәлән, Йәһүәгә, төрмәлә ултырғандарға йә ғәзиз кешеһен юғалтҡандарға ярҙам ит, тип доға ҡыла алабыҙ. До́нальд исемле аҡһаҡал былай ти: «Төрлө һынауҙар менән осрашҡан ҡәрҙәштәребеҙ бик күп. Шуға беҙ бер юлы бөтәһе өсөн доға ҡыла алабыҙ».
11 Бындай доғалар Йәһүәне шатландырамы? Әлбиттә! Беҙ бит һәр ҡәрҙәштең нимәгә мохтаж икәнен белмәйбеҙ. Шуға күрә бер юлы күп ҡәрҙәштәр өсөн доға ҡылыу бик яҡшы (Яхъя 17:20; Эфес. 6:18). Бындай доғалар бөтә ҡәрҙәшлекте яратҡаныбыҙҙы күрһәтә (1 Пет. 2:17).
ҠАЙҺЫ БЕРӘҮҘӘР ӨСӨН АЙЫРЫМ ДОҒА ҠЫЛЫҒЫҘ
12. Күҙәтеүсән булыу доғаларҙа конкрет булырға нисек ярҙам итә?
12 Күҙәтеүсән булығыҙ. Беҙгә бөтә ҡәрҙәштәр өсөн доға ҡылыуҙан тыш, айырым ҡәрҙәштәр өсөн дә доға ҡылырға кәрәк. Моғайын, йыйылышығыҙҙағы берәй ҡәрҙәш етди ауырыйҙыр йә һеҙ мәктәптә баҫым арҡаһында бойоҡҡан йәш имандашығыҙға иғтибар иткәнһегеҙҙер. Ә, бәлки, балаларын Йәһүә ҡушҡанса тәрбиәләргә тырышҡан ҡәрҙәште беләһегеҙҙер (Эфес. 6:4). Күҙәтеүсән булыу һеҙгә имандаштарығыҙҙы тағы ла нығыраҡ яратып китергә, ә мөхәббәт улар өсөн доға ҡылырға дәртләндерер (Рим. 12:15) b.
13. Үҙебеҙгә таныш булмаған ҡәрҙәштәр өсөн доға ҡылырға нимә ярҙам итер?
13 Ҡәрҙәштәрҙең исемдәрен әйтеп, доға ҡылығыҙ. Үҙебеҙгә таныш булмаған ҡәрҙәштәр өсөн дә доға ҡыла алабыҙ. Мәҫәлән, Ҡырымда, Рәсәйҙә, Сингапурҙа, Эритреяла төрмәлә ултырған ҡәрҙәштәр тураһында уйлағыҙ. Һеҙ jw.org сайтында уларҙың исемдәрен таба алаһығыҙ c. Бра́йан исемле район күҙәтеүсеһе бына нимә ти: «Мин төрмәлә ултырған ҡәрҙәштең исемен ҡағыҙға яҙып ҡуям, шунан уны ҡысҡырып әйтәм. Шул саҡта миңә был ҡәрҙәште онотмаҫҡа һәм доғала уны иҫкә алырға еңелерәк».
14, 15. Доға ҡылғанда беҙ тағы нимә тураһында айырым әйтә алабыҙ?
14 Доғаларығыҙҙа конкрет булығыҙ. Өҫтә әйтеп кителгән Майкл былай ти: «Төрмәлә ултырған берәй ир ҡәрҙәш тураһында сайтыбыҙҙан уҡыһам, уның нимә хис иткәнен аңлар өсөн, үҙемде уның урынына ҡуйырға тырышам. Мин, әлбиттә, ҡатыным өсөн һәм уның бөтә кәрәкле нәмәһе булыуы хаҡында борсолор инем. Шуға күрә өйләнгән ир-ҡәрҙәш тураһында доға ҡылғанда, мин инде Йәһүәнән уның өсөн нимә һорарға кәрәк икәнен беләм» (Евр. 13:3).
15 Төрмәлә ултырған ҡәрҙәштәребеҙҙең көн һайын ниндәй һынауҙар аша үтергә тура килгәне тураһында уйланһаҡ, беҙ уларҙың нимәгә мохтаж булыуын яҡшыраҡ аңларбыҙ һәм был хаҡта доғаларыбыҙҙа әйтә алырбыҙ. Мәҫәлән, төрмәләге начальниктарҙың ҡәрҙәштәребеҙгә Аллаға табынырға ҡаршы булмауҙары һәм һаҡсыларҙың улар менән игелекле мөғәмәлә итеүҙәре тураһында һорай алабыҙ (1 Тим. 2:1, 2). Шулай уҡ был ҡәрҙәштәрҙең өлгөһө урындағы ҡәрҙәштәрҙе рухландырһын тип һәм иман итмәгән кешеләр уларҙың тәртиптәрен күреп, һөйөнөслө хәбәргә ҡолаҡ һалһын тип доға ҡыла алабыҙ (1 Пет. 2:12). Башҡа ауырлыҡтар менән осрашҡан ҡәрҙәштәр өсөн доға ҡылғанда ла шулай уҡ эш итергә була. Күҙәтеүсән булһаҡ, доға ҡылғанда ҡәрҙәштәребеҙҙе исемдәре менән иҫкә алһаҡ һәм үҙ үтенестәребеҙҙә конкрет булһаҡ, «яратыуыбыҙ мул» булғанын күрһәтербеҙ (1 Тис. 3:12).
ДОҒА ҠЫЛЫУҒА ДӨРӨҪ ҠАРАШ
16. Доға ҡылыуға дөрөҫ ҡарарға нимә ярҙам итә? (Матфай 6:8).
16 Әйтеп кителгәнсә, доғаларыбыҙ кеше хәленә тәьҫир итә ала. Шул уҡ ваҡытта беҙгә доға ҡылыуға дөрөҫ ҡарарға кәрәк. Доға ҡылыуҙың маҡсаты Аллаға ул белмәгәнде йә нисек эшләргә кәрәклеген әйтеү түгел. Йәһүә, үҙ хеҙмәтселәренең улар нимәгә мохтаж икәндәрен аңлағансы уҡ, барыһын яҡшы белә. (Матфай 6:8-ҙе уҡығыҙ.) Улай булғас, ни өсөн беҙ башҡалар өсөн доға ҡылабыҙ? Был мәҡәләлә әйтеп кителгән сәбәптәрҙән тыш, тағы бер мөһим сәбәп бар. Шулай эшләп, беҙ башҡалар хаҡында ҡайғыртабыҙ. Яратыу беҙҙе бер-беребеҙ өсөн доға ҡылырға дәртләндерә. Йәһүә беҙҙең унан өлгө алырға тырышҡаныбыҙҙы күргәндә бик шатлана.
17, 18. Ҡәрҙәштәребеҙ өсөн доға ҡылыу мөһим икәнен ниндәй миҫал аңларға ярҙам итә?
17 Ҡайһы саҡта беҙ кемдер өсөн доға ҡылабыҙ, әммә уның проблемаһы хәл ителмәй кеүек. Улай булғас, беҙҙең доғаларыбыҙ бушҡа ғынамы? Юҡ. Улар ҡәрҙәштәребеҙҙе яратҡаныбыҙҙы күрһәтә, ә был Йәһүә өсөн бик мөһим. Ике бәләкәй балаһы булған ғаиләне күҙ алдына килтерегеҙ. Малайҙары ауырып киткәс, ҡыҙҙары атаһына: «Атай, ҡустыма ярҙам итсе, уға бит бик ҡыйын!» — тип әйтә. Атай кеше улын бик ярата һәм ул шәбәйһен өсөн инде барыһын да эшләгән, әммә ҡыҙының ҡустыһын яратҡаны һәм уға ярҙам итеүен һорағаны атай кешенең күңеленә хуш килә!
18 Шуның шикелле, Йәһүә лә беҙҙе бер-беребеҙҙе яратырға һәм бер-беребеҙ өсөн доға ҡылырға өйрәтә. Доғаларыбыҙ үҙебеҙ тураһында ғына түгел, ә ҡәрҙәштәребеҙ хаҡында ла ҡайғыртҡаныбыҙҙы күрһәтә. Йәһүә шундай ҡайғыртыусан булыуыбыҙҙы күреп, шатлана (2 Тис. 1:3; Евр. 6:10). Бынан тыш, доғаларыбыҙ кемгәлер ярҙам итә һәм уның менән булған хәлгә тәьҫир итә ала. Шуға күрә, әйҙәгеҙ, һәр мөмкинлекте ҡулланып, башҡалар өсөн доға ҡылайыҡ.
101-СЕ ЙЫР Берҙәмлектә хеҙмәт итәбеҙ
a Ҡайһы бер исемдәр үҙгәртелгән.
b Беҙҙең jw.org сайтында «Такэси Симидзу. Йәһүә — „доғаларҙы Тыңлаусы“» тигән видеояҙманы ҡарағыҙ.
c Беҙҙең jw.org сайтында «Был илдәрҙә Йәһүә шаһиттары төрмәлә ултыра» тигән мәҡәләне (тат.) ҡарағыҙ.
d ФОТОҺҮРӘТТӘРҘӘ. Ҡәрҙәштәр, үҙ ауырлыҡтарына ҡарамаҫтан, башҡалар өсөн доға ҡыла.

