ӨЙРӘНЕҮ ӨСӨН ТЕМА
Йәһүә һеҙҙе ҡотҡара аласағына шикләнмәгеҙ
Һандар 13:25—14:4-те уҡығыҙ һәм исраилдарҙың Йәһүәгә ни өсөн ышанысын юғалтҡаны тураһында белегеҙ.
Контексҡа иғтибар итегеҙ. Ни өсөн исраилдар Йәһүәнең уларҙы ҡотҡара аласағына шикләнергә тейеш булмаған? (Зәб. 77:12—16, 43—53). Ни өсөн улар Йәһүәгә ышанысын юғалтҡан? (Ҡан. 1:26—28). Ешуа менән Ҡалип Аллаға тулыһынса таянғандарын нисек күрһәткән? (Һан. 14:6—9).
Нескәлектәрҙе иҫәпкә алығыҙ. Исраилдар Йәһүәгә ҡарата ышаныстарын нисек нығыта алған? (Зәб. 9:11; 21:5; 77:11). Йәһүәгә ҡарата ышаныс һәм хөрмәт үҙ-ара нисек бәйле? (Һан. 14:11).
Беҙҙең өсөн һабаҡтар. Үҙегеҙҙән һорағыҙ:
-
«Ниндәй осраҡтарҙа миңә Йәһүәгә тулыһынса таяныу ауыр булыр ине?»
-
«Миңә хәҙер һәм киләсәктә Йәһүәгә күберәк таянырға нимә ярҙам итер?»
-
«Ни өсөн миңә бөйөк афәттән ҡурҡырға кәрәкмәй?» (Лука 21:25—28).

