49-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ
44-СЕ ЙЫР Бойоҡҡан кешенең доғаһы
Әйүп китабы беҙҙе башҡаларға ярҙам итергә өйрәтә
«Инде хәҙер, Әйүп, мине тыңла» (ӘЙҮП 33:1).
ТӨП ФЕКЕР
Әйүп китабы беҙҙе башҡаларға кәңәш бирергә нисек өйрәтә?
1, 2. Әйүптең өс дуҫы һәм Илуй алдында ниндәй ауыр мәсьәлә торған?
ҘУР байлыҡҡа эйә булған Әйүп бер ниһеҙ ҡала. Был яңылыҡ бөтә Көнсығышта тиҙ тарала. Үҙҙәренең дуҫы менән нимә булғанын белгәс, Элифаз, Билдад һәм Сәфәр уны йыуатыр өсөн Ус еренә бара. Күргәндәре уларҙы шаҡ ҡатыра.
2 Әйүптең бик күп һарығы, үгеҙҙәре, дөйәләре һәм ишәктәре булған. Ул уларҙың барыһын да юғалтҡан. Уның бөтә хеҙмәтселәрен тиерлек үлтергәндәр, ә уның балалары емерелгән өй аҫтында һәләк булған. Улай ғына түгел, бер ни тиклем ваҡыттан һуң Әйүптең тәне һыҙлап торған эренле яралар менән ҡапланған. Ус еренә килгәс, уның өс дуҫы ныҡ бойоҡҡан Әйүптең көл өҫтөндә ултырғанын күргән. Улар үҙҙәрен нисек тотҡан? Улар Әйүптең ни тиклем ауыр ғазап сиккәнен күреп, аҙна буйы бер ни ҙә әйтмәгән (Әйүп 2:12, 13). Бер көндө улар янына Илуй исемле йәш егет килгән. Әйүп, тынлыҡты өҙөп, үҙенең донъяға килгән көнөн ҡәһәрләй башлаған. Ул: «Ни өсөн мин үле тыумағанмын?» — тип ҡысҡырған (Әйүп 3:1—3, 11). Эйе, Әйүп ярҙамға бик мохтаж булған. Элифаздың, Билдад, Сәфәр һәм Илуйҙың Әйүпте нығытырға һәм уның хаҡында хәстәрлек күрергә мөмкинлектәре булған. Улар нисек эш иткән?
3. Был мәҡәләлә нимә ҡарала?
3 Йәһүә Мусаға Әйүптең өс дуҫының һәм Илуйҙың нимә әйткәнен, нимә эшләгәнен яҙырға ҡушҡан. Элифаздың ҡайһы бер һүҙҙәре, күрәһең, яуыз рухтан булған. Ә Илуйҙың һүҙҙәре Йәһүәнән булған (Әйүп 4:12—16; 33:24, 25). Бына ни өсөн Әйүп китабында яҡшы кәңәштәр ҙә, насар кәңәштәр ҙә бар. Дуҫыбыҙға кәңәш бирергә кәрәк саҡта Әйүп китабы беҙгә ярҙам итә ала. Иң тәүҙә Әйүптең өс дуҫының насар миҫалына, ә һуңынан Илуйҙың яҡшы миҫалына иғтибар итербеҙ. Шулай уҡ Әйүп китабы Йәһүәнең боронғо ваҡытта һәм бөгөнгө көндәрҙә йәшәгән хеҙмәтселәрен нимәгә өйрәтә алғанын ҡарап сығырбыҙ.
ӘЙҮПТЕҢ ӨС ДУҪЫНЫҢ НАСАР МИҪАЛЫ
4. Ни өсөн Әйүптең өс дуҫы уны йыуата алмаған? (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)
4 Әйүптең «башына төшкән... бәлә-ҡазалар тураһында» ишеткәс, Элифаз, Билдад һәм Сәфәр «ҡайғыһын уртаҡлашыу һәм йыуатыу ниәте менән» уға килгән (Әйүп 2:11). Әммә бер нәмә лә килеп сыҡмаған. Ни өсөн? Быға, кәм тигәндә, өс сәбәп бар. Беренсенән, улар, ашығып, дөрөҫ булмаған һығымтаға килгән. Мәҫәлән, Әйүп гонаһтары өсөн ғазаплана, тигән хаталы фекергә килгән (Әйүп 4:7; 11:14) a. Икенсенән, уларҙың һүҙҙәре матур яңғыраһа ла, буш һәм мәғәнәһеҙ булған (Әйүп 13:12). Бынан тыш, улар рәнйеткес һәм яуыз һүҙҙәр әйткән. Мәҫәлән, Билдад Әйүпте, күп һөйләнәһең тип, ике тапҡыр тәнҡитләгән (Әйүп 8:2; 18:2). Ә Сәфәр Әйүпте ахмаҡ кеше менән сағыштырған (Әйүп 11:12). Өсөнсөнән, улар Әйүпкә ҡысҡырмаһалар ҙа, уның менән нисек һөйләшеүҙәре уны бөтөнләй хөрмәт итмәгәндәрен һәм яратмағандарын күрһәткән (Әйүп 15:7—11). Был кешеләр Әйүптең күңел яраларын дауаларға һәм иманын нығытырға теләмәгән, ә уның хаҡ булмауын иҫбатларға тырышҡан.
Әгәр һеҙ кешегә ярҙам итергә теләйһегеҙ икән, үҙегеҙҙе өҫтөн ҡуймағыҙ. (4-се абзацты ҡарағыҙ.)
5. Элифаз, Билдад һәм Сәфәрҙең тәнҡитләү һүҙҙәре нимәгә килтергән?
5 Элифаз, Билдад һәм Сәфәрҙең һүҙҙәренән һуң Әйүп үҙен тағы ла насарыраҡ хис итә башлаған (Әйүп 19:2). Бына ни өсөн Әйүп үҙенең яҡшы исемен яҡларға теләгән. Әммә үҙен аҡларға тырышып, ул дыуамал һүҙҙәр әйтеп ташлаған (Әйүп 6:3, 26). Дуҫтарының һүҙҙәрендә Йәһүәнең ҡарашы сағылмаған. Элифаз, Билдад һәм Сәфәр үҙ дуҫын бер ҙә ҡыҙғанмаған. Улар Шайтандың ҡулында ҡорал булып киткәнен үҙҙәре лә аңламаған (Әйүп 2:4, 6). Был хикәйә боронғо ваҡытта йәшәгән кешеләрҙе нимәгә өйрәтә алған һәм беҙгә лә ҡайһы яҡтан фәһемле?
6. Исраил аҡһаҡалдары Әйүптең өс дуҫының насар миҫалынан нимәгә өйрәнә алған?
6 Әйүптең осрағы Йәһүәнең боронғо ваҡытта йәшәгән хеҙмәтселәрен нимәгә өйрәтә алған? Йәһүә исраилдарға ҡанундар биргәндән һуң үҙ халҡын тәҡүә нормалары буйынса хөкөм итер өсөн ирҙәр һайлап алған (Ҡан. 1:15—18; 27:1). Исраил аҡһаҡалдарына хөкөм ҡарары сығарыр алдынан йә кәңәш бирер алдынан кешене иғтибар менән тыңларға кәрәк булған (2 Йыл. 19:6). Шулай уҡ Йәһүә тыуған хәлде ентекләп тикшерергә ҡушҡан. Факттарҙы беләбеҙ тип уйлаһалар ҙа, улар барыбер һорауҙар бирергә тейеш булған (Ҡан. 19:18). Уларға ярҙам һорап килгән кеше менән яғымлы итеп һөйләшергә кәрәк булған. Ни өсөн? Сөнки кеше аҡһаҡалдың асыулы булғанын тойһа, уға, бәлки, күңелен бушата алмаҫ (Сығ. 22:22—24). Эйе, Исраил аҡһаҡалдары Әйүптең осрағынан үҙҙәренә күп һабаҡтар ала алған.
7. Әйүптең миҫалы исраилдарҙы нимәгә өйрәтә алған? (Ғибрәтле һүҙҙәр 27:9).
7 Әлбиттә, аҡһаҡалдарҙан тыш, башҡа исраилдар ҙа — йәш кеше лә, олоһо ла, ир-ат та, ҡатын-ҡыҙ ҙа — кәңәш бирә алған. Улар үҙ дуҫына Алла менән мөнәсәбәттәрен яҡшыртырға йә тәртибен үҙгәртергә ярҙам итә алған (Зәб. 140:5). Эйе, тик ысын дуҫ ҡына эскерһеҙ кәңәш бирә. (Ғибрәтле һүҙҙәр 27:9-ҙы уҡығыҙ.) Әйүптең өс дуҫының миҫалы тураһында уйланып, исраилдар кемгәлер ярҙам иткәндә, нимә әйтмәҫкә һәм эшләмәҫкә икәнен аңлай алған.
8. Ауырлыҡтар менән осрашҡан ҡәрҙәштәргә ярҙам иткәндә, беҙ нимәне иҫтә тоторға тейеш? (Фотоһүрәттәрҙе лә ҡарағыҙ.)
8 Әйүптең осрағы беҙгә нисек ярҙам итә? Беҙ ауырлыҡтар менән осрашҡан ҡәрҙәштәргә ярҙам итергә теләйбеҙ. Шул уҡ ваҡытта беҙ Әйүптең өс дуҫының хаталарын ҡабатларға теләмәйбеҙ. Беренсенән, ниндәйҙер һөҙөмтәләр яһар алдынан беҙгә бөтә факттарҙы йыйырға кәрәк. Икенсенән, Элифаз кеүек, үҙ тәжрибәбеҙгә түгел, ә Алла Һүҙенә таяныу мөһим (Әйүп 4:8; 5:3, 27). Өсөнсөнән, һөйләшкәндә һүҙҙәребеҙ тупаҫ һәм тәнҡитсел булырға тейеш түгел. Әлбиттә, Элифаздың һәм Әйүптең башҡа дуҫтарының һүҙҙәрендә ниндәйҙер дөрөҫлөк булған. Һуңыраҡ илсе Пауыл Элифаздың ҡайһы бер һүҙҙәрен хатта өҙөмтә итеп килтергән (Әйүп 5:13-тө 1 Кәринттәргә 3:19 менән сағыштырығыҙ.) Шулай ҙа улар Алла тураһында күберәк насарҙы һөйләгән һәм Әйүптең йөрәген әрнеткән. Бына ни өсөн Йәһүә уларҙың һүҙҙәрен ялған тип тапҡан (Әйүп 42:7, 8). Беҙҙең менән һөйләшеүҙән һуң кешенең, Йәһүә аяуһыҙ һәм уның яратыуына лайыҡ була алмайым, тигән хистәре тыуырға тейеш түгел. Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, Илуйҙың яҡшы миҫалы беҙҙе нимәгә өйрәтә алғанын ҡарап сығайыҡ.
Ярҙамға мохтаж булған кеше менән һөйләшкәндә: 1) хәлде аңлар өсөн, уны иғтибар менән тыңлағыҙ; 2) Изге Яҙманы ҡулланығыҙ; 3) игелекле итеп һөйләшегеҙ. (8-се абзацты ҡарағыҙ.)
ИЛУЙҘЫҢ ЯҠШЫ МИҪАЛЫ
9. Дуҫтары һөйләп бөткәс, ни өсөн Әйүп һаман да ярҙамға мохтаж булған һәм Йәһүә уға нисек ярҙам иткән?
9 Әйүп һәм уның дуҫтары шул тиклем оҙаҡ бәхәсләшкән, хатта уларҙың һүҙҙәре Әйүп китабының 28 бүлегендә яҙылған. Күберәк улар үҙҙәренең ҡәнәғәтһеҙлеген һәм асыуын күрһәткән. Әлбиттә, был Әйүпкә үҙен яҡшыраҡ хис итергә ярҙам итмәгән. Ул һаман да йыуатыуға һәм төҙәтеүгә мохтаж булған. Йәһүә Алла уға Илуй аша ярҙам иткән. Әммә ни өсөн Илуй һөйләшеүен алдараҡ башламаған? Ул былай тигән: «Йәшем буйынса кесемен, ә һеҙ өлкәнһегеҙ. Шуға ла ҡыйыуһыҙландым» (Әйүп 32:6, 7). Илуй оло йәштәгеләрҙең йыш ҡына зирәгерәк булыуын, ҙур тәжрибәгә эйә булыуын аңлаған. Шуға күрә ул Әйүпте һәм уның дуҫтарын тыңлап ҡына ултырған. Ләкин улар бәхәсләшеүҙән туҡтағас, Илуй өндәшмәй ҡала алмаған. Ул былай тигән: «Хикмәт йәштә түгел. Ғәҙеллекте аңлау тик ҡарттарға ғына бирелмәгән» (Әйүп 32:9). Артабан Илуй нимә һәм нисек итеп әйткән?
10. Әйүпкә уның хаҡ булмауын күрһәтер өсөн, Илуй тәүҙә нимә эшләгән? (Әйүп 33:6, 7).
10 Илуй Әйүптең хаҡ булмауы тураһында әйтер алдынан яҡшы мөхит булдырырға тырышҡан. Нисек итеп? Ул тәүҙә ярһып киткән булһа ла, асыуын ҡулда тотоп, Әйүп менән игелекле итеп һөйләшкән (Әйүп 32:2—5). Мәҫәлән Илуй уға: «Мин дә Алланың алдында тап һинең кеүек», — тигән. (Әйүп 33:6, 7-не уҡығыҙ.) Бынан тыш, ул Әйүптең әйткән төп фекерҙәрен ҡабатлап, уны иғтибар менән тыңлағанын белдергән (Әйүп 32:11; 33:8—11). Ул Әйүптең хаҡ булмауын уның һүҙҙәренә таянып күрһәткән (Әйүп 34:5, 6, 9; 35:1—4).
11. Илуй Әйүпте нисек төҙәткән? (Әйүп 33:1).
11 Илуй Әйүпте төҙәткәндә, уның дәрәжәһен төшөрмәгән. Мәҫәлән, ул Йәһүәнең тоғро хеҙмәтсеһенә исеме менән өндәшкән, ә Элифаз, Билдад һәм Сәфәр, күрәһең, улай эшләмәгән. (Әйүп 33:1-ҙе уҡығыҙ.) Илуй, моғайын, бер ни ҙә әйтмәй тик кенә ултырыу ни тиклем ауыр булғанын иҫендә тотҡандыр. Шуға күрә ул Әйүпкә күңелен асырға мөмкинлек биргән (Әйүп 32:4; 33:32). Шулай уҡ Илуй Әйүпкә уның ҡайһы бер уй-фекерҙәре ҡурҡыныс икәнен күрһәткән, һәм Йәһүәнең зирәклеген, көсөн, ғәҙеллеген һәм тоғро мөхәббәтен иҫенә төшөргән (Әйүп 36:18, 21—26; 37:13, 23, 24). Илуй әйткән һүҙҙәр Әйүпте Алла менән һөйләшергә әҙерләгән (Әйүп 38:1—3). Илуйҙың миҫалы Йәһүәнең боронғо ваҡытта йәшәгән хеҙмәтселәрен нимәгә өйрәтә алған һәм бөгөн беҙгә ҡайһы яҡтан файҙалы?
12. а) Йәһүә пәйғәмбәрҙәр аша үҙ халҡына нисек ярҙам итә алған? б) Илуйҙың миҫалы Алланың хеҙмәтселәрен нимәгә өйрәтә алған?
12 Илуйҙың миҫалы Алланың боронғо хеҙмәтселәрен нимәгә өйрәтә алған? Алла йыш ҡына пәйғәмбәрҙәргә исраилдарҙы төҙәтергә һәм өйрәтергә ҡушҡан. Мәҫәлән, хөкөмсөләр ваҡытында Йәһүә үҙ халҡына «Исраилдың әсәһе» — Девора аша күрһәтмәләр биргән. Шулай уҡ Алла Шамуил аша, ул бик йәш булһа ла, исраилдарҙы төҙәткән (Хөк. 4:4—7; 5:7; 1 Шам. 3:19, 20). Батшалар осоронда ла Йәһүә Исраилда пәйғәмбәрҙәрҙең булыуы хаҡында ҡайғыртҡан. Улар халыҡҡа Аллаға дөрөҫ табынырға ярҙам иткән. Ә инде исраилдар Алланы тыңламағанда, пәйғәмбәрҙәр уларҙы шелтәләгән (2 Шам. 12:1—4; Илс. 3:24). Илуйҙың миҫалы Алланың тоғро хеҙмәтселәрен башҡаларға ярҙам иткәндә нимәгә өйрәтә алған?
13. Илуйҙың миҫалы беҙгә нисек ярҙам итә?
13 Илуйҙың миҫалы беҙгә нисек ярҙам итә? Илуйҙың миҫалы боронғо пәйғәмбәрҙәргә генә түгел, беҙҙең өсөн дә файҙалы. Пәйғәмбәрҙәр кеүек, беҙ ҙә кешеләргә Алла ихтыярын асабыҙ. Беҙ уларға Изге Яҙмала нимә яҙылғаны тураһында һөйләйбеҙ, шулай уҡ ҡәрҙәштәребеҙҙе рухландырабыҙ һәм нығытабыҙ (1 Кәр. 14:3). Айырыуса аҡһаҡалдарға Илуйҙың миҫалын өлгө итеп алыу мөһим. Берәй ҡәрҙәш төшөнкөлөккә бирелгәнгә дыуамал һүҙҙәр әйтһә лә, уларға йомшаҡ һәм игелекле булырға кәрәк (Әйүп 6:3; 1 Тис. 5:14).
14, 15. Аҡһаҡалдар Илуйҙан нисек өлгө ала ала? Миҫал килтерегеҙ.
14 Әйҙәгеҙ ошондай осраҡты күҙ алдына килтерәйек. Аҡһаҡал үҙенең йыйылышындағы бер ҡыҙ ҡәрҙәштең бойоғоп йөрөгәнен күрә, ти. Уны рухландырыр өсөн ул тағы бер ир ҡәрҙәш менән уның өйөнә килә. Ҡыҙ ҡәрҙәшебеҙ вәғәзләһә лә, йыйылыш осрашыуҙарына йөрөһә лә, тормошоноң нишләптер элеккесә шатлыҡ килтермәгәне тураһында әйтә. Шул саҡта ҡәрҙәштәр нисек эш итер?
15 Моғайын, тәүҙә улар ҡыҙ ҡәрҙәштең ни өсөн шатлығын юғалтҡанын аңларға тырышыр. Бының өсөн улар уны бүлдермәйенсә иғтибар менән тыңлар. Бәлки, ул үҙен, Алланың мөхәббәтенә лайыҡ түгелмен, тип һанайҙыр йә «тормош мәшәҡәттәре» уның бөтә көсөн алалыр (Лука 21:34). Ҡәрҙәштәр был ҡыҙ ҡәрҙәште, бер нигә ҡарамаҫтан, йыйылыш осрашыуҙарына һәм вәғәзгә йөрөүе өсөн маҡтар. Ә инде ҡыҙ ҡәрҙәштең ни өсөн бойоҡҡанын аңлағас, улар Изге Яҙманан Йәһүәнең яратыуына ышандырған аяттарҙы күрһәтер (Ғал. 2:20).
ӘЙҮП КИТАБЫ АРТАБАН ДА ҺЕҘГӘ ФАЙҘА КИЛТЕРҺЕН
16. Әйүп китабы беҙгә файҙа килтерһен өсөн, нимә эшләй алабыҙ?
16 Әйүп китабында файҙалы һабаҡтар бик күп! Үткән мәҡәләнән күреүебеҙсә, был китап Алланың ғазаптарҙы ни өсөн рөхсәт иткәнен аңлатып ҡына ҡалмай, ул шулай уҡ уларҙы сыҙамлыҡ менән йырып сығырға өйрәтә. Был мәҡәләнән беҙ шуны белдек: һәр беребеҙ башҡаларҙы төҙәткәндә йә нығытҡанда, Әйүптең өс дуҫынан түгел, ә Илуйҙың миҫалын өлгө итеп ала ала. Кемделер йыуатырға йә төҙәтергә кәрәк булһа, Әйүп китабындағы һабаҡтарҙы ҡулланығыҙ. Әгәр ҙә һеҙ был китапты күптән уҡымаған булһағыҙ, уны яҡын арала уҡып сығырға маҡсат ҡуйығыҙ. Был китапта һеҙ тағы ла күберәк ҡиммәтле фекерҙәр табырһығыҙ.
125-СЕ ЙЫР «Шәфҡәтлеләр бәхетле»
a Элифаз уйлауынса, Йәһүә бер кемде лә тәҡүә тип һанамай, һәм бер кем дә уға ярай алмай. Күрәһең, быға уны яуыз рух ышандырған. Был фекер Элифаздың уйына шул тиклем ныҡ тәьҫир иткән, хатта ул быны күп тапҡыр ҡабатлаған (Әйүп 4:17, 18; 15:15, 16; 22:2).

