51-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ
132-СЕ ЙЫР Беҙ икәү бер тән булдыҡ
Туйығыҙ Йәһүәне данлаһын
«Тик бөтә нәмә лә килешле һәм тәртипле үтһен» (1 КӘР. 14:40).
ТӨП ФЕКЕР
Никахҡа инергә йыйынған мәсихселәрҙең туйы Йәһүәне нисек данлай ала?
1, 2. Йәһүә туйығыҙҙың нисек үтеүен теләй?
ӘГӘР һеҙ күптән түгел йәрәшкән булһағыҙ, тимәк, был тормошоғоҙҙоң иң тулҡынландырғыс осоролор. Моғайын, һеҙ инде туйға әҙерләнә башлағанһығыҙҙыр a. Йәһүә был ваҡиғаның һеҙгә күп шатлыҡ килтереүен һәм бергә бәхетле тормош итеүегеҙҙе теләй (Ғиб. һүҙ. 5:18; Йыр. 3:11).
2 Туйығыҙ менән Йәһүәне данлау бик мөһим. Ни өсөн һәм быны нисек эшләп була? Был мәҡәлә тәү сиратта кейәү менән кәләшкә арналһа ла, ундағы принциптар туй ойоштороу хаҡында кәңәш биргән яҡындарына ла, йәштәрҙең ҡунаҡтарына ла файҙалы булыр.
НИ ӨСӨН ТУЙ ЙӘҺҮӘНЕ ДАНЛАРҒА ТЕЙЕШ?
3. Туйға әҙерләнгән мәсихселәр иң тәүҙә нимәне иҫәпкә алырға тейеш һәм ни өсөн?
3 Туй ойоштороу менән бәйле һорауҙарҙы хәл иткәндә, мәсихселәр Изге Яҙмалағы принциптарҙы иҫәпкә алырға тейеш. Ни өсөн? Сөнки Алла — никах булдырыусы. Ул тарихта иң беренсе туйҙы — Әҙәм менән Һауаның туйын ойошторған (Баш. 1:28; 2:24). Шуға күрә өйләнешергә йыйынған кейәү менән кәләш иң тәүҙә Йәһүәнең ҡарашын иҫәпкә алырға тейеш.
4. Ни өсөн туйҙың Йәһүәгә дан килтереүе мәсихселәр өсөн мөһим?
4 Туйҙы ойошторғанда Йәһүәнең ҡарашын иҫәпкә алыр өсөн тағы бер мөһим сәбәп бар. Ул һеҙҙең күктәге Атайығыҙ һәм иң яҡшы Дуҫығыҙ (Евр. 12:9). Әлбиттә, һеҙ уның менән тығыҙ, яҡын дуҫлығығыҙҙы һаҡлап ҡалырға теләйһегеҙ. Шуға күрә туй көнөндә лә йә башҡа көндә лә Дуҫығыҙҙы бойоҡторорға теләмәҫһегеҙ (Зәб. 24:14). Йәһүәнең һеҙҙең өсөн инде эшләгән һәм киләсәктә эшләйәсәк нәмәләр тураһында уйланығыҙ. Аллаға рәхмәтле булыуығыҙ туйығыҙҙы уға дан килтерерлек итеп ойошторорға дәртләндерер (Зәб. 115:3).
ҺЕҘ ЙӘҺҮӘНЕ НИСЕК ДАНЛАЙ АЛАҺЫҒЫҘ?
5. Изге Яҙма кейәү менән кәләшкә туйға әҙерләнергә нисек ярҙам итер?
5 Изге Яҙмала туй үткәреү тураһында аныҡ ҡағиҙәләр яҙылмаған. Шуға күрә күп нәмә йолаларға, шәхсән ҡараштарға һәм шарттарға бәйле булырға мөмкин. Шул уҡ ваҡытта урындағы закондар буйынса эш итеү бик мөһим (Матф. 22:21). Кейәү менән кәләш ниндәй генә ҡарарҙар ҡабул итһә лә, әгәр улар Изге Яҙмалағы принциптар буйынса эш итһә, уларҙың туйы Йәһүәне шатландырыр һәм данлар. Әйҙәгеҙ, был принциптарҙы ентекләберәк ҡарап сығайыҡ.
6. Ни өсөн кейәү менән кәләшкә закондың талаптарын үтәргә кәрәк? (Римдарға 13:1, 2).
6 Закон талаптарын үтәгеҙ (Рим. 13:1, 2). Күпселек илдәрҙә хөкүмәт никахҡа инергә теләгән парҙарға билдәле бер талаптар ҡуя. Мәсихселәргә улар йәшәгән ерҙә ниндәй юридик нормалар бар икәнен белешергә кәрәк. Әгәр ул мәсьәләне хәл итеүе ауыр булһа, аҡһаҡалдарҙан ярҙам һорарға була b.
7. Туйҙа ниндәй мөхит булырға тейеш һәм уны нисек булдырырға?
7 Туйҙа яҡшы мөхит булдырығыҙ (1 Кәр. 10:31, 32). Тик Алланың изге рухы менән генә туйҙа яҡшы мөхит булдырып була. Шуға был донъяның рухы сағылған һәр нәмәнән ситтә тороғоҙ (Ғал. 5:19—26). Изге Яҙмалағы принциптар буйынса, туйҙың шатлыҡлы, юғары дәрәжәлә үтеүе кейәүҙең өҫтөндә ята. Был йәһәттән Изге Яҙмаға нигеҙләнгән туй телмәре мөһим урын биләй. Яратыу, йылылыҡ һәм хөрмәт сағылдырған телмәр Алла бүләк итеп биргән никахты тағы ла нығыраҡ ҡәҙерләргә дәртләндерер. Телмәр шулай уҡ туйҙың кеше тормошонда етди ваҡиға булыуын күрһәтер. Күп кенә мәсихселәр, мөмкинлек булһа, туй телмәрен Батшалыҡ залында үткәрә. Һеҙ ҙә Батшалыҡ залын ҡулланырға булһағыҙ, аҡһаҡалдар кәңәшмәһенә, рөхсәт һорап, алдан уҡ хат яҙығыҙ.
8. Туй табынын планлаштырғанда нимәне иҫәпкә алырға кәрәк? (Римдарға 13:13).
8 Римдарға 13:13-тө уҡығыҙ. Туй табынын ойошторорға булһағыҙ, унда был донъяның рухын ҡатыштырмағыҙ. Был яҡтан һеҙгә нимә ярҙам итер? Римдарға 13:13-тә «ҡоторонҡо мәжлестәр» тураһында әйтелә. Был аятта ҡулланылған грек һүҙе төнгә тиклем йырлап, бейеп, күңел асҡан шау-шыулы кисәләрҙе үҙ эсенә ала. Туйҙа иҫерткес эсемлектәр булһа, бер кем дә саманан тыш эсмәһен өсөн саралар күрегеҙ c. Әгәр музыка булһа, ул ныҡ яңғырамаһа һәм ҡунаҡтарға аралашырға ҡамасауламаһа, яҡшы булыр. Шулай уҡ бер кемде лә уңайһыҙ хәлдә ҡалдырмаҫ өсөн музыканы ентекләп һайлағыҙ. Уның жанрын һәм тексын алдан ҡарағыҙ.
9. Туй мәжлесен ойошторғанда кейәү менән кәләшкә тағы нимәне иҫәпкә алырға кәрәк?
9 Туй мәжлесендә туғандарығыҙҙың һәм дуҫтарығыҙҙың ҡотлауҙарын йә өгөт-нәсихәт һүҙҙәрен ишетергә теләр инегеҙме? Фото, видео күрһәтергә йә уйындар ойошторорға планлаштыраһығыҙмы? Эйе, быларҙың барыһы мәжлесте байыта ала. Әммә күңел асыуҙар ҡунаҡтарҙың күңелендә яҡшы хәтирәләр ҡалдырырға тейеш (Флп. 4:8). Шуға күрә ошондай ике һорау өҫтөндә алдан уйланығыҙ: бындай күңел асыуҙар ҡунаҡтарға һәм никах ҡоролошона хөрмәт күрһәтерме? Ә иң мөһиме, Йәһүәне данлармы? Әлбиттә, юмор хисе туйҙа бик урынлы, әммә ул әҙәпле булһын. Мәҫәлән, унда әхлаҡһыҙлыҡ сағылырға тейеш түгел (Эфес. 5:3). Туғандарығыҙ һәм дуҫтарығыҙ һеҙҙең өсөн нимә әҙәпле, ә нимә юҡ икәнен аңлаһын һәм һеҙҙең ҡарашығыҙҙы ихтирам итһен.
10. Ни өсөн туйҙы планлаштырғанда тыйнаҡ булыу мөһим? (1 Яхъя 2:15—17).
10 Тыйнаҡ булығыҙ. (1 Яхъя 2:15—17-не уҡығыҙ.) Мәсихселәр үҙҙәренә артыҡ иғтибар йәлеп итмәһә, ә, киреһенсә, Йәһүәне данлаһа, ул бик һөйөнә. Шуға тыйнаҡ мәсихселәр үҙенең байлығы менән маҡтанмаҫ һәм туйға сиктән тыш күп аҡса сарыф итмәҫ. Туйҙың тыйнаҡ һәм ябай булыуы ҡайһы яҡтан яҡшы? Норвегияла йәшәгән Майк исемле ҡәрҙәш бына нимә ти: «Беҙҙең туйыбыҙ ябай булһа ла, бик матур үтте. Ул тик яҡшы хәтирәләр генә ҡалдырҙы. Бынан тыш, беҙ бурыстарға батманыҡ һәм пионер хеҙмәтен дауам итә алдыҡ». Ә бына Һиндостанда йәшәгән Табита исемле ҡыҙ ҡәрҙәшебеҙҙең һүҙҙәре: «Беҙ артыҡ стресс кисермәнек. Туйыбыҙ ябай булғанға, беҙгә оҙаҡ әҙерләнергә тура килмәне һәм туғандарыбыҙ менән дә аңлашылмаусанлыҡтар тыуманы».
Кейәү менән кәләш ҡайҙа ғына йәшәһә лә, уларҙың туйҙары тыйнаҡ, матур һәм онотолмаҫлыҡ була ала. (10, 11-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)
11. Тышҡы ҡиәфәт тураһында әйткәндә, кейәү менән кәләш нисек тыйнаҡ була ала? (Фотоһүрәттәрҙе лә ҡарағыҙ.)
11 Һеҙ туй көнөндә нимә кейерегеҙҙе инде хәл иттегеҙме? Әлбиттә, һеҙҙең был көндө бик матур булғығыҙ килә. Изге Яҙманан күреүебеҙсә, хатта боронғо ваҡытта ла кейәү менән кәләш үҙҙәренең тышҡы ҡиәфәтенә ҙур иғтибар биргән (Ишағ. 61:10). Эйе, туй көнөндә кейгән кейемегеҙ башҡа кейемдәрегеҙҙән ныҡ айырылып торор. Шулай ҙа ул тыйнаҡ булырға тейеш (1 Тим. 2:9). Кейем һәм башҡа матди нәмәләр туйығыҙҙа иң мөһим урын биләмәһен (1 Пет. 3:3, 4).
12. Ни өсөн кейәү менән кәләшкә, Изге Яҙмаға ҡаршы килгән һәр йоланы кире ҡағырға кәрәк?
12 Изге Яҙмаға ҡаршы килгән йолаларға эйәрмәгеҙ (Асыл. 18:4). Күп кенә туй йолалары ялған дин, сихырсылыҡ һәм хөрәфәттәр менән бәйле. Йәһүә һеҙҙең нәжес нәмәләрҙән йыраҡ тороуығыҙҙы теләй (2 Кәр. 6:14—17). Шуға урындағы йолалар шиктәр тыуҙырһа, уларҙың ҡайҙан килеп сығыуын белегеҙ һәм уларҙы үтәргә буламы-юҡмы икәнен хәл итер өсөн Изге Яҙманан принциптар табығыҙ.
13. Йәһүә бүләктәргә нисек ҡарай һәм кейәү менән кәләш унан нисек өлгө ала ала?
13 Күп кенә мәҙәниәттәрҙә кейәү менән кәләшкә туй көнөндә бүләктәр бирәләр. Ҡайһы бер ҡунаҡтар ҡиммәтле бүләк бирә ала, ә кемдеңдер ундай мөмкинлеге юҡ. Әлбиттә, Изге Яҙма мәсихселәрҙе йомарт булырға дәртләндерә, сөнки «алыуға ҡарағанда биреүҙә бәхет күберәк» (Ғиб. һүҙ. 11:25; Илс. 20:35). Ләкин ҡунаҡтарҙың, мин мотлаҡ бүләк бирергә йә бүләгем ҡиммәтле булырға тейеш, тигән фекерҙәре тыумаһын. Бүләктәргә Йәһүә һымаҡ ҡарарға кәрәк. Шул саҡта беҙҙең өсөн кешенең мөмкинлектәре түгел, ә уның эске теләктәре мөһимерәк булыр (2 Кәр. 9:7).
АУЫРЛЫҠТАР ТЫУҺА, НИМӘ ЭШЛӘРГӘ?
14. Туйға әҙерләнгәндә ниндәй ауырлыҡтар тыуыуы мөмкин?
14 Йәһүәне данлаған туйҙы ойоштороуы еңел түгел. Мәҫәлән, кемдер һеҙҙең ябай туй үткәрергә теләүегеҙҙе аңламаҫҡа мөмкин. Сөләймән утрауҙарында йәшәгән Чарли былай тип бүлешә: «Туйға кемдәрҙе саҡырырға тигән һорау иң ауыры булды. Беҙҙең дуҫтарыбыҙ бик күп һәм уларҙың бөтәһе лә туйға саҡырыуыбыҙҙы көттө. Сөнки беҙҙең мәҙәниәттә шулай». Өҫтәрәк телгә алынған Табита былай тип бүлешә: «Мин йәшәгән ерҙә, ғәҙәттә, туйға бик күп ҡунаҡ саҡыралар. Беҙ туйға яҡынса йөҙ генә кеше саҡырабыҙ тигәс, атай-әсәйҙәребеҙ ҡарарыбыҙ менән шунда уҡ ризалашманы». Һиндостанда йәшәгән Са́ра былай тип һөйләй: «Күптәр башҡаларҙы һоҡландырырға ярата. Минең ике туғандарымдың туйҙары байҙарса үтте, һәм минең туйым уларҙыҡына ҡарағанда тағы ла байыраҡ булырға тейеш тип баҫым яһанылар». Һеҙҙең дә төрлө ауырлыҡтарығыҙ тыуырға мөмкин. Уларҙы нисек хәл итеп була?
15. Ни өсөн туйҙы планлаштырғанда күп доға ҡылыу мөһим?
15 Туйығыҙҙы планлаштырғанда күп доға ҡылығыҙ. Йәһүәгә тыуған ауырлыҡтарығыҙ һәм хистәрегеҙ тураһында һөйләгеҙ (Флп. 4:6, 7). Уға, аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә, борсолғанда тыныс булып ҡалырға һәм кәрәк саҡта ҡыйыу булырға ярҙам ит, тип доға ҡылығыҙ (1 Пет. 5:7). Йәһүәнең ярҙамын күргәс, һеҙ уға тағы ла яҡыныраҡ булып китерһегеҙ. Өҫтәрәк иҫкә алынған Табита былай ти: «Беҙ егетем менән үҙ-ара һәм туғандарыбыҙ менән ҡаршылыҡтар тыуыр тип борсолдоҡ. Шуға туй менән бәйле һорауҙарҙы хәл иткәндә, беҙ доға ҡылдыҡ. Йәһүә беҙгә ярҙам итте, һәм беҙ тыныс ҡына фекер алыштыҡ».
16, 17. Туйҙы планлаштырғанда асыҡ һәм әҙәпле аралашыу нисек ярҙам итә ала?
16 Бер-берегеҙгә һәм туғандарығыҙға хөрмәт күрһәтегеҙ (Ғиб. һүҙ. 15:22). Кейәү менән кәләшкә туйға бәйле күп ҡарарҙарҙы бергә ҡабул итергә кәрәк. Мәҫәлән, туйҙың көнөн, күпме аҡса китеүен, ҡунаҡтарҙың исемлеген һәм башҡа күп һорауҙарҙы. Ҡарар ҡабул итер алдынан, төрлө варианттарҙы ҡарап сығығыҙ, Изге Яҙмалағы тура килгән принциптар тураһында уйланығыҙ һәм етлеккән мәсихселәр менән кәңәшләшегеҙ. Теләктәрегеҙ тураһында әйткәндә үҙ һүҙле түгел, киреһенсә, игелекле һәм юл биреүсән булығыҙ. Яҡын туғандарығыҙҙың, мәҫәлән, атай-әсәйҙәрегеҙҙең тәҡдимдәре урынлы булһа, уларға ҡолаҡ һалырға тырышығыҙ. Был бит улар өсөн дә мөһим ваҡиға. Әгәр улар әйткәнсә эшләп булмаһа, сәбәбен ипле генә аңлатып бирегеҙ (Кол. 4:6). Һеҙҙең маҡсатығыҙ — Йәһүәне данлаған шатлыҡлы байрам ойоштороу икәнен туғандарығыҙға әйтегеҙ.
17 Атай-әсәйегеҙ хәҡиҡәттә булмаһа, уларға ҡарарҙарығыҙҙы аңлатып биреү айырыуса ауыр булырға мөмкин. Әммә борсолмағыҙ, барыһы ла яҡшы булыр! «Туғандарыбыҙ туйыбыҙҙың иудаизм йолалары буйынса үткәрелеүен теләне, — тип әйтә Һиндостанда йәшәгән Санто́ш исемле ир ҡәрҙәш. — Уларға ҡараштарыбыҙҙы аңлатыр өсөн күп ваҡыт кәрәк булды. Әммә Изге Яҙмаға ҡаршы булмаған һорауҙарҙа беҙ уларҙың теләктәрен иҫәпкә алдыҡ. Мәҫәлән, беҙ менюны үҙгәртеп, уларға оҡшаған ризыҡ һайланыҡ. Шулай уҡ беҙ туй программаһынан йыр-бейеүҙәрҙе алып ҡуйҙыҡ, сөнки был уларға оҡшаманы».
18. Кейәү менән кәләш, туй көнөндә артыҡ борсолмаҫ өсөн, нимә эшләй ала? (1 Кәринттәргә 14:40). (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)
18 Яҡшылап планлаштырығыҙ. Яҡшы ойоштороу туй көнөндәге стресты шаҡтай кәметә. (1 Кәринттәргә 14:40-ты уҡығыҙ.) Тайвандә йәшәгән Уэ́йн исемле ир ҡәрҙәшебеҙ былай ти: «Туйыбыҙға бер нисә көн ҡалғанда, беҙгә ярҙам итергә тейеш булған ҡәрҙәштәр менән бәләкәй генә осрашыу үткәрҙек. Барыһы ла шыма үтһен өсөн, беҙ ҡайһы бер һорауҙарҙы ҡарап сыҡтыҡ һәм программаның бер нисә өлөшөнә репетиция яһаныҡ». Туй программаһының өлөштәрен үҙ ваҡытында башлаһағыҙ, ҡунаҡтарға хөрмәт күрһәтерһегеҙ.
Яҡшы ойоштороу туй көнөндә стресты шаҡтай кәметә (18-се абзацты ҡарағыҙ.)
19. Туй мәжлесе тәртипле үтһен өсөн, кейәү менән кәләш нимә тураһында алдан уйлай ала?
19 Бөтә нәмәне алдан уйлаһағыҙ, күпселек ауырлыҡтар бөтөнләй тыумаҫ (Ғиб. һүҙ. 22:3). Мәҫәлән, һеҙ йәшәгән ерҙә туйға саҡырылмаған кеше килә ала икән, бындай хәл тыумаһын өсөн, саралар күрегеҙ. Хәҡиҡәттә булмаған туғандарығыҙға туйҙың нисек үтәсәген һөйләгеҙ һәм киң таралған туй йолаларына ҡарашығыҙҙы аңлатығыҙ. Уларға jw.org сайтындағы «Йәһүә шаһиттарының туйҙары нисек үтә?» тигән мәҡәләне (тат.) күрһәтеп була. Бынан тыш, үҙегеҙ ышанған берәй ир ҡәрҙәштең туй мәжлесен күҙәтеп тороуын һорай алаһығыҙ (Яхъя 2:8). Уға туйҙың нисек үтәсәген аңлатып бирегеҙ һәм ул, туй килешле һәм ниәтләгәнсә үтһен өсөн, барыһын эшләр.
20. Кейәү менән кәләшкә нимәне иҫтә тотоу мөһим?
20 Моғайын, һеҙ күп нәмәне әҙерләргә кәрәклеге тураһында борсолаһығыҙҙыр. Әммә онотмағыҙ: туй ни бары бер генә көн була. Ошо көндән башлап, һеҙ Йәһүәгә, ғаилә булараҡ, бергә хеҙмәт итә алаһығыҙ. Туйығыҙ тыйнаҡ үтһен өсөн һәм Алланы данлаһын өсөн тырышлыҡтар һалығыҙ. Йәһүәгә таянығыҙ, шул саҡта был көнөгөҙ тураһында йылы хәтирәләр ҡалыр һәм һеҙ бер нәмә тураһында ла үкенмәҫһегеҙ (Зәб. 36:3, 4).
107-СЕ ЙЫР Алла яратыуҙа өлгө күрһәтә
a АҢЛАТМА. Күп кенә мәҙәниәттәрҙә туйҙа кейәү менән кәләштең Алла алдында никах анты биреү йолаһы бар. Бынан һуң улар, ғәҙәттә, дуҫтары һәм туғандары өсөн табын ойоштора. Башҡа мәҙәниәттәрҙә ундай йолалар булмаҫҡа мөмкин. Нисек кенә булмаһын, кейәү менән кәләшкә Изге Яҙмалағы принциптарҙы ҡарап сығыу файҙалы булыр.
b Мәсихселәрҙең никах теркәү закондарына нисек ҡарағанын белер өсөн, «Күҙәтеү манараһы» 2006 йылдың 1 ноябрь сығарылышында «Алла һәм кешеләр алдында хөрмәткә лайыҡ туйҙар» тигән мәҡәләне (тат.) ҡарағыҙ.
c Беҙҙең jw.org сайтында «Туйҙа иҫерткес эсемлектәр тәҡдим итергәме?» тигән видеоны ҡарағыҙ.

