Оло йәштәге ҡәрҙәштәр, һеҙ йыйылыш өсөн ҡәҙерле

Оло йәштәге ҡәрҙәштәр, һеҙ йыйылыш өсөн ҡәҙерле

«Үткәндәрҙе иҫкә төшөрөп, күпме эш башҡара алғаныма аптырайым. Әммә йылдар үҙенекен ала һәм көсөм элекке кеүек түгел» (Ко́нни, 83 йәш).

Моғайын, һеҙ ҙә ҡартайғанығыҙҙы һиҙәһегеҙҙер. Йәһүәгә күп йылдар тоғро хеҙмәт иткән булһағыҙ ҙа, һеҙ, элек башҡарған рухи эштәрегеҙҙе бөгөнгө эштәрегеҙ менән сағыштырып, бойоғаһығыҙҙыр. Һеҙгә кире хистәргә бирелмәҫкә нимә ярҙам итер?

ЙӘҺҮӘ ҺЕҘҘӘН НИМӘ КӨТӘ?

Үҙ-үҙегеҙҙән: «Йәһүә минән нимә көтә?» — тип һорағыҙ. 2 Кәринттәргә 8:12-лә һеҙҙе йыуата алған һүҙҙәр яҙылған. Унда былай тиелгән: «Әгәр бүләк биргән кешенең тырышлығы булһа, был бүләк Алла тарафынан нимәһе булмағанға ҡарап түгел, ә нимәһе булғанға ҡарап хуплана».

Ошо аяттан күренеүенсә, Йәһүә уның өсөн көсөгөҙҙән килгәнде генә эшләүегеҙҙе теләй. Был фекер һеҙгә үҙегеҙҙе башҡалар менән сағыштырмаҫҡа, шулай уҡ бөгөнгө хеҙмәтегеҙҙе элекке хеҙмәтегеҙ менән сағыштырмаҫҡа ярҙам итер.

Бына нимә тураһында уйланығыҙ: йәшерәк булғанда һеҙ Йәһүәгә ул ваҡытта эшләй алғандың иң яҡшыһын биргәнһегеҙҙер. Әммә хәҙер шарттарығыҙ үҙгәрһә лә, һеҙ Йәһүәгә иң яҡшыһын биреүегеҙҙе дауам итәһегеҙ. Хәлегеҙгә был яҡтан ҡараһағыҙ, бер нәмә лә үҙгәрмәгән, тип әйтеп була. Һеҙ элек тә Йәһүәгә иң яҡшыһын биргәнһегеҙ һәм хәҙер ҙә иң яҡшыһын биреүегеҙҙе дауам итәһегеҙ.

Йәш саҡта һеҙ Йәһүәгә иң яҡшыһын биргәнһегеҙ. Хәҙер, оло йәштә лә, һеҙ иң яҡшыһын бирәһегеҙ

ҺЕҘ БАШҠАЛАР ӨСӨН ФАТИХА БУЛА АЛАҺЫҒЫҘ

Үҙегеҙҙең йәшегеҙгә икенсе яҡтан ҡарарға тырышығыҙ. Оло йәштә булыуығыҙ һеҙҙе нимәнән сикләй икәне тураһында уйлап бойоғор урынына, ул һеҙгә ниндәй мөмкинлектәр асҡаны тураһында уйланығыҙ. Сөнки хәҙер һеҙ элек йәш саҡта эшләй алмағандарҙы эшләй алаһығыҙ. Бына мөмкинлектәрҙең береһе.

Тәжрибәгеҙ менән уртаҡлашығыҙ. Изге Яҙмалағы киләһе аяттар тураһында уйланығыҙ.

Дауыт батша: «Мин йәш инем, инде ҡартайҙым, әммә тәҡүәнең ситкә тибелгәнен, тоҡомоноң икмәк һорап теләнгәнен һис күрмәнем» (Зәб. 36:25).

Ешуа: «Тиҙҙән мин һәр кемде көткән юлға китермен. Һеҙ барығыҙ ҙа бөтә йөрәгегеҙ һәм булмышығыҙ менән беләһегеҙ: Аллағыҙ Раббы һеҙгә биргән яҡшы вәғәҙәләрҙең береһен дә үтәмәй ҡалманы» (Еш. 23:14).

Дауыт менән Ешуа Йәһүәгә күп йылдар хеҙмәт иткән. Уларҙың бай тәжрибәһе әйткән һүҙҙәрен әһәмиәтле иткән.

Әгәр һеҙ ҙә Аллаға күп йылдар хеҙмәт иткән булһағыҙ, уның һеҙҙе һәм башҡа ҡәрҙәштәрҙе ни тиклем мул фатихалағаны тураһында һөйләй алаһығыҙҙыр. Моғайын, Йәһүәнең үҙ халҡын фатихалағаны тураһында һеҙҙең өсөн ҡәҙерле булған берәй иҫтәлек барҙыр. Уны башҡаларға ла һөйләгеҙ. Был, ҡәрҙәштәрҙе генә түгел, һеҙҙең үҙегеҙҙе лә нығытыр (Рим. 1:11, 12).

Башҡаларҙы нығытыр өсөн тағы бер ысул: мөмкинлек булһа, Батшалыҡ залында үткән йыйылыш осрашыуҙарына барыу. Был һеҙгә лә көс өҫтәр, ҡәрҙәштәрҙе лә һоҡландырыр. Мәҡәлә башында иҫкә алынған Конни апай ҡәрҙәш былай ти: «Йыйылыш осрашыуҙары миңә бойоҡмаҫҡа ярҙам итә. Ысынлап та, Батшалыҡ залында ҡәрҙәштәремдең яратыуын тойғанда, мин нисек инде күңелһеҙләнәйем?! Мин бик рәхмәтлемен һәм улар өсөн бәләкәй генә бүләктәр яһайым. Минең артабан да йыйылыш менән бергә рухи эштәрҙә ҡатнашҡым килә».

ЙӘҺҮӘ ҺЕҘҘЕҢ ТОҒРО ХЕҘМӘТЕГЕҘҘЕ ҠӘҘЕРЛӘЙ

Изге Яҙмала теләктәре булһа ла Йәһүә өсөн күпте эшләй алмаған кешеләр тураһында әйтелә. Әммә Йәһүә уларҙы барыбер яратҡан. Шимғундың миҫалына иғтибар итәйек. Ғайса тыуған саҡта ул инде бик өлкән булған. Ғибәҙәтханаға килгәндә, Шимғун йәштәрҙең мөһим эштәр башҡарғанын күргәндер. Моғайын, ул, минән инде ниндәй файҙа, мин бит Алла өсөн, йәштәр кеүек күпте эшләй алмайым, тип уйлағандыр. Әммә Йәһүә Шимғунға бөтөнләй икенселәй ҡараған. Ул уның өсөн «Алланан ҡурҡҡан... тәҡүә кеше» булған. Йәһүә, Шимғунға яңы тыуған Ғайсаны күрергә мөмкинлек биреп, уға ҙур хөрмәт күрһәткән. Бынан тыш, Алла Шимғун аша Ғайсаның вәғәҙә ителгән Мәсих буласағы тураһында пәйғәмбәрлек әйткән (Лука 2:25—35). Һис шикһеҙ, был оло йәштәге кешелә «изге рух» булған. Йәһүә өсөн Шимғундың ныҡлы һаулығы түгел, ә ныҡлы иманы мөһим булған.

Йәһүә Шимғунға яңы тыуған Ғайсаны күрергә һәм уның тураһында пәйғәмбәрлек әйтергә мөмкинлек биргән. Шулай итеп ул уға ҙур хөрмәт күрһәткән

Шикләнмәгеҙ, мөмкинлектәрегеҙ сикле булһа ла, Йәһүә һеҙҙең дә хеҙмәтегеҙҙе бик ҡәҙерләй. Ул «кешенең хәленән килмәгәнде түгел, ә хәленән килгәнде биреүен көтә» (2 Кәр. 8:12).

Шуға күрә эшләй алған нәмәләргә иғтибарығыҙҙы туплағыҙ. Берәй хеҙмәттә, әҙ генә булһа ла, ҡатнаша алғанығыҙ тураһында уйлап алығыҙ. Мәҫәлән, ҡәрҙәштәрҙе нығытыу тураһында нимә уйлайһығыҙ? Бәлки, уларға шылтыратып йә открытка яҙып булалыр. Был бәләкәй генә эш булһа ла, Йәһүәгә күп йылдар хеҙмәт иткән кешенең иғтибарын күреү ҡәрҙәштәргә шатлыҡ килтерер.

Насар сәләмәтлеккә ҡарамаҫтан, Йәһүәгә шатлыҡ менән хеҙмәт итеп була. Был Көнсығыш Африкала булған осраҡтан күренә. Ул « Был һөйләшеү уның ғүмерен ҡотҡарған» тигән рамкала яҙылған.

Онотмағыҙ, көслө иманығыҙ һәм Йәһүәгә тоғро булыуығыҙ ҡәрҙәштәрҙе рухландыра ала. Һеҙҙең миҫалығыҙ башҡаларға ныҡ ҡалырға ярҙам итә. Шуға күрә шикләнмәгеҙ, тоғро Аллабыҙ «һеҙҙең хеҙмәттәрегеҙҙе лә, Уның изгеләренә ярҙам ҡылғанығыҙ һәм ярҙам ҡылыуҙы дауам итеүегеҙ аша Уның хаҡына күрһәткән мөхәббәтегеҙҙе лә онотмаясаҡ» (Евр. 6:10).

АРТАБАН ДА КӨСӨГӨҘҘӘН КИЛГӘНДЕ ЭШЛӘГЕҘ

Тикшеренеүҙәр буйынса, башҡаларға ярҙам иткән өлкән кешеләр үҙҙәрен яҡшыраҡ хис итә, анығыраҡ фекер йөрөтә һәм оҙағыраҡ йәшәй.

Әлбиттә, изгелекле эштәр ҡартайыуҙы туҡтата алмай. Тик Алла Батшалығы ғына ҡартлыҡтың һәм үлемдең төп сәбәбен — Әҙәмдән мираҫ итеп алынған камилһыҙлыҡты юҡ итә ала (Рим. 5:12).

Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙә ҡатнашыу өмөттө тере килеш һаҡлап ҡалырға ярҙам итә һәм хатта һаулығығыҙға яҡшы йоғонто яһай ала. Ҡәҙерле оло йәштәге ҡәрҙәштәр, онотмағыҙ, Йәһүә хеҙмәттә башҡарған бөтә эштәрегеҙҙе ҡәҙерләй. Һеҙҙең иманығыҙ йыйылыш өсөн ысын фатиха!