Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Улар үҙҙәрен хеҙмәткә теләп бағышлаған

Улар үҙҙәрен хеҙмәткә теләп бағышлаған

БАТШАЛЫҠ вәғәзселәре етмәгән ерҙәрҙә хеҙмәт иткән ашҡыныусан Йәһүә шаһиттары араһында кейәүгә сыҡмаған апай-ҡәрҙәштәр күп. Уларҙың ҡайһы берҙәре сит илдә инде тиҫтәләгән йылдар хеҙмәт итә. Уларға күп йылдар элек сит илгә күсеп китергә нимә ярҙам иткән? Сит илдә хеҙмәт итеп, улар нимәгә өйрәнгән? Уларҙың тормошо нисек үҙгәргән? Беҙ шундай апай-ҡәрҙәштәрҙең бер нисәһенән интервью алдыҡ. Уларҙың һөйләгәндәре кейәүгә сыҡмаған һәм мауыҡтырғыс хеҙмәттә ҡатнашырға теләгән апай-ҡәрҙәштәргә һис шикһеҙ оҡшаясаҡ. Әлбиттә, был мәҡәлә Алланың бөтә хеҙмәтселәренә лә файҙалы булыр.

ШИКТӘРҘӘН АРЫНЫУ

Анита

Сит илдә пионер булып хеҙмәт итеү көсөгөҙҙән киләме, юҡмы икәне хаҡында уйланғанығыҙ булдымы? Әле 75 йәштә булған Анита үҙ ваҡытында быға бик шикләнгән. Ул Англияла үҫкән һәм 18 йәшендә пионер хеҙмәтен башлаған. «Кешеләргә Йәһүә тураһында һөйләргә яратһам да, сит илдә хеҙмәт итеү уйымда ла юҡ ине. Минең бер ваҡытта ла сит телде өйрәнгәнем булманы, шуның өсөн, быға һәләтем юҡ, тип уйлай инем. Шуға күрә, Гилеад мәктәбенә саҡырыу алғас, мин шаҡ ҡаттым. Минең өсөн үҙем кеүек ябай ғына апай-ҡәрҙәштең бындай саҡырыу алыуы — башҡа һыймаҫлыҡ хәл ине. Әммә мин: „Йәһүә минең был эште башҡара алыуыма шикләнмәй икән, тимәк, миңә тырышып ҡарарға кәрәк“, — тип уйланым. Бына инде 50 йылдан ашыу мин Японияла миссионер булып хеҙмәт итәм». Анита былай тип өҫтәй: «Ҡайһы саҡта мин дәртле генә итеп йәш апай-ҡәрҙәштәргә: „Онотолмаҫлыҡ сәйәхәткә барырға теләйһегеҙме? Арҡағыҙға рюкзак аҫығыҙ ҙа миңә ҡушылығыҙ!“ — тим. Күптәрҙең батырсылыҡ иткәненә мин бик шат».

НИСЕК БАТЫРСЫЛЫҠ ИТЕРГӘ?

Сит илдә хеҙмәт иткән апай-ҡәрҙәштәр тәүҙә күсеп китергә баҙнат итмәгән. Уларға был аҙымды эшләргә нимә ярҙам иткән?

Морин

64 йәшлек Морин исемле апай-ҡәрҙәш бына нимә ти: «Бала саҡтан уҡ мин ҡыҙыҡлы, мәғәнәле тормош алып барыу һәм башҡаларға ярҙам итеү хаҡында хыяллана инем». 20 йәшендә ул пионерҙар етмәгән ергә — Квебекка (Канада) күскән. Ул былай тип дауам итә: «Күпмелер ваҡыт үткәс, миңә Гилеад мәктәбендә уҡырға саҡырыу килде, әммә белмәгән ергә, дуҫтарһыҙ, бер үҙемә күсеп китеү ҡурҡыныс ине. Өҫтәүенә, атайым ауырый ине, шуға, уны ҡараған әсәйемде нисек ҡалдырып китәйем инде, тип борсолдом. Мин төндәр буйы илай-илай Йәһүәгә доға ҡылдым. Ата-әсәйемә борсолоуҙарым хаҡында һөйләгәс, улар мине Гилеад мәктәбендә уҡып  сығырға өндәне. Урындағы йыйылыш, яратыу сағылдырып, ата-әсәйем хаҡында ҡайғыртты. Йәһүәнең шундай ярҙамын күреп, мин уның үҙемә лә ярҙам итәсәгенә инандым. Хәҙер инде мин юлға сығырға әҙер инем». 1979 йылда Морин Көнбайыш Африкаға күскән һәм унда 30 йылдан ашыу миссионер булып хеҙмәт иткән. Хәҙер ул Канадаға кире ҡайтҡан. Морин әсәһен ҡарай һәм махсус пионер булып хеҙмәт итә. Сит илдә хеҙмәт иткән йылдарҙы иҫенә төшөрөп, Морин былай ти: «Йәһүә һәр саҡ миңә кәрәкле бөтә нәмәне һәм тап үҙ ваҡытында биреп торҙо».

Уэнди

Сығышы менән Австралиянан булған 65 йәшлек Уэнди пионер хеҙмәтен йәш үҫмер сағында башлаған. Ул былай тип иҫенә төшөрә: «Бик оялсан булғанға, миңә таныш булмаған кешеләр менән һөйләшеү ауыр ине. Ләкин пионер хеҙмәте ярҙамында мин төрлө кешеләр менән аралашырға өйрәндем, һәм минең үҙ-үҙемә ышанысым нығыны. Элекке ҡыйыуһыҙлығымдың эҙе лә ҡалманы. Пионер хеҙмәтендә мин Йәһүәгә таянырға өйрәндем һәм сит илдә хеҙмәт итеү мөмкинселегенән ҡурҡмай башланым. Кейәүҙә булмаған һәм ҡасандыр Японияла 30 йылдан ашыу миссионер булып хеҙмәт иткән бер апай-ҡәрҙәш миңә, уның менән бергә Японияға барып, унда өс ай хеҙмәт итергә тәҡдим итте. Уның менән хеҙмәт итеп, сит илгә күсеү теләгем тағы ла көсәйҙе». 1986 йылда Уэнди Австралиянан көнсығышҡа табан 1 800 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Вануату исемле утраулы дәүләткә күскән.

Уэнди әле лә Вануатула йәшәй һәм тәржемә итеү офисында хеҙмәт итә. «Төпкөл райондарҙа яңы төркөмдәр һәм йыйылыштар ойошторолоуын күреү — үҙе бер бәхет! Был утрауҙарҙа хеҙмәт итеү һәм Йәһүәнең эшенә бәләкәй генә булһа ла өлөш индереү — оло хөрмәт».

Кумико (уртала)

65 йәшлек Кумико элек Японияла пионер булып хеҙмәт иткән. Бер ваҡыт хеҙмәттәше уға Непалға күсергә тәҡдим иткән, әммә Кумико ризалашмаған. Ул былай тип иҫенә төшөрә: «Хеҙмәттәшем гел күсеү тураһында һүҙ ҡуҙғата торғайны, әммә мин һәр саҡ „юҡ“ тип яуаплай инем. Мин, яңы тел өйрәнергә һәм яңы мөхиткә яраҡлашырға кәрәк буласаҡ, тип борсола инем. Унан тыш, сит илгә күсеү өсөн аҡса ла кәрәк. Ҡыҫҡаһы, шиктәрем күп булды. Көтмәгәндә мин мотоциклда аварияға эләктем. Дауаханала ятҡанда, башымда бындай уйҙар тыуҙы: „Минең менән иртәгә нимә булырын кем белә? Ныҡ итеп ауырып китһәм, сит илдә хеҙмәт итеү мөмкинселегенән файҙалана ла алмаясаҡмын. Әллә мин унда бер генә йыл булһа ла йәшәй алмаҫмынмы?“ Мин, Йәһүәнән ярҙам һорап, ҡайнар доға ҡылдым». Дауахананан сыҡҡас, Кумико Непалға барып ҡайтҡан, ә шунан һуң хеҙмәттәше менән бергә шунда күскән.

 Кумико Непалда инде 10 йыл тирәһе хеҙмәт итә. Ул былай ти: «Йәһүә проблемаларымды, Ҡыҙыл диңгеҙҙе айырғандай, юҡ итте. Мин вәғәзселәргә ихтыяж булған ерҙә хеҙмәт итә башлағаныма шул тиклем шат! Йыш ҡына, берәй ғаиләгә хәҡиҡәт хаҡында һөйләп торғанда, был ғаиләнең 5 йә 6 күршеһе беҙҙе тыңларға килә. Хатта балалар ҙа Изге Яҙма тураһында буклет һорай. Бында хеҙмәт итеү миңә ҙур шатлыҡ килтерә!»

АУЫРЛЫҠҺЫҘ БУЛМАЙ

Әлбиттә, был ҡыйыу апай-ҡәрҙәштәр ауырлыҡтар менән дә осрашҡан. Улар ауырлыҡтарҙы нисек еңеп сыҡҡан?

Дайан

«Тәүҙә ғаиләмдән йыраҡта булыу бик ауыр ине», — тип бүлешә Канадала йәшәгән 62 йәшлек Дайан. Ул 20 йыл Фил Һөйәге Яры Республикаһында (хәҙер Кот-д’Ивуар) миссионер булып хеҙмәт иткән. «Мин Йәһүәнән, был илдең кешеләрен яратырға ярҙам ит, тип һорай торғайным. Гилеад мәктәбенең бер уҡытыусыһы Джек Редфорд ҡәрҙәш беҙгә былай тип аңлатты: „Кешеләрҙең нисек йәшәгәнен, бигерәк тә, уларҙың ни тиклем ярлы булғанын күргәс, тәүҙә һеҙ, моғайын, бойоғорһоғоҙ һәм хатта шаҡ ҡатырһығыҙ“. Шунан ул былай тине: „Ярлылыҡты түгел, ә кешеләрҙе, уларҙың йөҙҙәрен һәм күҙҙәрен күрергә тырышығыҙ. Уларҙың, Изге Яҙмалағы хәҡиҡәтте ишеткәс, үҙҙәрен нисек тотҡанын күҙәтегеҙ“. Уның кәңәше буйынса эш итеп, мин мул фатихалар урҙым. Кешеләргә һөйөнөслө хәбәрҙе һөйләгәндә, мин уларҙың күңелендә өмөт сатҡыһы уяныуын күрә торғайным!» Дайанға сит илдәге хеҙмәткә яраҡлашырға тағы нимә ярҙам иткән? Ул былай ти: «Мин өйрәнеүселәрем менән дуҫлашырға тырыштым һәм уларҙың Йәһүәгә хеҙмәт итә башлауын күреп шатландым. Хәҙер мин бында үҙемде өйҙәге кеүек хис итәм. Ғайса Мәсих вәғәҙә иткәнсә, минең бында рухи әсәйҙәрем, атайҙарым, ағайҙарым һәм апайҙарым бар» (Марк 10:29, 30).

46 йәшлек Энн Азияның эшмәкәрлегебеҙ сикләнгән бер илендә хеҙмәт итә. Ул былай ти: «Башҡа илдәрҙә хеҙмәт иткән йылдар дауамында миңә төрлө апай-ҡәрҙәштәр менән йәшәргә тура килде. Һәр береһенең үҙ холҡо, үҙенсәлектәре булды. Беҙ бер-беребеҙҙән шул тиклем айырылып тора инек. Ҡайһы ваҡыт был аңлашылмаусанлыҡтарға һәм үпкәләүҙәргә килтерә торғайны. Шундай саҡтарҙа мин уларға яҡынлашырға, мәҙәниәттәре тураһында күберәк белергә, уларҙы нығыраҡ яратырға һәм аңларға тырыштым. Шул тырышлыҡтарым бушҡа булмағанға мин бик шат, һәм хәҙер минең ышаныслы, хеҙмәтемде дауам итергә ярҙам иткән тоғро дуҫтарым бар».

Уте

 Сығышы менән Германиянан булған 53 йәшлек Уте исемле апай-ҡәрҙәш 1993 йылда Мадагаскарға миссионер итеп билдәләнгән булған. Ул былай тип иҫенә төшөрә: «Яңы телде өйрәнеү һәм дымлы климатҡа яраҡлашыу еңел булманы. Унан тыш, мин малярия, амебиаз һәм шистосомоз кеүек ауырыуҙар кисерҙем. Әммә мин ярҙамһыҙ ҡалманым. Урындағы апай-ҡәрҙәштәр, уларҙың балалары һәм Изге Яҙманы өйрәнеүселәрем миңә телде үҙләштерергә ярҙам итте. Ауырыған сағымда хеҙмәттәшем минең хаҡта яратыу менән ҡайғыртты. Әммә иң ҙур ярҙам Йәһүәнән килде. Мин борсолоуҙар менән тулы күңелемде гел уға бушатып торҙом. Шунан һуң түҙемлек менән, ҡайһы саҡ — бер нисә көн, ә ҡайһы ваҡыт аҙналар буйы доғаларыма яуап көттөм. Йәһүә бөтә ауырлыҡтарымды хәл итте». Уте Мадагаскарҙа инде 23 йыл хеҙмәт итә.

МУЛ ФАТИХАЛАР

Сит илгә күскән вәғәзселәр, тормошобоҙ байыны, тиҙәр. Кейәүгә сыҡмаған күп кенә апай-ҡәрҙәштәр ҙә быға инанған. Йәһүә уларҙы нисек фатихалаған?

Хайди

Германиянан 73 йәшлек Хайди исемле апай-ҡәрҙәш 1968 йылдан алып Фил Һөйәге Яры Республикаһында (хәҙер Кот-д’Ивуар) миссионер булып хеҙмәт итә. Ул бына нимә ти: «Минең өсөн „балаларымдың хәҡиҡәттә йәшәүен“ күреүҙән дә ҙурыраҡ шатлыҡ юҡ. Хәҙер инде өйрәнеүселәремдең ҡайһы берҙәре пионер һәм өлкән булып хеҙмәт итә. Күпселеге мине әсәй йә өләсәй тип атай. Ә бер өлкән, уның ҡатыны һәм балалары мине үҙ ғаиләһенең ағзаһы итеп һанай. Шулай итеп Йәһүә миңә ул, килен һәм өс ейән бүләк итте» (3 Яхъя 4).

Карен (уртала)

Канаданан 72 йәшлек Карен исемле апай-ҡәрҙәш 20 йылдан ашыу Көнбайыш Африкала хеҙмәт итә. Ул былай ти: «Миссионер хеҙмәте мине фиҙаҡәрлек, яратыу һәм сабырлыҡ сифаттарын яҡшыраҡ сағылдырырға өйрәтте. Ә хеҙмәттәштәремдең төрлө милләттән булыуы миңә күп нәмәләргә киңерәк ҡарарға ярҙам итте. Бер үк эште төрлөсә эшләп булғанын аңланым. Ә бөтөн ер шары буйынса ҡәҙерле дуҫтарың булыу — фатиха түгелме ни? Тормош шарттарыбыҙ һәм билдәләнеүҙәребеҙ үҙгәреп торһа ла, дуҫлығыбыҙ ҡала».

Англиянан 79 йәшлек Маргарет Лаоста миссионер булып хеҙмәт иткән. Ул былай тип уртаҡлаша: «Сит илдә хеҙмәт итеп, мин Йәһүәнең үҙ ойошмаһына милләте һәм сығышы менән айырылып торған төрлө кешеләрҙе йәлеп иткәнен үҙ күҙҙәрем менән күрҙем. Был минең иманымды нығытты. Мин Йәһүәнең үҙ ойошмаһы менән етәкселек итеп тороуына һәм үҙ ниәтен мотлаҡ тормошҡа ашырасағына һис тә шикләнмәйем».

Эйе, кейәүҙә булмаған һәм сит илдә хеҙмәт иткән апай-ҡәрҙәштәр Йәһүәгә тоғро хеҙмәт итеүҙә иҫ киткес өлгө булып тора. Улар оло маҡтауға лайыҡ (Хөк. 11:40). Бынан тыш, ундай апай-ҡәрҙәштәрҙең һаны арта бара (Зәб. 68:11). Һеҙ, тормошоғоҙҙа үҙгәрештәр яһап, был мәҡәләлә иҫкә алынған апай-ҡәрҙәштәрҙең өлгөһөнә эйәрә алаһығыҙмы? Батырсылыҡ итһәгеҙ, һеҙ, һис шикһеҙ, Зәбур 34:8-ҙә яҙылғанса, «Йәһүәнең игелеген татырһығыҙ».