Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Ни өсөн тыйнаҡ булыу мөһим?

Ни өсөн тыйнаҡ булыу мөһим?

«Тыйнаҡлыҡҡа зирәклек хас» (ҒИБ. ҺҮҘ. 11:2).

ЙЫРҘАР: 38, 11

1, 2. Ни өсөн ҡасандыр тыйнаҡ булған кеше Алланың хуплауын юғалтҡан? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)

БОРОНҒО Израилдең батшаһы Шаул идара итә башлаған сағында тыйнаҡ һәм хөрмәткә лайыҡ кеше булған (1 Сам. 9:1, 2, 21; 10:20—24). Ләкин күп тә үтмәҫтән, ул үҙ белдегенә эш итә башлаған. Алланың пәйғәмбәре Самуил Гилғалға билдәләнгән ваҡытҡа килеп етмәгәс, Шаул түҙемлеген юғалтҡан. Пелештиҙәр һөжүмгә әҙерләнгән, ә израилдәр Шаулды ҡалдырып тарала башлаған. Моғайын, ул былай тип уйлағандыр: «Мин һис кисекмәҫтән нимәлер эшләргә тейешмен». Шунлыҡтан ул, Аллаға ҡорбан килтерергә хоҡуғы булмаһа ла, быны эшләгән. Уның был ҡылығы Йәһүәне асыуландырған (1 Сам. 13:5—9).

2 Самуил, Гилғалға килгәс, Шаулды шелтәләгән. Төҙәтеүҙе ҡабул итеү урынына, Шаул аҡлана башлаған, ғәйепте башҡаларға ауҙарырға һәм ҡылығының етдилеген кәметергә тырышҡан (1 Сам. 13:10—14). Шунан алып бер-бер артлы булған ҡот-осҡос ваҡиғалар арҡаһында Шаул, ахыр сиктә, батша тәхетенән мәхрүм ҡалған һәм тағы ла насарырағы — Йәһүәнең хуплауын юғалтҡан (1 Сам. 15:22, 23). Барыһы ла ҡалай яҡшы башланған һәм ни тиклем аяныс тамамланған! (1 Сам. 31:1—6)

3. а) Күп кешеләр тыйнаҡлыҡ тураһында нимә уйлай? б) Беҙ ниндәй һорауҙарҙы ҡарап сығырбыҙ?

3 Был донъяла ярыш рухы киң таралған, һәм күптәр, уңышҡа өлгәшер өсөн үҙемә иғтибар йәлеп итергә тейешмен, тип уйлай. Бының өсөн улар тыйнаҡлыҡтан ваз кисергә әҙер. Мәҫәлән, сәйәсмән булып киткән күренекле киноактер бына нимә тигән: «Тыйнаҡлыҡ тигән һүҙҙе миңә бер нисек тә ҡулланып булмай, һәм мин, һәр ваҡыт шулай булыр, тип өмөтләнәм». Әммә ни өсөн тыйнаҡ булыу бик мөһим? Тыйнаҡлыҡ нимәне аңлата һәм нимәне аңлатмай? Ауыр хәлдәргә эләккәндә йә башҡалар баҫым яһағанда нисек тыйнаҡ булып ҡалырға? Был мәҡәләлә беҙ беренсе ике һорауға яуап алырбыҙ, ә өсөнсөһө киләһе мәҡәләлә ҡараласаҡ.

НИ ӨСӨН ТЫЙНАҠ БУЛЫУ МӨҺИМ?

4. Үҙ белдекле кеше үҙен нисек тота?

4 Изге Яҙмала тыйнаҡлыҡ үҙбелдеклелеккә ҡапма-ҡаршы ҡуйыла. (Ғибрәтле һүҙҙәр 11:2-не уҡығыҙ *.) Дауыт Йәһүәнән: «Үҙ хеҙмәтсеңде дыуамал аҙымдарҙан тотоп ҡал», — тип үтенгән (Зәб. 19:13). Ниндәй осраҡта, кеше «дыуамал», йәғни үҙ белдекле эш итә, тип әйтеп була? Әгәр ул, ниҙер эшләргә хоҡуғы булмай тороп, оҙаҡ уйлап тормаҫтан һәм тупаҫ рәүештә шуны эшләһә. Гонаһ мираҫ итеп алыу арҡаһында беҙ барыбыҙ ҙа ҡайһы саҡта үҙ белдекле эш итәбеҙ. Ләкин, Шаул батшаның миҫалынан күренеүенсә, үҙбелдеклелек ғәҙәтебеҙгә инеп китһә, иртәме, һуңмы Алла менән мөнәсәбәттәребеҙ боҙоласаҡ. Зәбур 119:21-ҙә Йәһүә тураһында былай тиелгән: «Үҙ белдекле... кешеләрҙе һин шелтәләйһең». Әммә ни өсөн был шулай?

5. Үҙ белдекле эш итеү ниндәй насар эҙемтәләргә килтерә?

5 Үҙ белдекле эш итеү әллә ни ҙур булмаған хаталар яһауҙан күпкә етдирәк. Беренсенән, эштәребеҙҙә тыйнаҡлыҡ сағылмаһа, беҙ Хакимыбыҙ Йәһүәгә хөрмәт күрһәтмәйбеҙ. Икенсенән, нимәнелер эшләргә хоҡуғыбыҙ булмай тороп, шуны эшләһәк, моғайын, беҙҙең башҡалар менән мөнәсәбәттәребеҙ боҙолор (Ғиб. һүҙ. 13:10). Өсөнсөнән, үҙ белдекле булыуыбыҙ башҡаларға асыҡ күренһә, беҙҙең оятҡа һәм хатта хурлыҡҡа ҡалыуыбыҙ ихтимал (Лука 14:8, 9). Үҙ белдекле эш итеү бер ваҡытта ла яҡшыға килтермәй. Ә тыйнаҡлыҡ, Изге Яҙманан күренеүенсә, һәр саҡ матур емештәр килтерә.

ТЫЙНАҠЛЫҠ НИМӘ УЛ?

6, 7. Баҫалҡылыҡ нимә ул, һәм тыйнаҡлыҡ уның менән нисек бәйле?

6 Тыйнаҡлыҡ баҫалҡылыҡ менән тығыҙ бәйле. Изге Яҙма буйынса, баҫалҡы кешегә ғорурлыҡ менән тәкәбберлек хас түгел (Флп. 2:3). Баҫалҡы кеше ғәҙәттә тыйнаҡ була. Ул үҙ һәләттәрен һәм уңыштарын дөрөҫ баһалай белә, хаталарын таный, яңы тәҡдимдәрҙе һәм ҡараштарҙы ҡабул итергә әҙер. Йәһүә баҫалҡылыҡ сифатын юғары баһалай.

7 Изге Яҙма буйынса, тыйнаҡ кеше шулай уҡ үҙ-үҙенә дөрөҫ ҡараш һаҡлай һәм мөмкинлектәренең ниндәй яҡтарҙан сикле икәнен аңлай. Шуны аңлау беҙҙең башҡаларға ҡарата мөнәсәбәтебеҙгә тәьҫир итергә тейеш.

8. Фекер йөрөтөүебеҙҙә һәм эштәребеҙҙә тыйнаҡһыҙлыҡ сағыла башлағанын ниндәй билдәләрҙән күреп була?

8 Фекер йөрөтөүебеҙҙә һәм эштәребеҙҙә тыйнаҡһыҙлыҡ нисек сағыла башларға мөмкин? Бер нисә хәүефле билдәне ҡарап сығайыҡ. Беҙ үҙебеҙ һәм вазифаларыбыҙ тураһында артыҡ күп уйлай башларға мөмкин (Рим. 12:16). Йәки үҙебеҙгә урынһыҙ иғтибар йәлеп итеүебеҙ ихтимал (1 Тим. 2:9, 10). Ә бәлки, беҙ, дәрәжәбеҙҙе һәм бәйләнештәребеҙҙе ҡулланып йәки үҙ аңлау һәләтебеҙгә таянып, ҡарашыбыҙҙы башҡаларға тағырға тырышабыҙҙыр (1 Кор. 4:6). Шулай эш итеп, беҙ йыш ҡына үҙебеҙҙең тыйнаҡлыҡ менән үҙбелдеклелек араһындағы сикте боҙғаныбыҙҙы абайламай ҡалырға мөмкин.

9. Нимә арҡаһында ҡайһы берәүҙәр үҙ белдекле булып киткән? Изге Яҙманан миҫалдар килтерегеҙ.

9 Тыйнаҡһыҙлыҡ шулай уҡ гонаһлы теләктәргә бирелеүҙә лә сағыла. Дан яратыу, көнләшеү һәм тыйылғыһыҙ ярһыу арҡаһында күп кешеләр үҙ белдекле рәүештә эш итә башлаған. Изге Яҙмала иҫкә алынған Әбессәләм, Озия һәм Набуҡаднизар шундай насар эштәр ҡылғанға, Йәһүә уларҙы үҙ белдекле булғандары өсөн түбәнһеткән (2 Сам. 15:1—6; 18:9—17; 2 Йыл. 26:16—21; Дан. 5:18—21).

10. Ни өсөн башҡаларға насар этәреүсе теләктәр тағырға ярамай? Изге Яҙманан миҫалдар килтерегеҙ.

10 Ҡайһы бер кешеләр башҡа сәбәптәрҙән дә тыйнаҡһыҙлыҡ сағылдыра. Мәҫәлән, Изге Яҙманың бындай өҙөктәре өҫтөндә уйланайыҡ: Башланмыш 20:2—7 һәм Матфей 26:31—35. Ситтән ҡарағанда, Авимелех менән Петр, гонаһлы теләктәргә бирелгәнгә, үҙ белдекле рәүештә эш иткән кеүек күренергә мөмкин. Әммә ысынында шулай булғанмы? Бәлки, береһе — бөтә шарттарҙы белмәгәнгә, ә икенсеһе уяулығын юғалтҡанға шулай эш иткәндер? Беҙ кеше күңелендә ниҙәр булғанын күрә алмайбыҙ, шуның өсөн башҡаларҙың этәреүсе теләктәре хаҡында ашығыс һығымталар яһау зирәклек һәм яратыу сағылдырмаҫ ине. (Яҡуб 4:12-не уҡығыҙ.)

АЛЛА ОЙОШМАҺЫНДАҒЫ РОЛЕГЕҘ МЕНӘН ҠӘНӘҒӘТ БУЛЫҒЫҘ

11. Тыйнаҡлыҡ Алла ойошмаһындағы ролебеҙҙе аңлау менән нисек бәйле?

11 Тыйнаҡлыҡ Алла ойошмаһындағы ролебеҙҙе аңлауҙан башлана. Тәртип Аллаһы булараҡ, Йәһүә һәр беребеҙгә уникаль бер роль бүлгән, һәм ойошмаһындағы һәр ағзаның хеҙмәте бик мөһим. Йәһүә, йомарт игелек сағылдырып, һәр беребеҙгә яҡшы сифаттар, һәләттәр һәм таланттар бүләк иткән. Беҙ уларҙы Аллаға дан һәм башҡаларға файҙа килтерер өсөн ҡуллана алабыҙ (Рим. 12:4—8). Йәһүә беҙҙе үҙенең йомарт игелегенең идарасылары иткән, был — ҙур хөрмәт һәм яуаплылыҡ. (1 Петр 4:10-ды уҡығыҙ.)

Беҙ яңы вазифалар алғанда, Ғайса Мәсихтең миҫалы беҙгә нисек ярҙам итә ала? (12—14-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

12, 13. Ни өсөн Алла ойошмаһындағы ролебеҙҙең ваҡыт-ваҡыт үҙгәреп тороуы һис тә ғәжәп түгел?

12 Ләкин беҙҙең Алла ойошмаһындағы ролебеҙ ваҡыт уҙыу менән үҙгәрергә мөмкин. Ғайса Мәсихтең миҫалын ҡарап сығайыҡ. Тәүҙә ул Йәһүә барлыҡҡа килтергән берҙән-бер зат (Ғиб. һүҙ. 8:22). Шунан ул Аллаға башҡа рухи заттарҙы, Ғаләмде һәм кешеләрҙе барлыҡҡа килтереүҙә ярҙам иткән (Кол. 1:16). Һуңыраҡ Ғайсаның роле тағы үҙгәргән: башта ул — ярҙамға мохтаж сабый, унан һуң етлеккән ир булған (Флп. 2:7). Ғүмерен ҡорбан иткәс, Ғайса рухи шәхес булып яңынан күккә ҡайтҡан һәм 1914 йылда Алла Батшалығының Батшаһы булып киткән (Евр. 2:9). Һәм был уның тормошонда һуңғы үҙгәреш булмаған. Мең йыллыҡ идараһынан һуң Ғайса Батшалыҡты, Йәһүә барыһы өсөн бар нәмә булһын өсөн, уға тапшырасаҡ (1 Кор. 15:28).

13 Беҙ ҙә тормошобоҙҙа ваҡыт-ваҡыт үҙгәрештәр булып торасағына әҙер булырға тейеш. Йыш ҡына улар беҙ ҡабул иткән ҡарарҙарға бәйле. Мәҫәлән, һеҙ ғаилә ҡорорға йә балалар табырға хәл итәһегеҙ. Йәки, тормошоғоҙҙо ябайлаштырып, тулы ваҡытлы хеҙмәт башларға ҡарар итәһегеҙ. Бындай ҡарарҙар шатлыҡ та килтерә, яуаплылыҡ та өҫтәй. Ҡайһы саҡ шарттарыбыҙ үҙгәрә, һәм был беҙҙең Йәһүәгә ни тиклем күп хеҙмәт итә алыуыбыҙға тәьҫир итергә мөмкин. Йәшме беҙ, оломо, һау-сәләмәтме беҙ йә ауырыйбыҙмы, Йәһүә беҙҙе хеҙмәттә нисек мөмкин тиклем яҡшыраҡ ҡулланып була икәнен белә. Ул беҙҙән көсөбөҙҙән килмәгәнде көтмәй һәм башҡарған бөтә эштәребеҙҙе бик ҡәҙерләй (Евр. 6:10).

14. Тыйнаҡлыҡ беҙгә һәр ҡайһы шарттарҙа ҡәнәғәт һәм шат булып ҡалырға нисек ярҙам итә?

14 Ғайса һәр йөкләмәһенән шатлыҡ тапҡан, һәм беҙ ҙә оҡшаш хистәр кисерә алабыҙ (Ғиб. һүҙ. 8:30, 31). Тыйнаҡ кеше, билдәләнеүем йә йыйылыштағы вазифаларым мине сикләй, тип уйламай. Ул бүтән хөрмәтле вазифалар алыу хаҡында борсолмай һәм, башҡалар уларҙы алһа, көйәләнмәй. Бының урынына, ул үҙенә тапшырылған вазифаларҙы үтәүҙән шатлыҡ табырға тырыша, сөнки уларҙың Йәһүәнән бирелгәнен аңлай. Шул уҡ ваҡытта ул башҡаларҙың Йәһүәнән бирелгән ролен, йәғни урынын ысын күңелдән хөрмәт итә. Тыйнаҡлыҡ беҙҙе башҡаларға ихтирам күрһәтергә һәм уларға ярҙам итергә дәртләндерер (Рим. 12:10).

ТЫЙНАҠЛЫҠ НИМӘНЕ АҢЛАТМАЙ?

15. Гедеондың тыйнаҡлығынан нимәгә өйрәнеп була?

15 Гедеон тыйнаҡлыҡ сағылдырыуҙа яҡшы өлгө ҡалдырған. Йәһүәнең фәрештәһе уға беренсе тапҡыр мөрәжәғәт иткәндә, Гедеон үҙ-үҙенең һәм сығышының әһәмиәтһеҙ булыуын таныған (Хөк. 6:15). Йәһүәнең йөкләмәһен ҡабул иткәс, Гедеон тәүҙә үҙенән нимә талап ителә икәнен дөрөҫ аңлағанына инанған һәм Йәһүәнән күрһәтмәләр һораған (Хөк. 6:36—40). Ул батыр һәм ҡыйыу булған. Шулай ҙа ул һаҡлыҡ һәм үтә күреүсәнлек сағылдырған (Хөк. 6:11, 27). Ул юғары дәрәжә биләү мөмкинлегенән баш тартҡан. Шарттар үҙгәреү менән, Гедеон шатланып ғәҙәттәге эштәренә тотонған (Хөк. 8:22, 23, 29).

16, 17. Рухи уңыштар хаҡында уйлағанда, тыйнаҡ кеше нимәне иҫәпкә ала?

16 Тыйнаҡ булыу Алла ойошмаһында өҫтәмә вазифаларға ынтылмау тигән һүҙ түгел. Изге Яҙма барыбыҙҙы ла рухи уңыштарға өлгәшергә дәртләндерә (1 Тим. 4:13—15). Әммә уңыш һәр ваҡытта ла яңы билдәләнеүҙе аңлатмай. Йәһүә беҙҙе фатихалағанға, беҙ, ниндәй генә вазифалар үтәһәк тә, рухи яҡтан үҫә алабыҙ. Беҙ артабан да Алланан бирелгән һәләттәребеҙҙе үҫтерә һәм күберәк яҡшы эштәр ҡыла алабыҙ.

17 Яңы билдәләнеүҙе ҡабул итер алдынан, тыйнаҡ кеше тәүҙә үҙенән нимә талап ителгәнде асыҡлай. Шунан ул намыҫлы итеп мөмкинлектәрен баһалай. Мәҫәлән, өҫтәмә вазифаларҙы үҙ өҫтөнә алһа, ул башҡа мөһим эштәрҙе башҡара алырмы? Яңы вазифалар өсөн ваҡыт бушатыр өсөн, ул әле башҡарған эштәренең бер өлөшөн берәйһенә тапшыра аламы? Әгәр был һорауҙарҙың береһенә йә икеһенә лә «юҡ» тип яуап бирә икән, тимәк, әлегә башҡа кеше был йөкләмәне яҡшыраҡ үтәй алыр. Доға ҡылып уйланыу һәм айыҡ ҡараш беҙгә һәләттәребеҙҙе артыҡ баһаламаҫҡа һәм мөмкинлектәребеҙҙең ниндәй яҡтарҙан сикле икәнен иҫтә тоторға ярҙам итер. Бәлки, тыйнаҡлыҡ беҙҙе яңы вазифаларға «юҡ» тиергә дәртләндерер.

18. а) Яңы вазифалар алғанда, тыйнаҡлыҡ беҙҙе нимәгә дәртләндерер? б) Римдарға 12:3-тәге һүҙҙәр тыйнаҡлыҡ хаҡында нимә аса?

18 Беҙ яңы йөкләмәне үтәүгә тотонғанда, Гедеондың миҫалы шуны иҫебеҙгә төшөрә: Йәһүәнең ярҙамынан һәм фатихаһынан тыш уңышҡа өлгәшеп булмай. Изге Яҙма беҙҙе Алла юлында тыйнаҡ йөрөргә өндәй (Миҡ. 6:8). Шуға күрә, беҙгә яңы вазифалар алғанда һәр саҡ Йәһүәнең үҙ Һүҙе һәм ойошмаһы аша нимә әйткәне хаҡында доға ҡылып уйланырға кәрәк. Беҙ, Йәһүәнең күрһәтмәләренә ҡолаҡ һалып, уларға тура килергә тырышырға тейеш. Әйҙәгеҙ, беҙҙе һәләттәребеҙ түгел, ә Йәһүәнең баҫалҡылығы «бөйөк итә» икәнен иҫтә тотайыҡ (Зәб. 18:35). Алла юлында тыйнаҡ йөрөһәк, беҙ көсөбөҙҙө артыҡ баһаламаҫбыҙ, шул уҡ ваҡытта көсөбөҙҙән килгән эштәрҙән баш тартмаҫбыҙ. (Римдарға 12:3-тө уҡығыҙ.)

19. Ниндәй сәбәптәрҙән беҙ тыйнаҡлыҡ үҫтерергә тейеш?

19 Тыйнаҡ кеше, Йәһүәнең Барлыҡҡа килтереүсе һәм Иң юғары Хаким булараҡ данға лайыҡ булғанын танып, уны ололай (Асыл. 4:11). Тыйнаҡлыҡ беҙгә, Алла ойошмаһындағы ролебеҙ менән ҡәнәғәт булып, вазифаларыбыҙҙы тырышып үтәргә ярҙам итә. Тыйнаҡлыҡ беҙҙе әҙәпһеҙ тәртиптән тотоп ҡала, шулай уҡ Йәһүә халҡының берҙәмлегенә булышлыҡ итә. Тыйнаҡлыҡ беҙҙе башҡаларҙы өҫтөн күрергә дәртләндерә һәм етди хаталарҙан һаҡланырға ярҙам итә. Быларҙың барыһын иҫәпкә алғанда, тыйнаҡ булыу Алланың бөтә хеҙмәтселәре өсөн дә бик мөһим. Йәһүә был сифатты үҫтергән кешеләрҙе бик ҡәҙерләй. Әммә башҡалар баҫым яһағанда тыйнаҡ булып ҡалыу еңел түгел. Киләһе мәҡәләлә ауыр хәлдәргә эләккәндә тыйнаҡлыҡты нисек сағылдырып булғанын ҡарап сығырбыҙ.

^ 4 абз. Ғибрәтле һүҙҙәр 11:2: «Маһайыу менән бергә хурлыҡ та килер, ә тыйнаҡлыҡҡа зирәклек хас».