44-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ
Йәһүә биргән өмөткә ныҡ тотоноғоҙ!
«Өмөтөңдө Йәһүәгә бағла» (ЗӘБ. 27:14).
144-СЕ ЙЫР Бүләктән күҙеңде алма
БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ a
1. Йәһүә беҙгә ниндәй өмөт бүләк иткән?
ЙӘҺҮӘ беҙгә мәңгелек тормошҡа иҫ киткес өмөт биргән. Кемдер күктә йәшәргә өмөтләнә (1 Кор. 15:50, 53). Әммә күпселек кеше ауырымайынса, бәхетле булып мәңге ерҙә йәшәргә өмөтләнә (Асыл. 21:3, 4). Беҙҙең өмөтөбөҙ ниндәй генә булмаһын — күктә йәшәргә йә ерҙәме, беҙ уны бик ҡәҙерләйбеҙ.
2. Өмөтөбөҙ нимәгә нигеҙләнгән һәм ни өсөн шулай тип әйтеп була?
2 Изге Яҙмала «өмөт» тигән һүҙ яҡшы нәмәне көткәнебеҙҙе аңлата. Киләсәккә өмөтөбөҙ үтәләсәгенә беҙ бер ҙә шикләнмәйбеҙ, сөнки уны беҙгә Йәһүә биргән (Рим. 15:13). Алла үҙ һүҙен һәр ваҡыт үтәй (Һан. 23:19). Йәһүәнең үҙ вәғәҙәләрен үтәргә теләге лә, мөмкинлектәре лә бар икәненә беҙ ныҡ ышанабыҙ. Шуға күрә өмөтөбөҙ хыялдарға түгел, ә дәлилдәргә һәм факттарға нигеҙләнгән.
3. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр? (Зәбур 27:14).
3 Күктәге Атабыҙ беҙҙе бик ярата һәм үҙенә ышаныуыбыҙҙы теләй. (Зәбур 27:14-те b уҡығыҙ.) Йәһүәгә ныҡлы өмөтөбөҙ беҙгә ауырлыҡтарҙы йырып сығырға һәм киләсәккә ҡыйыулыҡ һәм шатлыҡ менән ҡарарға ярҙам итә. Шуға күрә, әйҙәгеҙ, шундай өс һорауҙы ҡарап сығайыҡ: өмөт беҙҙе нисек яҡлай? ни өсөн уны якорь һәм тимер башлыҡ менән сағыштырып була? һәм өмөттө нисек нығытып була?
ӨМӨТӨБӨҘ ЯКОРЬ ҺЫМАҠ
4. Ни өсөн өмөттө якорь менән сағыштырып була? (Еврейҙарға 6:19).
4 Илсе Павел еврейҙарға яҙған хатында өмөтөбөҙҙө якорь менән сағыштырған. (Еврейҙарға 6:19-ҙы уҡығыҙ.) Павел йыш ҡына дингеҙ буйлап сәйәхәт иткән, шуға күрә дауыл карапты алып китмәһен өсөн уны якорь менән нығытып ҡуйғандарын яҡшы белгән. Бер ваҡыт ул моряктарҙың көслө дауыл ваҡытында «ташлы урынға барып бәрелеүҙән ҡурҡып, караптың ҡойроҡ яғынан дүрт якорь» төшөргәндәрен күргән (Ғәм. 27:29, 39—41). Тормош дауылдары ябырылғанда өмөт, якорь һымаҡ, Йәһүәгә ныҡ тотонорға һәм ситкә китмәҫкә ярҙам итә. Был өмөт ярҙамында беҙ һынауҙар тулҡындарына ҡаршы тора алабыҙ, сөнки киләсәктә барыһы ла яҡшы буласағына ышанабыҙ. Ғайса «һеҙҙе... эҙәрләрҙәр» тип алдан әйткән (Яхъя 15:20). Шуға күрә, әйҙәгеҙ, Йәһүә вәғәҙә иткән бүләк тураһында уйланайыҡ. Был беҙгә уға тоғро булып ҡалырға ярҙам итер.
5. Өмөт Ғайсаға үлем алдынан нисек көс өҫтәгән?
5 Ғайса үҙенең язалап үлтереләсәге тураһында белһә лә, өмөт уға Йәһүәгә тоғро булып ҡалырға ярҙам иткән. Б. э. 33 йылының Илленсе көн байрамы ваҡытында илсе Петр Зәбур китабынан Мәсих тураһындағы пәйғәмбәрлекте өҙөмтә итеп килтергән. Унда Ғайсаның инанған һәм тыныс булыуы шиғри тел менән былай тип тасуирлана: «Йәнемде үлеләр донъяһында ҡалдырмаҫһың, үҙ Изгеңдең тәнен серетмәҫһең. Шуға күрә күңелем ҡыуана, йырым шатлыҡлы, тәнем өмөт бағлап йәшәр. [...] Мине Үҙ ҡаршыңда шатлыҡҡа сорнарһың» (Ғәм. 2:25—28; Зәб. 16:8—11). Ғайса үҙенең тиҙҙән үләсәген белһә лә, уның өмөтө ныҡ булған. Ул Алланың уны терелтәсәгенә һәм яңынан уның менән күктә буласағына бер ҙә шикләнмәгән (Евр. 12:2, 3).
6. Өмөт тураһында бер ағай-ҡәрҙәш нимә тигән?
6 Күп кенә ҡәрҙәштәребеҙгә өмөт һынауҙарҙа ныҡ ҡалырға ярҙам иткән. Бына Англияла йәшәгән Ленард Чинн исемле тоғро мәсихсенең миҫалы. Беренсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында армияға барыуҙан баш тартҡаны өсөн уны төрмәгә ултыртҡандар. Ике ай уны бер кешелек камерала тотҡандар, ә артабан ауыр эшкә ебәргәндәр. Һуңыраҡ ул былай тип яҙған: «Минең менән булған хәл сыҙам булып ҡалыр өсөн беҙҙең өмөткә ни тиклем мохтаж булғаныбыҙҙы аңларға ярҙам итте. Изге Яҙмала беҙҙең өсөн Ғайсаның, илселәрҙең һәм пәйғәмбәрҙәрҙең миҫалдары, шулай уҡ ҡиммәтле вәғәҙәләр яҙылған. Бының барыһы беҙгә киләсәккә өмөт бирә һәм сыҙам булып ҡалырға көс өҫтәй». Ленард ҡәрҙәш өсөн өмөт якорь һымаҡ булған. Өмөт беҙҙең өсөн дә шулай булырға мөмкин.
7. Һынауҙар өмөтөбөҙҙө нисек нығыта? (Римдарға 5:3—5; Яҡуб 1:12).
7 Һынауҙарҙы сыҙамлыҡ менән үткәндә, Йәһүәнең ярҙамын һәм хуплауын тойғанда, өмөтөбөҙ тағы ла нығыраҡ булып китә. (Римдарға 5:3—5; Яҡуб 1:12-не уҡығыҙ.) Һөйөнөслө хәбәрҙе ишеткәндә булған өмөтөбөҙ хәҙер күпкә көслөрәк. Шайтан бирешеүебеҙҙе теләй, әммә Йәһүәнең ярҙамы менән беҙ һәр төрлө һынауҙы йырып сыға алабыҙ.
ӨМӨТ ТИМЕР БАШЛЫҠ ҺЫМАҠ
8. Ни өсөн өмөттө тимер башлыҡ менән сағыштырып була? (1 Фессалоникаларға 5:8).
8 Изге Яҙмала өмөт тимер башлыҡ менән сағыштырыла. (1 Фессалоникаларға 5:8-ҙе уҡығыҙ.) Тимер башлыҡ һуғышсының башын дошмандарҙың һуғыуҙарынан һаҡлаған. Рухи һуғыш алып барғанда, беҙгә аҡылыбыҙҙы Шайтандың һөжүмдәренән һаҡларға кәрәк. Ул беҙҙең фекер итеү рәүешебеҙҙе аҙҙырыр өсөн нимә генә ҡулланмай! Тимер башлыҡ һуғышсының башын һаҡлаған кеүек, өмөт тә беҙҙең уйлау һәләтебеҙҙе һаҡлай. Шул саҡта беҙ Йәһүәгә тоғро булып ҡала алырбыҙ.
9. Мәңгелек тормошҡа өмөтө булмаған кешеләр нисек йәшәй?
9 Мәңгелек тормошҡа өмөтөбөҙ беҙгә аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итә. Әммә өмөтөбөҙ ҡаҡшаһа һәм үҙ теләктәребеҙ тураһында ғына уйлай башлаһаҡ, маҡсатыбыҙҙы — мәңгелек тормошто күҙҙән ысҡындырыуыбыҙ бар. Боронғо Коринфта йәшәгән ҡайһы бер мәсихселәр менән нимә булғанын иҫебеҙгә төшөрәйек. Улар Йәһүәнең иң мөһим вәғәҙәһенә — терелтеүгә иманын юғалтҡан (1 Кор. 15:12). Павел, киләсәккә өмөтө булмаған кешеләр бөгөнгө көн менән йәшәй, тип яҙған (1 Кор. 15:32). Бөгөн дә Йәһүәнең вәғәҙәләренә ышанмаған кешеләр үҙҙәренең тән теләктәре өсөн генә йәшәй. Улар тормоштан барыһын алырға теләй. Әммә беҙ Алла вәғәҙә иткән киләсәкте көтәбеҙ. Өмөтөбөҙ беҙҙең өсөн тимер башлыҡ һымаҡ. Беҙ тән теләктәренә бирелмәһен өсөн, ул уй-фекерҙәребеҙҙе һаҡлай. Юғиһә, был беҙҙең Йәһүә менән дуҫлығыбыҙҙы емерер ине (1 Кор. 15:33, 34).
10. Өмөт нисек итеп беҙҙе ялған фекер йөрөтөүҙән яҡлай ала?
10 Өмөт аҡылыбыҙҙы, Йәһүәгә ярарға тырышыу файҙаһыҙ, тигән фекер йөрөтөүҙән һаҡлай ала. Мәҫәлән, кемдер: «Мин бер ҡасан да мәңге йәшәгәндәр араһында булмаясаҡмын. Мин быға лайыҡ түгел. Мин бер ҡасан да Алланың бөтә нормаларына тап килә алмаясаҡмын», — тип әйтергә мөмкин. Әйҙәгеҙ, Әйүптең ялған йыуатыусыһы Элифазды иҫкә төшөрәйек. Ул: «Әллә үлемле кеше саф була аламы?» — тип һораған. Бынан тыш, ул Алла тураһында: «Бына, ул үҙ изгеләренә ышанмай, хатта күктәрҙе лә пак тип һанамай», — тигән (Әйүп 15:14, 15). Ниндәй ялған! Онотмағыҙ, бындай ялған артында Шайтан тора. Шундай фекер уйҙарығыҙҙы биләп алһа, өмөтөгөҙ һүнергә мөмкин. Ул быны яҡшы белә. Шуға күрә тәүәккәллек менән бындай ялғанды кире ҡағығыҙ һәм Йәһүәнең вәғәҙәләре тураһында күберәк уйланығыҙ. Бер ҡасан да онотмағыҙ: күктәге Атағыҙ һеҙҙең мәңге йәшәүегеҙҙе теләй һәм был маҡсатҡа өлгәшергә ярҙам итәсәк (1 Тим. 2:3, 4).
ӨМӨТКӘ НЫҠ ТОТОНОҒОҘ!
11. Ни өсөн беҙгә Алла вәғәҙәләренең үтәләсәген түҙемлек менән көтөргә кәрәк?
11 Өмөттө ныҡ килеш һаҡлау еңел түгел. Алла вәғәҙәләренең үтәлеүен көткәндә, сабырлығыбыҙҙы юғалтыуыбыҙ бар. Әммә Йәһүә мәңге йәшәй, һәм ул ваҡытты башҡаса иҫәпләй (2 Пет. 3:8, 9). Ул үҙенең бөтә вәғәҙәләрен беҙ көтмәгәндә һәм һәр беребеҙ өсөн мөмкин тиклем яҡшыраҡ итеп үтәйәсәк. Беҙгә өмөтөбөҙҙө ныҡ килеш һаҡларға һәм Алла вәғәҙәләренең үтәлеүен сабырлыҡ менән көтөргә нимә ярҙам итер? (Яҡ. 5:7, 8).
12. Еврейҙарға 11:1, 6-лағы һүҙҙәр буйынса, өмөт нисек иман менән бәйле?
12 Өмөттө ныҡ килеш һаҡлар өсөн, Йәһүәнең яҡын дуҫтары булып ҡалыу бик мөһим, сөнки ул ғына өмөтөбөҙҙө тормошҡа ашыра ала. Ысынында, өмөткә эйә булыр өсөн, беҙгә Алланың барлығына һәм «уны эҙләгән» кешеләрҙе бүләкләйәсәгенә ышанырға кәрәк. (Еврейҙарға 11:1, 6-ны уҡығыҙ.) Беҙ, Йәһүәгә нығыраҡ ышанған һайын, уның вәғәҙәләренә лә нығыраҡ ышанырбыҙ. Әйҙәгеҙ, беҙҙе Йәһүәгә нығыраҡ яҡынайтҡан бер нисә кәңәште ҡарап сығайыҡ. Алла менән яҡын дуҫлыҡ беҙгә артабан да өмөтөбөҙҙө ныҡ килеш һаҡларға ярҙам итер.
Доға ҡылыу һәм уйланыу өмөтөбөҙҙө һаҡларға ярҙам итер (13—15-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.) c
13. Йәһүә менән дуҫлыҡты нисек үҫтереп була?
13 Йәһүәгә доға ҡылығыҙ һәм уның Һүҙен уҡығыҙ. Йәһүәне күрә алмаһаҡ та, беҙ уның дуҫтары була алабыҙ. Доға ҡылғанда беҙ уның беҙҙе ишеткәненә шикләнмәйбеҙ (Ирем. 29:11, 12). Ә беҙ Алланы нисек тыңлайбыҙ? Уның Һүҙен уҡып һәм уҡығандар хаҡында уйланып. Йәһүәнең үткәндә үҙ хеҙмәтселәре хаҡында ҡайғыртыуы тураһында белеү иманыбыҙҙы нығыта. «Изге Яҙмала яҙылғандарҙың барыһы ла, улар биргән сабырлыҡ һәм йыуаныу аша өмөтөбөҙ булһын өсөн, нәсихәт итеп яҙылған» (Рим. 15:4).
14. Йәһүәнең башҡалар өсөн нимә эшләгәне тураһында уйланыу ни өсөн файҙалы?
14 Йәһүәнең үҙ вәғәҙәләрен нисек үтәгәне хаҡында уйланығыҙ. Алла Ибраһим менән Сара өсөн нимә эшләгәнен иҫкә төшөрәйек. Улар инде ҡарт булһа ла, Йәһүә уларға, һеҙҙең балағыҙ буласаҡ, тип вәғәҙә иткән (Баш. 18:10). Ибраһим был вәғәҙәне нисек ҡабул иткән? Ул «күп халыҡтарҙың атаһы» буласағына ышанған (Рим. 4:18). Кеше ҡарашынан был осраҡ өмөтһөҙ булып күренһә лә, Ибраһим Алланың үҙ һүҙен үтәйәсәгенә шикләнмәгән, һәм уның күңеле һүрелмәгән (Рим. 4:19—21). Хәлебеҙ йырып сыҡҡыһыҙ булып күренһә лә, шундай хикәйәләр Йәһүәнең үҙ вәғәҙәләрен үтәйәсәгенә ышандыра.
15. Ни өсөн Алланың һеҙҙең өсөн эшләгән эштәре тураһында уйланыу мөһим?
15 Йәһүәнең һеҙҙең өсөн нимә эшләгәненә иғтибар итегеҙ. Изге Яҙмала яҙылған вәғәҙәләрҙең үтәлгәне һеҙгә инде ниндәй файҙа килтергәне тураһында уйланығыҙ. Мәҫәлән, Ғайса әйткәнсә, күктәге Атабыҙ беҙгә тормош өсөн кәрәк булғандың барыһын бирә (Матф. 6:32, 33). Шулай уҡ, Йәһүәнән изге рух һораһағыҙ, ул уны һеҙгә мотлаҡ бирер, тип әйткән ул (Лука 11:13). Йәһүә был вәғәҙәләрҙе үтәй. Моғайын, Йәһүәнең һеҙҙең өсөн эшләгән башҡа эштәре тураһында ла әйтә алаһығыҙ. Мәҫәлән, Йәһүә, вәғәҙә иткәненсә, һеҙҙе рухи яҡтан туҡландыра, кисерә һәм йыуата (Матф. 6:14; 24:45; 2 Кор. 1:3). Алланың элек һеҙҙең хаҡта нисек ҡайғыртҡаны тураһында уйланһағыҙ, уның һеҙҙе киләсәктә лә ҡалдырмаясағына шикләнмәҫһегеҙ.
«ҮҘЕГЕҘҘӘ БУЛҒАН ӨМӨТКӘ ҠЫУАНЫҒЫҘ»
16. Ни өсөн өмөт — ҡиммәтле бүләк?
16 Мәңгелек тормошҡа өмөт — ул Алланың ҡиммәтле бүләге. Беҙ түҙемһеҙлек менән иҫ киткес киләсәкте көтәбеҙ һәм уның буласағына бер тамсы ла шикләнмәйбеҙ. Өмөт, якорь һымаҡ, Йәһүәгә ныҡ тотоноп, һынауҙарҙы еңергә, эҙәрләүҙәрҙә сыҙам ҡалырға һәм үлем янағанда ҡыйыу булырға ярҙам итә. Өмөт, тимер башлыҡ һымаҡ, уйҙарыбыҙҙы һаҡлай, яуызлыҡты кире ҡағырға һәм игелек ҡылырға ярҙам итә. Изге Яҙмаға нигеҙләнгән өмөтөбөҙ беҙҙе Аллаға тағы ла нығыраҡ яҡынайта һәм уның беҙҙе ни тиклем яратҡанын күрергә ярҙам итә. Өмөтөбөҙгә һүнергә бирмәһәк, беҙ мул итеп фатихаланасаҡбыҙ.
17. Ни өсөн өмөт шатлыҡ килтерә?
17 Римдағы мәсихселәргә илсе Павел: «Үҙегеҙҙә булған өмөткә ҡыуанығыҙ», — тип яҙған (Рим. 12:12). Павел өмөтөнә шатланған, сөнки ул Аллаға тоғро ҡалһа, мәңге күктә йәшәйәсәген белгән. Өмөт беҙгә лә шатлыҡ килтерә ала, сөнки Йәһүәнең үҙ һүҙен тотҡанына беҙ бер ҙә шикләнмәйбеҙ. Был хаҡта мәҙхиә йырлаусы былай тип яҙған: «Өмөтө Аллаһы Йәһүәлә булған кеше бәхетле. ...Ул һәр саҡ тоғролоҡ һаҡлай»! (Зәб. 146:5, 6).
139-СЫ ЙЫР Ожмахты күҙ алдына килтер
a Йәһүә беҙгә киләсәккә иҫ киткес өмөт бүләк иткән. Шул өмөт тормошобоҙҙо шатлыҡ менән тултыра һәм ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан барыһы ла яҡшы буласағына ышаныс бирә. Өмөт беҙгә иң ауыр һынауҙарҙа Йәһүәгә тоғро ҡалырға көс бирә. Шулай уҡ ул фекер итеү рәүешебеҙгә насар тәьҫир иткән ҡараштарҙан һаҡлай. Бының барыһы өмөткә ныҡ тотонорға сәбәптәр булып тора. Әйҙәгеҙ, был хаҡта ентекләберәк һөйләшәйек.
b Зәбур 27:14: «Өмөтөңдө Йәһүәгә бағла, ҡыйыу һәм ныҡ бул. Эйе, өмөтөңдө Йәһүәгә бағла».
c РӘСЕМДӘ: тимер башлыҡ һуғышсының башын һаҡлаған кеүек һәм якорь карапты үҙ урынында тотҡан кеүек, өмөт аҡылыбыҙҙы һаҡлай һәм һынауҙар ваҡытында Йәһүә янында ҡалырға ярҙам итә. Апай-ҡәрҙәш Йәһүәгә ҡайнар доға ҡыла, ул уның ишеткәненә шикләнмәй. Ағай-ҡәрҙәш Алланың Ибраһимға биргән вәғәҙәләрен үтәгәне тураһында уйлана. Икенсе ағай-ҡәрҙәш Йәһүә уны нисек фатихалағанын иҫенә төшөрә.