Зирәклек яҡлау бирә

Зирәклек яҡлау бирә

«Кеше үҙ йәнен байлығы менән йолоп алыр, ә ярлы кешегә хатта янамайҙар ҙа» (ҒИБРӘТЛЕ ҺҮҘҘӘР 13:8).

БАЙЛЫҠ кешегә билдәле бер өҫтөнлөктәр бирә. Әммә бай булыу гел генә, айырыуса беҙҙең шомло көндәрҙә яҡшы түгел (2 Тимофейға 3:1—5). Ҡайһы бер илдәрҙә байҙар, шул иҫәптән бай булып күренгән туристар ҙа бурҙарҙың йә кешеләрҙе аҡса алыу ниәте менән урлаусыларҙың ҡорбандары булып китә.

Яңылыҡтарҙа бер үҫешеүсе ил тураһында бына нимә тип әйтелгән: «Талауҙар, мутлашыу һәм кеше урлау байҙарҙа ярлыларға ҡарата дошманлыҡ хисе тыуҙыра. Ресторандарҙа ҡоралланған һаҡсылар тора; байҙарҙың йорттары сәнскеле тимер сыбыҡ менән уратып алынған, прожекторҙар һәм күҙәтеү камералары менән йыһазланған; был йорттарҙа шулай уҡ һаҡсылар ҡуйылған». Шуға оҡшаш хәлде башҡа күп илдәрҙә лә күреп була.

Әммә, Изге Яҙмала әйтелгәнсә, «ярлы кешегә хатта янамайҙар ҙа». Был ҡиммәтле хәҡиҡәт беҙҙе нимәгә өйрәтә ала? Әгәр һеҙ енәйәтселек һәм көс ҡулланыу таралған ерҙә йәшәһәгеҙ йә шундай ергә сәйәхәт итергә йыйынһағыҙ, бай кеше булып күренеп үҙегеҙгә сиктән тыш иғтибар йәлеп итмәҫкә тырышығыҙ. Нимә кейергә, үҙегеҙ менән күҙгә бәрелеп торған мөлкәтегеҙҙе алырғамы-юҡмы икәнен хәл иткәндә яҡшы уйлағыҙ. Ғибрәтле һүҙҙәр 22:3-тә былай тип әйтелә: «Алдын-артын уйлаусы, хәүеф-хәтәрҙе күреп, ҡасып китә, ә тәжрибәһеҙҙәр, туп-тура барып, яфа сигә».

Изге Яҙмалағы зирәклек Барлыҡҡа Килтереүсенең беҙгә ҡарата яратыуын сағылдыра һәм именлегебеҙ хаҡында ҡайғыртыуын күрһәтә. Ундай зирәклек «яҡлау бирә» һәм «үҙ эйәһенең ғүмерен һаҡлай» (Вәғәзсе 7:12).