Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

БРОШЮРАНЫҢ ТЕМАҺЫ: | ИЗГЕ ЯҘМА НИСЕК һАҠЛАНЫП ҠАЛҒАН?

Ни өсөн Изге Яҙма һаҡланып ҡалған?

Ни өсөн Изге Яҙма һаҡланып ҡалған?

Шулай итеп, бер нигә ҡарамаҫтан, Изге Яҙма һаҡланып ҡалған. Бөгөн һәр кеше уны һатып алып уҡый ала. Изге Яҙманың яҡшы тәржемәһен һайлаһағыҙ, уның төп нөсхәгә тура килеүенә һис шикләнмәйенсә уҡый алаһығыҙ *. Күреүебеҙсә, Изге Яҙма сереүгә, ҡаршы килеүҙәргә һәм унда яҙылған хәбәрҙе үҙгәртергә маташыуҙарға ҡарамаҫтан һаҡланып ҡалған. Был нимә ярҙамында мөмкин булған? Изге Яҙма нимәһе менән шул тиклем үҙенсәлекле?

«Хәҙер мин үҙемдә булған Изге Яҙма — Алланан бүләк икәненә инанам»

Изге Яҙманы уҡыған күп кенә кешеләр илсе Павел яһаған бындай һығымта менән риза: «Изге Яҙма тотош Алла тарафынан рухландырылған» (2 Тимофейға 3:16). Улар Изге Яҙманың үҙгәрешһеҙ һаҡланып ҡалғанына ышана, сөнки ул Алла Һүҙе һәм Алла үҙе уны беҙҙең көндәргә тиклем һаҡлаған. Беренсе мәҡәләлә иҫкә алынған Файзал, Изге Яҙманы өйрәнеп, факттарҙы үҙе тикшерергә ҡарар иткән. Белгәндәре уны ғәжәпкә ҡалдырған. Оҙаҡ та үтмәй ул христиан динендә киң таралған күп тәғлимәттәрҙең Изге Яҙмаға нигеҙләнмәгәнен белеп ҡалған. Улай ғына ла түгел, Алланың ергә ҡарата ниәте, уны тәьҫирләндереп, күңеленә көслө йоғонто яһаған.

«Хәҙер мин үҙемдә булған Изге Яҙма — Алланан бүләк икәненә инанам, — ти Файзал. — Алла Ғаләмде барлыҡҡа килтерә алған икән, нисек инде ул, кешеләргә үҙенең Һүҙен еткереп, уны һаҡлап ҡала алмаһын? Бындай фекер белдереү Алланың ҡеүәтен — Сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһенең көсөн шик аҫтына алыу булыр ине! Алланың көсөн сикләргә мин кем инде?» (Ишағыя 40:8).

^ 3 абз. 2008 йылдың 1 майында сығарылған «Күҙәтеү манараһы»ның (урыҫ) 18—22 биттәрендәге «Изге Яҙманың яҡшы тәржемәһен нисек һайларға?» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.