ИЗГЕ ЯҘМА ТОРМОШТО ҮҘГӘРТӘ
Изге Яҙмалағы хәҡиҡәт һыуһынымды ҡандырҙы
-
ТЫУҒАН ЙЫЛЫ: 1987
-
ТЫУҒАН ИЛЕ: ӘЗЕРБАЙЖАН
-
ҠЫҪҠАСА МӘҒЛҮМӘТ: МОСОЛМАН АТАЙ ҺӘМ ЙӘҺҮД ӘСӘЙ ТӘРБИӘЛӘГӘН
ҮТКӘНДӘ.
Мин Бакула — Әзербайжандың баш ҡалаһында, ғаиләлә икенсе бала булып тыуғанмын. Атайым мосолман, ә әсәйем йәһүд ине. Шундай төрлө дини ҡараштар улар өсөн кәртә булманы, сөнки улар бер-береһен яратты. Атайым Рамаҙан айында ураҙа тотҡанда, әсәйем уға булышлыҡ күрһәтә ине, ә әсәй Пасха байрамын үткәргәндә, атай уға ярҙам итә ине. Беҙҙең өйҙә Ҡөрьән, Тәүрат һәм Библия була торғайны.
Мин үҙемде мосолман тип иҫәпләй инем. Алланың барлығына бер ҡасан шикләнмәһәм дә, ҡайһы бер һорауҙар мине бик борсоно. Мин шуны аңламай инем: «Ни өсөн Алла кешеләрҙе барлыҡҡа килтергән, һәм ни өсөн ҡайһы берәүҙәр, ғүмер буйына ғазапланып, һуңынан тағы тамуҡта мәңге язаланырға тейеш?» Кешеләр, Алла яҙғанды күрәбеҙ, тип әйткәнгә, мин аптырай инем: «Әллә кешеләр Алла өсөн ҡурсаҡтар ғынамы, һәм уларҙың ғазапланыуын күреү уға рәхәтлек килтерәме?»
Миңә 12 йәш булғанда, мин намаҙ уҡый башланым, бының өсөн, мосолмандар йолаһы буйынса, көнөнә биш тапҡыр доға ҡылдым. Шул уҡ ваҡытта атай апайымды һәм мине йәһүд мәктәбенә уҡырға ебәрҙе. Башҡа фәндәрҙән тыш, беҙ Тәүраттағы йолаларҙы һәм еврей телен өйрәндек. Көн һайын уҡыуҙы башлар алдынан беҙ, йәһүдтәр йолаһы буйынса, доға ҡылдыҡ. Шулай итеп, иртәнсәк мин өйҙә намаҙ уҡый инем, ә көндөҙ мәктәптә йәһүдтәрҙең доғаларына ҡушыла инем.
Мин рухи сарсауҙан интектем, сөнки һорауҙарыма дөрөҫ яуаптар таба алмай инем. Мәктәптәге раввиндарға ҡат-ҡат бындай һорауҙар бирә инем: «Ни өсөн Алла кешеләрҙе яратҡан? Алла мосолман булған атайыма нисек ҡарай? Ул бит яҡшы кеше, ни өсөн ул нәжес кеше тип һанала? Ни өсөн Алла уны барлыҡҡа килтергән?» Яуаптар алһам да, улар эҙмә-эҙлекһеҙ һәм ышандырғыһыҙ ине.
ИЗГЕ ЯҘМА ТОРМОШОМДО ҮҘГӘРТТЕ.
2002 йылда, беҙ Германияға күсенгәс, мин Аллаға бөтөнләй ышанмай башланым. Йылдар буйы мин ғаиләмдең һау-сәләмәт һәм имен
булыуы хаҡында доға ҡылдым. Әммә күсенгәндән һуң бер аҙна ғына үтеүгә атайымды инсульт һуҡты, һәм ул комаға китте. Кешенең ғүмере һәм үлеме Сикһеҙ ҡөҙрәтле Алланың ҡулында икәненә бик ныҡ ышанғанға, мин көн дә унан атайымдың ғүмерен һаҡлап ҡалыуын ялбарып үтенә инем. «Бер бәләкәй ҡыҙыҡайҙың ысын күңелдән сыҡҡан үтенесен үтәү Алла өсөн бер ни түгел», — тип уйлай инем мин һәм уның ярҙам итәсәгенә тамсы ла шикләнмәй инем. Ләкин атайым үлде.Алла битараф, тип уйлап, мин тәрән төшөнкөлөккә бирелдем. «Йә мин насар доға ҡылғанмын, йә Алла юҡ», — тип фекер йөрөттөм мин. Тәрән тетрәнеү кисереп, мин бүтән намаҙ уҡымаҫҡа булдым. Башҡа диндәр минең өсөн әллә ни мөһим түгел ине, шулай итеп мин, Алла юҡ, тигән һығымтаға килдем.
Алты ай үткәндән һуң, Йәһүә шаһиттары ишек шаҡынылар. Беҙ апайым менән христиан дине хаҡында ыңғай фекерҙә булманыҡ, шунлыҡтан уларҙың хаҡ булмауҙарын ипле генә күрһәтергә тырыштыҡ. Беҙ уларҙан: «Ни өсөн христиандар Ғайса Мәсихкә, Мәрйәмгә, тәрегә һәм башҡа боттарға табына? Был бит Ун әмергә ҡаршы килә», — тип һораныҡ. Йәһүә шаһиттары Изге Яҙманан ысын христиандар, йәғни мәсихселәр боттарға табынырға тейеш түгеллеген, шулай уҡ Аллаға ғына доға ҡылырға тейешлеген күрһәттеләр. Был мине бик ныҡ ғәжәпләндерҙе.
Шунан беҙ бындай һорау бирҙек: «Ә Троица тураһында ни тиерһегеҙ? Ғайса Алла булһа, ул нисек ерҙә йәшәй алған һәм кешеләр нисек уны үлтерә алған?» Улар, тағы Изге Яҙма нигеҙендә яуап биреп, Ғайсаның Алла түгеллеген һәм уға тиң булмауын аңлатты. Шаһиттар, тап шул сәбәптән Троицаға ышанмайбыҙ, тине. Мин шаҡ ҡаттым һәм: «Ҡалай сәйер христиандар!» — тип уйлап ҡуйҙым.
Мине ошондай һорау һаман борсой ине: «Ни өсөн кешеләр үлә, һәм ни өсөн Алла ғазаптарҙы рөхсәт итә?» Йәһүә шаһиттары миңә өйрәнеү өсөн тәғәйенләнгән бер китап күрһәттеләр, был китапта минең һорауҙарыма бер нисә бүлек арналған ине. Улар шунда уҡ минең менән Изге Яҙма өйрәнеүе башланылар.
Һәр өйрәнеүҙә мин төплө, Изге Яҙмаға нигеҙләнгән яуаптар ала инем. Мин Алланың исеме Йәһүә икәнен белдем (Зәбур 83:18). Уның төп сифаты — эскерһеҙ мөхәббәт (1 Яхъя 4:8). Ул кешеләрҙе тормоштан шатлыҡ алһындар өсөн барлыҡҡа килтергән. Мин шуны аңланым: Алла ғәҙелһеҙлеккә юл ҡуйһа ла, ул уны нәфрәт итә һәм тиҙҙән уны мәңгегә юҡҡа сығарасаҡ. Мин кешелектең Әҙәм менән Һауа күтәргән фетнә арҡаһында ғазап сигеүен белдем (Римдарға 5:12). Был фетнәнең аяныс эҙемтәләренең береһе — ғәзиз кешеләрҙең, шул иҫәптән атайымдың үлеме. Әммә Алла, киләсәк яңы донъяла үлгән кешеләрҙе терелтеп, бөтә юғалтыуҙарҙы ҡаплаясаҡ (Ғәмәлдәр 24:15).
Изге Яҙмалағы хәҡиҡәт һыуһынымды ҡандырҙы. Мин яңынан Аллаға ышана башланым. Йәһүә шаһиттары менән яҡынданыраҡ танышҡас, мин уларҙың бөтә донъя буйынса ҡәрҙәшлек булыуын аңланым. Улар араһындағы берҙәмлек һәм яратыу мине таң ҡалдырҙы (Яхъя 13:34, 35). Йәһүә тураһында белгәндәрем мине уға хеҙмәт итергә дәртләндерҙе, һәм мин Йәһүә шаһиты булырға ҡарар иттем. 2005 йылдың 8 ғинуарында мин һыуға сумдырылдым.
ТОРМОШОМ ЯҠШЫРҘЫ.
Изге Яҙмалағы ышандырырлыҡ хәҡиҡәт минең тормошҡа ҡараштарымды үҙгәртте. Алла Һүҙенән һорауҙарыма төплө яуаптар алып, мин күңел тыныслығына өлгәштем. Изге Яҙмала вәғәҙә ителгән терелтелеү өмөтө — атайымды яңынан күреү мөмкинселеге — миңә ҙур шатлыҡ һәм йыуаныс килтерҙе (Яхъя 5:28, 29).
Бына инде алты йыл мин Алланы тәрән ихтирам иткән ирем Джонатан менән бәхетле никахта торам. Беҙ икебеҙ ҙә Алла тураһындағы хәҡиҡәттең төплө һәм ябай, шул уҡ ваҡытта бик ҡиммәтле булыуына инандыҡ. Шуға күрә беҙгә был хәҡиҡәт һәм иҫ киткес өмөт тураһында башҡаларға һөйләргә бик оҡшай. Хәҙер мин Йәһүә шаһиттарының «сәйер христиандар» түгел, ә ысын мәсихселәр икәнен беләм!