Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

БИОГРАФИЯ

Элекке монахинялар ысын рухи ҡәрҙәштәр булып китә

Элекке монахинялар ысын рухи ҡәрҙәштәр булып китә

«„АУЫҘЫҢДЫ яп! — тип ҡысҡырҙы миңә һеңлем Арасели. — Һинең динең хаҡында бүтән бер нәмә лә ишеткем килмәй. Бер һүҙеңдән ҡоҫҡом килә башлай. Мин һине күрә алмайым!“ Хатта хәҙер ҙә, 91 йәшемдә булһам да, был һүҙҙәрҙең күңелемде ни тиклем әрнеткәнен яҡшы хәтерләйем. Әммә Вәғәзсе 7:8-ҙә яҙылғанса: „Эштең ахыры уның башынан яҡшыраҡ“. Беҙҙең осраҡта ла тап шулай булды» (Фелиса).

Фелиса: Мин бик дини ғаиләлә тыуып үҫтем. Шуныһы ҡыҙыҡ, туғандарыбыҙ араһынан 13 кеше ниндәй ҙә булһа католик орденының руханийы йә ағзаһы ине. Хатта Рим Папаһы Иоанн Павел II әсәйемдең католик мәктәбендә уҡытҡан ике туған ағаһын «изгеләр» һанына индерҙе. Атайым тимерсе ине, әсәйем баҫыуҙа эшләне. Һигеҙ бала араһында мин иң олоһо инем.

Миңә 12 йәш булғанда, Испанияла граждандар һуғышы ҡупты. Һуғыштан һуң атайымды төрмәгә ултырттылар. Ул үҙенең либераль идеялары менән диктаторлыҡ режимына ярамай ине. Ғаиләне ашатыу әсәйем елкәһенә ауыр йөк булып ятты, шунлыҡтан уның бер әхирәте минең өс һеңлемде — Арасели, Лаури һәм Рамониҙы — Бильбао ҡалаһындағы (Испания) монастырға ебәрергә кәңәш итте. Һәр хәлдә, улар унда астан интекмәҫтәр ине.

Арасели: Ул саҡта миңә ни бары — 14, Лауриға — 12, ә Рамониға 10 йәш ине. Ғаиләнән айырылыу беҙҙең өсөн үтә лә ауыр булды. Бильбао ҡалаһында беҙ йыйыштырыу эше менән мәшғүл булдыҡ. Ике йылдан һуң монахинялар беҙҙе Сарагоса ҡалаһындағы оло йәштәгеләр хаҡында ҡайғыртҡан ҙур монастырға күсерҙеләр. Унда беҙ кухняны йыйыштырырға тейеш инек. Беҙҙең кеүек үҫмерҙәр өсөн был хәлдән тайҙырғыс эш ине.

Фелиса: Һеңлеләрем Сарагосаға киткәс, әсәйем менән урындағы рухани (ул әсәйемдең бер туған ҡустыһы ла ине) мине лә шул монастырға эшләргә ебәрергә хәл иттеләр. Шулай эшләп, улар миңә күҙ һалған урындағы бер егетте минән ситләштерергә теләнеләр. Бик дини ҡыҙ булғанға, мин күпмелер ваҡыт монастырҙа үткәрергә ҡаршы түгел инем. Мин ғәҙәттә көн һайын мессаға йөрөй инем һәм хатта, Африкала монах булып хеҙмәт иткән ике туған ағайым һымаҡ, миссионер булырға уйлай инем.

Испания, Сарагосалағы монастырь (һулда); Накар-Колунга тәржемәһе (уңда)

Монастырҙа берәү ҙә минең Аллаға икенсе илдәрҙә хеҙмәт итеү теләгемде ҡеүәтләмәне. Мин үҙемде тотҡонда һымаҡ хис иттем. Шунлыҡтан бер йылдан һуң мин урындағы рухани — әсәйемдең бер туған ҡустыһы хаҡында ҡайғыртыу өсөн өйгә ҡайтырға булдым. Өй эштәрен башҡарыуҙан тыш, мин кистәрен уның менән бергә доғалар уҡый-уҡый тәсбих тарттым. Миңә шулай уҡ сиркәүҙәге сәскәләрҙе ҡарау, Мәрйәм ана һәм «изгеләрҙең» һындарын биҙәү оҡшай ине.

Арасели: Тиҙҙән монастырҙағы тормошобоҙ үҙгәрҙе. Мин беренсе нәҙерҙәремде әйткәндән һуң, монахинялар беҙҙе бер-беребеҙҙән айырырға булды. Рамони Сарагосала ҡалды, Лаури Валенсияға китте, ә мине Мадридҡа ебәрҙеләр, шунда мин нәҙерҙәремде ҡабатланым. Мадридтағы монастырь студенттарға, оло йәштәгеләр һәм башҡа килеүселәргә торлаҡ бирә ине, шунлыҡтан бында эштән баш күтәреп тә булмай ине. Мин монастырь дауаханаһында эшләнем.

Дөрөҫөн генә әйткәндә, мин монахиня тормошонан күберәкте көткәйнем. Мин, Изге Яҙманы уҡып уны аңлармын, тип бик өмөтләнгән инем. Әммә бер кем дә Алла һәм Ғайса Мәсих хаҡында һөйләмәй ине, Изге Яҙманы ла ҡулланмайҙар ине. Мин ни бары әҙерәк латин телен өйрәндем, «изгеләр» тормошо тураһында уҡыным һәм Мәрйәм анаға табындым. Ҡалған бөтә ваҡытым ауыр физик эш эшләүгә китә ине.

Минең күңелемде борсоу баҫты, шуға күрә настоятельница менән һөйләшеп алырға булдым. Мин уға, үҙ ғаиләм мохтажлыҡта булғанда, мин үҙемдең ни өсөн бында башҡаларҙың кеҫәһен ҡалынайтып эшләп йөрөгәнемде аңламайым, тинем. Ул мине, уйынан кире ҡайтыр ҙа монастырҙа ҡалыр тип өмөтләнеп, бер бүлмәгә бикләп ҡуйҙы.

Монахинялар, мин һаман да монастырҙан китергә теләйемме, юҡмы икәнен күрер өсөн, мине ул бүлмәнән өс тапҡыр сығарҙы. Китергә тәүәккәл икәнемде күреп, улар миңә, мин монастырҙан китәм, сөнки Аллаға түгел, ә Шайтанға хеҙмәт итергә теләйем, тигән ғариза яҙырға ҡуштылар. Уларҙың был һүҙҙәре мине шаҡ ҡатырҙы. Монастырҙан китергә хыялланһам да, улай тип мин бер ҡасан да яҙа алмаҫ инем. Ахыр сиктә, руханиҙы саҡыртып, мин уға барыһын да һөйләп бирҙем. Ул епископтан рөхсәт алды, һәм мине кире Сарагосалағы монастырға ебәрҙеләр. Бер нисә ай унда булғандан һуң, миңә монастырҙан китергә рөхсәт иттеләр. Тиҙҙән Лаури менән Рамони ҙа монастырҙан киттеләр.

«ТЫЙЫЛҒАН» КИТАП БЕҘҘЕ АЙЫРА

Фелиса

Фелиса: Ваҡыт уҙыу менән, мин, кейәүгә сығып, Кантабрияға күсендем. Мин һаман да даими рәүештә мессаға йөрөй инем. Бер ваҡыт йәкшәмбе көндө мөнбәрҙән ғәжәп белдереү яңғыраны. «Мәңгелек тормошҡа алып барыусы хәҡиҡәт» тигән китап күрһәтеп, рухани асыулы тауыш менән: «Күрәһегеҙме был китапты?» — тине. «Әгәр берәйһе һеҙгә был китапты бирһә, уны миңә бирегеҙ йә бөтөнләй ташлағыҙ!» — тип өҫтәне ул.

Миндә был китап юҡ ине, әммә шунда уҡ уны табырға теләгем тыуҙы. Бер нисә көндән һуң ике Йәһүә Шаһиты ишек шаҡыны һәм миңә «тыйылған» китапты тәҡдим итте. Шул уҡ төндә мин ул китапты уҡып сыҡтым, ә улар ҡабат килгәс, Изге Яҙманы өйрәнергә ризалаштым.

«Тыйылған» китап

Тиҙҙән хәҡиҡәт йөрәгемә тәьҫир итте. Минең элекке диндарлығым Йәһүәгә ҡарата тәрән яратыуға әйләнде. Мин уға ашҡынып хеҙмәт итә башланым һәм 1973 йылда һыуға сумдырылдым. Туғандарыма хәҡиҡәт хаҡында һөйләргә мөмкинселектәрем әҙ булһа ла, мин хәлемдән килгәнен эшләнем. Алдараҡ әйтеп киткәнемсә, тәүҙә улар, бигерәк тә һеңлем Арасели, минең дини ҡараштарыма бик ныҡ ҡаршы килделәр.

Арасели: Монастырҙа күргән-кисергәндәрем мине уҫалландырҙы. Шулай булһа ла, мин йәкшәмбе һайын мессаға йөрөнөм һәм көн дә доғалар уҡып тәсбих тарттым. Мин һаман да Изге Яҙманы аңларға теләй инем һәм Алланан ярҙам һорай инем. Әммә, Фелиса апайым үҙенең яңы иманы тураһында илһамланып һөйләгәнгә, уны фанатик тип һананым. Мин уның менән бөтөнләй риза түгел инем.

Арасели

Бер нисә йылдан һуң мин Мадридҡа эш буйынса кире килдем һәм шунда кейәүгә сыҡтым. Ваҡыт уҙыу менән мин һәр нәмәне шик аҫтына ҡуя башланым. Мин мессаға даими рәүештә йөрөгән кешеләрҙең Инжилдәге тәғлимәттәр буйынса йәшәмәгәненә иғтибар иттем. Һөҙөмтәлә сиркәүгә йөрөүҙән туҡтаным. Мин «изгеләргә», тәүбә иттереүгә һәм утлы тамуҡҡа бүтән ышанмай инем, хатта бөтөн һындарымдан арындым. Дөрөҫ эшләйемме, юҡмы икәнен белмәй инем. Өмөт өҙөлөүе кисереп, Аллаға: «Минең һине белгем килә, ярҙам итсе миңә», — тип бер туҡтамай доға ҡылдым. Йәһүә Шаһиттарының бер нисә тапҡыр ишек шаҡығанын хәтерләйем, әммә уларға ишек асманым. Мин бер дингә лә ышанмай инем.

1980 йылдарҙың башында Францияла йәшәгән Лаури һәм Италияла йәшәгән Рамони һеңлеләрем Йәһүә Шаһиттары менән Изге Яҙманы өйрәнә башлаған. Улар, Фелиса кеүек, яңылышалыр, тип уйланым. Һуңыраҡ мин күршелә йәшәгән Анхелис исемле бер ҡатын менән дуҫлашып киттем. Ул да Йәһүә Шаһиты ине. Анхелис ире менән ҡат-ҡат миңә Изге Яҙма өйрәнергә тәҡдим итте. Улар минең шикселлегем артында Изге Яҙмалағы белемгә сарсау торғанын абайлағандар. Һөҙөмтәлә мин: «Ярай. Әммә мин, үҙемдең Изге Яҙмамды ҡулланһам ғына, өйрәнергә риза», — тинем. Мин Накар-Колунга тәржемәһе тураһында әйтә инем.

ИЗГЕ ЯҘМА БЕҘҘЕ БЕРЛӘШТЕРӘ

Фелиса: 1973 йылда мин һыуға сумдырылдым. Ул саҡта Сантандер ҡалаһында (Кантабрияның административ үҙәге) яҡынса 70 Йәһүә Шаһиты бар ине. Вәғәз территориябыҙ бик ҙур ине, шуға күрә бөтөн провинция буйынса вәғәзләр өсөн беҙ тәүҙә автобуста, һуңыраҡ автомобилдә йөрөнөк. Шулай итеп беҙ йөҙләгән ауылды йөрөп сыҡтыҡ.

Йылдар дауамында мин күп кенә кешеләр менән Изге Яҙманы өйрәндем, һәм уларҙың 11-е һыуға сумдырылды. Уларҙың күпселеге католик ине. Ҡасандыр үҙем дә үтә динсел кеше булғанға, мин сабыр һәм кеше хәленә инеүсән булырға кәрәк икәнен белә инем. Тәрән тамыр йәйгән дини ышаныуҙарҙан арыныр өсөн, уларға ваҡыт кәрәк ине. Хәҡиҡәттең кемдә икәнен аңлаһындар өсөн, мин уларҙың йөрәгенә Изге Яҙма һәм Йәһүәнең изге рухы тәьҫир итергә тейешлегенә төшөндөм (Евр. 4:12). Элек полицияла эшләгән ирем Бьенвенидо 1979 йылда һыуға сумдырылды, ә әсәйем үлеренән әҙ генә алдараҡ Изге Яҙманы өйрәнә башланы.

Арасели: Йәһүә Шаһиттары менән Изге Яҙманы өйрәнә башлағанда, мин үтә шиксел инем. Әммә бер нисә аҙна үтеүгә әсе хис-тойғоларымдың эҙе лә ҡалманы. Йәһүә Шаһиттарында мине иң ғәжәпләндергәне шул булды: улар үҙҙәре өйрәткәнсә йәшәйҙәр ине. Шиксел кешенән мин иманлы кешегә әйләндем, шуға үҙемде күпкә бәхетлерәк хис итә башланым. Хатта ҡайһы бер күрше ҡатындар ҙа миңә: «Арасели, һайлаған юлыңды ҡалдырма!» — тип әйтә ине.

Былай тип доға ҡылғаным һаман да иҫемдә: «Йәһүә, миңә ҡул һелтәмәгәнең өсөн рәхмәт! Һин миңә нисәмә тапҡыр мин инде оҙаҡ эҙләгән хәҡиҡәтте табырға мөмкинселек бирҙең». Мин Фелиса апайымдан ауыр һүҙҙәр әйткәнем өсөн ғәфү үтендем. Беҙ инде бүтән бәхәсләшмәйбеҙ, ә мауығып Изге Яҙма тураһында һөйләшәбеҙ. Мин 1989 йылда 61 йәшемдә һыуға сумдырылдым.

Фелиса: Хәҙер миңә 91 йәш. Мин тол ҡалдым, һәм көсөм дә инде элеккесә түгел. Шулай ҙа мин көн дә Изге Яҙма уҡыйым, хәлем яҡшы булғанда йыйылыш осрашыуҙарына барам һәм көсөмдән килгәнсә вәғәз эшендә ҡатнашам.

Арасели: Күрәһең, элек монахиня булғанға, миңә руханиҙарға һәм монахиняларға вәғәзләү оҡшай. Мин уларға күп баҫма ҡалдырҙым һәм уларҙың ҡайһы берҙәре менән ҡыҙыҡлы әңгәмәләр ҡорҙом. Бер рухани менән бер нисә тапҡыр һөйләшкәнемде хәтерләйем. Һөҙөмтәлә, ул былай тине: «Арасели, мин һинең менән тулыһынса риза, әммә ошо йәшемдә мин ҡайҙа барайым? Минең мәхәлләм һәм ғаиләм ни әйтер?» Мин: «Ә Алла ни әйтер?» — тип яуапланым. Ул моңһоу ғына баш һелкте, әммә ул ваҡытта уның хәҡиҡәтте эҙләүен дауам итергә ҡыйыулығы юҡ ине.

Тормошомдоң бер көнө хәтеремдә уйылып ҡалған. Ул көндө ирем беренсе тапҡыр минең менән йыйылыш осрашыуына барырға теләүе хаҡында әйтте. Ул саҡта 80-дән уҙған булһа ла, шунан бирле ул бер ҡасан да йыйылыш осрашыуҙарын ҡалдырманы. Ул Изге Яҙманы өйрәнде лә һыуға сумдырылмаған вәғәзсе булып китте. Күңелемдә уның менән бергә вәғәзгә йөрөүебеҙ хаҡында йылы хәтирәләр һаҡлана. Һыуға сумдырылырға ике ай ҡалды тигәндә, ул үлеп китте.

Фелиса: Ғүмеремдең иң шатлыҡлы мәлдәренең береһе шул: тәүҙә ҡаршылыҡ күрһәткән һеңлеләремдең өсөһө лә минең рухи ҡәрҙәштәрем булып китте. Бергә йыйылып, ғәзиз Аллабыҙ Йәһүә һәм уның Һүҙе хаҡында һөйләшеү беҙгә шундай рәхәт! Ниһайәт беҙ һеңлеләрем менән рухи берҙәмлеккә өлгәштек *.

^ 29 абз. Әле Араселиға — 87, Фелисаға — 91, ә Рамониға 83 йәш. Улар ошо көнгә тиклем Йәһүәгә ашҡынып хеҙмәт итәләр. Лаури 1990 йылда үлде. Ул ғүмеренең аҙағына тиклем Йәһүәгә тоғро булды.