Алла Батшалығы ер менән ҡасан идара итә башлаясаҡ?

Алла Батшалығы ер менән ҡасан идара итә башлаясаҡ?

Ғайсаның тоғро шәкерттәренең ҡайһы берҙәре Алла Батшалығының ҡасан идара итә башлаясағын белергә теләгән. Ғайса уларҙың һорауына яуап биргәндә, теүәл ваҡыт билдәһеҙ, тигән (Ғәмәлдәр 1:6, 7). Әммә быға тиклем, ул шәкерттәренә билдәле бер ваҡиғалар хаҡында һөйләгән. Ғайсаның һүҙҙәре буйынса, шул ваҡиғаларҙың ғәмәлгә ашыуы «Алла Батшалығының яҡын» һәм уның донъя менән идара итеү ваҡыты еткәнен күрһәтәсәк (Лука 21:31).

ҒАЙСА НИНДӘЙ ВАҠИҒАЛАР ХАҠЫНДА ӘЙТКӘН?

Ғайса былай тигән: «Халыҡ халыҡҡа һәм батшалыҡ батшалыҡҡа ҡаршы күтәрелер, көслө ер тетрәүҙәр булыр, урыны-урыны менән аслыҡ, ҡурҡыныс йоғошло сирҙәр хөкөм һөрөр» (Лука 21:10, 11). Был ваҡиғалар барыһы бергә ап-асыҡ билдә булып тора: уларҙың бер үк ваҡытта һәм бөтә донъя күләмендә булыуы «Алла Батшалығының яҡын» икәнен раҫлай. Ундай хәл кешелек тарихында берәй ваҡыт булғанмы? Әйҙәгеҙ, факттарға иғтибар итәйек.

1. ҺУҒЫШТАР

1914 йылда башланған һуғыш бығаса булған һуғыштарҙан ныҡ айырылып торған. Кешелек тарихында шул тиклем күп ерҙә һәм шул тиклем күп кешегә тәьҫир иткән һуғыш быға тиклем булмаған, шуға ла был һуғыш Беренсе бөтә донъя һуғышы тип аталған. Тарихсылар 1914 йылды бөйөк боролош йылы тип атай. Был һуғышта танктар, авиабомбалар, пулеметтар, ағыулы газ һәм башҡа төрлө һәләкәтле ҡорал киң ҡулланылған. Ә унан һуң үткән Икенсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында беренсе тапҡыр атом ҡоралы ҡулланылған. 1914 йылдан башлап төрлө ерҙәрҙә алып барылған һуғыштар арҡаһында миллионлаған кеше һәләк булған.

2. ЕР ТЕТРӘҮҘӘР

Бер энциклопедияла әйтелгәнсә, йыл һайын «зыян килтерерҙәй» яҡынса 100 ер тетрәүе булып тора («Britannica Academic»). АҠШ-ның геологик хеҙмәтенең бер хисабында былай тиелә: «1900 йылдан башлап алып барылған күҙәтеүҙәр нигеҙендә киләсәктә йыл һайын 16 самаһы афәтле ер тетрәүе күҙаллана». Ҡайһы берәүҙәр, ер тетрәүҙәр һаны күбәймәгән, кешеләр уларҙы билдәләргә генә өйрәнгән, тип әйтергә мөмкин. Әммә көслө ер тетрәүҙәр арҡаһында ғазап сиккән һәм һәләк булған кешеләр һаны элеккегә ҡарағанда шаҡтай күбәйгән.

3. АСЛЫҠ

Йыш ҡына һуғыштар, коррупция, иҡтисади кризистар һәм уңыштың насар булыуы аслыҡҡа килтерә. БМО-ның бөтә донъя буйынса аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү программаһының «2018 йылға байҡау»ында былай тиелгән: «Бөтә донъя буйынса 821 миллион кеше аҙыҡҡа ҡытлыҡ кисерә — уларҙың 124 миллионы аслыҡтан интегә». Шул арҡала йыл һайын 3,1 миллион самаһы бала үлә. Был, мәҫәлән, 2011 йылда бөтә донъя буйынса үлгән балалар һанының яртыһы тиерлек.

4. ҠУРҠЫНЫС ЙОҒОШЛО СИРҘӘР

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының бер баҫмаһында былай тиелгән: «XXI быуатты инде хәҙер ҡурҡыныс ауырыуҙар дәүере тип атап була. Элек хөкөм һөргән ваба, чума һәм һары биҙгәк кеүек киҙеүҙәр ҡабат тарала, яңылары ла, мәҫәлән, атипик пневмония, пандемик грипп, Яҡын Көнсығыш респиратор синдромы, Эбола һәм Зика киҙеүе барлыҡҡа килә». Ә инде һуңғыһы — COVID-19 пандемияһы. Хатта был сирҙәр хаҡында күп белгән ғалимдар һәм табиптар ҙа был киҙеүҙәрҙән дауа таба алмай.

5. БӨТӘ ДОНЪЯ ВӘҒӘЗ ЭШЕ

Ғайса билдәнең тағы бер өлөшөнә иғтибар итеп: «Барса халыҡтар Алла Батшалығы хаҡындағы ошо Һөйөнөслө Хәбәрҙе ишетһен өсөн, ул бөтә донъяла иғлан ителер. Ана шунан һуң аҙағы килер», — тип пәйғәмбәрлек иткән (Матфей 24:14). Донъяла ҡот осҡос проблемалар таралған арала төрлө милләттән сыҡҡан һигеҙ миллиондан ашыу кеше 240 илдә 1 000-дән артыҡ телдә Алла Батшалығы хаҡында һөйөнөслө хәбәр тарата. Кешелек тарихында шул тиклем ҙур күләмдә ундай эш алып барылғаны юҡ әле!

БЫЛ БИЛДӘ ҺЕҘГӘ НИСЕК ҠАҒЫЛА?

Ғайса биргән билдәнең өлөшө булып торған ваҡиғалар тап бөгөн күҙәтелә. Ни өсөн был беҙҙе ҡыҙыҡһындырырға тейеш? Сөнки Ғайса пәйғәмбәр былай тигән: «Быларҙың ғәмәлгә ашыуын күргәндә, Алла Батшалығының яҡын икәнлеген белерһегеҙ» (Лука 21:31).

Тиҙҙән Батшалыҡ ерҙә Алла ихтыярын үтәйәсәк

Ғайса биргән билдәне тикшереп һәм Изге Яҙманың хронологияһын иҫәпкә алып, Алла үҙ Батшалығын күктә 1914 йылда урынлаштырғанын күреп була a. Тап шул йылда ул Ғайса Мәсихте Батша итеп ҡуйған (Зәбур 2:2, 4, 6—9). Тиҙҙән Алла Батшалығы бөтә ер менән идара итә башлаясаҡ һәм башҡа батшалыҡтарҙы юҡ итәсәк. Ул, кешеләр мәңге йәшәһен өсөн, ерҙә ожмах булдырасаҡ.

Оҙаҡламай Ғайсаның үҙ шәкерттәренә өйрәткән доғалағы һүҙҙәр тормошҡа ашасаҡ: «Һинең Батшалығың килһен. Күктәге кеүек, ерҙә лә ихтыярың үтәлһен» (Матфей 6:10). Алла Батшалығы 1914 йылда идара итә башлағандан һуң ниндәй эштәр башҡара? Ул бөтә кешелек менән идара итә башлағас, киләсәгебеҙ ниндәй буласаҡ?

a 1914 йыл тураһында күберәк белер өсөн, Йәһүә шаһиттары тарафынан баҫтырылған «Һин мәңге йәшәй алаһың!» тигән китаптың 32-се дәресен ҡарағыҙ.