Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Хәтерләйһегеҙме?

Хәтерләйһегеҙме?

Һуңғы брошюраларҙы иғтибар менән уҡынығыҙмы? Аҫта килтерелгән һорауҙарға яуап бирә алаһығыҙмы?

Алла ойошмаһынан ниндәйҙер күрһәтмәләр килгәндә, ағай-ҡәрҙәштәр, мәҫәлән, район күҙәтеүселәре һәм йыйылыш өлкәндәре быға нисек ҡарарға тейеш?

Улар шунда уҡ күрһәтмәләргә буйһонорға тейеш. Улар үҙ-үҙҙәренә бындай һорауҙар бирә ала: «Мин тирә-яғымдағы кешеләрҙең рухи һаулығына өлөш индерәмме? Алла ойошмаһының күрһәтмәләренә шунда уҡ буйһонаммы?» (bw576, 14-се бит).

Ысын мәсихселәр Бөйөк Вавилон әсирлегенә ҡасан эләккән?

Улар унда илселәр үлгәндән һуң күп тә үтмәҫтән эләккән. Ул ваҡытта руханиҙар төркөмө ойоша башлаған. Мөртәтлек юлына баҫҡан мәсихсе дине рәсми рәүештә танылған булған, һәм сиркәү менән дәүләт бойҙай менән сағыштырылған майланған мәсихселәрҙең тауышын баҫырға тырышҡан. Әммә 1914 йылға тиклем бер нисә тиҫтә йыл дауамында майланған мәсихселәр Бөйөк Вавилон хакимлығынан сыға барған (bw576, 24—26-сы биттәр).

Ни өсөн Лефевр д’Этаплдең тәржемәһе ҙур әһәмиәткә эйә булған?

1520-се йылдарҙа Лефевр, Изге Яҙманы ябай кешеләр уҡый алһын өсөн, уны француз теленә тәржемә иткән. Уның Изге Яҙманы аңлатыу алымы Мартин Лютерға, Уильям Тиндалға һәм Жан Кальвинға тәьҫир иткән (bp176-TAT, 10—12-се биттәр).

«Гонаһлы тәбиғәт буйынса уйлау» менән «Рух буйынса уйлау» араһында ниндәй айырма бар? (Рим. 8:6)

Кеше бөтә иғтибарын тән теләктәренә туплаһа, уның бөтә һөйләшеүҙәре һәм шатлыҡтары тәнгә бәйле. Ә рухи нәмәләр тураһында уйлап йәшәгән кеше Аллаға һәм уның фекер йөрөтөүенә бәйле нәмәләрҙе тормошта беренсе урынға ҡуя. Ундай мәсихсегә изге рух тәьҫир итә. Тән теләктәре — үлем, ә рухи нәмәләр тормош һәм именлек килтерә (bw577, 15—17-се биттәр).

Борсолоуҙы нисек еңеп сығырға?

Нимә мөһимерәк икәнен билдәләгеҙ, өмөттәрегеҙ тормошҡа ашырҙай булһын, көн һайын бер аҙ ял итеп алыр өсөн ваҡыт бүлеп ҡуйығыҙ, Йәһүәнең ижади эштәрен күҙәтегеҙ, юмор тойғоһон юғалтмағыҙ, физик күнегеүҙәр хаҡында онотмағыҙ, йоҡоғоҙҙо туйҙырығыҙ (bw577, 22—23-сө биттәр).

Ниндәй мәғәнәлә Ханох «иман аша был донъянан үлем кисермәйенсә алынған»? (Евр. 11:5)

Күрәһең, Алла Ханохты йомшаҡ ҡына йәшәүҙән үлемгә күсергән, һәм Ханох хатта үлгәнен аңламаған да (bp178, 12—13-сө биттәр).

Ни өсөн тыйнаҡ булыу шул тиклем мөһим?

Тыйнаҡ кеше үҙ-үҙенә дөрөҫ ҡараш һаҡлай һәм мөмкинлектәренең ниндәй яҡтарҙан сикле икәнен аңлай. Тәртибебеҙ башҡаларға нисек тәьҫир итә ала икәнен аңлау мөһим. Шулай уҡ беҙ үҙебеҙ хаҡында сиктән тыш күп уйларға тейеш түгел (bw578, 18-се биттәр).

Алланың беренсе быуатта ла, бөгөн дә Етәксе кәңәшмә менән етәкселек иткәненә ниндәй дәлилдәр бар?

Етәксе кәңәшмәләге ҡәрҙәштәр изге рух ярҙамында Изге Яҙмалағы хәҡиҡәттәрҙе аңлаған. Улар фәрештәләр ярҙамында башҡарылған вәғәз эше өсөн яуаплы булған һәм, ҡарарҙар ҡабул иткәндә, Алла Һүҙенә нигеҙләнгән. Бөгөнгө Етәксе кәңәшмә хаҡында шуны уҡ әйтеп була (bw579, 26—28-се биттәр).

Ниндәй дүрт яҡ йоломдо шул тиклем ҡиммәтле итә?

Беҙгә бындай дүрт яҡ тураһында уйланыу мөһим: бүләкте кем биргән, бүләк ни өсөн бирелгән, бүләк ниндәй ҡорбандарға барыуҙы талап иткән, беҙ был бүләккә ни тиклем мохтаж (bp180, 4—6-сы биттәр).

Мәсихсе ҡабул иткән ҡарарын үҙгәртә аламы?

Беҙ биргән вәғәҙәләребеҙҙе үтәргә тейеш. Әммә ҡайһы бер осраҡта ҡарарҙы яңынан ҡарап сығырға кәрәк. Ниневия кешеләре тәүбә иткәс, Йәһүә үҙ ҡарарын үҙгәрткән һәм уларҙы юҡ итмәгән. Шуның шикелле, шарттарыбыҙ үҙгәргәндә йә яңы мәғлүмәт асыҡланғанда, беҙгә ҡарарыбыҙҙы үҙгәртергә кәрәк булырға мөмкин (bw580, 16—17-се биттәр).

Ни өсөн ғәйбәт һөйләү ҡурҡыныс?

Ғәйбәт арҡаһында хәл контроль аҫтынан сығырға һәм тағы ла киҫкенләшергә мөмкин. Беҙ хаҡлымы, юҡмы, ғәйбәт һөйләү һәм яла яғыу хәлде яйға һалырға ярҙам итмәҫ (bw581, 21-се бит).