Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Йәһүә беҙҙе барлыҡ ҡайғыларыбыҙҙа йыуата

Йәһүә беҙҙе барлыҡ ҡайғыларыбыҙҙа йыуата

«Һәр яҡлап йыуатыусы Алла... беҙҙе барлыҡ ҡайғыларыбыҙҙа йыуата» (2 КОР. 1:3, 4).

ЙЫРҘАР: 38, 6

1, 2. Йәһүә беҙҙе ҡайғыларыбыҙҙа нисек йыуата һәм үҙенең Һүҙе аша беҙҙе нимәгә ышандыра?

 ӨЙЛӘНМӘГӘН бер йәш ағай-ҡәрҙәш никахта торған һәм үҙенән олораҡ булған бер өлкән менән борсолоуҙарын уртаҡлашҡан. Был йәш ҡәрҙәш 1 Коринфтарға 7:28-ҙәге: «Ундайҙарҙың [никахҡа инеүселәрҙең] был тормошо мәшәҡәтле булыр», — тигән һүҙҙәр хаҡында уйланған. Ул өлкәндән былай тип һораған: «Бында ниндәй мәшәҡәттәр, йәғни ауырлыҡтар тураһында һүҙ бара? Өйләнһәм, уларҙы нисек яйға һалып була?» Яуап бирер алдынан өлкән йәш ҡәрҙәштең иғтибарын илсе Павелдың бындай һүҙҙәренә йүнәлткән: «Һәр яҡлап йыуатыусы Алла... беҙҙе барлыҡ ҡайғыларыбыҙҙа йыуата» (2 Кор. 1:3, 4).

2 Ысындан да, Йәһүә — ҡайғыртыусан Ата, ул беҙҙе ауырлыҡтар менән осрашҡан сағыбыҙҙа йыуата. Бәлки, һеҙ Йәһүә үҙ Һүҙе аша үҙегеҙгә ярҙам иткән йә кәрәкле кәңәш биргән осраҡтарҙы хәтерләйһегеҙҙер. Алланың, боронғо хеҙмәтселәренә иң яҡшыһын ғына теләгән кеүек, беҙгә лә шуны уҡ теләгәненә һис тә шикләнмәҫкә була. (Иремия 29:11, 12-не уҡығыҙ a.)

3. Был мәҡәләлә беҙ ниндәй һорауҙарҙы ҡарап сығырбыҙ?

3 Әлбиттә, ауырлыҡтарыбыҙҙың сәбәбен аңлаһаҡ, уларҙы хәл итеү еңелерәк булыр. Никахҡа инеү менән бәйле ауырлыҡтар тураһында ла шуны уҡ әйтеп була. Әммә никахҡа инеүселәрҙең тормошо нимә арҡаһында «мәшәҡәтле» булып китергә мөмкин? Алланың ниндәй боронғо һәм хәҙерге хеҙмәтселәренең миҫалдары беҙгә йыуаныс табырға ярҙам итер? Был һорауҙарға яуаптар беҙгә ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға көс өҫтәр.

НИКАХТАҒЫ АУЫРЛЫҠТАР

4, 5. Ир менән ҡатындың тормошо нимә арҡаһында «мәшәҡәтле» булып китергә мөмкин?

4 Кешелек тарихының башында Йәһүә, беренсе кешегә ҡатын биргәндә, былай тигән: «Кеше, атаһы менән әсәһен ҡалдырып, ҡатынына ҡушылыр һәм уның менән икеһе бер тән булыр» (Баш. 2:24). Әлбиттә, донъяла камил кешеләр юҡ, шуға күрә никахҡа инеүселәрҙең ауырлыҡтар менән осрашыуы ғәжәп түгел (Рим. 3:23). Ҡыҙ кеше, кейәүгә сыҡҡандан һуң, ғәҙәттә ата-әсәһенә түгел, ә иренә буйһона башлай. Алла ир кешегә ғаиләлә баш булыу вазифаһын йөкмәткән (1 Кор. 11:3). Яңы ғына өйләнешкән ҡайһы бер парҙарға бындай үҙгәрештәргә эйәләшеп китеүе еңел түгел. Алла Һүҙенән күренеүенсә, ҡатынға үҙенең хәҙер инде ата-әсәһенә түгел, ә иренә күндәм булырға тейешлеген аңлау мөһим. Ир йә ҡатындың туғандары менән мөнәсәбәттәр ҡатмарланып китһә, был яңы ғаилә өсөн етди ауырлыҡ булырға мөмкин.

5 Ҡатын иренә балаға уҙыуы хаҡында хәбәр иткәндән һуң, башҡа ауырлыҡтарҙың тыуыуы ихтимал. Йыш ҡына ир менән ҡатындың ҡыуанысына буласаҡ әсә менән сабыйҙың һаулығы хаҡындағы борсолоуҙар ҡушылып китә. Унан тыш, бала тыуыу һәм уны тәрбиәләү ҙур аҡса сығымдарына бәйле. Бала тыуғандан һуң ғаилә байтаҡ үҙгәрештәр кисерә. Хәҙер әсә кеше ваҡытын һәм иғтибарын күбеһенсә балаһына бүлә. Шул арҡала күп ирҙәр үҙҙәрен ташланған итеп тоя. Икенсе яҡтан, ир кешегә яңы вазифалар йөкмәтелә, сөнки хәҙер уға ҡатынын ғына түгел, ә шулай уҡ балаһын да тәьмин итергә кәрәк.

6—8. Бала хаҡындағы хыялдарҙың тормошҡа ашмауы ниндәй ауыр хистәр уятырға мөмкин?

6 Ҡайһы бер парҙар башҡа ауырлыҡтар менән осраша. Улар бала хаҡында хыяллана, ләкин хыялдары тормошҡа ашмай. Бының арҡаһында ҡайһы бер ҡатындар төшөнкөлөккә бирелә. Никахҡа инеү һәм бала тыуыу тормошто «мәшәҡәтле» итергә мөмкин, әммә аҡланмаған өмөттәр шулай уҡ ауырлыҡтар тыуҙыра ала (Ғиб. һүҙ. 13:12). Изге Яҙма яҙылған ваҡытта түлһеҙлек ҡатын өсөн хурлыҡ булған. Яҡуптың ҡатыны Рәхилә оҙаҡ балаға уҙа алмаған һәм, апаһының балалары булыуын күреп, бик ныҡ ғазапланған (Баш. 30:1, 2). Ҙур ғаилә ҡороу ғәҙәти булған илдәрҙә хеҙмәт иткән миссионерҙарҙан урындағы халыҡ кешеләре йыш ҡына, ни өсөн бала тапмайһығыҙ, тип һорай. Ҡәрҙәштәр, барыһын ипле һәм асыҡ итеп аңлатырға тырышһа ла, ҡайһы саҡта: «Беҙ һеҙҙең өсөн доға ҡылырбыҙ», — тигән яуап ишетә.

7 Англияла йәшәгән бер апай-ҡәрҙәштең осрағын ҡарап сығайыҡ. Ул бала хаҡында хыялланған, әммә балаға уҙа алмаған. Уның менопауза башланғас, ул хыялы яңы донъя килгәнсе тормошҡа ашмаясағын аңлап өмөтһөҙлөккә бирелгән. Шунлыҡтан улар ире менән уллыҡҡа бала алырға булған. Әммә ул былай ти: «Мин барыбер ҡайғырҙым, сөнки уллыҡҡа алынған бала үҙ балаң түгел икәнен белә инем».

8 Изге Яҙмала, мәсихсе ҡатын «әсәлек бурысын үтәүсе булараҡ ҡотҡарыласаҡ», тиелә (1 Тим. 2:15). Ләкин был һүҙҙәр, бала тыуҙырып, уны тәрбиәләү мәңгелек тормошҡа килтерә, тигәнде аңлатмай. Улайһа, бында нимә хаҡында һүҙ бара? Бала ҡарау һәм йорт эштәрен алып барыу ғәйбәт таратыуға һәм кеше эшенә ҡыҫылыуға ваҡыт ҡалдырмай — шул мәғәнәлә ҡатын «ҡотҡарыла» (1 Тим. 5:13). Шулай ҙа был уны ғаилә тормошона бәйле ауырлыҡтарҙан азат итмәй.

Һөйгән кешеңде юғалтыу ҡайғыһын нисек кисереп сығырға? (9, 12-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

9. Никахта торған кешеләр ниндәй ҡайғыға дусар булырға мөмкин?

9 Ғаилә тормошона бәйле ауырлыҡтар араһында шунда уҡ башҡа килмәгән тағы бер ауырлыҡ бар. Был һөйгән кешеңдең үлеме. Эйе, күптәр, яратҡан ирен йә ҡатынын юғалтып, ифрат ҙур күңел әрнеүе кисергән. Бәлки, улар, был донъя төҙөлөшөндә башыма шундай ҡайғы төшөр, тип уйламағандыр ҙа. Мәсихселәр Ғайсаның үлгәндәрҙе терелтеү хаҡындағы вәғәҙәһенә ныҡ ышана, был уларға ҡайғыны кисереп сығырға ярҙам итә (Яхъя 5:28, 29). Үҙенең Һүҙендә ҡайғыртыусан Атабыҙ ауырлыҡтарға осраған кешеләрҙе йыуатыр һәм нығытыр өсөн күп вәғәҙәләр бирә. Әйҙәгеҙ, Йәһүәнең үҙ хеҙмәтселәрен нисек йыуатҡанын күрһәткән бер нисә осраҡты ҡарап сығайыҡ.

ҠАЙҒЫ КИСЕРГӘНДӘ ЙЫУАНЫС

10. Һанна нисек йыуаныс тапҡан? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)

10 Илкананың яратҡан ҡатыны Һанна етди ауырлыҡ менән осрашҡан. Ул балаға уҙа алмаған, ә Илкананың икенсе ҡатыны Фәнинә бала артынан бала тапҡан. (1 Самуил 1:4—7-не уҡығыҙ b.) Фәнинә Һаннаны «йыл һайын» мыҫҡыллаған. Был Һаннаға көслө әрнеү һәм ғазап килтергән. Йыуаныс эҙләп, Һанна барыһын Йәһүәгә һөйләгән. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, ул «оҙаҡ итеп Йәһүәгә доға ҡылған». Ул, Йәһүә үтенесемә яуап бирер, тип өмөтләнгәнме? Моғайын, өмөтләнгәндер. Һәр хәлдә шул доғаһынан һуң «уның йөҙө бүтән моңһоу» булмаған (1 Сам. 1:12, 17, 18). Һанна Йәһүәнең йә бала биреренә, йә ниндәй ҙә булһа башҡа ысул менән ярҙам итеренә ышанған.

11. Беҙ доғала нисек йыуаныс таба алабыҙ?

11 Кешеләр гонаһтан азат ителгәнсе һәм Иблис хакимлығы аҫтындағы был донъя юҡҡа сыҡҡансы, беҙ ҡайғылар кисерәсәкбеҙ (1 Яхъя 5:19). Әммә Йәһүә — «һәр яҡлап йыуатыусы Алла» икәнен белеү ни тиклем яҡшы! Уға ярҙам һорап доға ҡылып, беҙ ауырлыҡтарҙы кисереп сыға алабыҙ. Һанна Йәһүәгә күңелен бушатҡан. Күренеүенсә, доға ҡылғанда ниндәй хистәр кисереүебеҙ хаҡында әйтеп китеү генә әҙ. Беҙгә Аллаға ялбарырға, ысын күңелдән ҡайнар доға ҡылып кисерештәребеҙ менән бүлешергә кәрәк (Флп. 4:6, 7).

12. Анна исемле тол ҡатынға шатлыҡлы булып ҡалырға нимә ярҙам иткән?

12 Бала таба алмағанға йә һөйгәнебеҙҙе юғалтҡанға күңел бушлығы тойһаҡ, беҙ барыбер йыуаныс таба алабыҙ. Ғайса көндәрендә йәшәгән пәйғәмбәр ҡатын Анна кейәүҙә ете генә йыл булғандан һуң тол булып ҡалған. Изге Яҙмала уның балалары булыуы хаҡында әйтелмәй. Лука 2:37-лә әйтелгәнсә, Анна, 84 йәштә булһа ла, «һәр ваҡыт ураҙа тотоп, доға ҡылып, Алла Йортонда көнө-төнө Аллаға хеҙмәт иткән». Анна Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙән йыуаныс һәм шатлыҡ тапҡан.

13. Туғандарыбыҙ бойоҡторһа ла, ысын дуҫтарҙың беҙҙе йыуата алыуына миҫал килтерегеҙ.

13 Ҡәрҙәштәребеҙ менән яҡын аралашып, беҙ ысын дуҫтар таба алабыҙ (Ғиб. һүҙ. 18:24). Пола исемле апай-ҡәрҙәш, биш йәшемдә әсәйем хәҡиҡәттән китте, тип иҫенә төшөрә. Шул ауыр осорҙа ул бик бойоҡҡан булған. Әммә ваҡыт уҙыу менән ул дәртләнеп киткән, сөнки пионер булып хеҙмәт иткән Энн исемле апай-ҡәрҙәш уға, шәхси ҡыҙыҡһыныу күрһәтеп, рухи яҡтан үҫергә ярҙам иткән. «Энн туғаным булмаһа ла, уның мөхәббәте һәм игелеге мине бик рухландырҙы, — тип бүлешә Пола. — Был миңә артабан да Йәһүәгә хеҙмәт итергә ярҙам итте». Пола әле лә Аллаға тоғро хеҙмәт итә. Ул шулай уҡ әсәһенең кире йыйылышҡа ҡайтҡанына бик шатлана. Энн да бәхетле, сөнки ул Пола өсөн рухи әсәй булып киткән.

14. Башҡаларҙы йыуатҡан кешеләр ниндәй фатихалар алырға мөмкин?

14 Башҡаларға эскерһеҙ ҡыҙыҡһыныу күрһәтһәк, был беҙҙең үҙебеҙгә ниндәйҙер кимәлдә тиҫкәре хистәрҙән арынырға ярҙам итә. Никахта булған апай-ҡәрҙәштәр ҙә, никахта булмағандары ла, Алла менән хеҙмәттәшлек итеп, башҡаларға һөйөнөслө хәбәрҙе һөйләүҙән ҙур шатлыҡ таба. Улар, Алланың ихтыярын үтәп, уны данларға теләй. Ҡайһы берәүҙәр өсөн хеҙмәт хатта үҙенә күрә бер дауа һымаҡ булып киткән. Һис шикһеҙ, ҡәрҙәштәребеҙ һәм вәғәздә осратҡан кешеләр хаҡында ҡайғыртһаҡ, йыйылыштағы мөхәббәт бәйләнештәре тағы ла нығыясаҡ (Флп. 2:4). Илсе Павел был йәһәттән яҡшы өлгө күрһәткән. Ул Фессалоникалағы мәсихселәр өсөн «әсә кеше» кеүек булған һәм «атай кеше үҙ балаларына нисек булһа», шулай уларҙы өгөтләгән һәм йыуатҡан. (1 Фессалоникаларға 2:7, 11, 12-не ҡарағыҙ.)

ҒАИЛӘЛӘР ӨСӨН ЙЫУАНЫС

15. Балаларҙы хәҡиҡәткә өйрәтеү өсөн кем яуаплы?

15 Беҙҙең ярҙамға һәм йыуатыуға шулай уҡ ғаиләләр мохтаж. Ҡайһы ваҡыт яңылар тәжрибәле вәғәзселәрҙән балаларын хәҡиҡәткә өйрәтергә ярҙам итеүен йә хатта улар менән өйрәнеү үткәреүен һорарға мөмкин. Изге Яҙма буйынса, балаларҙы өйрәтеү һәм тәрбиәләү өсөн ата-әсәләр яуаплы (Ғиб. һүҙ. 23:22; Ефес. 6:1—4). Әммә ҡайһы бер осраҡтарҙа ата-әсәләр башҡаларҙың ярҙамына мохтаж була, һәм улар ундай ярҙамды бик ҡәҙерләй. Шулай ҙа был уларҙы яуаплылыҡтан азат итмәй. Ата-әсәләргә балалары менән көн дә аралашыу үтә мөһим.

16. Балаларға ярҙам күрһәткәндә, нимәне иҫтә тоторға кәрәк?

16 Ата-әсә берәй мәсихсенән балаһы менән Изге Яҙманы өйрәнергә һораһа, был ҡәрҙәш үҙ өҫтәнә ата-әсәнең ролен алырға тейеш түгел. Ҡайһы бер балаларҙың ата-әсәләре хәҡиҡәт менән ҡыҙыҡһынмай, һәм Йәһүә шаһитынан шундай бала менән өйрәнеү үткәреүен һорай алалар. Ундай осраҡта мәсихсегә шуны иҫтә тоторға кәрәк: ул балаға атай йә әсәй булып китмәй. Мәсихсегә өйрәнеүҙе бала йәшәгән өйҙә ата-әсәһе йә рухи яҡтан етлеккән башҡа мәсихсе алдында йә берәй яраҡлы йәмәғәт урынында үткәреү аҡыллы булыр ине. Ул саҡта бер кемдең дә, мәсихсе балаға берәй зыян килтерә, тип уйлар өсөн нигеҙе булмаҫ. Ваҡыт уҙыу менән ата-әсәләр, үҙ балаларының рухи ихтыяждары хаҡында ҡайғыртып, Алланан бирелгән яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алыр, тип ышанғы килә.

17. Балалар һәм йәштәр туғандарын нисек йыуата ала?

17 Алланы яратырға һәм уны тыңларға тырышҡан балалар һәм йәштәр туғандарын йыуата алалар. Нисек итеп? Мәҫәлән, ата-әсәләрен хөрмәт итеп, шулай уҡ уларға төрлө ярҙам, шул иҫәптән матди ярҙам күрһәтеп. Улар шулай уҡ ғаиләнең рухи именлегенә үҙ өлөшөн индерә ала. Туфан һыуы килмәҫ борон йәшәгән һәм Йәһүәгә хеҙмәт иткән Ламех үҙенең улы Нух хаҡында бына нимә тигән: «Ул эшебеҙҙә, Раббы ҡәһәрләгән тупраҡтағы хеҙмәттәребеҙҙә беҙгә йыуаныс килтерер». Был пәйғәмбәрлек ергә һалынған ҡәһәр алынғас үтәлгән (Баш. 5:29; 8:21). Бөгөн дә йәш мәсихселәр ғаиләләре өсөн йыуаныс сығанағы булырға мөмкин. Улар туғандарына хәҙерге ауырлыҡтарҙы хәл итергә, ә киләсәктә Туфандан да бөйөгөрәк афәтте кисереп сығырға ярҙам итә ала.

18. Ниндәй генә ауырлыҡтарға һәм ҡайғыларға дусар булһаҡ та, беҙгә сыҙам булып ҡалырға нимә ярҙам итер?

18 Доға ҡылыу, Изге Яҙмалағы миҫалдар хаҡында уйланыу һәм Йәһүә халҡы менән яҡын аралашыу ярҙамында миллионлаған кеше инде хәҙер барлыҡ ҡайғыларында йыуаныс таба. (Зәбур 145:18, 19-ҙы уҡығыҙ c.) Йәһүә генә — ысын йыуаныс сығанағы икәнен иҫтә тотоп, беҙ, ниндәй генә ауырлыҡтар менән осрашһаҡ та, сыҙам булып ҡала алырбыҙ.

a Иремия 29:11, 12: «Мин һеҙҙең өсөн нимә ниәтләгәнемде яҡшы беләм, — тип әйтә Йәһүә. — Мин, һеҙгә киләсәк һәм өмөт бирер өсөн, бәлә-ҡаза түгел, ә тыныслыҡ ниәтләнем. Һеҙ мине саҡырырһығыҙ, килеп, миңә доға ҡылырһығыҙ, һәм мин һеҙҙе тыңлармын».

b 1 Самуил 1:4—7: «Бер көндө Илкана, ҡорбан килтергәндән һуң, ҡатыны Фәнинә менән бөтә улдарына һәм ҡыҙҙарына аҙыҡ өләште, Һаннаға иһә махсус өлөш бирҙе, сөнки уны нығыраҡ ярата ине. Әммә Йәһүә Һаннаға бала бирмәне. Өҫтәүенә, Һаннаның көндәше уны бер туҡтауһыҙ мыҫҡыллап торҙо, Йәһүә бала бирмәгәне өсөн күңелен әрнетте. Шулай йыл һайын була ине: Һанна Йәһүә йортона барғанда, көндәше уны шул тиклем мыҫҡыллағанға, ул ҡаты илай һәм ашамай ине».

c Зәбур 145:18, 19: «Йәһүә үҙен саҡырыусыларҙың барыһына, хәҡиҡәт буйынса ялбарыусыларҙың һәммәһенә яҡын. Ул үҙен тәрән хөрмәт итеүселәрҙең теләктәрен үтәй, ярҙам һорап үтенеүҙәрен ишетеп, уларҙы ҡотҡара».