Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

 ИЗГЕ ЯҘМА ТОРМОШТО ҮҘГӘРТӘ

Минең үлгем килмәй ине!

Минең үлгем килмәй ине!
  • ТЫУҒАН ЙЫЛЫ: 1964

  • ТЫУҒАН ИЛЕ: АНГЛИЯ

  • ҠЫҪҠАСА МӘҒЛҮМӘТ: БАЛАҒА УҘҒАН ЙӘШ ҮҪМЕР

ҮТКӘНДӘ

Мин Лондондың күп халыҡ йәшәгән Паддингтон тип аталған районында тыуғанмын. Беҙ әсәйем һәм өс апайым менән бергә торҙоҡ. Атайым эскесе булғанға күрә, өйгә йүнләп ҡайтмай ҙа торғайны.

Бәләкәй сағымда әсәйем мине йоҡлар алдынан доға ҡылырға өйрәтә ине. Минең бәләкәй генә Зәбур китабым бар ине, һәм мин ундағы мәҙхиәләрҙе үҙемсә йырлай торғайным. Бөгөнгөләй хәтеремдә: бер донъяуи китап уҡығанда, «бер заман иртәгәһе көн килмәйәсәк», тигән һүҙҙәр күңелемдә уйылып ҡалды. Был һүҙҙәр арҡаһында мин, киләсәк тураһында уйлап, йоҡлай алмай яттым. «Кеше оҙағыраҡ йәшәргә тейеш бит. Мин ни өсөн донъяға килгәнмен?» — тип уйландым мин. Минең үлгем килмәй ине!

Мин сихырсылыҡ менән ҡыҙыҡһына башланым. Мин үлгәндәр менән һөйләшергә маташа инем, мәктәптәге дуҫтарым менән зыяраттарға йөрөнөм һәм ҡурҡыныс фильмдар ҡараным. Был беҙҙең өсөн ҡыҙыҡлы ла, ҡурҡыныс та ине.

Ун йәшемдә мин насар юлға баҫтым. Мин тәмәке тарта башланым һәм был тиҙ генә ғәҙәткә инде. Һуңынан марихуанаға әүәҫләндем. Ун бер йәшемдә мин иҫерткес эсемлек эсеп ҡараным. Иҫерткес эсемлектәрҙең тәмен яратмаһам да, миңә уларҙың тәьҫире оҡшай торғайны. Мин шулай уҡ музыка тыңларға һәм бейергә ярата инем. Мөмкинселек булғанда, йәштәр кисәләренә һәм төнгө клубтарға йөрөнөм. Мин төнөн йәшенеп кенә өйҙән сығып китеп, таң алдынан һиҙҙермәйенсә генә ҡайтып инә торғайным. Иртәнсәк, хәл булмағанға күрә, мин йыш ҡына мәктәпкә бармай инем. Ә мәктәпкә барһам, тәнәфес ваҡыттарында йыш ҡына эсә торғайным.

Уҡыу йылын мин насар билдәләр менән тамамланым. Әсәйем минең насар тәртибем тураһында бер ни ҙә белмәй ине, әммә барыһы ла асыҡланғас, ул бик ныҡ асыуланды. Беҙ талашып киттек, һәм мин өйҙән сығып ҡастым. Күпмелер ваҡыт мин осрашып йөрөгән егетем Тони менән йәшәнем. Ул, урлашып, наркотиктар һатып йөрөгән егет ине, һәм бик ҡанһыҙ кеше булараҡ билдәле ине. Шунан мин ауырға ҡалдым, һәм беҙҙең улыбыҙ тыуҙы. Миңә ул саҡта 16 йәш кенә ине.

 ИЗГЕ ЯҘМА ТОРМОШОМДО ҮҘГӘРТТЕ

Йәһүә шаһиттарын мин беренсе тапҡыр яңғыҙ әсәләр һәм уларҙың балалары өсөн тәғәйенләнгән дөйөм ятаҡта торғанда осраттым. Миңә унда хөкүмәттән бүлмә бирелгәйне. Ике Йәһүә шаһиты ҡайһы бер йәш әсәләргә килеп йөрөй ине. Бер ваҡыт мин уларҙың әңгәмәләренә ҡушылдым. Мин Йәһүә шаһиттарының яңылыш юлда йөрөгәнен иҫбатларға тырыштым. Әммә улар минең һәр бер һорауыма тыныс ҡына һәм асыҡ итеп Изге Яҙма ярҙамында яуап бирҙе. Уларҙың ипле һәм игелекле булыуы миңә тәьҫир итте. Шуға күрә мин дә улар менән Изге Яҙманы өйрәнергә ризалаштым.

Тиҙҙән мин Изге Яҙманан тормошомдо үҙгәрткән бер нәмәне белдем. Мин бала саҡтан уҡ үлемдән ҡурҡа инем. Әммә хәҙер мин, киләсәктә үлгәндәр терелтеләсәк, тигән хәҡиҡәт менән таныштым! (Яхъя 5:28, 29) Шулай уҡ Йәһүә шәхсән минең турала ла ҡайғырта икәнен белдем (1 Петр 5:7). Иремия 29:11-ҙә яҙылған һүҙҙәр күңелемә үтеп инде. Унда былай тиелә: «„Мин һеҙҙең өсөн нимә ниәтләгәнемде яҡшы беләм, — тип әйтә Йәһүә. — Һеҙгә киләсәк һәм өмөт бирер өсөн бәлә-ҡаза түгел, ә тыныслыҡ ниәтләнем“». Шул ваҡыттан мин ерҙә буласаҡ ожмахта мәңге йәшәйәсәгемә өмөтләнә башланым (Зәбур 37:29).

Йәһүә шаһиттары миңә ҡарата наҙлы яратыу күрһәтеп торҙо. Йыйылыш осрашыуына беренсе тапҡыр килгәндә, ундағы йылы мөхит мине ғәжәпләндерҙе (Яхъя 13:34, 35). Ундай мөғәмәлә беҙҙең сиркәүҙәрҙә булған мөнәсәбәттән бик айырылып тора ине. Йәһүә шаһиттары шарттарыма ҡарамаҫтан миңә ҡарата бик игелекле ине. Улар минең өсөн ваҡытын сарыф итте, минең хаҡта ҡайғыртты, бынан тыш, улар миңә күп тапҡыр төрлө яҡтан ярҙам итеп торҙо.

Изге Яҙманы өйрәнеп, мин Алланың юғары әхлаҡ нормаларына тура килер өсөн, тормошомдо үҙгәртергә кәрәклеген аңланым. Тартыуымды ташлау еңел булманы. Шул уҡ ваҡытта марихуана тартыу теләгемде билдәле бер музыка көсәйтә икәнен аңланым. Шуға күрә мин ундай музыканы башҡа тыңламаҫҡа булдым. Ауыҙыма бер тамсы ла иҫерткес эсемлек алмаҫ өсөн һәм эскеселеккә бүтән бирелмәҫ өсөн, мин кисәләргә һәм төнгө клубтарға йөрөүҙән туҡтаным. Шулай уҡ яңы тормошома ыңғай яҡтан тәьҫир итә алған дуҫтар эҙләнем (Ғибрәтле һүҙҙәр 13:20).

Шул уҡ ваҡытта Тони ҙа Йәһүә шаһиттары менән Изге Яҙманы өйрәнә башланы. Йәһүә шаһиттары уның һорауҙарына Изге Яҙманан яуап биргән һайын, ул да өйрәнгәндәренең хаҡлығына инана барҙы. Ул тормошонда бик етди үҙгәрештәр яһаны: насар дуҫтары менән бәйләнешен өҙҙө, урлашыуҙан, наркотик һатыуҙан туҡтаны һәм марихуана тартыуын ташланы. Йәһүәгә тулыһынса яраҡлы булыр өсөн, икебеҙ ҙә әхлаҡһыҙ тормошобоҙҙо үҙгәртергә һәм улыбыҙ өсөн тейешле мөхит булдырырға кәрәк икәнен аңланыҡ. 1982 йылда беҙ өйләнештек.

«Мин инде киләсәк һәм үлем тураһында хафаланып, төнө буйы уйланып ятмайым»

«Күҙәтеү манараһы» һәм «Уянығыҙ!» * журналдарынан минең һымаҡ уҡ ауырлыҡтар менән көрәшкән һәм үҙгәрергә теләгән ҡәрҙәштәр тураһындағы мәҡәләләрҙе эҙләгәнемде һаман да хәтерләйем. Улар ысынлап та уңышҡа ирешкән. Уларҙың үрнәге мине дәртләндереп ебәрҙе, миңә артабан да көрәшергә һәм бирешмәҫкә көс өҫтәне! Мин Йәһүәнән үҙемде ҡалдырмауын үтендем. Беҙ Тони менән 1982 йылдың июль айында Йәһүә шаһиттары булараҡ һыуға сумдырылдыҡ.

ТОРМОШОМ ЯҠШЫРҘЫ

Йәһүә Алла менән дуҫлығым ғүмеремде һаҡлап ҡалды. Тормошобоҙҙа ауыр ваҡыттар булғанда, беҙ Тони менән Йәһүәнең ярҙамын һиҙеп торҙоҡ. Шул саҡтарҙа беҙ Йәһүәгә таянырға өйрәндек, һәм уның ғаиләбеҙҙе нығытып тороуын һәр ваҡыт тойҙоҡ (Зәбур 55:22).

Улым менән ҡыҙыма Йәһүә тураһында белем алырға ярҙам итеү миңә бик оҡшай ине. Ә хәҙер улар ҙа үҙ балаларын Алла тураһында белем биреп үҫтерә. Был миңә бик күп шатлыҡ килтерә.

Мин инде киләсәк һәм үлем тураһында хафаланып, төнө буйы уйланып ятмайым. Беҙ Тони менән тулы ваҡытлы хеҙмәттә ҡатнашабыҙ һәм аҙна һайын Йәһүә шаһиттарының төрлө йыйылыштарына килеп, имандаштарыбыҙҙы нығытабыҙ. Беҙ улар менән бергә башҡа кешеләрҙе, Ғайсаға иман итһәгеҙ, һеҙҙең дә мәңге йәшәргә өмөтөгөҙ булыр, тип өйрәтәбеҙ.

^ 17 абз. Йәһүә шаһиттары тарафынан баҫтырыла.