Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Донъя ғазаптар менән тулы. Быға Алла ғәйеплеме?

Изге Яҙмала нимә әйтелә?

Изге Яҙмала нимә әйтелә?

Алла донъяла булған ғазаптарҙа ғәйеплеме?

Һеҙ нисек яуап бирер инегеҙ?

  • Эйе

  • Юҡ

  • Бәлки

Изге Яҙмала нимә әйтелә?

«Алла өсөн яуызлыҡ ҡылыу, Сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе өсөн яманлыҡ эшләү аҡылға һыймаҫлыҡ хәл!» (Әйүп 34:10) Алла донъяла булған яуызлыҡта һәм ғазаптарҙа ғәйепле түгел.

Изге Яҙманан тағы нимә белеп була?

  • Шайтан Иблис — «был донъяның хакимы» — ғазаптарҙың төп сәбәбе (Яхъя 14:30).

  • Яуызлыҡ һәм ғазаптар шулай уҡ кешеләрҙең дөрөҫ булмаған ҡарарҙары арҡаһында килеп сыға (Яҡуб 1:14, 15).

Ғазаптар ҡасан да булһа бөтөрмө?

Ҡайһы бер кешеләр, берҙәм тырышлыҡ һалып, ғазаптарҙы бөтөрөп була, тип уйлай. Башҡалар иһә донъялағы ғазаптарҙың юҡҡа сығасағына ышанып етмәй. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

Изге Яҙмала нимә әйтелә?

Бөтә ғазаптарҙы Алла бөтөрәсәк. Инжилдә былай тип әйтелә: «Үлем дә, ҡайғы-хәсрәт тә, һыҡтау ҙа, ауырыу ҙа башҡаса булмаясаҡ» (Асылыш 21:3, 4).

Изге Яҙманан тағы нимә белеп була?

  • Алла Ғайсаға ғазаптарҙың сығанағын — Иблисте юҡ итергә ҡушҡан (1 Яхъя 3:8).

  • Яҡшы кешеләр ерҙә, тыныслыҡтан рәхәтлек табып, мәңге йәшәйәсәк (Зәбур 37:9—11, 29).