ИМАНДАРЫН ӨЛГӨ ИТЕП АЛЫҒЫҘ | САРА

«Һин бик матур ҡатынһың»

«Һин бик матур ҡатынһың»

САРА бүлмә уртаһында баҫып тора һәм яйлап ҡына тирә-яғына күҙ йөрөтөп сыға. Ул — сағыу ҡуңыр күҙле бик сибәр шәреҡ ҡатыны. Әммә уның йөҙөндә моңһоулыҡ сатҡылары сағыла түгелме? Әгәр ҙә шулай икән, сәбәбен аңлауы ауыр түгел. Күпме йылдар инде улар был йортта ғүмер иткән! Бындағы бөтә нәмә уға һөйөклө ире Ибраһим менән бергә уҙғарған бәхетле мәлдәрҙе иҫенә төшөрә a. Улар был йортҡа бөтә күңелен һалған, һәм йорттары улар өсөн йәм бөркөп торған урынға әйләнгән.

Ибраһим менән Сара һөнәрселәре, оҫталары һәм сауҙагәрҙәре менән дан тотҡан бай Ур ҡалаһында йәшәгән. Уларҙың йорто, күрәһең, бик матур итеп йыһазландырылған булған. Әммә был йорт Сара өсөн әйберҙәр һаҡланған урын ғына булмаған. Күпме шатлыҡ-ҡыуаныстар, ҡайғы-хәсрәттәр кисергән улар был йортта! Йәһүә Аллаларына күпме доға ҡылғандар улар бында! Һис шикһеҙ, Сара был урынды бик яратҡан.

Шулай ҙа Сара барыһын да ҡалдырып китергә әҙер булған. Ул ваҡытта уға 60 йәш самаһы булһа ла, ул бөтөнләй ят ерҙәргә юл тоторға һәм ҡурҡыныстар, ауырлыҡтар менән тулы тормош алып барырға ризалашҡан. Тормошон шундай ҡырҡа үҙгәртеүенең сәбәбе нимәлә булған? Беҙ бөгөн уның иманынан нимәгә өйрәнә алабыҙ?

«ҮҘЕҢ ЙӘШӘГӘН ЕРҘЕ... ҠАЛДЫР»

Сара, күрәһең, Ур ҡалаһында тыуып үҫкән. Бөгөн ул ҡаланан тик емереклектәр генә тороп ҡалған. Әммә Сара йәшәгән ваҡытта Ур гөрләп сәскә атҡан ҡала булған. Евфрат йылғаһын һәм ҡала эсендәге каналдарҙы донъяның төрлө ерҙәренән ҡиммәтле тауарҙар алып килгән сауҙа караптары йырғыслап йөрөгән. Урҙың бормалы тар урамдарында халыҡ ҡайнап торған, причалдарында караптар өйкөлөшөп торған, баҙарҙарында тауар тулып ятҡан. Бына шундай шау-шыулы, ығы-зығылы ҡалала Сара үҫкән дә. Ҡалала йәшәгән кешеләрҙең күбеһен ул, күрәһең, исемләп белгән. Ҡала халҡы ла уны, һис шикһеҙ, яҡшы белгән, сөнки ул бик сибәр ҡатын булған. Бында шулай уҡ уның күп кенә туған-тыумасаһы йәшәгән.

Изге Яҙманан белеүебеҙсә, Сара иҫ киткес иманы менән айырылып торған. Урҙағы бөтә кеше ай илаһына табынған һәм ҡалаларында шул илаһҡа арнап бейек манара төҙөгән. Сараның атаһы ла кәм тигәндә бер ни ҡәҙәр ваҡыт боттарға табынған. Әммә Сара хаҡ Аллаға — Йәһүәгә иман иткән. Изге Яҙмала уның нисек итеп шундай иман үҫтергәне тураһында яҙылмаған. Әммә шуныһы билдәле: Сара үҙенән ун йәшкә олораҡ булған Ибраһим атлы яҡшы кешегә кейәүгә сыҡҡан b (Башланмыш 17:17). Һуңыраҡ Ибраһим бөтә иман итеүселәрҙең «рухи атаһы» тип атала башлаған (Римдарға 4:11). Улар яратыу, хөрмәт, үҙ-ара аңлашыу хөкөм һөргән ныҡлы, емерелмәҫ никах булдырған. Ғүмер юлында уларға әсеһен дә, сөсөһөн дә татырға тура килгән, әммә тормошта осраған ауырлыҡтарҙы улар бергә еңеп сығырға әҙер булған. Ләкин иң мөһиме, уларҙы Йәһүә Аллаға ҡарата яратыу берләштергән.

Сара ирен бик ныҡ яратҡан. Улар Урҙа туғандары янында төпләнгән. Тиҙҙән улар ҡаты һынау менән осрашҡан. Изге Яҙмала, Сара «түлһеҙ булды, бала таба алманы», тип әйтелә (Башланмыш 11:30). Ул дәүер өсөн был хәл ҙур бәхетһеҙлек булған. Әммә Сара Аллаһына һәм иренә тоғро булып ҡалған. Атаһыҙ ҡалған Лут исемле туғандары улар өсөн улдары һымаҡ булып киткән. Шулай итеп, уларҙың тормоштары үҙ яйы менән аға биргән. Ләкин бер көндө барыһы ла үҙгәргән.

Күңеле елкенеп киткән Ибраһим Сара янына килеп инә. Ул әле генә үҙе менән булған хәлгә ышанып бөтә алмай. Аллаһы Тәғәлә уның менән һөйләшкән, һәм хатта фәрештәһе аша уға күренгән! Күҙ алдына килтер, Сара, яратыу тулы күҙҙәрен иренә төбәп, тулҡынлы тауыш менән: «Ул һиңә нимә тине? Әйтсе!» — тип һорай. Уйҙарын рәткә һалыр өсөн, Ибраһим, бәлки, тәүҙә ултырып алғандыр. Шунан һуң ул ҡатынына Йәһүә әйткән хәбәрҙе һөйләп бирә. Алла уға: «Үҙең йәшәгән ерҙе һәм үҙ нәҫел-нәсәбеңде ҡалдыр ҙа Мин күрһәтәсәк ергә кит», — тип әйткән (Ғәмәлдәр 7:2, 3). Тынысланғас, улар Йәһүәнең һүҙҙәре тураһында ныҡлап уйлана башлай. Уларға, уңайлы тормоштарын ҡалдырып, күскенселәр булып йәшәргә кәрәк буласаҡ. Сара быға риза булырмы? Ибраһим тын алмай ҡатынының ни әйтерен көтөп тора. Сара тормоштарында буласаҡ шундай бөйөк үҙгәрештәр ваҡытында иренә терәк булырға әҙерме?

Беҙгә, бәлки, үҙебеҙҙе Сара урынына ҡуйыуы ауырҙыр, сөнки Йәһүә беҙгә лә, тормош иптәшебеҙгә лә шуға оҡшаш йөкләмә биргәне юҡ! Шулай ҙа һәр беребеҙ уларҙыҡына оҡшаш һайлау алдында тора. Беҙ байырға теләгән, тормош уңайлыҡтарын, матди әйберҙәрҙе һәм именлекте беренсе урынға ҡуйған кешеләр араһында йәшәйбеҙ. Ләкин Изге Яҙма иң тәүҙә үҙебеҙгә түгел, ә Йәһүә Аллаға ярарға, шулай уҡ беренсе урынға рухи ҡиммәттәрҙе ҡуйырға дәртләндерә (Матфей 6:33). Сараның өлгөһө тураһында уйланып, беҙ үҙебеҙҙән: «Ә мин ниндәй һайлау яһармын?» — тип һорай алабыҙ.

УЛАР ЙӘШӘГӘН ЕРҘӘРЕН ҠАЛДЫРҒАН

Юлға йыйынғанда Сараға ниндәй әйберҙе алырға, ә ниндәйен ҡалдырырға икәнен хәл итергә кәрәк булған. Ул үҙе менән дөйәләрҙә һәм ишәктәрҙә алып китә алмаҫлыҡ, шулай уҡ күсмә тормошта ҡамасаулаған әйберҙәрҙе ала алмаған. Шуға күрә, һис шикһеҙ, уларға әйберҙәренең күбеһен һатырға йә берәйһенә бирергә тура килгән. Хәҙер инде ҡала тормошоноң уңайлыҡтары менән, шул иҫәптән бойҙай, ит, емеш-еләк һәм кәрәк-яраҡтар һатып алып булған баҙарҙар һәм кибеттәр менән хушлашырға кәрәк булған.

Сара, иманы ныҡ булғанға, уңайлы тормошто ҡалдырып китә алған

Сараға иң ауыры, күрәһең, үҙ йортон ҡалдырып китеү булғандыр. Уларҙың йорттары археологтар Ур ҡалаһында тапҡан күп йорттарҙың береһе һымаҡ булһа, Сараға, уңайлыҡтар тураһында әйткәндә, ысындан да ҙур юғалтыуҙар кисерергә кәрәк булған. Ул йорттарҙың ҡайһы берҙәрендә ундан ашыу бүлмә, эсергә яраҡлы һыу ағып торған фонтандар булған. Ул йорттарға шулай уҡ һыу ҙа үткәрелгән булған. Хатта иң ябай йорттарҙа ла ныҡлы түбәләр, стеналар һәм йоҙаҡҡа бикләнә торған ишектәр булған. Ә далалағы сатыр ҡараҡтарҙан яҡлай аламы ни? Улар барасаҡ ерҙә арыҫландар, ҡапландар, айыуҙар һәм бүреләр ҙә йыш осраған бит.

Ә туғандары тураһында әйткәндә, Сараға кемде ҡалдырып китергә тура килгән? Алла: «Үҙең йәшәгән ерҙе һәм үҙ нәҫел-нәсәбеңде ҡалдыр», — тип бойорған. Сараның, һис шикһеҙ, өҙөлөп яратҡан ағай-энеләре, апай-һеңлеләре, инәйҙәре һәм бабайҙары булған. Күңеленә шул тиклем яҡын туғандарын башҡа күрмәйәсәге тураһында уйлағанда, нескә күңелле, яғымлы был ҡатындың йөрәге әрнегәндер. Шулай ҙа Сараны был туҡтатмаған, ул юлға әҙерләнеүен дауам иткән.

Борсолоуҙарына ҡарамаҫтан, Сара, әйберҙәрен йыйып, тәғәйенләнгән көндә юлға сығырға әҙер булған. Ибраһим менән Сара Урҙан үҙҙәренең атаһы ырыу башлығы Терах менән сыҡҡан. Терахҡа ул саҡта 200 йәш тирәһе булған (Башланмыш 11:31). Әлбиттә, Сара, оло йәштәге аталары хаҡында хәстәрләр өсөн, күп көс һалған. Улар менән бергә, Йәһүәгә буйһоноп, туғандары Лут та «халдейҙар еренән» сыҡҡан (Ғәмәлдәр 7:4).

Тәүҙә каруан Евфрат йылғаһы буйлап Урҙан төньяҡ-көнбайышҡа табан мең километр самаһы алыҫлыҡта урынлашҡан Харранға ҡарай юл тота. Ғаиләгә күпмелер ваҡытҡа Харранда туҡталырға тура килә. Күрәһең, Терахтың хәле хөртәйә төшә, һәм ул юлды дауам итә алмай. Ул 205 йәшендә вафат була. Шул ваҡытҡа тиклем Ибраһим менән Сара Харранда ҡала. Йәһүә Ибраһимға ҡабат өндәшә һәм уларға, был ерҙе ҡалдырып, үҙе күрһәтәсәк ергә барырға ҡуша. Был юлы Алла: «Һинән бөйөк халыҡ үрсетәсәкмен», — тигән тулҡынландырғыс вәғәҙә бирә (Башланмыш 12:2—4). Харрандан киткәндә Ибраһимға — 75, ә Сараға 65 йәш була, әммә уларҙың һаман да балалары булмай. Улайһа, нисек итеп Ибраһимдан бөйөк халыҡ барлыҡҡа килер? Уға башҡа ҡатын алырға кәрәк булырмы? Сараның да башына шундай уйҙар килгәндер, сөнки ул ваҡыттарҙа күп ҡатынлылыҡ осрағы һирәк булмаған.

Нисек кенә булмаһын, улар, Харрандан сығып, юлдарын дауам иткән. Әммә иғтибар ит, улар инде үҙҙәре генә булмаған. Изге Яҙмала, Ибраһим менән Сара Харранда йыйған «барлыҡ мөлкәтен һәм бөтә кешеләрен» алып сыҡҡан, тип әйтелә (Башланмыш 12:5). «Бөтә кешеләре» тиелгәндә, һүҙ кем тураһында бара? Күрәһең, һүҙ хеҙмәтселәре хаҡында бара. Ибраһим менән Сара, һис шикһеҙ, үҙҙәрен тыңларға әҙер булған кешеләргә имандары тураһында һөйләгән. Йәһүдтәрҙең ҡайһы бер боронғо хикәйәләрендә әйтелгәнсә, был шиғырҙағы «кешеләре» тигән һүҙ Ибраһим менән Сараға Йәһүә Аллаға ғибәҙәт ҡылыуҙа ҡушылған прозелиттарҙы аңлата. Әгәр шулай икән, Сараның башҡаларға үҙенең Аллаһы һәм өмөтө тураһында ни тиклем ҙур инаныс менән һөйләгәнен күҙ алдына килтереп кенә ҡара. Был ҡыйыу ҡатындың өлгөһө тураһында уйланыу бик файҙалы, сөнки беҙ өмөтһөҙ һәм иманһыҙ донъяла йәшәйбеҙ. Ә һин Изге Яҙманан белгәндәрең хаҡында башҡаларға һөйләйһеңме?

УЛАР МЫСЫРҒА ҠАРАЙ ЮЛЛАНҒАН

Каруан, Евфрат йылғаһы аша сыҡҡас (күрәһең, б. э. т. 1943 йылдың 14 нисаны), көньяҡҡа — Йәһүә күрһәткән ергә табан юллана (Сығыш 12:40, 41). Күҙ алдына килтер, Сараның алдында матур күренештәр асыла. Ул гүзәл тәбиғәттең төрлөлөгөнә һоҡланып һәм яңы ерҙәрҙең йомшаҡ климатына ләззәтләнеп бара. Шехемдан йыраҡ түгел, Море ағаслығы янында, Йәһүә Ибраһимға ҡабат күренә һәм уға: «Был ерҙе һинең тоҡомоңа бирәсәкмен», — тип әйтә. «Тоҡом» тигән һүҙ Ибраһим өсөн айырым бер әһәмиәткә эйә булған. Һис шикһеҙ, был һүҙ Ибраһимды Эден баҡсаһында булған ваҡиғалар тураһында уйланырға дәртләндергән. Унда Йәһүә, бер көндө «тоҡом» Шайтанды юҡ итәсәк, тигән пәйғәмбәрлек әйткән. Бынан тыш, Йәһүә Ибраһимға, һинән барлыҡҡа килгән халыҡ аша ер йөҙөндәге бөтә кешеләр фатихаланасаҡ, тип әйткән (Башланмыш 3:15; 12:2, 3, 6, 7).

Шулай ҙа Ибраһимдың ғаиләһе бәлә-ҡазаларҙан һәм ауырлыҡтарҙан азат булмаған. Ҡынаан ерендә аслыҡ башланғас, Ибраһим ғаиләһе менән көньяҡҡа, Мысырға, китергә булған. Әммә ул бараһы ерҙәрҙә үҙҙәренә хәүеф-хәтәрҙәр янағанын яҡшы аңлаған. Шуға күрә ул Сараға былай тигән: «Һин бик матур ҡатынһың. Мысыр кешеләре һине күрер ҙә: „Был уның ҡатыны“, — тип мине үлтерерҙәр, һине тере ҡалдырырҙар. Шуға күрә уларға: „Мин уның һеңлеһемен“, — тип әйт. Һинең арҡала миңә лә яҡшы булыр, минең ғүмеремде һаҡлап алып ҡалырһың» (Башланмыш 12:10—13). Ни өсөн Ибраһим ҡатынына шулай тип әйткән?

Ҡайһы бер тәнҡитселәр Ибраһимды ҡурҡаҡ һәм алдаҡсы тип иҫәпләй. Әммә был һис тә улай түгел. Сара ысындан да уның һеңлеһе булған. Һәм Ибраһимдың хәүефләнеүе нигеҙле булған. Улар икеһе лә Йәһүәнең, Ибраһимдан айырым бер тоҡом һәм халыҡ булдырам, тигән вәғәҙәһе барыһынан да мөһимерәк икәнен белгән, шуға күрә улар тәү сиратта Ибраһимдың ғүмерен һаҡлап ҡалыу тураһында уйлаған. Бынан тыш, археологик табылдыҡтар күрһәтеүенсә, кешене үлтереп уның ҡатынын алып китеү Мысыр батшалары өсөн ғәҙәти хәл булған. Шуға күрә Ибраһим барыһын да иҫәпкә алып эш иткән, ә Сара, баҫалҡылыҡ күрһәтеп, уға буйһонған.

Һуңыраҡ булған ваҡиғалар Ибраһимдың хәүефләнеүе бушҡа ғына булмағанын күрһәткән: фирғәүендең бер кенәзе Сараның, йәш булмауына ҡарамаҫтан, бик сибәр икәненә иғтибар иткән. Уның тураһында фирғәүенгә еткергәндәр, һәм ул Сараны үҙенең һарайына килтерергә бойорған. Ибраһимдың ни тиклем борсолғанын һәм Сараның ни ҡәҙәр ҡурҡҡанын күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Әммә фирғәүен һарайында уға, күрәһең, тотҡонға ҡараған һымаҡ ҡарамағандар, ә хөрмәт күрһәткәндәр. Фирғәүен, моғайын, Сараны байлығы менән таң ҡалдырырға һәм, һуңынан уны ҡатын итеп алыр өсөн, «ағаһының» ышанысын яуларға тырышҡан (Башланмыш 12:14—16).

Күҙ алдына килтер, Сара, батша һарайының тәҙрәһе янында йә балконында тороп, Мысыр күренештәрен күҙәтә. Бына ул ҡабат ныҡлы бинала, уңайлы шарттарҙа йәшәй, ләззәтләнеп тәмле ризыҡ ашай. Ул нимә хис итә икән? Был байлыҡ уның башын әйләндермәҫме? Бындай зиннәт Урҙа ла булмағандыр, моғайын. Сара, Ибраһимды ташлап, фирғәүендең ҡатыны булып китһә, Шайтан ни тиклем ҡыуаныр ине! Әммә бындай уйҙар Сараның башына ла килмәгән. Ул иренә, никахына һәм үҙ Аллаһына тоғро булған. Бөгөн дә әхлаҡһыҙ донъяла никахтағы һәр бер кеше шундай уҡ тоғролоҡ күрһәтһә икән! Һин туғандарың һәм дуҫтарың менән мөғәмәлә итеүҙә Сараның тоғролоғон өлгө итеп алырһыңмы?

Сара фирғәүен һарайындағы ымһындырғыс шарттарға ҡыҙыҡмай иренә тоғро ҡалған

Йәһүә, фирғәүенгә һәм уның яҡындарына ауыр бәлә-ҡазалар ебәреп, Сараны яҡлаған. Фирғәүен, Сараның Ибраһимдың ҡатыны булыуын белеп ҡалғас, уны кире иренә ебәргән. Ул шулай уҡ Ибраһимға, үҙеңдең бар мөлкәтеңде ал да Мысырҙан кит, тигән (Башланмыш 12:17—20). Ҡәҙерле ҡатынының үҙе янында булыуына Ибраһим ни тиклем ныҡ шатланғандыр! Иҫләйһеңдер, бер ваҡыт ул һөйөклө ҡатынына: «Һин бик матур ҡатынһың», — тигән. Әммә барыһынан да бигерәк ул Сараның эске матурлығын ҡәҙерләгән. Тап шундай матурлыҡты Йәһүә юғары баһалай ҙа (1 Петр 3:1—5). Беҙҙең һәр беребеҙгә шундай матурлыҡты үҫтерергә кәрәк. Әгәр рухи нәмәләрҙе матди әйберҙәрҙән өҫтөнөрәк ҡуйһаҡ, башҡалар менән Алла тураһында белгәндәребеҙ менән уртаҡлашырға тырышһаҡ, төрлө ҡотҡоларға бирешмәй Йәһүә Алланың әхлаҡи нормаларын тотһаҡ, беҙ Сараның иманын өлгө итеп алырбыҙ.

a Башта уларҙың исемдәре Ибрам менән Сарай булған, әммә һуңыраҡ Йәһүә уларға башҡа исемдәр биргән. Улар күберәк шул исемдәр менән билдәле (Башланмыш 17:5, 15).

b Сара Ибраһимдың һеңлеһе булған. Улар бер атайҙан, Терахтан, тыуған, әммә әсәләре төрлө булған (Башланмыш 20:12). Бөгөн ундай никахтар рөхсәт ителмәй, ләкин ул ваҡытта хәл башҡасараҡ булғанын иҫтә тоторға кәрәк. Әҙәм менән Һауаның камиллыҡтарын юғалтыуынан һуң бик күп ваҡыт үтмәгәнгә, Ибраһим менән Сара йәшәгән замандағы кешеләрҙең һаулығы яҡшыраҡ булған һәм туғандар араһындағы никахтарҙан тыуған балаларға генетик зыян янамаған. Әммә 400 йыл уҙғас, кешеләрҙең ғүмер оҙонлоғо беҙҙең көндәрҙә йәшәгән кешеләрҙекенә тиң булып киткән. Тап шул ваҡытта Муса Ҡануны яҡын туғандар араһындағы енси мөнәсәбәттәрҙе тыйған (Левиттар 18:6).