16-СЫ ДӘРЕС
Ыңғай ҡараш һәм көс өҫтәгән һүҙҙәр
Әйүп 16:5
МАҠСАТ Проблеманың үҙенә түгел, ә уның хәл ителеүенә баҫым яһа; нығыта алған нәмәләр тураһында һөйлә.
БЫҒА НИСЕК ӨЛГӘШЕРГӘ
-
Тыңлаусыларыңа ҡарата ыңғай ҡараш үҫтер. Ҡәрҙәштәрең Йәһүәне ярата икәненә шикләнмә. Кәңәш бирергә кәрәк булһа ла, тыңлаусыларыңды уңайы сыҡҡан һайын ысын күңелдән маҡта.
-
Тиҫкәре материалды кәмет. Тиҫкәре нәмәләр тураһында әйтеп китергә кәрәк булһа, уларҙы маҡсатыңа ирешергә ярҙам иткән кимәлдә генә ҡуллан. Һөйләгәнең тулайым алғанда ыңғай булырға тейеш.
-
Изге Яҙма ярҙамында рухландыр. Йәһүәнең үткәндәге, хәҙерге һәм киләсәктәге эштәренә иғтибар ит. Тыңлаусыларыңда өмөт уят һәм уларҙы нығыт.

