11-СЕ ДӘРЕС
Илһамланыу
БЫҒА НИСЕК ӨЛГӘШЕРГӘ
-
Ысын күңелдән һөйлә. Әҙерләнгәндә материалдың мөһимлеге тураһында уйлан. Иркен, ысын күңелдән һөйләр өсөн, теманы яҡшы итеп әҙерләргә кәрәк.
-
Тыңлаусыларың тураһында уйлан. Һин уҡырға йә аңлатырға йыйынған материалдың файҙаһы тураһында уйлан. Тыңлаусыларың шул мәғлүмәттең әһәмиәтен асығыраҡ күрһен өсөн, иң яҡшы еткереү юлын һайла.
-
Дәртләнеп һөйлә. Һөйләүең ҡыҙыҡ һәм йәнле булһын. Хистәреңде мимика һәм тәбиғи ишаралар ярҙамында белдер.

