Төп мәғлүмәткә күсеү

Изге Яҙма тормошто үҙгәртә

Бөтә донъя буйынса йәшәгән кешеләрҙең тормоштары Алла Һүҙе ярҙамында нисек яҡшы яҡҡа үҙгәргән икәнен белегеҙ.

Мәғәнәле тормош

Мине Изге Яҙмалағы асыҡ һәм нигеҙле яуаптар ышандырҙы

Эрнест Лоуди мөһим һорауҙарҙың ҡайһы берҙәренә яуаптар тапҡан. Изге Яҙмалағы асыҡ яуаптар уға яҡты киләсәккә өмөт биргән.

Минең үлгем килмәй ине!

Бер тапҡыр Ивон Кварриҙың: «Мин ни өсөн донъяға килгәнмен?» — тигән һорау тыуған. Һорауына яуап уның тормошон үҙгәрткән.

Йәһүә минең хаҡта шул тиклем ҡайғыртты!

Бала сағында Кристал енси көсләүгә дусар булған. Изге Яҙмалағы ниндәй хәҡиҡәт уға Йәһүә менән яҡын мөнәсәбәт булдырырға һәм йәшәү мәғәнәһен табырға ярҙам иткән?

«Мин бүтән үҙ-үҙемдән оялмайым»

Күп йылдар үҙен булдыҡһыҙ итеп тойһа ла, Исраэль Мартинес үҙен хөрмәт итә башлаған. Уға нимә ярҙам иткәне тураһында белегеҙ.

Ниһайәт, атайым менән татыулашам

Был мәҡәләнән һеҙ ни өсөн Рене Лерондың наркотик һәм иҫеркес эсемлектәргә әүәҫләнеп китеүен, шулай уҡ нисек уның, насар ғәҙәттәрен ташлап, тормошон үҙгәртә алыуын белерһегеҙ.

Хәҙер мин башҡаларға ярҙам итә алам

Хулио Корио фажиғәле хәлгә дусар булған һәм, Алла минең хаҡта ҡайғыртмай, тип уйлаған. Сығыш 3:7-лә яҙылған һүҙҙәр уға ҡарашын үҙгәртергә ярҙам иткән.

Мин үҙем өсөн генә йәшәнем

Кристоф Бауэр бәләкәй генә кәмәлә трансатлантик сәйәхәт ваҡытында көндәр буйы Изге Яҙма уҡыған. Ул нимәләр белгән?

«Хәҙер инде мин, донъяны үҙгәртергә тейешмен, тип уйламайым»

Изге Яҙманы өйрәнеү йәмәғәт активисына нисек кешелек проблемаларын хәл итеү юлын табырға ярҙам иткән?

Мин Алланың барлығына ышанмай инем

Коммунизм һәм атеизм тәьҫирендә үҫкән кеше Изге Яҙманы юғары баһалай башлаған. Был нисек килеп сыҡҡан һуң?

Ҡараштарын үҙгәрткәндәр

Изге Яҙмалағы хәҡиҡәт һыуһынымды ҡандырҙы

Атаһы үлгәс, Майли Гюндель Аллаға ышанмай башлаған. Нисек ул ысын иман үҫтергән һәм күңел тыныслығына өлгәшкән?

Улар бөтә һорауҙарға ла Изге Яҙма буйынса яуап бирҙе!

Исолина Ламела — католик монахиняһы, шунан әүҙем коммунист булған, ләкин күңеле ҡайтҡан. Һуңғараҡ ул Йәһүә шаһиттарын осратҡан һәм улар уға Изге Яҙма ярҙамында тормоштоң мәғәнәһен табырға ярҙам иткән.

Улар «бик ҡиммәтле матур ынйыны» тапҡан

Мэри һәм Бьёрн Алла Батшалығы тураһындағы хәҡиҡәтте төрлө юлдар менән тапҡан. Был нисек уларҙың тормошон үҙгәрткән?

Диндән өмөтөмдө өҙгәйнем

Том Аллаға ышанырға теләгән, ләкин мәғәнәһеҙ йолалар үткәргән диндәр арҡаһында өмөтө өҙөлгән. Нисек Изге Яҙманы өйрәнеү уға өмөткә эйә булырға ярҙам иткән?

«Улар хәҡиҡәткә минең үҙемдең ышаныуымды теләне»

Луис Алифонсо мормондарҙың миссионеры булырға теләгән. Изге Яҙманы өйрәнеү уның маҡсаттарына һәм тормошона нисек тәьҫир иткән?

Наркотиктар һәм иҫерткес эсемлектәр

«Мин инде бүтән рәхимһеҙлек ҡоло түгел»

Яңы эш урынында беренсе көн эшләгәндә Майкл Кензелдан: «Һин нисек уйлайһың, бөтә ғазаптарҙа һәм бәләләрҙә Алла ғәйеплеме?» — тип һорағандар. Был уның тормошондағы киҫкен боролош мәле булған.

«Урам минең өйөм булды»

Наркотиктар, эскелек һәм көс ҡулланыу Антонионың тормошон мәғәнәһеҙ иткән. Уға нимә үҙгәрергә ярҙам иткән?

Енәйәтселек һәм йәбер-золом

«Мин үҙ-үҙемә ҡәбер ҡаҙа инем»

Сальвадорҙа йәшәгән бандитты тормошон тулыһынса үҙгәртергә нимә этәргән?

«Мин ҡыҙыу холоҡло кеше инем»

Элекке банда ағзаһы Изге Яҙманың көсө ярҙамы менән генә үҙгәрә алыуына һәм Алла менән дуҫлыҡҡа эйә булыуына бер ҙә шикләнмәй.

Мин түбән тәгәрәй инем

Стивен Макдауэлл йәш сағында тупаҫ һәм аяуһыҙ булған, ләкин бер осраҡ — ул саҡ ҡына кеше үлтереүҙә ҡатнашмай ҡалған — уны тормошон үҙгәртергә этәргән.

Мин үҙем менән һәр ваҡыт пистолет йөрөттөм

Анунсиато Лугара ҡараҡтар бандаһының ағзаһы булған, ләкин Батшалыҡ залына барыу уның тормошон үҙгәрткән.

Спорт, музыка һәм күңел асыу

Бар хыялдарым да тормошҡа ашҡан кеүек ине

Стефан уңышлы музыкант булған. Уның бар хыялдары ла тормошҡа ашҡан кеүек булған, ләкин ул күңелендә бушлыҡ тойған. Ул нисек бәхет һәм тормош мәғәнәһен тапҡан?

Тормошомдағы иң яҡшы приз

Профессиональ тенниссыны Изге Яҙманы вәғәзләүсе булып китергә нимә этәргән?

Үҙемде еңгәнсе, күп көрәштем

Бер ир нисек порнографияға әүәҫлеген еңеп, күңел тыныслығына ирешкән?

Мин бейсболды үлеп ярата инем!

Самьюэл Гамильтон спортта карьера яһарға теләгән, әммә Изге Яҙма уның тормошон үҙгәрткән.