Төп мәғлүмәткә күсеү

Өҫтәмә менюға күсеү

Йәһүә Шаһиттары

башҡорт

Йәһәвә Шаһиттары Ғайса Мәсихкә ышанамы?

Йәһәвә Шаһиттары Ғайса Мәсихкә ышанамы?

Эйе, беҙ Ғайсаға ышанабыҙ. Ул: «Мин — юл, хәҡиҡәт һәм тормош. Атам янына, минең аша үтмәйенсә, бер кем дә килмәй», — тип әйткән (Яхъя 14:6). Беҙ Ғайсаның күктән ергә килгәненә һәм үҙенең камил тормошон беҙҙең хаҡҡа йолом ҡорбаны итеп биргәненә ышанабыҙ (Маттай 20:28). Уның үлеме һәм терелтелеүе ярҙамында уға ышанғандарҙың мәңгелек тормошҡа эйә булыу мөмкинлеге асыла (Яхъя 3:16). Беҙ шулай уҡ Ғайсаның күктәге Алла Батшалығында хәҙерге ваҡытта Батша булып идара иткәненә һәм тиҙҙән бөтөн донъяла тыныслыҡ урынлаштырасағына ышанабыҙ (Асыш 11:15). Әммә уны Алла менән тиң күрмәйбеҙ, сөнки ул үҙе лә: «Атам минән бөйөгөрәк», — тип әйткән (Яхъя 14:28). Шунлыҡтан беҙ Ғайсаға табынмайбыҙ һәм уны Сикһеҙ ҡөҙрәтле Алла тип һанамайбыҙ.