Йәһүә шаһиттарының Етәксе кәңәшмәһе нимә ул?

Йәһүә шаһиттарының Етәксе кәңәшмәһе нимә ул?

 Етәксе кәңәшмә — был Йәһүә шаһиттарының бөтә донъялағы эшмәкәрлектәре менән етәкселек иткән рухи яҡтан етлеккән мәсихселәрҙән торған ҙур булмаған төркөм. Был төркөм ике йүнәлештә эшләй:

 Беренсе быуатта Иерусалимдағы илселәр һәм өлкәндәр бөтә мәсихсе йыйылыштарына ҡағылышлы мөһим ҡарарҙар ҡабул иткән. Етәксе кәңәшмә улар ҡалдырған үрнәк буйынса эш итә (Ғәмәлдәр 15:2, 6). Беренсе быуаттағы тоғро ир-аттар һымаҡ, Етәксе кәңәшмә ағзалары ла ойошмабыҙҙың юлбашсылары түгел. Улар, Йәһүә Алланың Ғайса Мәсихте йыйылыштың Башы итеп ҡуйғанын танып, Изге Яҙманан етәкселек эҙләй (1 Коринфтарға 11:3; Ефестарға 5:23).

Етәксе кәңәшмәнең ағзалары кем ул?

 Етәксе кәңәшмә һанына Джеффри Джексон, Джоди Джедли, Кеннет Кук, Стивен Летт, Геррит Лёш, Джейкоб Рамф, Марк Сандерсон, Дейвид Сплэйн, Джеффри Уиндер, Гейдж Флигл һәм Сэмюэл Хёрд керә. Улар Уорвикта (Нью-Йорк, АҠШ) урынлашҡан Йәһүә шаһиттарының бөтә донъя баш идаралығында хеҙмәт итә.

Етәксе кәңәшмә нисек эш итә?

 Етәксе кәңәшмә эшмәкәрлегебеҙҙең төрлө өлкәләре өсөн яуаплы алты комитет ойошторған. Етәксе кәңәшмәнең һәр ағзаһы бер йә күберәк комитетта хеҙмәт итә.

  •   Кадрҙар комитеты Вефиль ғаиләһенең ағзалары тураһында ҡайғырта.

  •   Координаторҙар комитеты юридик эштәрҙе күҙәтә, шулай уҡ афәттәр ваҡытында, иман өсөн эҙәрлекләүҙәр һәм башҡа ғәҙәттән тыш хәлдәр ваҡытында ярҙам итеү өсөн яуаплы.

  •   Нәшриәт комитеты Изге Яҙмаға нигеҙләнгән әҙәбиәттең баҫып сығарылыуы һәм еткерелеүе, шулай уҡ ғибәҙәт ҡылыу биналарҙы, тәржемә итеү офистарын һәм филиалдарҙы төҙөү эштәре өсөн яуаплы.

  •   Хеҙмәт комитеты Алла Батшалығы хаҡындағы «Һөйөнөслө хәбәрҙе» вәғәзләү эше менән етәкселек итә (Матфей 24:14).

  •   Уҡытыу комитеты рухи уҡытыу программаһын әҙерләү өсөн яуаплы. Был уҡытыу конгрестар, йыйылыш осрашыуҙары һәм төрлө мәктәптәр, шулай уҡ аудио- һәм видеояҙмалар ярҙамында үткәрелә.

  •   Яҙыу комитеты баҫып сығарылған һәм сайтҡа индерелгән рухи ризыҡты әҙерләү өсөн яуаплы. Ул шулай уҡ тәржемәселәр эшен ойоштора.

 Етәксе кәңәшмәнең ағзалары, был комитеттарҙа эшләүҙән тыш, аҙна һайын үткәрелә торған осрашыуҙар ойоштора. Был осрашыуҙарҙа ойошманың ихтыяждары ҡарап сығыла. Алланан изге рух аша етәкселек биреүен һорап, улар Изге Яҙма нигеҙендә фекер алышалар һәм бер тауыштан ҡарарҙар ҡабул итергә тырышалар (Ғәмәлдәр 15:25).

Етәксе кәңәшмәнең ярҙамсылары кем ул?

 Улар — Етәксе кәңәшмәнең комитеттарында хеҙмәт иткән ышанысҡа лайыҡ мәсихселәр (1 Коринфтарға 4:2). Уларҙың үҙҙәре билдәләнгән комитеттың эштәрен алып барыр өсөн, кәрәкле тәжрибәләре һәм һәләттәре бар. Шулай уҡ улар аҙна һайын үткәрелгән үҙҙәре хеҙмәт иткән комитеттың осрашыуҙарына йөрөй. Етәксе кәңәшмәнең ярҙамсылары ҡарарҙар ҡабул итеүҙә ҡатнашмаһалар ҙа, ҡиммәтле кәңәштәр һәм өҫтәмә мәғлүмәт биреп тора, комитеттың ҡарарҙарын ғәмәлгә ашыра һәм уларҙың үтәлеүен күҙәтә. Бынан тыш, Етәксе кәңәшмә уларҙы төрлө илдәрҙә йәшәгән ҡәрҙәштәргә барып килергә ебәрергә мөмкин йә уларға йыллыҡ осрашыуы һәм Гилеад мәктәбенең сығарылышы һымаҡ осрашыуҙарҙа сығыш яһарға йөкләмә бирә ала.

ЯРҘАМСЫЛАР ИСЕМЛЕГЕ

Комитет

Исем

Кадрҙар комитеты

  • Даньел Молчан

  • Марк Скотт

  • Патрик Лафранка

  • Ральф Уоллс

Координаторҙар комитеты

  • Джон Экранн

  • Пол Гиллис

  • Трой Снайдер

Нәшриәт комитеты

  • Алекс Райнмюллер

  • Гаюс Глоккентин

  • Дейвид Синклер

  • Доналд Гордон

  • Питер Прайс

  • Роберт Батлер

  • Роберт Луччони

  • Харолд Коркерн

Уҡытыу комитеты

  • Дарси Макьюн

  • Дейвид Шейфер

  • Кеннет Флодин

  • Майкл Бэнкс

  • Марк Нумар

  • Роналд Кёрзан

  • Уильям Маленфант

Хеҙмәт комитеты

  • Балтасар Перла

  • Бетти Джорджез

  • Гэри Бро

  • Джонатан Смит

  • Джоэл Деллингер

  • Кристофер Мейвор

  • Лион Уивер

  • Сет Хайатт

  • Уильям Тёрнер

  • Энтони Гриффин

Яҙыу комитеты

  • Джеймс Манц

  • Джин Смолли

  • Исак Марей

  • Кеннет Годберн

  • Клайв Мартин

  • Ленард Майерз

  • Николас Аладис

  • Пер Кристенсен

  • Роберт Сиранко

  • Херманус ван Селм