Изге Яҙмала һайлау ирке тураһында нимә әйтелә? Барыһы ла яҙмыш ҡулындамы?

Изге Яҙмала һайлау ирке тураһында нимә әйтелә? Барыһы ла яҙмыш ҡулындамы?

Изге Яҙманан яуап

 Йәһүә беҙгә хөрмәт күрһәтеп, һайлау ирке биргән. Беҙ яҙмыш ҡулында түгел, һәм тормошта нимә эшләйәсәгебеҙҙе Алла алдан уҡ билдәләмәй, беҙ үҙебеҙ ҡарарҙар ҡабул итә алабыҙ. Изге Яҙма нимәгә өйрәтә икәнен ҡарап сығайыҡ.

  •   Алла кешеләрҙе үҙенә оҡшаш итеп барлыҡҡа килтергән (Башланмыш 1:26). Инстинкт буйынса йәшәгән хайуандарҙан айырмалы булараҡ, беҙ Барлыҡҡа килтереүсебеҙ һымаҡ, яратыу һәм ғәҙеллек кеүек сифаттар сағылдыра алабыҙ. Һәм, Барлыҡҡа килтереүсебеҙ һымаҡ, беҙ һайлау иркенә эйә.

  •   Киләсәгебеҙ күбеһенсә үҙебеҙҙән тора. Изге Яҙма беҙҙе Алланың күрһәтмәләре буйынса йәшәргә саҡыра: «Тормошто һайлағыҙ... [Алланы] тыңлағыҙ» (Ҡанун 30:19, 20). Әгәр һайлау иркебеҙ булмаһа, был өндәү мәғәнәһеҙ, хатта мәрхәмәтһеҙ булыр ине. Алла беҙҙе уның ихтыярын үтәргә мәжбүр итеү урынына, йылылыҡ менән былай тип өндәшә: «Бойороҡтарымды тыңлаһаң икән! Ул саҡта именлегегеҙ – йылға, бәрәкәтегеҙ диңгеҙ тулҡыны һымаҡ булыр ине» (Ишағыя 48:18).

  •   Беҙҙең уңышлы йә уңышһыҙ булыуыбыҙ яҙмыш менән бәйле түгел. Берәй нәмәлә уңышҡа ирешергә теләһәк, беҙгә күп көс һалырға тура килә. Изге Яҙмала: «Ҡулың эшләй алғанды, көсөңдән килгәнде эшлә», — тип әйтелә (Вәғәзсе 9:10). Шулай уҡ унда: «Тырыш кешенең ниәттәре уңышҡа илтә», — тип яҙылған (Ғибрәтле һүҙҙәр 21:5, ЯДТ).

 Һайлау ирке — Алланың ҡиммәтле бүләге. Уның ярҙамында беҙ Алланы бөтә йөрәгебеҙҙән, үҙ ихтыярыбыҙ буйынса ярата алабыҙ (Матфай 22:37).

Алла бөтә нәмәне лә контролдә тотмаймы ни?

 Изге Яҙма, Алла Сикһеҙ ҡөҙрәтле, тип өйрәтә. Алланың үҙенән башҡа, бер кем дә уның ҡөҙрәтен сикләй алмай (Әйүп 37:23; Ишағыя 40:26). Әммә ул үҙ ҡөҙрәтен бөтә нәмәне контролдә тотор өсөн ҡулланмай. Мәҫәлән, Изге Яҙмала Алла халҡының дошманы боронғо Бабил тураһында әйтелә. Алла уның барлығын белһә лә, «үҙен тыйҙы» тиелә (Ишағыя 42:14, ЯДТ). Шулай уҡ әле лә, ул үҙ ихтыярын дөрөҫ ҡулланмағандарға һәм башҡаларға зыян килтергәндәргә ҡарата сабырлыҡ күрһәтә. Әммә Алланың сабырлығы сикле (Зәбур 36:10, 11).