Алла Ғаләмде ҡасан барлыҡҡа килтерә башлаған?
Изге Яҙманан яуап
Изге Яҙмала Алланың Ғаләмде ҡасан барлыҡҡа килтерә башлағаны һәм бының күпме ваҡыт дауам иткәне тураһында әйтелмәй. Унда: «Иң башта Алла күк менән ерҙе яратты», — тип кенә әйтелә (Башланмыш 1:1). Изге Яҙманан «иң башта» тигән ваҡыттың ҡасан башланғанын билдәләп булмай. Башланмыш китабында яҙылған хронологик ваҡиғаларҙан уның алты «көнгә» йәки ижади осорҙарға тиклем булғаны күренә.
Алты барлыҡҡа килтереү көнө 24 сәғәтлек алты тәүлеккә тиң булғанмы?
Юҡ. «Көн» тигән һүҙ Изге Яҙмала, контексҡа ҡарап, төрлө дауамлыҡтағы ваҡытты аңлатырға мөмкин. Мәҫәлән, бөтә барлыҡҡа килтереү осоро (алты көн) бер «көн» тип атала (Башланмыш 2:4, ЯДТ).
Алты ижади көндөң һәр береһендә нимә булған?
Алла формаһыҙ һәм буш Ерҙә йәшәү өсөн яраҡлы шарттар булдырған (Башланмыш 1:2). Шунан һуң Алла Ерҙә тормош булдырған. Изге Яҙмала барлыҡҡа килтереүҙең алты осоро һүрәтләнә. Был алты осорҙоң һәр береһендә нимә булғанын ҡарап сығайыҡ.
1-се көн. Яҡтылыҡ ер өҫтөнә килеп еткән һәм көн менән төн алмашыныуы күренә башлаған (Башланмыш 1:3—5).
2-се көн. Алла ерҙәге һәм ер өҫтөндәге һыуҙарҙы айырып, улар араһында бушлыҡ булдырған (Башланмыш 1:6—8).
3-сө көн. Алла ҡоро ерҙе һәм үҫемлектәрҙе булдырған (Башланмыш 1:9—13).
4-се көн. Ерҙән ҡояш, ай һәм йондоҙҙар ап-асыҡ күренһен өсөн, Алла барыһын эшләгән (Башланмыш 1:14—19).
5-се көн. Алла һыуҙа йөҙөүсе һәм һауала осоусы хайуандарҙы барлыҡҡа килтергән (Башланмыш 1:20—23).
6-сы көн. Алла ерҙә йәшәүсе хайуандарҙы һәм шулай уҡ кешеләрҙе барлыҡҡа килтергән (Башланмыш 1:24—31).
Алты көн үткәс, Алла ял иткән, йәғни бүтән бер нәмә лә булдырмаған (Башланмыш 2:1, 2).
Башланмыш китабында яҙылған хәбәр фәнни яҡтан теүәлме?
Изге Яҙмалағы барлыҡҡа килтереү тураһындағы хәбәр — фәнни хеҙмәт түгел. Башланмыш китабы барлыҡҡа килтереү осорҙарын тулы итеп һүрәтләмәй, был уның маҡсаты түгел. Уның маҡсаты, моғайын, хәҙерге һәм хатта боронғо заманда йәшәгән уҡыусыларға тирә-яҡтағы донъяның ниндәй сират менән барлыҡҡа килтерелгәнен еңел генә аңлатыуҙалыр. Шул уҡ ваҡытта барлыҡҡа килтереү тураһындағы мәғлүмәт фәнни факттарға ҡаршы килмәй. Астрофизик Роберт Ястров былай тип яҙған: «Ниндәйҙер нескәлектәр айырылып тора, әммә астрономиялағы һәм Изге Яҙмалағы [донъяның] барлыҡҡа килеүе тураһындағы төп ваҡиғалар тура килә: кешегә алып барған ваҡиғалар ҡапыл ғына һәм көтмәгәндә билдәле бер мәлдә башланған».
Ҡояш, ай һәм йондоҙҙар ҡасан барлыҡҡа килтерелгән?
Ҡояш, ай һәм йондоҙҙар «иң башта», «күктәр» яратылған ваҡытта, барлыҡҡа килтергән булған (Башланмыш 1:1). Әммә, күрәһең, атмосфера тығыҙ булғанға, уларҙың яҡтылығы Ер өҫтөнә килеп етмәгән (Башланмыш 1:2). Шуға күрә таралған яҡтылыҡ беренсе көндә үк күренһә лә, яҡтылыҡ сығанағы күренмәгән. Дүртенсе көнгә атмосфера, күрәһең, асыҡланған. Изге Яҙмала, шул ваҡыттан алып ҡояш, ай һәм йондоҙҙар ер йөҙөн яҡтырта башлаған, тип әйтелә. Был һүҙҙәр, күрәһең, яҡтылыҡ сығанаҡтарының ерҙән күҙәтеп тороусы кешегә күренә башлағанын аңлата (Башланмыш 1:17).
Изге Яҙма буйынса, Ергә нисә йәш?
Изге Яҙмала Ерҙең йәше тураһында бер ни ҙә әйтелмәй. Башланмыш 1:1-ҙә, Ғаләмдең, шул иҫәптән планетабыҙҙың башланғысы булған, тип кенә әйтелә. Был һүҙҙәр ерҙең йәше тураһындағы фәнни принциптарға һәм ҡараштарға ҡаршы килмәй.