Ҡотолор өсөн Ғайса Мәсихкә ышаныу ғына етерлекме?
Изге Яҙманан яуап
Мәсихселәр Ғайсаның бөтә кешелектең гонаһтары өсөн үлгәненә һәм уның Ҡотҡарыусы икәненә ышана (1 Петер 3:18). Әммә бер ышаныу ғына етерлек түгел әле. Мәҫәлән, ендәр ҙә Ғайсаның «Алла Улы» булыуын белә, әммә уларҙы ҡотолоу түгел, ә юҡ ителеү көтә (Лука 4:41; Йәһүҙә 6).
Ҡотолор өсөн нимә эшләргә кәрәк?
Ғайсаның беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн үҙ ғүмерен биргәненә ышанырға кәрәк (Илселәр 16:30, 31; 1 Яхъя 2:2). Был иһә Ғайсаның реаль кеше булғанына һәм Изге Яҙмала уның хаҡында яҙылғандарҙың барыһы ла дөрөҫ икәненә ышаныуҙы аңлата.
Изге Яҙманың ысынында нимәгә өйрәтеүен белергә кәрәк (2 Тимәтигә 3:15). Изге Яҙмала яҙылғанса, Пауыл менән Силас төрмә ҡарауылсыһына былай тигән: «Хужабыҙ Ғайсаға ышан, шул саҡта... ҡотолор[һоң]». Шунан һуң уға «Йәһүә a һүҙен» аңлата башлағандар (Илселәр 16:31, 32). Күреүебеҙсә, Ғайсаға иман итер өсөн, төрмә һаҡсыһы Алла Һүҙендәге төп хәҡиҡәттәрҙе үҙләштерергә тейеш булған. Уға теүәл белем кәрәк булған (1 Тимәтигә 2:3, 4).
Тәүбә итергә кәрәк (Илселәр 3:19). Тәүбә итеү — элек ҡылған яңылыш эштәргә һәм хаталы фекерҙәргә тәрән үкенеү. Тәүбә иткән кеше, Аллаға яраҡлы булмаған элекке йәшәү рәүешен ҡалдырып, үкенеүен эштәре менән иҫбат итә (Илселәр 26:20).
Һыуға сумдырылырға кәрәк (Матфай 28:19). Ғайса, уның шәкерте булырға теләгән кешеләр һыуға сумдырылырға тейеш, тигән. Алдараҡ иҫкә алынған төрмә һаҡсыһы һыуға сумдырылған (Илселәр 16:33). Бына тағы бер миҫал. Илсе Петер халыҡ алдында Ғайса хаҡында телмәр һөйләгәндән һуң, «Петерҙең һүҙҙәрен шатланып ҡабул иткән кешеләр һыуға сумдырыл[ған]» (Илселәр 2:40, 41).
Ғайсаның күрһәтмәләренә буйһонорға кәрәк (Еврейҙарға 5:9). Ғайсаға эйәреүселәр ул ҡушҡандарҙың барыһын да үтәргә тейеш (Матфай 28:20). Улар «һүҙҙе тыңлап ҡына ҡалмағ[ан], ә уны үтәгән» кешеләр булып китә (Яҡуп 1:22).
Ахырғаса ныҡ ҡалырға кәрәк (Марк 13:13). Ғайсаның шәкерттәренә ҡотолор өсөн «сыҙамлыҡ кәрәк» (Еврейҙарға 10:36). Был йәһәттән илсе Пауыл яҡшы өлгө ҡалдырған. Ул Ғайса өйрәткәндәрҙе теүәл үтәгән һәм үҙен аямайынса Аллаға тоғро хеҙмәт иткән. Мәсихсе булып киткәндән алып үлеменә ҡәҙәр ул ошо юлдан тайпылмаған (1 Кәринттәргә 9:27).
Гонаһтарҙы кисереү доғаһы ҡотҡара аламы?
Ҡайһы бер диндәрҙә айырым төр доғалар бар, мәҫәлән, гонаһтарҙы кисереү доғаһы һәм ҡотҡарылыу доғаһы. Ундай доғаларҙа кешеләр, ғәҙәттә, үҙҙәренең гонаһлы булыуын таный һәм Ғайсаның уларҙың гонаһтары өсөн үлгәненә ышаныс белдерә. Улар шулай уҡ Ғайсанан уларҙың йөрәгенә йә тормошона инеүен һорай. Әммә Изге Яҙмала ундай доғалар хаҡында бер һүҙ ҙә юҡ. Бынан тыш, Изге Яҙма ҡалыпҡа һалынған һүҙҙәр йә ҡағыҙға яҙылған әҙер текст буйынса доға ҡылырға өйрәтмәй.
Ҡайһы берәүҙәр, гонаһтарҙы кисереү доғаһы мәңгелек ҡотолоу бирә, тип ышана. Әммә бер ниндәй доға ла үҙенән-үҙе генә ҡотолоу бирә алмай. Камил булмаған кеше хаталар яһамай йәшәй алмай (1 Яхъя 1:8). Шуға күрә лә Ғайса үҙ шәкерттәрен гонаһтарының кисерелеүе хаҡында даими доға ҡылырға өндәгән (Лука 11:2, 4). Шуны ла әйтергә кәрәк: беренсе быуатта ҡайһы бер мәсихселәр, Аллаға хеҙмәт итмәй башлағас, мәңгелеккә ҡотолоу мөмкинлеген юғалтҡан (Еврейҙарға 6:4—6; 2 Петер 2:20, 21).
Гонаһтарҙы кисереү доғаһы ҡайҙан килеп сыҡҡан?
Тарихсыларҙың был һорауҙа берҙәм генә фекере юҡ. Ҡайһы берәүҙәр әйтеүенсә, шул рәүешле доға ҡылыу йолаһы Реформация ваҡытында барлыҡҡа килгән. Икенселәре иһә, ул йола XVIII—XIX быуаттарҙа, дини үҙгәртеп ҡороуҙар ваҡытында яралған, тип иҫәпләй. Нисек кенә булмаһын, ул йола Изге Яҙмаға нигеҙләнмәгән, улай ғына ла түгел, Изге Яҙма тәғлимәттәренә ҡаршы килә.
a Изге Яҙма буйынса, Йәһүә — Алланың исеме.

