Хаҡ динде нисек табырға?
Изге Яҙманан яуап
Хаҡ динде тотҡан кешеләрҙе нисек танып була? Изге Яҙмала шундай миҫал килтерелә: «Уларҙы емештәренә ҡарап танырһығыҙ. Сәнскәктән йөҙөм йә инжир йыялармы ни?» (Матфай 7:16). Инжирҙы емешенә ҡарап сәнскәктән айырыу еңел; шуның кеүек үк хаҡ динде ялғандан емештәренә, йәғни үҙенсәлекле билдәләренә ҡарап айырырға була. Әйҙәгеҙ, шул билдәләрҙе ҡарап сығайыҡ.
Хаҡ дин Алла тураһында кеше фәлсәфәһенә түгел, ә Изге Яҙмаға нигеҙләнеп дөрөҫлөккә өйрәтә (Яхъя 4:24; 17:17). Ул шулай уҡ йән хаҡында ла, ерҙәге ожмахта мәңге йәшәүгә өмөт хаҡында ла дөрөҫөн өйрәтә (Зәбур 37:29; Ишағыя 35:5, 6; Йәзәкил 18:4). Хаҡ дин дини ялғанды асыҡтан-асыҡ фашлай (Матфай 15:9; 23:27, 28).
Хаҡ дин кешеләргә Алла хаҡында белем алырға һәм уның исеме Йәһүә икәнен белергә ярҙам итә (Зәбур 83:18; Ишағыя 42:8; Яхъя 17:3, 6). Ул, Алланы белеп һәм уға яҡынлашып булмай, тип өйрәтмәй; киреһенсә, Алла менән яҡын мөнәсәбәттәр үҫтереү мөһим һәм быны Алла үҙе теләй икәнен аңларға ярҙам итә (Яҡуп 4:8).
Хаҡ дин, Алла кешеләргә Ғайса Мәсих аша ҡотолоу бүләк итә, тип өйрәтә (Илселәр 4:10, 12). Хаҡ дин тотоусылар Ғайсаның әмерҙәрен тыңлай һәм уның өлгөһөнә эйәреп йәшәргә тырыша (Яхъя 13:15; 15:14).
Хаҡ дин, кешелектең берҙән-бер өмөтө — Алла Батшалығы, тип аңлата. Хаҡ дин тотоусылар Алла Батшалығы хаҡында ашҡынып һөйләй (Матфай 10:7; 24:14).
Хаҡ дин фиҙаҡәр яратыу сағылдырырға саҡыра (Яхъя 13:35). Ул бөтә милләт кешеләрен дә ихтирам итергә өйрәтә. Ундай динде, ниндәй раса, мәҙәниәт һәм телдән булыуына ҡарамай, һәр кеше тота ала (Илселәр 10:34, 35). Бер-береһен яратҡанға күрә, улар һуғыштарҙа ҡатнашмай (Миҡай 4:3; 1 Яхъя 3:11, 12).
Хаҡ диндә үҙ эше өсөн аҡса алған руханиҙар юҡ. Бер кемгә лә мәртәбәле дини титулдар бирелмәй (Матфай 23:8—12; 1 Петер 5:2, 3).
Хаҡ дин тотоусылар сәйәси эштәрҙә бөтөнләй ҡатнашмай (Яхъя 17:16; 18:36). Шул уҡ ваҡытта улар үҙҙәре йәшәгән илдең хөкүмәтен ихтирам итә һәм уның закондарына буйһона. Шулай итеп улар Изге Яҙмалағы: «Ҡайсарҙыҡын — ҡайсарға [хөкүмәткә], Алланыҡын Аллаға бирегеҙ», — тигән әмергә буйһоноп йәшәй (Марк 12:17; Римдарға 13:1, 2).
Хаҡ дин — ул йәшәү рәүеше, ә ғәҙәткә ингән йолаларҙы үтәү генә түгел. Хаҡ дин тотоусылар тормоштоң бөтә өлкәләрендә лә Изге Яҙмалағы юғары әхлаҡи нормалар буйынса йәшәй (Эфестарға 5:3—5; 1 Яхъя 3:18). Әммә был улар өсөн йөк түгел, улар «мөбәрәк Аллаға» шатланып хеҙмәт итә (1 Тимәтигә 1:11).
Хаҡ динде тотоусылар башҡа кешеләр менән сағыштырғанда һәр ваҡыт әҙерәк буласаҡ (Матфай 7:13, 14). Уларға йыш ҡына кәмһетеп ҡарайҙар, уларҙан көләләр һәм Алла ихтыярын үтәгән өсөн уларҙы эҙәрлекләйҙәр (Матфай 5:10—12).
Хаҡ дин — үҙ хистәреңә таянып һайлай торған нәмә түгел
Динде һайлағанда, миңә был оҡшай йә оҡшамай, тигән фекергә таянып эш итеү ҡурҡыныс. Изге Яҙмала: «Шундай ваҡыт килер: кешеләр... фәҡәт үҙҙәренең күңеленә ятҡан һүҙҙәрҙе һөйләгән вәғәзләүселәрҙе үҙ теләктәре буйынса һайлап алырҙар», — тип алдан әйтелгән булған (2 Тимәтигә 4:3). Киреһенсә, Изге Яҙма беҙҙе «Алла Ата ҡаршыһында саф, тапланмаған [табыныуҙы]» һайларға дәртләндерә (Яҡуп 1:27; Яхъя 15:18, 19).