Мәңге йәшәр өсөн нимә эшләргә кәрәк?
Изге Яҙманан яуап
Изге Яҙма «Алла ихтыярын үтәгән кеше мәңге йәшәр» тип вәғәҙә итә (1 Яхъя 2:17). Ә нисек Алланың ихтыярын үтәргә?
Алла тураһында һәм уның Улы Ғайса Мәсих тураһында белем алығыҙ. Аллаға доға ҡылғанда, Ғайса былай тигән: «Мәңгелек тормошҡа эйә булыр өсөн, һинең турала — берҙән-бер хаҡ Алла тураһында һәм һин ебәргән Ғайса Мәсих тураһында белем алырға кәрәк» (Яхъя 17:3). Алла һәм Ғайса хаҡында нисек белем алырға? Бының өсөн Изге Яҙмала яҙылғандарҙы a өйрәнергә һәм тормошта ҡулланырға кәрәк. Изге Яҙма «барыһына ла йәшәү» биреүсе Барлыҡҡа килтереүсебеҙ Йәһүә Алланың уй-фекерҙәрен асып бирә (Илселәр 17:24, 25). Унда шулай уҡ «һүҙҙәре мәңгелек тормош» биреүсе Алла Улы Ғайса Мәсих хаҡында ла бәйән ителә (Яхъя 6:67—69).
Ғайсаның йолом ҡорбанына иман итегеҙ. Ғайса ергә «башҡаларға хеҙмәт итеп, үҙ ғүмерен күптәр өсөн йолом итеп бирергә» килгән (Матфай 20:28). Уның йолом ҡорбаны кешеләргә ерҙә буласаҡ ожмахта мәңге йәшәүгә юл асҡан (Зәбур 36:29) b. Ғайса былай тигән: «Алла донъяны шул тиклем ныҡ ярата, хатта Улына ышанған бер кем дә һәләк булмаһын, ә мәңгелек тормош алһын өсөн, үҙенең берҙән-бер Улын бирҙе» (Яхъя 3:16). Ғайсаға иман итеү уның өйрәткәндәре буйынса йәшәүҙе һәм уның Атаһының ихтыярын үтәүҙе аңлата (Матфай 7:21; Яҡуп 2:17).
Алла менән дуҫлыҡ үҫтерегеҙ. Алла беҙҙе үҙе менән дуҫлашырға саҡыра (Яҡуп 2:23; 4:8). Алла — мәңгелек шәхес. Ул бер ваҡытта ла үлмәйәсәк, шуға ул үҙенең дуҫтарының да мәңге йәшәүен теләй. Үҙе өсөн ҡәҙерле булғандар тураһында ул Изге Яҙма аша былай тип әйтә: «Уларҙың йөрәктәре мәңге типһен» (Зәбур 22:26, ЯДТ).
Мәңгелек тормош хаҡында киң таралған яңылыш ҡараштар
Яңылыш ҡараш. Кешеләр мәңге йәшәү юлын табасаҡ.
Факт. Хәҙерге заман медицинаһы ярҙамында ғалимдар кеше ғүмерен оҙайтырға ниәтләй, әммә улар бер ваҡытта ла мәңге йәшәү ысулын тапмаясаҡ. Алла ғына мәңгелек тормош бирә ала, сөнки ул — «йәшәү сығанағы» (Зәбур 35:10). Ул «үлемде мәңгегә юҡ итер[гә]» һәм уға тоғро булған бар кешеләргә лә мәңгелек тормош бүләк итергә вәғәҙә бирә (Ишағыя 25:8, ЯДТ; 1 Яхъя 2:25).
Яңылыш ҡараш. Ҡайһы бер раса кешеләре генә мәңге йәшәйәсәк.
Факт. Алла кеше айырмай. Изге Яҙмала: «Ул үҙенән ҡурҡҡан һәм дөрөҫ эштәр ҡылған һәр кешене милләтенә ҡарамай ҡабул итә», — тиелә (Илселәр 10:34, 35). Әгәр кеше Аллаға тыңлаусан булһа, милләтенә лә, мәҙәниәтенә лә ҡарамаҫтан, мәңге йәшәй аласаҡ.
Яңылыш ҡараш. Мәңге йәшәү күңелһеҙ буласаҡ.
Факт. Мәңгелек тормош — Алланың бүләге, ул беҙҙе ярата һәм бәхетле йәшәүебеҙҙе теләй (Яҡуп 1:17; 1 Яхъя 4:8). Ул беҙгә, бәхетле булыр өсөн, мәғәнәле эш кәрәк икәнен белә (Вәғәзсе 3:12). Ул, мәңгелек тормош алған кешеләрҙең үҙҙәренә лә, яҡындарына ла файҙа килтергән мауыҡтырғыс һәм ҡәнәғәтлек биреүсе эш буласаҡ, тип вәғәҙә итә (Ишағыя 65:22, 23).
Бынан тыш, кешеләр көн һайын үҙҙәренең Барлыҡҡа килтереүсеһе һәм уның иҫәпһеҙ-һанһыҙ ижади эштәре хаҡында яңынан-яңы асыштар яһаясаҡ. Алла кешеләрҙең күңеленә мәңге йәшәү һәм уның хаҡында мөмкин тиклем күберәк белеү теләге һалған. Ә шулай ҙа улар «Алла эштәрен барыбер башынан алып аҙағынаса аңлап бөтөрә алмай» (Вәғәзсе 3:10, 11). Шуға күрә мәңгелек тормош дәүерендә кешеләрҙең ҡыҙыҡлы эштәр менән шөғөлләнеү һәм төрлө асыштар яһау мөмкинлеге күп буласаҡ.
a Йәһүә шаһиттары Изге Яҙманы түләүһеҙ өйрәнергә тәҡдим итә. Был хаҡта күберәк белер өсөн, «Изге Яҙма өйрәнеүе нисек үтә?» тигән видеояҙманы ҡарағыҙ.
b «Ғайса пәйғәмбәр ниндәй мәғәнәлә Ҡотҡарыусы?» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.