Мәрйәм — Алланың әсәһеме?
Изге Яҙманан яуап
Юҡ, Изге Яҙма быға өйрәтмәй. Унда шулай уҡ мәсихселәр Мәрйәмгә табынырға йә уны ололарға тейеш тип әйтелмәй a. Киләһе дәлилдәрҙе ҡарап сығайыҡ.
Мәрйәм бер ҡасан да үҙен Алланың әсәһе тип атамаған. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, ул Алланың үҙен түгел, ә «Алла Улын»тыуҙырған (Марк 1:1; Лука 1:32).
Ғайса Мәсих бер ҡасан да Мәрйәм тураһында ул Алланың әсәһе йә ул айырым мөғәмәләгә лайыҡ тип әйтмәгән. Бер ҡатын-ҡыҙ Ғайсаға уны тыуҙырған ҡатын бәхетле тип әйткәс, Ғайса уны былай тип төҙәткән: «Алла һүҙен тыңлап, уны үтәгәндәр бәхетле» (Лука 11:27, 28).
Изге Яҙмала «Алланың әсәһе» йә «Теотокос» (Алланы ҡарынында йөрөткән) тигән һүҙҙәр осрамай.
Изге Яҙмалағы «Күктәрҙәге Батшабикә» тигән һүҙбәйләнеш Мәрйәмгә түгел, ә ялған алиһәгә ҡарата ҡулланыла. Был алиһәгә Йәһүәнән ситләшкән исраилдар табынған (Йәрәмиә 44:15—19). «Күктәрҙәге Батшабикә», күрәһең, Бабил алиһәһе Иштар (Астарта) булған.
Беренсе мәсихселәр Мәрйәмгә табынмаған һәм уға айырым мөғәмәлә күрһәтмәгән. Бер тарихсының һүҙҙәре буйынса, беренсе мәсихселәр «культтарҙы кире ҡаҡҡан һәм улар Мәрйәмгә табына тигән фекер тыумаһын өсөн, уға артыҡ иғтибар бирмәҫкә тырышҡан» (In Quest of the Jewish Mary).
Изге Яҙма буйынса, Алла һәр ваҡыт булған (Зәбур 90:1, 2; Ишағыя 40:28). Уның башланғысы юҡ икән, тимәк әсәһе лә була алмай. Бынан тыш, Мәрйәм Алланы үҙ ҡарынында йөрөтә алмаған, сөнки Изге Яҙмала әйтелгәнсә, хатта күктәр ҙә уны һыйҙыра алмай (1 Батшалар 8:27).
Мәрйәм — Алланың түгел, ә Ғайсаның әсәһе
Мәрйәм Дауыт нәҫеленән сыҡҡан еврей ҡатыны булған (Лука 3:23—31). Ул Аллаға иман иткән һәм уға тоғро булған, һәм Алла Мәрйәмде бының өсөн бик ҡәҙерләгән (Лука 1:28). Шуға күрә ул уны Ғайсаның әсәһе итеп һайлаған (Лука 1:31, 35). Мәрйәм менән Йософтоң башҡа балалары ла булған (Марк 6:3).
Изге Яҙмала Мәрйәмдең Ғайса шәкерте булып киткәне тураһында әйтелһә лә, уның хаҡында башҡа мәғлүмәт юҡ тиерлек (Илселәр 1:14).
a Ҡайһы бер дини конфессияларҙа Мәрйәм — ул Хоҙайҙың әсәһе тип өйрәтәләр. Ҡай саҡта уны «Күктәрҙәге Батшабикә» йә «Алланың әсәһе» (Теотокос) тип атайҙар. «Теотокос» тигән грек һүҙе «Алланы ҡарынында йөрөткән» тигәнде аңлата.