Изге Яҙмала Пасха байрамы тураһында нимә әйтелә?
Изге Яҙманан яуап
Пасха йолалары Изге Яҙмаға нигеҙләнмәгән. Әммә тарихтан был байрамдың ҡайҙан килеп сыҡҡанын белеп була: уның тамыры уңдырышлылыҡҡа бәйле төрлө боронғо йолаларға барып тоташа. Бына бер нисә факт.
Куличтар. Бер китапта академик Н. И. Толстой «көнсығыш славяндарҙың пасха „куличы“ йә „пасхаһы“» — был «мәжүсилек ҡалдыҡтары һәм мәжүси йолаларҙың дауамы», тип аңлата («Очерки славянского язычества»). Башҡа китапта былай тип әйтелә: «Славяндарҙың мәжүси йолалары буйынса, яҙ көнө, сәсеү эштәре алдынан, сүпрә менән әсетелгән ҡамырҙан икмәк бешергәндәр һәм уны ергә, тәбиғәт көстәренә йә ата-бабаларға ҡорбанға килтергәндәр. Шулай итеп, сихырсылыҡ ярҙамында кешеләр уларҙың илтифатын яуларға, яҡлау алырға, ерҙең уңдырышлы булыуына һәм күп уңыш килтереүенә ирешергә тырышҡан («Русский праздник. Праздники и обряды народного земледельческого календаря»).
Йомортҡалар. 1999 йылғы «Фән һәм тормош» тигән журналдың 2-се һанында былай тип яҙылған: «Күрәһең, был символ [йомортҡа] христиан диненә, башҡалар символдар кеүек үк, мәжүси йолаларҙан килгән... Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ йомортҡаны тормош башланғысы, уңдырышлылыҡ һәм яҙғы яралыу символы тип ололаған» («Наука и жизнь»). «Урыҫ мәҙәниәте донъяһы» тигән китапта йомортҡа буяу тураһында шундай мәғлүмәт килтерелгән: «Был йола боронғо хөрәфәттәр менән бәйле. [...] Рухтарҙың илтифатын алыу байрамында славяндар башҡа ҡорбандар менән бергә ҡанға буялған йомортҡалар ҙа килтергән, сөнки уларҙың хөрәфәттәре буйынса, ҡан тәмле ризыҡ тип һаналған. Һуңыраҡ кешеләр, рухтар уларҙың ҡорбандарына иғтибар итһен өсөн, йомортҡаларҙы башҡа сағыу төҫтәргә буяй башлаған («Мир русской культуры»).
Иртәнге ғибәҙәт. Таң атҡансы үткәрелгән йола ҡояшҡа табыныусыларҙың боронғо ғөрөф-ғәҙәттәренән килеп сыҡҡан. Улар «яҙғы көн менән төн тигеҙләнешеү ваҡытында ҡояштың сығыуын ҡаршы алған һәм уны үҫкән бөтә нәмәгә йәшәү биргән ҙур көс, тип ололаған» («Celebrations—The Complete Book of American Holidays»).
Ҡуяндар. Был уңдырышлыҡ символдары «боронғо йолаларҙан, Европала һәм Яҡын Көнсығышта таралған мәжүси яҙғы байрамдарҙан алынған» («Encyclopædia Britannica»).
Байрамдың исеме. Ҡайһы бер герман телдәрендә был байрамдың исеме уның мәжүсиҙәрҙән килгәнен күрһәтә. Мәҫәлән, инглиз телендә ул «Easter» (и́стэ), ә немец телендә — «Ostern» (о́стерн) тип атала. «Британ энциклопедияһында» былай тип яҙылған: «Инглиз телендә „Easter“ тигән һүҙҙең теүәл мәғәнәһе билдәле түгел; VIII быуатта англо-сакс руханийы Мөхтәрәм Беда уны Эостра исемле англо-сакс яҙ алиһәһе менән бәйләгән» («Encyclopædia Britannica»). Башҡа сығанаҡтарҙа, был исем финикиҙарҙың Астарта исемле уңдырышлылыҡ алиһәһе менән бәйле, тип әйтелә. Бабил мифтарында Астартаға оҡшаш Иштар исемле алиһә булған.
«Католик энциклопедияһында» христиан Пасхаһының башланғысы тураһында бындай яҡшы аңлатыу бирелгән: «Пасханың күп символдары һәм уларҙың айырым элементтары мәжүси яҙғы байрамдарҙан һәм уңдырышлылыҡ менән бәйле йолаларҙан килгән» («Католическая энциклопедия»).
Изге Яҙма беҙҙе ғибәҙәт ҡылыуыбыҙҙа Аллаға яраҡлы булмаған йолаларҙы һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе ҡулланыуҙан киҫәтә (Марк 7:6—8). 2 Кәринттәргә 6:17-лә былай тип әйтелә: «Улар араһынан сығығыҙ, уларҙан айырылығыҙ, — ти Раббы. — Нәжес нәмәгә ҡағылмағыҙ». Пасха байрамы мәжүси йолаларға нигеҙләнгән. Аллаға яраҡлы булырға теләгәндәр ундай байрамдарҙан ситтә торор.